Эстәлеккә күсергә

Үлем

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
11:25, 31 октябрь 2022 өлгөһө; Эльмира Кейекҡужина (фекер алышыу | өлөш)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
Kuoleman puutarha, Hugo Simberg (1906)
Илья Репин һүрәте

Үлем — тормош туҡтау, организм йәшәйеше туҡтау; организмдың тормош эшмәкәрлеген тулыһынса туҡтатыуы, уның йәшәүенең мотлаҡ булған стадияһы[1]; Йән эйәләренең тереклек итеүҙән туҡтаған хәле; үле хәл[2].

Үлем — йәшәүгә ҡапма-ҡаршы күренеш. Үлемдең тышҡы сифаттары һулыш алыуҙың һәм пульстың туҡталыуында сағыла. Улар үпкәләрҙең һәм йөрәктең эшләмәй башлауы тураһында һөйләйҙәр. Йәшәү менән үлем, бер-береһенә ҡапма-ҡаршы (антиподтар) булһалар ҙа, улар теүәл сиктәрҙән мәхрүм. Йәшәүҙең тамамланыуы һәм үлемдең килеп етеүе — бер ни ҡәҙәр дауамлы процесс. Әйтәйек, йөрәк менән үпкәләр эшсәнлеге туҡталған, ә мейе һаман үҙенең эшсәнлеген дауам итә был, үлемдең, буҫағала булһа ла, тамам әле килеп етмәгәнлеген күрһәтә. Эш шунда, эшләүҙән туҡтаған йөрәк менән үпкәләрҙе медицина ярҙамында яңынан эшләтә башларға мөмкин. Мейе лә үҙенең эшсәнлеген юғалтҡас ҡына, үлем килгән тип әйтеп була. Йөрәк менән үпкәләрҙең эшсәнлеге туҡтаған, ә мейе эшсәнлеге дауам иткән аралыҡ (5—7 минут) медицинала клиник үлем тип атала. Тимәк, йәшәү менән үлем араһында үҙенсәлекле (йәшәүҙе лә, үлемде лә туплай торған) аралыҡ бар әле.



Кеше үлеменең иң йыш осраған сәбәптәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, 2016 йылда бөтә донъяла вафат булған 56,9 миллион кешенең яртыһынан күберәгенең (54%) үлеме түбәндәге ете сәбәп арҡаһында булған[3]:

Йөрәктең ишемия ауырыуы һәм инсульт (15,2 млн);

Хроник обструктив үпкә ауырыуы (3,0 млн);

Үпкә яман шеше (трахея һәм бронхиаль яман шеш менән бер рәттән) (1,7 млн);

Диабет (1,6 млн);

Юл-транспорт ваҡиғаһы (1,4 млн);

Диарея (1,4 млн);

Туберкулез (1,3 млн).

Тәмәке тәьҫире йылына 8 миллион кешенең ғүмерен өҙә һәм икенсел тәмәке төтөнө йоғонто яһау һөҙөмтәһендә 1 миллион кеше һәләк була[4].

Үлем сәбәбе; үлемһеҙ йән эйәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Шомло ураҡсы булараҡ үлем аллегорияһы

Тәбиғәттә тере йән эйәләренең барыһы ла тиерлек йәшәү өсөн өҙлөкһөҙ көрәш һөҙөмтәһендә (төрҙәр араһында һәм төр эсендәгеләрҙән башҡа) үлә. Атап әйткәндә, бөтә прокариоттар һәм бер күҙәнәкле эукариоттар, колониаль организмдар (полиптар һәм гидралар) ошо рәүешле һәләк булалар, сөнки биологик яҡтан улар үлемһеҙ (йәғни ҡартаймайҙар). Үлемһеҙ тиерлек башҡа күп күҙәнәклеләрҙән — Turritopsis nutricula, ҡайһы бер диңгеҙ терпеләре һанала. Планеталағы тере йән эйәләренең бик аҙ проценты ғына (ҡатмарлы ойошторолған) ҡартайыуға дусар булалар, шунлыҡтан принципиаль рәүештә ҡартлыҡтан үлә алалар. Был йәнлектәргә кеше лә инә.

