Өс тарлауыҡ ГЭС-ы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
ГЭС Өс тарлауыҡ
Изображение
Ил

Ҡытай Ҡытай

Йылға

Янцзы

Каскад

Янцзы ГЭС каскады

Статус

эксплуатацияла 04.07.2012 [1]

Төҙөлә башлағын йыл

1992

Агрегаттарҙы сафҡа индереү йылдары

2003—2012

Төп характеристикалар
Йыллыҡ электр энергияһы етештереү , млн кВт·с

98 100 [2](2012)

Электростанция төрө

быуа

Иҫәп баҫымы, м

80,6

Электр ҡеүәте

22 500

Ҡорамалдар характеристикаһы
Турбина тибы

радиаль-күсәр

Турбина аша сығым, м³/сек

600—950

Генераторҙар ҡеүәте, МВт

32х700, 2 × 50

Төп ҡоролмалары
Плотина төрө

бетон һыу ебәргес

Плотина бейеклеге, м

185

Плотина оҙонлоғо, м

2309

Шлюз

ике еп, 5 камерлар 280×35×5 м

Бүлеүсе ҡорамал

500 кВ

Картала
ГЭС Өс тарлауыҡ (Ҡытай Халыҡ Республикаһы)
Красная точка
ГЭС Өс тарлауыҡ
Категория Викиһаҡлағыста

Өс тарлауыҡ (ҡытайса|三峽|三峡|Sānxiá}} — «Өс тарлауыҡ») — Ҡытайҙың оҙонлоғо буйынса донъяла өсөнсө булған Янцзы йылғаһында урынлашҡан быуа һәм Ерҙәге иң көслө гидроэлектростанцияларҙың береһе. Ер шарында иң ҙур гидотехник ҡоролма [3]. Саньдоупин ҡалаһы янында төҙөлгән. Һыуһаҡлағысты тултырғанда, һыу баҫыу ҡурҡынысы булған урындарҙан 1,3 миллион кеше күсерелә[4]. Төҙөлөш 1992 йылда башлана, ГЭС рәсми нигеҙҙә 2012 йылдың 4 июлендә сафҡа индерелә[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Янцзы йылғаһында ҙур быуа төҙөү идеяһын иң тәүҙә Гоминьдандың премьер-министры Сунь Ятсен 1919 йылда үҙенең «Ҡытайҙың халыҡ-ара үҫеше» хеҙмәтендә яҙып сыға. Өс тарлауыҡ районында быуа үҙенең ҡеүәтен 30 млн ат көсөнә тиклем (22ГВт) арттырырға һәләтле, тип белдерә ул[5][6]. 1932 йылда Чан Кайши етәкселек иткән Ҡытай республикаһы хөкүмәте быуа төҙөү планы өҫтөндә эшләй башлай. 1939 йылда, Япон-Ҡытай һуғышы барған мәлдә, Япония императоры армияһы хәрби көстәре Ичан округын баҫып ала һәм был районды ҡарап сыға. Быуа төҙөү буйынса япон проекты әҙер була һәм уны ғәмәлгә ашыра башлау өсөн Ҡытайҙың икенсе берләштерелгән фронтын еңеү генә талап ителә.

1944 йылда Америка мелиорация комитетының (United States Bureau of Reclamation) баш инженер-конструкторы Джон Сэвидж (John L. Savage) Өс тарлауыҡ районын тикшереп сыға һәм быуа төҙөү тураһындағы тәҡдимдәрен яҙа. 54-кә яҡын ҡытай инженеры Америка Ҡушма штаттарына уҡырға бара. Быуа урынлашасаҡ биләмәне, ҡайһы бер иҡтисади һәм башҡа төрлө тикшереүҙәр үткәрелә, проект төҙөлә. Ләкин хөкүмәт Ҡытайҙа граждандар һуғышы ҡыҙған мәлдә, 1947 йылда, бөтә эштәрҙе лә туҡтата[7].

