Ада Йонат

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ада Йонат
йәһ. עדה יונת
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Израиль
ХФА-лағы транскрицияһы ˈada joˈnat
Тыуған көнө 22 июнь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[3][4][5] (84 йәш)
Тыуған урыны Иерусалим, Бөйөк Британия[1]
Һөнәр төрө молекулярный биолог, химик, университет уҡытыусыһы, кристаллограф, биохимик, ғалим
Эшмәкәрлек төрө кристаллография[d], биология[6], молекуляр биология[6], биохимия[6], рибосома[d][6] һәм Структурная биология[d][6]
Эш урыны Чикаго университеты[d]
Q102212738?
Уҡыу йорто Еврейский университет в Иерусалиме[d]
Институт Вейцмана[d]
Ғилми етәксе Wolfie Traub[d]
Әүҙемлек урыны Институт Вейцмана[d]
Ойошма ағзаһы АҠШ фәндәр милли академияһы[d][7], Европа фән һәм сәнғәт академияһы[d], Израильская академия естественных и гуманитарных наук[d], Папская академия наук[d], Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d], Европейская организация молекулярной биологии[d], Леопольд Академияһы һәм Лондон король йәмғиәте[d][8]
Йоғонто яһаусы Липскомб, Уильям Нанн[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Премия Израиля

Нобелевская премия по химии[d] (2009)

премия Харви[d] (2002)

премия Пауля Эрлиха и Людвига Дармштедтера[d] (2007)

медаль Вильгельма Экснера[d] (2010)

премия Вольфа по химии[d] (2006)

премия L’Oréal — ЮНЕСКО «Для женщин в науке»[d] (2008)

премия Альберта Эйнштейна[d] (2008)

премия Мэссри[d] (2004)

премия Луизы Гросс-Хорвиц[d] (2005)

Серебряная медаль председателя Сената[d] (2012)

медаль Рентгена[d] (2014)

ЭМЕТ (премия)[d] (2006)

почётный доктор Университета Карнеги — Меллона[d]

почётный доктор Чилийского университета[d]

почётный доктор Берлинского технического университета[d]

медаль Ф. А. Коттона[d] (2002)

почётный доктор Гамбургского университета[d]

член Европейской организации молекулярной биологии[d]

Esther Hoffman Beller Lectureship[d] (2021)

Erna Hamburger Prize[d] (2011)

Лондон король йәмғиәтенең сит ил ағзаһы[d] (2020)

Премия Ротшильда[d]

Marie Curie Medal[d] (2011)

 Ада Йонат Викимилектә

Ада Йонат (тыумышта Лифшиц;[9][10] йәһ. עדה יונת‎, 22 июнь 1939 йыл, Иерусалим) — Израиль кристаллограф ғалимы, «рибосома структураһын һәм функцияларын тикшергән өсөн» Венкатраман Рамакришнан һәм Томас Стейц менән бергә химия буйынса 2009 йылғы Нобель премияһы лауреаты[11].

Белеме һәм уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ада Йонат 1939 йылда Лодздән (Польша) Израилгә репатриацияланған һәм Иерусалимда йәшәгән йәшелсә һатыусы ғаиләһендә тыуа[12][13]. Ата-әсәһе Гиллель һәм Эстер Лившицтар Иерусалимда 1933 йылда төпләнә. Ғаилә башлығы раввиндар тоҡомонан сығып, үҙе лә раввин булһа ла, ауырыу арҡаһында специальносы буйынса эшләй алмай[14]. 1949 йылда Аданың атаһы ваҡытһыҙ вафат була, әсәһе ун йәшлек Ада менән ике йәшлек Нуритты алып Тель-Авивҡа күсә. Ада Йонат 1962 йылда бакалавр, 1964 йылда Иерусалимдағы Йәһүд университетында фәндәр магистры дәрәжәһен ала. 1968 йылда рентгеноструктур тикшеренеүҙәре өсөн Реховоттағы Вейцман институтында докторлыҡ дәрәжәһе ала[15].

1988 йылдан Вейцман институтының структур биология бүлексәһендә уҡыта.

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1969-1970 йылдарҙа Ада Йонат АҠШ-та, шул иҫәптән Массачусетс технология институтында эшләй.

