Эстәлеккә күсергә

1-се Башҡорт кантоны (1798 - 1855)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(1-се Башҡорт кантоны (1798 йыл) битенән йүнәлтелде)
1-се Башҡорт кантоны
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Пермь губернаһы, Пермь өйәҙе һәм Уҫы өйәҙе

1-се Башҡорт кантоны (10 апрель, 1798 йыл) — Пермь губернаһының Пермь һәм Уҫы өйәҙҙәрендә ойошторолған идаралыҡ[1].

Кантон системаһы тотош мәсьәләләр комплексын хәл итеү, шул иҫәптән башҡорт ихтилалдарын иҫкәртеү, ил сиген нығытыу, крайҙы колониялаштырыу һ.б. маҡсаттарынан 1798 йылдың 10 апрелендә Указ нигеҙендә индерелә[2]. Кантон идаралығы осоронда 17951855 йылдарҙа 1-се Башҡорт кантоны составына Пермь губернаһы башҡорттары инә. 18551863 йылда улар — 12-се, 18631865 йылдарҙа 5-се кантон составында була. 1-се башҡорт кантоны 9 йортҡа (команда) бүленә.
1-се йортҡа Елпачиха, Уймыж, Федорково, Үрге Искилде ауылдары керә.
2-се йортҡа Тонтортамаҡ, Канюково, Ишмән, Искер, Зирмия, Кувья ауылдары ҡарай.
3-сө йортта Күҙемйәр, Сыуашай, Аҡбаш, Ҡудаш, Ишем, Салҡа ауылдары була.
4-се йорт Барҙа, Яңы Бисер, Бәрҙебаш, Мостово, Ҡайынлы (Березниково) ауылдарын үҙ эсенә ала.
5-се йортта Барҙа, Ҡыҙылъяр, Чат, Аҡтыбай ауылдары була.
6-сы йортта — Аҡлыш, Ҡыҙылъяр, Төнгүк, Иҫке Ашап, Шлык, Яңы Чат ауылдары.
7-се йортҡа Солтанай, Сөжән, Батырбай, Искильза ауылдары керә.
8-се йортта — Һарыш, Танып, Шлыково, Яңы Башап, Юғары Башап ауылдары.
9-сы йортта Ҡуян, Ҡолтай ауылдары була[1].
1-се һәм 2-се Башҡорт кантондарында 20-се Башҡорт полкы төҙөлә. 1812 йылдың 30 октябрендә полк Пермь губернаһы Пермь өйәҙенең Ҡуян ауылында йыйылып, Полтава губернаһының Галяч ҡалаһына, граф, генерал-лейтенант П. А. Толстойҙың ополчение корпусы менән ҡушылыу өсөн юлға сыға. Полк Пенза ополчениеһына командировкалана һәм уның составында 1813 йылдың майында Варшава кенәзлегенә килеп, кенәз, генерал Д. И. Лобанов-Ростовский етәкселегендәге Резерв армияһы составына индерелә. Полктың бер өлөшө әсирҙәрҙе һаҡлай, транспортты оҙатып йөрөй, икенсе өлөшө Резерв армияһының 3-4-се корпустары араһында бәйләнеш булдыра[1].