1949 йылда, Ҡытай Коммунисттар партияһы еңгәндән һуң, Мао Цзэдун Өс тарлауыҡ биләмәһендә быуа төҙөү идеяһын хуплай. Ләкин, граждандар һуғышы эҙемтәләре һәм ҠХР сәнәғәтенең шул мәлдәге торошо арҡаһында, ил бындай масштабтағы проектты ғәмәлгә ашырыуға тотона алмай. 1970 йылда йылғаның түбәнерәк ағымында бәләкәйерәк «Гэчжоуба» ГЭС-ы төҙөлә. Мао Цзэдун вафатынан һуң, ҠХР иҡтисады ҡыҙыу темптар менән үҫешә башлай, һәм 1970-се йылдар аҙағында гигант плотина тураһындағы идеяларҙы тормошҡа ашырыу мәле етә. ҠХР-ҙың Янцзы йылғаһындағы тәүге ҙур гидротехник проекты булған «Гечжоуба» ГЭС-ы 1988 йылда төҙөлөп бөтә. Аҙаҡ 1990-сы һәм 2000-се йылдарҙа «Гечжобуа» ГЭС-ының электр энегияһынан алынған бөтә килеме уның «өлкән ағаһы» төҙөлөшөн финанслауға тотонола.[6]. 1992 йылда Бөтә Ҡытай халыҡ вәкилдәре йыйылышы (Ҡытай Милли халыҡ парламенты) быуа төҙөй башлауҙы хуплай: 2633 делегаттың 1776-һы ыңғай, 177-һе кире тауыш бирә, 664-е битараф ҡала, ә 25 ағза тауыш бирмәй[8]. Төҙөлөш 1994 йылдың 14 декабрендә башлана. ГЭС 2009 йылға тулыһынса әҙер булыр, тип планлаштырыла, ләкин ер аҫты гидроагрегаттар блогы кеүек өҫтәмә проекттар төҙөлөштө рәсми тамамлау ваҡытын 2012 йылдың майына күсерә. 2010 йылдың октябренә һыу һаҡлағыстағы һыу кимәле, иҫәпләнгәнсә, диңгеҙ кимәленән 175 метр бейеклеккә күтәрелә[9]. 2016 йылдың ғинуарында гидроузелдың һуңғы элементы — массаһы 3000 тоннаға тиклем еткән пассажир суднолары өсөн судно күтәргес асыла[10].

ГЭС составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ГЭС-тағы ҡоролмалар составы:

  • оҙонлоғо 2309 м һәм бейеклеге 181 м булған гравитацион бетон плотина;
  • һул яҡ ярҙа плотина янындағы ГЭС бинаһы, 14 гидроагрегаты менән;
  • уң яҡ ярҙа плотина янындағы ГЭС бинаһы, 12 гидроагрегаты менән;
  • уң яҡ ярҙа ГЭС-тың ер аҫты бинаһы, 6 гидроагрегат менән;
  • ике юллы биш баҫҡыслы суднолар шлюзы (нигеҙҙә, йөк суднолары өсөн шлюздарҙы үтеү ваҡыты 4 сәғәт, камералар үлсәме 280×35×5 м);
  • судно ҡабул иткес (нигеҙҙә, пассажир суднолары өсөн, йөк күтәреүсәнлеге 3 000 т, күтәреү/төшөрөү ваҡыты 10 мин, үтеү ваҡыты — 30 мин).

Оҙонлоғо 2309 м һәм ҡая нигеҙенән алып бейеклеге 181 м булған плотина бетондан һәм ҡоростан эшләнә. Проектта 27,2 млн м³ бетон, 463 тыс. т ҡорос файҙаланылған (бер проект өсөн рекордлы һан)[11] һәм яҡынса 102,6 млн м³ ер соҡоп алынған[12][6].

ГЭС-тың өс бинаһында баҫым 80,6 м булғанда ҡеүәте 700 МВт булған 32 радиаль-күсәр гидроагрегаты урынлашҡан. Шулай уҡ станция мохтажлыҡтары өсөн ҡеүәттәре 50 МВт булған ике генератор сафҡа индерелә. 2012 йылда ер аҫты машина залы сафҡа индерелә һәм йыллыҡ электр энергияһын эшләп сығарыу күләме Янцзы йылғаһында һыу ташыуға бәйле була.