Әммә тәбиғәттә организмдар (йәнә ҡартайыу йәки уның менән бәйле сирҙәр арҡаһында) йәшәү өсөн көрәштә еңеләләр һәм көс ҡулланылып үләләр (ғәҙәттә уларҙы ашайҙар). Ҡартлыҡтан филдәр, кит һымаҡтар, һигеҙаяҡтар, эре йыртҡыс балыҡтар, һөйрәлеүселәр, ҡоштар һәм башҡа эре хайуандарҙың бәләкәй генә проценты үлә ала. Кешелә үлемдең был сәбәбе, ғүмер оҙонлоғоноң максималь күләмен билдәләһә лә, медицина исемлектәрендә ҡаралмай.

Эволюция быуындарҙың өҙлөкһөҙ алмашыныуын күҙ уңында тота, был планетала йәшәү шарттарының үҙгәреү шарттарында, шулай уҡ организмдарҙың башҡа төрҙәре менән конкуренцияға бәйле төрҙәрҙең үҙгәреүсәнлеге өсөн кәрәк. Шулай итеп, бөтөнләй үлемһеҙ йән эйәләре эволюцияны туҡтатырҙар ине; әммә әлегә был ваҡиға булмаған. Яңы төрҙәр булдырырға, шулай уҡ киләсәктә тере организмдың геномын үҙгәртергә мөмкинлек биргән гендар хирургияһы уңыштары киләсәк кешегә эволюцион юлдан баш тартыу мөмкинлеген бирә аласаҡ тиҙәр.

Фәлсәфәлә үлем төшөнсәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ысынбарлыҡ күренешен ниндәй ҙә булһа телдә асыҡтан-асыҡ сағылдырыу мөмкинлегенә ышанған ғалимдарҙың йәнле һәм йәнһеҙҙәр араһындағы фундаменталь айырмаларҙы билдәләргә тырышыуы борондан бара инде.

Танатологияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе М. Ф. К. Биша әйтеүенсә, тормош — үлемгә ҡаршы тороусы күренештәр йыйылмаһы. Диалектик материализм классиктары был төшөнсәләрҙе ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеүҙә метафизик ҡараштар өсөн тәнҡитләй. Мәҫәлән, Ф. Энгельс «Анти-Дюринг» китабында «Тереклек — аҡһым есемдәренең йәшәү рәүеше, һәм был йәшәү рәүеше уның асылынан уларҙың химик компоненттарын туҡланыу һәм изоляция аша даими яңыртылып тороуҙан тора» тип яҙа һәм артабан түбәндәге тезисты билдәләй: «Йәшәү — тимәк үлеү». Әммә Энгельстың һәм уның ул тәнҡитләгән оппоненттарының идеяларын сағыштырһаҡ, улар араһында принципиаль айырмалар юҡ икәне асыҡлана. Өҫтәүенә, улар бөтәһе лә тормошто үҙҙәренә билдәле булған берҙән-бер аҡһым формаһы күҙлегенән генә трактовкалайҙар. Уларҙың барыһы ла үҙҙәренең субъектив телен ысынбарлыҡты тасуирлау өсөн мөмкин булған берҙән-бер ҡорал тип һанаған.

Дини йәнә тыумыштың фәлсәфәүи альтернатива булып торған палингенезия теорияһын булдырған философ Артур Шопенгауэр үлемгә бөтөнләй икенсе ҡарашта булған.

Икенсе яҡтан, ҡайһы бер фәлсәфәләр һәм диндәр үлемде тыуыуға ҡапма-ҡаршы түгел, ә терелеүҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө итеп ҡарайҙар. Был бөтә ибраһими диндәр, Боронғо Мысыр диндәре өсөн ҡағылышлы.

Хәҙерге заман фәлсәфәләселәре араһында үлем мәсьәләләре менән шөғөлләнә, мәҫәлән, Йель университетында уға курс бағышлаған Шелли Каган[5].

Төрлө йәштә үлемде ҡабул итеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үлемдең ҡабул ителеүсәнлеге йәш менән ныҡ бәйле. 3 йәшкә тиклемге балалар үлемдең нимә икәнен аңламайҙар. Ундай бала мәрхүм яҡын туғанының ҡайтыуын оҙаҡ көтөргә мөмкин. 3-5 йәшендә балалар үлемде ваҡытлыса һәм әйләнмәле күренеш тип ҡабул итә, улар үлгән кешеләрҙең кире терелеүенә ышаналар. Бынан тыш, был йәштә бала үҙенең ҡылығында яҡын кешеһенең үлем сәбәбен эҙләй башларға мөмкин, сөнки ул тирә-яҡ донъяның теләһә ниндәй күренешенә лә йоғонто яһау ихтималлығына ышана[6].

