Эстәлеккә күсергә

Аҙнабаев Әхмәр Мөхәмәтдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Әхмәр Аҙнабаев битенән йүнәлтелде)
Аҙнабаев Әхмәр Мөхәмәтдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 23 май 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1]
Тыуған урыны Ҡобағош, Миндәк ауыл Советы (Учалы районы), Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 4 октябрь 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[2] (87 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй[2]
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты[1]
КПСС-тың Башҡорт өлкә комитеты[1]
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты[1]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты[1]
Ғилми исеме профессор[d][1]
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре кандидаты[d][1] (1967)

Аҙнабаев Әхмәр Мөхәмәтдин улы (23 май 1934 йыл4 октябрь 2021 йыл) — тел белгесе, педагог‑методист, партия һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 1976—1989 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире; 1989—2001 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты проректоры. Башҡорт АССР-ының 10-сы һәм 11-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Педагогия фәндәре кандидаты (1967), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1994), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007). Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (2006). Дуҫлыҡ ордены кавалеры.

Әхмәр Мөхәмәтдин улы Аҙнабаев 1934 йылдың 23 майында Башҡорт АССР-ының Учалы районы Ҡобағош ауылында тыуған.

1960 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1960—1962 йылдарҙа Белорет педагогия училищеһында уҡыта.

1965 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында эшләй.

1971 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты аппаратына үрләтелә, ә 1976 йылдан фән һәм уҡыу йорттары бүлеге мөдире була.

1989 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институтының һәм артабан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының фән буйынса проректоры. 2001 йылдан шул уҡ уҡыу йортонда башҡорт теле кафедраһы мөдире, 2009 йылдан — уҡытыусы.

Ғалим 2021 йылдың 4 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат була[3].

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни тикшеренеүҙәре синтаксис, башҡорт теленең тарихи грамматикаһы проблемаларына арналған. 100-ҙән ашыу ғилми һәм уҡытыу-методик хеҙмәт, шул иҫәптән урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр авторы. Башҡорт АССР-ының 10-сы һәм 11-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты.

  • Башҡорт телендә айырымланған эйәрсән киҫәктәр. Өфө, 1965;
  • Башҡорт теленең ҡушма һөйләм синтаксисы. Өфө, 2007;
  • Сопоставительная грамматика русского и башкирского языков. Уфа, 2006 (авторҙ.)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1994)
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007)
  • Дуҫлыҡ ордены
  • Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты

Улы: Булат (7.03.1966), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (2007).