Эстәлеккә күсергә

Әминев Зөфәр Закир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әминев Зөфәр Закир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1916
Тыуған урыны Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Бикмәт, Татар-Олҡан ауыл Советы, Туймазы районы
Вафат булған көнө 22 ғинуар 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Вафат булған урыны Ростов өлкәһе, РСФСР, СССР
Белая Калитва, Ростов өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Әминев Зөфәр Закир улы — (1916 йыл — 22 ғинуар 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының отделение командиры, өлкән сержант[1]. Советтар Союзы Геройы.

Зөфәр Закир улы Әминев 1916 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе[2] Бикмәт ауылында тыуған. 1941 йылдың 1 декабрендә Туймазы район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына.

294-се кавалерия полкының 1-се эскадрон отделениеһы командиры булып хеҙмәт итә. Ростов өлкәһенең Белая Калитва ҡалаһында барған 79,9 м бейеклек өсөн алышта һәләк була. Лейтенант А.Атаев төркөмө командиры урынбаҫары була[3].

Утыҙ совет һалдаты, шул иҫәптән сержант Зөфәр Әминев хәрби приказ ала: бейеклекте яуларға, уның нығытылган пункттарын алырға һәм нисек кенә булмаһын, рубежды ҡулдан ысҡындырмаҫҡа. Төркөм мөһим һөжүм операцияһының уңышы үҙҙәренең оҫталығына, ҡыйыулығына, ныҡлығына бәйле булыуын яҡшы аңлай. «Был юлда танк түгел, бер генә сысҡан да үтеп сыҡмаһын», — тигән бурыс ҡуйыла. Һәм немецтар үтә алмай. 1943 йылдың 21 ғинуарында фашистар юғалтҡан мөһим тактик сиктәрен, күп һанлы инженер нығытмалары менән бейеклекте кире ҡайтарып алыу өсөн ете тапҡыр һөжүм итә. Улар дүрт бронемашина менән автоматсылар ротаһын ебәрә һәм бейеклек эргәһендә тиҫтәләгән мәйеттәрен ҡалдырып, кире аҫҡа төшөп китә. Тигеҙ булмаған һуғыш оҙаҡҡа һуҙылған ҡан ҡойғос характерҙа була. Дошмандың ҡоторғос ҡыҫымы артҡандан арта. Икенсе көндө, 1943 йылдың 22 ғинуарында, немецтар тағы бер уңышһыҙ һөжүменән һуң, ун танк менән пехота батальонын аҙ һанлы совет һалдаттарына ташлай. «Аҙаҡҡа тиклем торорға. Үлербеҙ, әммә яулап алған бейеклекте немецтарға бирмәйәсәкбеҙ», — ти һуғышсылар. Һәм бейеклекте бирмәйҙәр. Үләләр, ләкин бейеклеккә бер немец һалдатын да үткәрмәйҙәр. Ике тәүлек дауамында дошмандың ете һөжүмен батырҙарса кире ҡағалар. Утыҙ совет һалдаты ике көн эсендә өс йөҙ немецты, өс танкты һәм бронемашинаны юҡ итә[4]. Әминев Зөфәр Закир улы батырҙарса һәләк була. Үлгәндән һуң I дәрәжә Ватан һуғышы орденына лайыҡ була[5]. Лейтенант А.Атаев төркөмө командирының урынбаҫары була.

112-се кавалерия полкының беренсе эскадроны ҡыҙылармеецы-ҡылыссыһы Зөфәр Закир улы Әминевҡа Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә. Шул ук ваҡытта ул I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә. З. З. Әминев Белая Калитва ҡалаһында туғандар ҡәберлегендә ерләнә[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Советтар Союзы Геройы.
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены