Эстәлеккә күсергә

Мортазин Әхәт Мотаһар улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Әхәт Мотаһар улы Мортазин битенән йүнәлтелде)
Мортазин Әхәт Мотаһар улы
Тыуған көнө:

6 февраль 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Учалы районы Яңы Байрамғол ауылы

Вафат булыу датаһы:

13 март 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (59 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

журналист

Ижад йылдары:

1986—2018

Наградалары:
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы

Мортазин Әхәт Мотаһар улы (6 февраль 1959 йыл — 13 март 2018 йыл) — журналист, 1986—2018 йылдарҙа Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы дикторы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009).

Әхәт Мотаһар улы Мортазин 1959 йылдың 6 февралендә Башҡорт АССР-ы Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында тыуған[1].

1986 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай.

1986 йылда «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһына ижади конкурсты уңышлы үтеп, радиотапшырыуҙар студияһында диктор булып эшләй башлай. Артабан «Башҡортостан» һәм «Юлдаш» радиоларында һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тапшырыуҙар алып бара.

2018 йылдың 13 мартында Өфө ҡалаһында вафат булды[2][3].

Маҡтаулы исемдәре һәи башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы
  • Өфөлә легендар диктор Әхәт Мортазин иҫтәлегенә волейбол турниры бара. Әхәт Мортазин «Юлдаш» радиоһының йыл һайын үткәрелгән волейбол кубогында ҡатнаша торғайны. Хәҙер турнир уның исемен йөрөтә[4].
  • Башҡортостандың легендар дикторы, халыҡ артисының тыуыуына 60 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе 6 февралдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа[5].