5-8 йәштән башлап бала үлемдең кире ҡайтмаҫлыҡ һәм унан ҡотолғоһоҙ икәнен, йәғни барыбыҙҙың да, үҙебеҙ ҙә бер ваҡыт үләсәген аңлай башлай. Был йәштә балалар үлемде кеше хәрәкәт итеүҙән, һөйләшеүҙән, хис-тойғоларҙан, фекерләүҙән туҡтаған тормош тип ҡабул итә[6].

8 йәшенән үлемдең тәбиғәтен һәм уның сәбәптәрен тулыһынса аңлай башлай. 8-12 йәштә (үҫмер йылдарына тиклем) үлеү процесы менән ҡыҙыҡһыныу тыуыуы мөмкин. Яҡын кешеһе үлгән икән, бала уға ҡушылыу өсөн үлергә теләүе ихтимал.

Үҫмерҙәр, өлкәндәр кеүек үк, үлем күренешен тулыһынса аңлайҙар. Үҫмер саҡта үлемдең экзистенциаль эҙемтәләре менән ҡыҙыҡһыныу тыуа.

Үлем төшөнсәһе башҡорт халыҡ ижадында
Илле итәктән алды,

Алтмыш аяҡтан алды,

Етмеш йүгән hалды,

Һикhән hикегә hалды,

Туҡhан туңҡайтып ҡуйҙы,

Йөҙ өҙөп алды.

— Алтмыш, hиңә ни ҡылдым? Аяғыма бау, ҡолағыма шау hалдың.

— Етмеш, hиңә ни ҡылдым? Уртымдағы теште, башымдағы hушты алдың.

— Һикhән, hиңә ни ҡылдым? Маңлайҙағы күҙҙе, бурбайҙағы биҙҙе алдың.

— Туҡhан, hиңә ни ҡылдым? Ауыҙҙағы hүҙҙе алдың, илтеп ләхеткә hалдың.

Башҡорт халыҡ ижадынан

Урал батыр эпосында үлем тураһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Белеүебеҙсә, башҡот телдә лә Yлем төшөнсәhен төрлөсә атап була: әжәл, hуңғы сәғәт, һуңғы юлға оҙатыу, ғүмер ахыры, гүргә кереү, әхирәткә кереү, теге донъяға китеү, ләхеткә ятыу. Башҡорт халыҡ ижадында Yлем hүҙен атамай ғына, уға барыш, яҡынайыш тураhында бик йәтеш иҫкәртелеүҙәр бар.


Ә инде башҡорт халҡыныү рухи ҡомартҡыhы «Урал батыр» ҡобайырында Yлем hүҙе 79 тапҡыр ҡабатланып, иҫкә алына, уның тәбиғәте, сифаттары бик ентекле итеп тасуирлана hәм әhәмиәте ҡат-ҡат hыҙыҡ өҫтөнә алына икән, был үлемhеҙ әҫәр туранан-тура Махамудраның сығанағы тип әйтә алабыҙ.

  • Ғизәтуллина Р. Х.Йәншишмә ҡайҙан башлана? Өфө:Китап, 2013.-76-78 биттәр
  • Гиззәтов К. Т., Философия: 2 китап. 2-се китап: Ҡыҫҡаса философия тарихы. Философиянең нигеҙ проблемулары: Юғары уҡыу йорто өсөн дәреслек. (тат.)
  1. Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М. Т. Азнабаев, 2007)
  2. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  3. Всемирная организация здравоохранения. 10 ведущих причин смерти в мире. Всемирная организация здравоохранения. Дата обращения: 22 ноябрь 2019.
  4. Всемирная организация здравоохранения и Рамочная конвенция ВОЗ по борьбе против табака и Вместе победим низ. Выбирай здоровье, а не табак. — 2019. — 7 с.
  5. Open Yale Courses | Death (ингл.). oyc.yale.edu (5 апрель 2012). Дата обращения: 29 апрель 2017. Архивировано из оригинала 1 май 2017 года.
  6. 6,0 6,1 Как помочь ребенку, если кто-то из его близких умер или тяжело болеет : Фрагмент книги «Основы паллиативной помощи» // Медуза. — 2020. — 17 мая.