Барҙы
Ауыл | |||||
Барҙы | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Федерация субъекты | |||||
Муниципаль район | |||||
Координаталар | |||||
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |||||
Халҡы |
9972 кеше (2021) | ||||
Конфессиональ составы | |||||
Этнохороним |
барҙалар, барҙымдар[1] | ||||
Телефон коды |
+7 34292 | ||||
Почта индексы |
618150 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
59, 81, 159 | ||||
ОКАТО коды | |||||
ОКТМО коды | |||||
ГКГН номеры | |||||
Барҙы (Барда, Барҙа, Ҡажмаҡты[2]; рус. Барда) — Пермь крайы Барҙы районындағы башҡорттар нигеҙ һалған ауыл.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Барҙы районы музейында, Барҙы ауылына 1740 йылда нигеҙ һалынған, тигән мәғлүмәт бар. Был кәм тигәндә 100—150 йылға кәметелгән, йәиһә икенсе райондағы Барҙыға ҡараған һан был. Барҙының йәшен билдәләү өсөн уға нигеҙ һалыусыларҙы белергә кәрәк. Халыҡ телендә уларҙы «ун бер Әхмәт» тип йөрөтәләр. Маркс урамы элек Барҙыла «Әхмәттәр урамы» тип аталған. Әлегә беҙгә был данлыҡлы кешеләрҙең тик береһенең генә исеме билдәле. Ул – Ғәйнә улусының атаҡлы старшинаһы Туҡтамыш Ишбулатовтың олатаһы Байбулат. Был исем Ғабдулла Һөйәрғолов һөйләп яҙҙырған шәжәрә-риүәйәттән билдәле. Әммә унда Байбулаттың Барҙыға нигеҙ һалыуы тураһында әйтелмәй. Барҙыға нигеҙ һалыусыларҙың береһе — Байбулат үҙен: «Беҙ Болғар иленән, Кама аръяғынан», — тип әйтә торған булған.
Ойконимия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәйнәне ойошторған Барҙы атамаһына килһәк, уның мәғәнәһен урыҫ ғалимы А. Матвеев, балыҡ исеме «бәрҙе»нән алынған, тип яҙа. Әммә был аңлатманы етдигә һанап булмай. Ғәйнә кеүек, Барҙының да эҙе тәрәнгә барып тоташа. Был исемде йөрөткән ауылдар ҙа байтаҡ. Әзербайжанда район үҙәге, Урта Азияла ауыл, Пермь өлкәһенең Кишерть районында шундай исемле ауыл һәм йылға, Ҡариҙел йылғаһы буйында Барҙы һырты бар. Элекке Дыуан улусында Юғары Бартым, яһаҡлы сирмештәр йәшәгән Яңы һәм Түбәнге Барҙы ауылдары булған. Иҫке төрки телендә яҙылған китаптарҙа «вә-әл-әрдә», «вә-әл-әрди», «фи-әл-әрди» һүҙҙәре осрай. Һуңғыһындағы «фи» киҫәген «б»ға алыштырһаң (ғәрәп телендә шулай әйтелә), йәнә «Бәрҙе» килеп сыға. Ләкин был һүҙ «бәрҙе» балығын түгел, ә хөкүмәт йәки етәксе орган тигән мәғәнәне бирә. Шунан сығып, беҙ Барҙы (бөгөнгөһө генә түгел, ә археологик иҫтәлеккә әүерелгәндәрен дә индереп) үҙе тирәһендәге төбәк өсөн мәркәз ролен үтәгән, тип әйтә алабыҙ.
Барҙы атамаһының этимологияһын «барҙы-барлы» рәүешле лә аңлатып була. Был осраҡта ул барлыҡ-байлыҡҡа эйә кеше тигән мәғәнәне, ҡәбилә-ырыу исемен белдерә. Барҙы, Ҡаҙмаҡты һәм Барҙы районында аҡҡан Тол йылғаһы тураһында, уларҙың исемдәре хаҡында күп бәхәс алып барыла. 1980 йылда Өфөлә «Башҡорт халыҡ ижады. Риүәйәттәр, легендалар», 1983 йылда Ҡаҙанда «Пермские татары», 1987 йылда «Татар халыҡ ижады. Риүәйәттәр һәм легендалар» тигән китаптар баҫылып сыҡты.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1869[3] | 1897[4] | 1959[5] | 1970[6] | 1979[7] | 1989[8] | 2002[9] | 2010[10] |
---|---|---|---|---|---|---|---|
1 619 | 2 099 | 3 881 | 4 977 | 5 803 | 7 667 | 8 490 | 8 826 |
Милли составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Милли состав (2002): башҡорттар — 62,6%, татарҙар — 31,3%, урыҫтар — 5,0%.[11]
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баһадиршаһ Сөйәрғол (Баһадиршаһ бин Сөйәрғол әл-Ғәйнәүи әл-Ҡажмаҡты) — башҡорт дин әһеле, мөфәссир. Урал-Волга буйында беренсе булып төрки телендә Ҡөрьәндең етенән бер өлөшөнөң тәфсирен яҙа.
- Биктимерова Лилиә Рафаил ҡыҙы (1981 т.) — йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2012).
- Итзимас Абдуллов — 1737—1738 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе.
- Туҡтамыш Ишбулатов — билдәле сәнәғәтсе, Уса юлының Ғәйнә улусы старшинаһы, башҡорттар араһынан сыҡҡан тәүге Уложенная комиссия (1767—1768 йй.) депутаты.
- Уразова Гүзәл Асҡар ҡыҙы — йырсы. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2009).
- Әдүтов Рафаэль Мәсғүт улы (1948 т.) — публицист, педагог, йәмәғәт эшмәкәре.
Панорама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Городецкая И. Л., Левашов Е. А. Барҙы // Русские названия жителей: Словарь-справочник. — М.: АСТ, 2003. — С. 41. — 363 с. — 5000 экз. — ISBN 5-17-016914-0.
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 363. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ http://www.prlib.ru/elfapps/pageturner2d/viewer.aspx?orderdate=18.03.2013&DocUNC_ID=5220&Token=Wl7VTpw5QK+w2CfRXs033Q==&lang=ru-RU Пермь губернасы торак урыннары исемлеге, 174-нче бит, №4220
- ↑ Насѣленныя места Россійской имперіи въ 500 и болѣе жителей, 1897
- ↑ Перепись 1959 года
- ↑ Перепись 1970 года
- ↑ Перепись 1979 года
- ↑ Перепись 1989 года
- ↑ База микроданных Всероссийской переписи населения 2002 года 2019 йыл 12 июль архивланған.
- ↑ Численность и размещение населения Пермского края . Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Дата обращения: 1 сентябрь 2012. (недоступная ссылка)
- ↑ ВПН-2002 2019 йыл 12 июль архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Махмудов А. Р. Барда // Населённые пункты Башкортостана. Энциклопедия / Авт.-сост.: Г. З. Кутушев [и др.]. — Уфа: Акирус, 2022. — 863 с. — ISBN 9785604437995.
- Йосопов Р. М., Черных А. В., Шитова С. Н. Пермь башҡорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Барҙы районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.