Әхтәмов Рәмил Мәсхүт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әхтәмов Рәмил Мәсхүт улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 14 сентябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Борай ауылы
Вафат булған көнө 30 июнь 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Өфө
Һөнәр төрө тренер
Эш биреүсе Өфө дәүләт нефть техник университеты
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
заслуженный тренер РСФСР

Әхтәмов Рәмил Мәсхүт улы (Әхмәтйәнов) (19372007) — совет һәм Рәсәй спортсыһы һәм коньки спорты буйынса тренер.

1965 йылдан алып тренерлыҡ эшен алып бара. «Хеҙмәт», «Дауыл ҡошо», «Уңыш» спорт йәмғиәттәрендә коньки секцияһы тренеры, Өфө нефть институтында тренер-уҡытыусы, Юғары спорт оҫталығының Свердловск мәктәбендә өлкән тренер, коньки спорты буйынса Свердловск өлкәһе йыйылма командаһының тренеры булып эшләй, хеҙмәт ветераны; РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1987), коньки спорты буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1962)

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әхтәмов Рәмил 1937 йылдың 14 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Борай ауылында тыуған. Конькиға беренсе тапҡыр Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ата-әсәһе эш буйынса күскән Черниковск ҡалаһында алты йәшендә баҫа. Урындағы мәктәптә ете йыл уҡығандан һуң Өфө авиация техникумына уҡырға инә, унда технолог һөнәренә уҡый. Техникумда футбол һәм туп менән хоккейҙа уйнай, 1954 йылда тренер Виктор Григорьевич Тютюшкин етәкселеге аҫтында секцияла коньки спорты менән етди шөғөлләнә башлай. Техникумдың спорт беренселегендә еңеүҙән һуң «Нефтсе» балалар спорты мәктәбенә саҡырыу ала, тренер Александр Андреевич Кондоядиҙың тәрбиләнеүсеһе була. 1958 йылда Өфө авиация институтын тамамлай

РСФСР-ҙың автономиялы республикалар матч осрашыуында призерҙар исемлегенә эләгеп, 1959 йылда коньки спорты буйынса тәүге етди уңышҡа өлгәшә. Техникумды тамамлағандан һуң Өфө авиация заводына конструктор булып эшкә инә, әммә бында оҙаҡ эшләмәй — тиҙҙән СССР Ҡораллы көстәр сафына саҡырыла, Новосибирскиҙа үтә ашығыс хеҙмәтен үтә, шул уҡ ваҡытта күнегеүҙәрен дауам итә һәм ярыштарҙа сығыш яһай, башлыса төрлө коньки дисциплиналарында Себерҙең чемпионы һәм призеры була. 1962 йыл аҙағында демобилизациялана һәм ҡайтып заводта эшләй. 1963 йыл миҙгелен, тарамышы йәрәхәтләнеп, тулыһынса тиерлек үткәреп ебәрә, әммә һуңынан спортсы карьераһын дауам итә. Мәҫәлән, 1964 йылда ул БАССР чемпионатында еңеү яулай һәм биш йыл дауамында иң яҡшы конькиҙа йүгереүсе титулын тота, республика кимәлендә бер нисә рекорд ҡуя.

Спортсы булараҡ уҡ, П.Ф. Лесгафт исемендәге дәүләт физик культура институтында ситтән тороп уҡый. 1965 йылда тренерлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, беренсе ваҡытта «Гастелло» спорт клубында эшләй, аҙаҡ ирекле спорт йәмғиәтенең «Хеҙмәт» балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә күсә. 1978 йылда «Дауыл ҡошо» ирекле спорт йәмғиәтенә ҡушыла һәм Өфө нефть институты студенттары менән күнекмәләр үткәрә башлай. 1979 йылда Бөтә союз Универсиадаһында институт командаһы команда зачетында еңә, ә уның тәрбиәләнеүселәре Сергей Никишин һәм Надежда Алекссева юниорҙар араһында СССР беренселегендә еңеү яулай

1985 йылдан Әхтәмов Рәмил даими Свердловск ҡалаһында йәшәй, «Уңыш» ирекле спорт йәмғиәтенең өлкә советына инә, киләһе йылда Свердловск Юғары спорт оҫталығы мәктәбенең өлкән тренер вазифаһын биләй. Оҙайлы тренер әшмәкәрлеге осоронда бында күп кенә һәләтле спортсылар әҙерләй, атап әйткәндә, уның етәкселеге аҫтында ике ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы Андрей Ануфриенко, Европа һәм донъя чемпионы Эльдар Гараев, коньки марафоны буйынса СССР чемпионы Сергей Сәйфетдинов, 5000 метрлыҡ дистанцияға Рәсәй чемпионы Александр Баранов, Бөтә Рәсәй беренселеге призеры, спринтер күп бәйгеһендә профсоюздарҙың ВДФСО беренселеге чемпионы Радик Шәйәхмәтов, Рәсәйҙең ике тапҡыр чемпионы Надежда Алекссева күнекмәләр ала. Дөйөм алғанда 25 спорт мастеры һәм 4 халыҡ-ара класлы спорт мастеры әҙерләй. 1987 йылда «РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

1990 йылдар уртаһында Свердловск ҡалаһының 50-се һәм 187-се дөйөм белем биреү мәктәптәрендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. Свердловск өлкәһе коньки спорты буйынса йыйылма команданы етәкләй. Хеҙмәт ветераны.

2007 йылдың 30 июнендә Өфөлә вафат була.

Башҡортостанда коньки спорты буйынса илдең атҡаҙанған тренеры Рәмил Әхмәтйәнов иҫтәлегенә Өфө Кубогы үткәрелә.[1]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]