Әхмәтшин Моратша Әхмәтша улы
Әхмәтшин Моратша Әхмәтша улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1910 |
Тыуған урыны | Яңы Һыуыҡҡул, Николаевка ауыл советы, Рәсәй |
Вафат булған көнө | апрель 1944 |
Хәрби звание | рядовой һәм ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | хәбәрһеҙ юғалған[d] |
Әхмәтшин Моратша Әхмәтша улы (1910 — апрель 1944 йыл) — 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы[1][2], гвардия ҡыҙылармеецы[3], Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы кавалеры[1][3].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әхмәтшин Моратша Әхмәтша улы 1910 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Николаевка ауыл Советы Яңы Һыуыҡҡул ауылында тыуған[2]. Ҡыҙыл Армияға Туймазы район хәрби комиссариаты тарафынан 1942 йылдың 4 декабрендә саҡырыла. 7 гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкында станоклы пулемёт тоҫҡаусыһы булып хеҙмәт итә[1][2].
Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн 1943 йылдың 28 февралендә «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (Дата Документ датаһы: 28.02.1943, № 58), 1943 йылдың 27 октябрендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (подразделениеның 1943 йылдың 27 октябрендәге 285/н һанлы бойороғо) менән бүләкләнә[1].
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән Наградлау ҡағыҙында Әхмәтшин Моратша Әхмәтша улының ҡаһармалығы тураһында ошолар яҙылған:
Иптәш Әхмәтшин һөжүм итеү һуғышында ҡыйыу һәм тәүәккәл эш итте. Атакаларҙың береһендә, станоклы пулемёт тоҫҡаусыһы булараҡ, дошман позицияһына оҫта һәм ҡыйыу ғәрәсәтле ут ҡойоно яуҙырҙы һәм шуның менән ике эскадрондың аҙ юғалтыуҙар менән артабан хәрәкәт итеүен тәьмин итте. Иптәш Ахметшин хөкүмәттең Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ. 60-сы гвардия кавалерия полкы командиры Гвардия подполковнигы Файдерахманов. 26 октябрь 1943 йыл[1] |
1944 йылдың апрелендә хәбәрһеҙ юғала[1][3].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (27.10.1943),
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (28.02.1943)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Память народа. Ахметшин Муратша Ахметшинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 июль 2021)
- Ахметшин 2021 йыл 24 июнь архивланған.
- Шаймуратовцы. АХМЕТШИН Муратша Ахметшинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 июль 2021)