ГЭС-тың баҫым (напор) ҡоролмалары майҙаны 1045 км², файҙалы һыйҙырышы 22 км³ булған ҙур һыуһаҡлағысты барлыҡҡа килтерә. Уны булдырыу өсөн 27 820 га эшкәртелгән ерҙе һыу баҫа, Ваньчжоу (Ваньсянь) һәм Ушань (Чунцин) ҡалалары һыу аҫтында ҡала[13]. 2010 йылда беренсе тапҡыр һыуҙың тейешле бейеклегенә (диңгеҙ кимәленән 175 м бейеклек) өлгәшә алалар[9].

Иҡтисади әһәмиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Электр энергияһы менән тулыһынса тәьмин итеүсе «Өс тарлауыҡ» ГЭС-ы Ҡытай иҡтисады өсөн ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Электр станцияһы, Гэчжоуба ГЭС-ы менән бергә, Ҡытайҙың берләшкән энергосистемаһы үҙәге булып тора. Тәүҙә ГЭС ҡытайҙың электр энергияһына булған ихтыяжын 10 процентҡа ҡәнәғәтләндерәсәк, тип билдәләнә. Әммә станция төҙөлөшө барған 20 йыл эсендә электр энергияһын ҡулланыу юғары темп менән үҫә, һәм 2012 йылда ГЭС Ҡытай ҡулланған электр энергияһының ни бары 1,7 процентын ғына эшләп сығара (98,1 из 4692,8 ТВт·ч)[14][15].

Плотина Янцзы йылғаһының һыу режимын көйләй, һуңғы 2000 йылда 200 тапҡырҙан ашыу һәләкәтле һыу баҫыуҙар була. XX быуатта йылғаларҙың ғәрәсәтле ташыуынан ярты миллионға яғын кеше һәләк була. 1991 йылда һыу стихияһынан күрелгән зыян 250 млрд ¥ тәшкил итә (ә был ГЭС төҙөүгә тотонолған хаҡҡа тиң). Ә бына 2010 йылдағы һыу ташыу ҡорбандарһыҙ һәм зыян күрелмәйсә үтә. Шулай итеп, плотина үҙенә йөкмәтелгән бурысты тейешенсә үтәй, тип әйтергә була[13][6].

Гидроузелды шлюздар менән тәьмин итеү һәм һыуһаҡлағыс булдырыу Янцзы йылғаһында суднолар йөрөтөүҙе яҡшырта. Йылғаның был участкаһында йөк әйләнеше йылына 10—18 млн тоннанан йылына 100 млн тоннаға тиклем арта, өҫтәүенә, йөк ташыу өсөн хаҡтар өстән бер тапҡырҙан күберәккә түбәнәйә. Һөҙөмтөлө был Ҡытайҙың көнбайыш (плотинаға ҡарата) райондарының, иң тәүге сиратта Чунцин ҡалаһының иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итә[6].

Электр энергияһын етештереү һәм таратыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Генераторҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өс тарлауыҡ ГЭС-ының төп генераторҙарының радиаль-күсәр турбинаһы

Электр станцияһының төп генераторҙарының һәр береһенең ауырлығы 6000-шәр тонна (һәр береһе 700 МВт электр ҡеүәтенә иҫәпләнгән). Төп генераторҙар өсөн иҫәпләнгән баҫым 80,6 м тәшкил итә. Һыу ағымының тиҙлеге ағып килгән һыу баҫымына (79 метрҙан 109 метрға тиклем) бәйле 600 м³/с — 950 м³/с араһында була. Аҡҡан һыу баҫымы күберәк булған һайын иҫәпләнгән ҡеүәткә өлгәшеү өсөн һыу ағымы шул тиклем аҙыраҡ талап ителә. Өс тарлауыҡ ГЭС-ы генераторҙарында радиаль-күсәр турбиналары (Френсис турбиналары) файҙаланыла. Турбиналарҙың диаметры 9,7 метрҙан 10,4 метрға тиклем, ә иҫәпләнгән әйләнеү тиҙлеге — минутына 75 әйләнеш. Шуға бәйле, 50 Гц йышлығында электр тогын етештереү өсөн генератор роторҙарында эшләп сығарылған алмаш ток йышлығы 80-шәр полюс була. Генераторҙарҙың номиналь ҡеүәте 778 МВт, максималь ҡеүәте 840 МВт, ә ҡеүәт коэффициенты — 0,9 була. Генераторҙар электр көсөргәнеше 20 кВ булғанда электр энергияһын эшләп сығара. Шунан һуң генерацияланған көсөргәнеште трансформаторҙар 500 кВ-ға тиклем күтәрә һәм артабан 50 Гц йышлығында электр селтәренә бирелә. Статорҙың тышҡы диаметры 21,4 метрҙан 20,9 метрға тиклем, эске диаметры — 18,5 метрҙан 18,8 метрға тиклем, бейеклеге — 3—3,1 метр тәшкил итә. Бындай генераторҙар иң ҙур генераторҙар булып иҫәпләнә. Генераторҙарҙың таяуҙарға йөкләнеше 5050—5500 тонна, уртаса файҙалы эш коэффициенты (эффектлылығы) — 94 %, хатта 96,5 % максимумына етеүе ихтимал[16].

