Эстәлеккә күсергә

Барков Лев Митрофанович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Барков Лев Митрофанович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 24 октябрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[1]
Тыуған урыны Мәскәү, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 9 февраль 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Новосибирск, Рәсәй
Ерләнгән урыны Көньяҡ зыярат[d]
Һөнәр төрө физик
Эшмәкәрлек төрө ядро физикаһы
Эш урыны Курчатов институты
РФА СБ Йәҙрә физикаһы институты[d]
Уҡыу йорто Мәскәү физика-техник институты[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Кемдә уҡыған Исай Израилевич Гуревич[d]
Ойошма ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы һәм СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы Октябрь Революцияһы ордены «Почёт Билдәһе» ордены IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Барков Лев Митрофанович (24 октябрь 1928 йыл — 9 февраль 2013 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, физик. 1984 йылдан СССР Фәндәр академияһы, 1991 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһы академигы.

Лев Митрофанович Барков 1928 йылдың 24 октябрендә Мәскәү ҡалаһында тыуған.

  • 1952 — Мәскәү дәүләт университетының физика-техника факультетын (хәҙерге MIPT) тамамлай.
  • 1952 йылдан — Атом энергияһы институтында эшләй.
  • 1967 йылдан — СССР Фәндәр академияһының Себер филиалының атом физикаһы институтында эшләй.
  • 1967 йылдан — Новосибирск университетында уҡыта (1973 йылдан профессор).
  • 1972 — СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты.
  • 1976—1979 йылдарҙа ул Новосибирск дәүләт университетының физика факультеты деканы, һуңынан 20 йыл дауамында ядро физикаһы (элементар киҫәксәләр физикаһы) кафедраһын етәкләй[2]
  • 1984 — СССР Фәндәр академияһы академигы (1991 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһы академигы).

Ғалим 2013 йылдың 9 февралендә Новосибирск ҡалаһында вафат була, «Көньяҡ» зыяратында ерләнгән.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп эштәре уран-һыу системаларында нейтрондарҙы әкренләштереү һәм ишәйтеү процесстарын өйрәнеү буйынса. Ул пиондарҙың барлыҡҡа килеү һәм уларҙың матдә менән үҙ-ара тәьҫирләшеү процестарын тикшерә. Элементар киҫәксәләр үҙенсәлектәрен тикшереү өсөн ҡеүәтле импульслы магнит ҡырҙары булған яйланмалар булдырыу буйынса байтаҡ эш башҡара. М. С. Золотарев менән бергә эксперимент ойоштора, унда атомар бисмут парҙарында яҡтылыҡтың полярлаштырыу яҫылығы әйләнеше асыла, был иһә электрондарҙың көсһөҙ нейтраль тоҡтарға бәйле булған нуклондар менән үҙ-ара бәйләнеше барлығын күрһәтә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]