Ада Йонат рибосоманы тикшереү өлкәһендә беренселәрҙән була. Ул шулай уҡ түбән температуралы аҡһым кристаллографияһы методикаһын да беренсе булып ҡуллана. Антибиотиктарҙың рибосомаға тәьҫире һәм организмдың антибиотиктарға ҡаршы тороу механизмы буйынса тикшеренеүҙәре дарыу терапияһының һөҙөмтәлелеген асыҡлауҙа мөһим аҙым була.

НАСА менән хеҙмәттәшлек итә[16].

Әле Ада Йонат Реховотта Вейцман институтының Элен һәм Милтон Киммельмандар исемендәге Биомолекуляр структура үҙәгенә етәкселек итә.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ада Йонат лабораторияла
  • 2002 — Рибосомаларҙы тикшергән өсөн химия өлкәһендә Израиль дәүләт премияһы[17]
  • 2002 — Ф. А. Коттон миҙалы
  • 2002 — Харви премияһы[18]
  • 2004 — Мэссри премияһы
  • 2004 — Пауль Каррерҙың алтын миҙалы
  • 2005 — Луиза Гросс Хорвиц премияһы
  • 2006 — Ротшильд премияһы
  • 2006 — Химия буйынса Вольф премияһы
  • 2006 — ЕМЕТ премияһы
  • 2007 — Л’Ореаль — ЮНЕСКО премияһы[19]
  • 2007 — Пауль Эрлих һәм Людвиг Дармштедтер премияһы
  • 2008 — Альберт Эйнштейн премияһы
  • 2009 — Химия буйынса Нобель премияһы
  • 2010 — Вильгельм Экснер миҙалы
  • 2012 — «Ҡаҙағстан Республикаһы бойондороҡһоҙлоғоноң 20 йыллығы» юбилей миҙалы[20]
  • Эрстед лекцияһы (2014)[21]

Һайланма библиографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 http://www.nytimes.com/2009/10/08/science/08nobel.html
  2. http://www.nytimes.com/reuters/2009/10/07/world/international-uk-nobel-chemistry.html
  3. Ada E. Yonath // https://www.fembio.org/biographie.php/frau/frauendatenbank?fem_id=31358 (нем.)
  4. Ada E. Yonath // Энциклопедия Брокгауз (нем.) / Hrsg.: Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus, Wissen Media Verlag
  5. Ada E. Yonath // Munzinger Personen (нем.)
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 Jonat, Ada // https://aleph.nkp.cz/F/?func=find-c&local_base=aut&ccl_term=ica=jo20221169147
  7. http://www.nasonline.org/member-directory/members/20004897.html
  8. https://royalsociety.org/news/2020/04/outstanding-scientists-elected-as-fellows-and-foreign-members-of-the-royal-society/
  9. Генеалогия семьи Йонат
  10. מנכ"ל המדינה (стр. 4) 2012 йыл 25 апрель архивланған.
  11. The Nobel Prize in Chemistry 2009 (ингл.). Дата обращения: 7 октябрь 2009. Архивировано 8 апрель 2012 года.
  12. The Jerusalem Post(недоступная ссылка)
  13. «Голубка науки» из Реховота 2012 йыл 29 июль архивланған.
  14. István Hargittai, Magdolna Hargittai «Candid science 6»: Interview with Ada Yonath (p. 390): в данном издании девичья фамилия Ады Йонат с её слов записана как Лившиц.
  15. Петров, Пётр. Нобелевская премия по химии — 2009, Элементы.ру (14 октября 2009). 14 октябрь 2009 тикшерелгән.
  16. Дом ученых и специалистов Реховота: Поздравляем Аду Йонат, которая работает в Реховоте в институте Вайцмана, с присуждением Нобелевской премии по химии 2009 йыл 31 март архивланған.
  17. Названы лауреаты Премии Израиля в области химии и археологии(недоступная ссылка)
  18. Ada E. Yonath, Israel 2012 йыл 2 март архивланған. на сайте Премии Харви 2011 йыл 27 июль архивланған.  (инг.)(инг.)
  19. Пресс-релиз ЮНЕСКО: Десятой премией Л‘ОРЕАЛЬ-ЮНЕСКО «Женщины в науке» отмечены пять женщин-ученых(недоступная ссылка)
  20. Указ Президента Республики Казахстан № 327 от 17 мая 2012 года «О награждении юбилейной медалью „Қазақстан Республикасының тәуелсіздігіне 20 жыл“».
  21. H.C. Ørsted lecture — DTU

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]