Генераторҙар предприятиеларҙың берлектәге төркөмө тарафынан ике төрлө дизайн варианты буйынса етештерелә: береһе — Alstom, ABB Group, (Kvaerner) һәм Ҡытайҙың"Haerbin Motor" компанияһы; икенсеһе — Voith, General Electric, Siemens һәм Ҡытайҙың «Oriental Motor» компанияһы. Төркөмдәр араһындағы технологик хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә контракт менән бергә ҡул ҡуйыла. Генераторҙарҙың күбеһе һыу менән һыуытыла. Яңы моделдәрҙең ҡайһы берҙәрендә — Һауа ярҙамында һыуытыу ҡулланыла[17].

Электр энергияһын һатыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2008 йылдың июленә тиклем State Grid Corporation of China һәм China Southern Power Grid дәүләт компаниялары ГЭС-ҡа 1 МВт. сәғәт өсөн берҙәм 250 ¥ иҫәбенән (1 кВт. сәғәт өсөн 2,5 һум) түләй. Әлеге мәлдә 1 МВт. сәғәт электр энергияһын тотонған өсөн провинциялар буйынса хаҡ 228,7-нән 401,8 ¥-ға тиклем тәшкил итә. Шанхай кеүек электр энергияһын күп ҡулланған ҡулланыусылар электр энергияһын алыуҙа өҫтөнлөк менән файҙалана[18].

ГЭС-тан электр энергияһын ҡулланыусыларға еткереү өсөн 9484 км юғары вольтлы электр тапшырыу линиялары селтәрҙәре, шул иҫәптән 6519 км — 500 кВ көсөргәнешле алмаш ток һәм 2965 км — ±500 кВ һәм унан да юғарыраҡ көсөргәнешле юғары вольтлы даими ток линиялары һуҙыла. Алмаш ток көсөргәнешендә эшләүсе трансформаторҙарҙың дөйөм ҡуйылған ҡеүәте 22,75 вольт-ампер (ГВ·А), ә даими ток системаһында — 18 ГВт тәшкил итә. ГЭС-тан Ҡытайҙың төрлө провинциялары буйлап 10 төрлө 15 юғары вольтлы линия тарала. ГЭС-тың бөтә трансформатор һәм транспортлау электр селтәре төҙөлөшө өсөн 34,387 млрд ¥ аҡса тотонола. Өс тарлауыҡ ГЭС-ын төҙөү планлаштырылғандан бер йыл алда — 2007 йылда тамамлана[6].

Быуа аша навигация[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шлюздар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Быуала йылға судноларын үткәреү өсөн ҡуйылған шлюздар (гидротехник ҡоролма), 2004 йылдың майы

Быуа янында бер-береһенә параллель рәүештә ике шлюз ҡуйылған (30°50′12″ с. ш. 111°01′10″ в. д.HGЯO). Һәр береһе биш баҫҡыстан тора һәм судноларҙы яҡынса 4 сәғәт эсендә үткәрә ала. Шлюздар ауырлыҡтары 10 тоннанан артамаған судноларҙы ғына үткәрә[19]. Шлюз камераларының оҙонлоғо — 280 м, киңлеге — 35 м, тәрәнлеге — 5 м[20][21] Бындағы шлюздар Изге Лаврентий диңгеҙ юлы шлюздарынан 30 метрға оҙонораҡ, ләкин тәрәнлек буйынса улар ике тапҡырға һайыраҡ. Быуа төҙөлгәнгә тиклем «Өс тарлауыҡ» участкаһында максималь йөк әйләнеше йылына 18,0 млн тонна тәшкил иткән. 2004 йылдан 2007 йылға тиклем шлюздар аша тотош алғанда 198 млн тонна йөк үтә. Йылға мөмкинлектәре алты тапҡырға арта, ә бына йөк ташыу хаҡы 25 процентҡа кәмей. Йылына шлюздар аша 100 тоннаға тиклем йөк үткәреп буласаҡ, тип фаразлана[22].

