Эстәлеккә күсергә

Бикбауов Әбдрәшит Ильяс улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
10:49, 23 май 2023 өлгөһө; InternetArchiveBot (фекер алышыу | өлөш) (Rescuing 2 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.9.4)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)


Бикбауов Әбдрәшит Ильяс улы
Бикбауов Әбдрәшит Ильяс улы
Башҡорт ғәскәре адьютанты, Башҡорт ғәскәре командиры
 
Тыуған: 1896({{padleft:1896|4|0}})
Рәсәй империяһы Сембер губернаһы Зеленовка ауылы (хәҙер Ульяновск өлкәһе Иҫке-Кулаткин районы)
Үлгән: 12 сентябрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
СССР, Алыҫ Көнсығыш
Партия: 1919 йылдан РКП(б) ағзаһы

Әбдрәшит Ильяс улы Бикбауов (18961938) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы, уны ойоштороусыларҙың береһе, Башҡорт ғәскәренең командиры һәм адъютанты.

Тормош юлы тураһында ҡыҫҡаса

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бикбауов Әбдрәшит Ильяс улы Сембер губернаһының Ст. Зеленовка ауылында (хәҙерге ваҡытта Ульяновск өлкәһе, Иҫке-Кулаткин районы) 1896 йылда тыуған. 1917 йылдағы революцияға тиклем батша армияһында прапорщик чинында хеҙмәт иткән. 1918 йылдың йәйендә Башҡорт ғәскәре сафтарына инә. Ҡаруанһарайҙа Башҡорт хөкүмәтенең комендант командаһы башлығы булып хеҙмәт итә. Башҡорт Совет республикаһын яулап алыуҙа күп көс һала, Совет власы вәкилдәре менән Өфөлә, һуңынан Сембер ҡалаһында Совет власы яғына күсеү тураһында оҙайлы һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша (1919 йылдың февраль айында), шул уҡ йылдың 20 мартында Совет Автономиялы Республика ойошторолоуы тураһында Килешеүгә иптәштәре менән берлектә ҡул ҡуя. Артабан, 1919 йылдың март айынан Башҡорт армияһы вәкиле булараҡ Бөтә Рәсәй үҙәк башҡарма комитеты янында Башҡорт республикаһы вәкиленең хәрби эштәр буйынса урынбаҫары була. Башҡорт хәрби частарын аҙыҡ-түлек, обмундирование менән тәьмин итеү мәсьәләләре менән шөғөлләнә. 1921 йылдан 1923 йылға тиклем Бикбауов БАССР-ҙың халыҡ хужалығы Советы рәйесе урынбаҫары була[1]. 1924 — 1926 йылдарҙа Мәскәүҙә БАССР-ҙың сауҙа вәкиллегендә экономист-консультант вазифаһын биләй. Ошо уҡ йылдарҙа Г. В. Плеханов исемендәге Мәскәү халыҡ хужалығы институтында белем ала. 1930 йылдың ғинуарында "Солтанғәлиевщина"ла ғәйепләнеп, ҡулға алына һәм 3 йылға иркенән мәхрүм ителә. 1933 — 1935 йылдарҙа Карелияла һөргөндә була, һуңынан Алыҫ Көнсығышҡа оҙатыла. 1938 йылдың 12 сентябрендә атып үлтерелә. 1989 йылда уның исеме аҡлана.

Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бикбауов Әбдрәшит Ильяс улы Башҡорт милли хәрәкәтенең әүҙем ҡатнашыусыһы була. 1918 йылдан Башҡорт хөкүмәте уны Башҡорт ғәскәре главнокомандующийы Зәки Вәлидиҙың адъютанты, ә 1919 йылда Башҡорт ғәскәренең командиры итеп тәғәйенләй.

Колчак Рәсәйҙә ниндәй ҙә булһа автономия берәмектәрен таныуҙан баш тарта. 1918 йылда совет частары контроль аҫтына Өфөнө алалар. Былар барыһы лаБашҡорт хөкүмәте Совет власы, Ҡыҙыл армияһы менән килешеүгә юлдар эҙләргә мәжбүр була. Улар араһында һөйләшеүҙәр башлана. 1919 йылдың 18 февралендә Башҡорт хөкүмәте һәм уның ғәскәре Темәс ауылында (хәҙер Башҡортостандың Баймаҡ районы) Ҡыҙыл армияһы һәм Совет власы яғына күсә.

Шул ваҡытта уҡ улар Башҡорт хөкүмәте рәйесе Мөхәмәтхан (Мстислав) Ҡулаев, Башҡорт хөкүмәте ағзаһы Муллаян Халиҡов һәм Башҡорт ғәскәре командиры Әбдрәшит Бикбауов составында үҙенең делегацияһын Мәскәүгә Башҡорт автономия республикаһы булдырыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн йүнәлтәләр. Һөҙөмтәлә, 1919 йылдың 20 мартында Мәскәүҙә Совет хакимиәте менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһын ойоштороу тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйыла. Был тарихи документты Совет хөкүмәте яғынан Халыҡ комиссарҙары Советы рәйесе Владимир Ленин, Бөтә Рәсәй үҙәк башҡарма комитеты рәйесе Михаил Владимирский, һәм милләттәр эше буйынса халыҡ комиссары Иосиф Сталин, башҡорт яғынан — Башҡорт хөкүмәте рәйесе Мөхәмәтхан (Мстислав) Ҡулаев, Башҡорт үҙәк шуро ағзаһы Муллаян Халиков һәм Башҡорт ғәскәре адьютанты Әбдрәшит Бикбауов ҡул ҡуйҙылар[2]

Башҡорт Совет Республикаһы Бәләкәй Башҡортостан сиктәрендә ойошторола һәм РСФСР-ҙың федератив өлөшө булып тора. Бәләкәй Башҡортостанға 138 волость, шул иҫәптән Ырымбур губернаһы Орск, Верхнеурал, Силәбе һәм Троицк өйәҙҙәренән 75 волость;Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ, Златоуст һәм Өфө өйәҙҙәренән 41 волость, Пермь губернаһы Шадрин, Красноуфимск, Екатеринбург өйәҙҙәренән 21 волость һәм Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙенән бер волость ингән.

Башҡорт Совет Республикаһы сиктәрендә, Советтар съезы үткәрелгәнгә тиклем, хакимлыҡ бөтә тулылығында Башҡорт Хәрби-революцион комитетына (Башревком) йөкмәтелә. Үҙәк бойороғона ярашлы Башҡорт ғәскәрҙәре төрлө фронттарға һәм Петроградҡа ебәрелә.