Бындағы шлюздар камераларһыҙ шлюздар төрөнә ҡарай. Быуа япҡыстары ныҡлы булмаған шарнир конструкцияларҙан тора, уларҙың боҙолоуы шлюз юлын эштән туҡтатасаҡ. Судноларҙы күтәреү һәм төшөрөү өсөн айырым ике юлдың булыуы эште һөҙөмтәлерәк итә.

Судно ҡабул иткес[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гидроузелдә шлюздарға өҫтәмә рәүештә 3000 тоннаға тиклемге суднолар өсөн судно күтәрткес ҡуйылған[23]. Күтәртеү бейеклеге үрге һәм түбәнге бьефтар кимәлдәренә бәйле үҙгәртелә, максималь бейеклек — 113 м[24], ә күтәртеү камераһының үлсәмдәре түбәндәгесә — 120×18×3,5 м. Файҙаланыуға тапшырылғандан һуң, судно күтәргес караптарҙы 30—40 минут эсендә күсереп ҡуя ала, ә бына щлюздар аша үтһә, бының өсөн 3—4 сәғәт талап ителер ине[25]. Ҡоролманың проектын эшләгәндә һәм төҙөгәндә, һыу кимәленең даими үҙгәреп тороуы шарттарында уның эшләүен тәьмин итергә кәрәклелек төп ҡатмарлылыҡ булып тора. Судно ҡабул иткестең эшләүен һыу кимәле түбәнге яҡтан 12 метр һәм юғары яҡтан 30 метр сиктәрендә булған шарттарҙа тәьмин итергә кәрәк.

2016 йылдың 15 июлендә судно күтәргесте тәүге тапҡыр һынап ҡарайҙар. Уның барышында йөк ташый торған карап 8 минут эсендә үрге бьефҡа күтәртелә[26]. Октябрь айында донъялағы иң ҙур электр станцияһындағы иң ҙур судно күтәртеү лифты эшләй башлай[27].

Экологик эҙемтәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡытайҙа 1 кВт. сәғәт электр энергияһын етештереү өсөн 366 г күмер яндырыла[28], ә электр станцияһын сафҡа индереү менән күмер тотоноу йылына 31 мең тоннаға кәмейәсәк, шуға бәйле 100 млн т парник газдары, миллионлаған тонна саң-туҙан, 1 млн тонна диоксид, 370 мең тонна азот оксиды һәм башҡа зарарлы матдәләр атмосфераға сығарылмаясаҡ. Һыуһаҡлағыс төҙөү һөҙөмтәһендә Янцзы йылғаһында һыу кимәле күтәреләсәк, шунлыҡтан ҙурыраҡ караптар үтә аласаҡ, ә был органик яғыулыҡ янғанда хасил булған зарарлы газдар атмосфераға сығарылмауын тәьмин итә[29][30][22].

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

НАСА иҫәпләүҙәре буйынса, һыуһаҡлағыс төҙөгәндә 39 млрд тонна һыуҙың диңгеҙ кимәленән 175 метрға күтәрелеүе Ерҙең инерция мәлен арттыра һәм Ерҙең тәүлек әйләнәһенә әйләнеү тиҙлеген кәметә, һөҙөмтәлә тәүлек/көн оҙонлоғон 0,06 микросекундҡа арттыра[31][32].

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тышҡы һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 В Китае в эксплуатацию сдана крупнейшая в мире ГЭС 2016 йыл 5 март архивланған..
  2. China's Three Gorges sets new production record, Hydro World (January 10, 2013). 10 ғинуар 2013 тикшерелгән. 2013 йыл 15 ғинуар архивланған.
  3. Acker, Fabian. Taming the Yangtze. IET magazine (2 март 2009). Архивировано 5 февраль 2012 года. 2012 йыл 6 февраль архивланған.
  4. Гидроэлектростанция Три ущелья. Дата обращения: 25 апрель 2012. Архивировано 31 май 2012 года.
  5. 中国国民党、亲民党、新党访问团相继参观三峡工程
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 ГЭС «Санься» («Три ущелья») или Великая Китайская стена на реке Янцзы
  7. John Lucian Savage Biography
  8. 1992年4月3日 全国人大批准三峡工程. Архивировано из оригинала 27 сентябрь 2011 года.
  9. 9,0 9,1 Water level at Three Gorges Project raised to full capacity. Архивировано из оригинала 29 октябрь 2010 года.
  10. 世界最大"升船电梯"三峡大坝试验成功
  11. Эквивалентно постройке 63 Эйфелевых башен.
  12. Exploring Chinese Histiry: The Three Gordes Dam Project
  13. 13,0 13,1 В. Овчинников. Китай успешно завершил «стройку века» на Янцзы // «Российская газета» № 244 (4801) от 27 ноября 2008.
  14. 三峡输变电工程综述. Архивировано из оригинала 29 апрель 2007 года. 2007 йыл 29 апрель архивланған.
  15. 能源局:2011年全社会用电量累计达46928亿千瓦时
  16. 五、我水轮发电机组已具备完全自主设计制造能力. Архивировано из оригинала 7 декабрь 2008 года.
  17. 三峡工程及其水电机组概况. Архивировано из оригинала 7 декабрь 2008 года. 2008 йыл 7 декабрь архивланған.
  18. 国家发改委调整三峡电站电价. Архивировано из оригинала 10 февраль 2009 года. 2009 йыл 10 февраль архивланған.
  19. Yangtze as a vital logistics aid (билдәһеҙ). China Economic Review (30 май 2007). Дата обращения: 3 июнь 2007. Архивировано из оригинала 7 август 2010 года.
  20. Three Gorges Dam (недоступная ссылка — история). Missouri Chapter American Fisheries Society (20 апрель 2002). Дата обращения: 23 ноябрь 2010. Архивировано 9 август 2008 года. 2008 йыл 18 ноябрь архивланған.
  21. Its Buildings with Biggest Indices (недоступная ссылка — история). China Three Gorges Project. Дата обращения: 23 ноябрь 2010. Архивировано 9 август 2008 года. 2008 йыл 21 ноябрь архивланған.
  22. 22,0 22,1 长江电力(600900)2008年上半年发电量完成情况公告 – 证券之星 (The Three Gorges sluice year transported goods volume may amount to 100,000,000 tons), Xinhua (23 ғинуар 2007). 9 август 2008 тикшерелгән. translation
  23. MacKie, Nick China's west seeks to impress investors. BBC (4 май 2005). Дата обращения: 23 ноябрь 2010. Архивировано 9 август 2008 года.
  24. Its Buildings with Biggest Indices (недоступная ссылка — история). China Three Gorges Project. Дата обращения: 23 ноябрь 2010. Архивировано 9 август 2008 года. 2008 йыл 21 ноябрь архивланған.
  25. MacKie, Nick China's west seeks to impress investors. BBC (4 май 2005). Дата обращения: 23 ноябрь 2010.
  26. Phase I Field Trial of Ship Lift at Three Gorges Dam Successfully Ends (билдәһеҙ). CHINA THREE GORGES PROJECT (14 август 2016). Дата обращения: 14 август 2016. Архивировано 14 август 2016 года. 2016 йыл 14 август архивланған.
  27. В Китае заработал самый большой в мире лифт
  28. Three Gorges Dam (Chinese), NDRC (7 март 2007). 15 май 2007 тикшерелгән. 2007 йыл 10 март архивланған.
  29. Greenhouse Gas Emissions By Country. Carbonplanet. Дата обращения: 23 ноябрь 2010. Архивировано из оригинала 9 апрель 2010 года. 2010 йыл 9 апрель архивланған.
  30. Three Gorges Dam (Chinese), TGP (12 июнь 2006). 15 май 2007 тикшерелгән. 2010 йыл 29 март архивланған.
  31. China’s Monster Three Gorges Dam Is About To Slow The Rotation Of The Earth.
  32. NASA Details Earthquake Effects on the Earth


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.