Бәрәкәтле ярым ай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бәрәкәтле ярым ай
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған полумесяц[d] һәм плодородие[d]
Дәүләт  Иран
 Ираҡ
 Төркиә
 Кипр Республикаһы
 Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте
 Сүриә
 Израиль
Фәләстин
 Ливан
 Иордания
 Мысыр
Урынлашыу картаһы
Карта
 Бәрәкәтле ярым ай Викимилектә

Плодородный полумесяц и долина Нила

Бәрәкәтле ярым ай — ҡышҡы айҙарҙа территорияһында яуым-төшөмдөң уғата күп булыуы күҙәтелгән Яҡын Көнсығыштағы төбәктәрҙең береһе. Атамаһы «Fertile Crescent» тигән инглиз терминынан алынған, уны ғилми әйләнешкә Америка археологы Дж. Г. Брэстед 1906 йылда «Мысырҙың боронғо текстары» (урыҫса «Древние тексты Египта») («Ancient Records of Egypt») китабында индерә[1]. Территорияның тупрағы бай булғанға һәм картала формаһы ярым айға оҡшап тороғанға күрә шундай атама алына.

Бәрәкәтле ярым ай Месопотамиянан һәм Леванттан тора, үҙ сиратында Левант үҙе тарихи Сүриәгә һәм тарихи Фәләстинға бүленә. Ливан, Израиль, Сүриә, Ираҡтың хәҙерге территорияларын, Төркиәнең көньяҡ-көнсығышын, Ирандың көньяҡ-көнбайышын һәм Иорданияның төньяҡ-көнбайышын биләй.

Бәрәкәтле ярым ай Неосәйәси революция барышында таш быуатта башланған игенселек һәм малсылыҡ барлыҡҡа килгән тәүге үҙәк тип таныла. Шулай уҡ ул донъяның борондан билдәле ҡала мәҙәниәттәре (Мураивет, Нагар) булған урын булып тора. Беҙҙең эраға тиклем IV—I мең йыллыҡтарҙа Ерҙәге халыҡтың 10 проценттан ашыуы нәҡ ошонда йәшәгән.

Нил (Боронғо Мысыр) үҙәне менән бергә Бәрәкәтле яры ай — хәҙерге заман цивилизацияһының бишеге.

Америка ғалимдарының тикшеренеүҙәренә ярашлы Бәрәкәтле ярым айҙы тәүге баҫып алыу процесына төп ике фактор сәбәпсе була — ҡоролоҡтар һәм кешеләрҙең улар менән көрөшө белеү һәләте[2][3][2]. Тюбенген университетынан Симона Риль етәкселегендәге немец анропологтары Ирандағы Загрос тауҙарында 2013 йылда алып барған археологик ҡаҙылмалар Яҡын Көнсығышҡа күсенгән тәүге биш төркөмдөң, бер-береһе менән аралашмайынса, яҡынса 9800 йыл элек иген культураларын игеү серен асыуын раҫлай.

Население Плодородного полумесяца

Йыл Ер Бәрәкәтле ярым ай
Б. э. т. 4000 7 000 000 2 000 000
1 300 000 000 30 000 000
1000 400 000 000 30 000 000
1900 1 656 000 000 30 000 000
2000 6 008 000 000 125 500 000
2100 (прогноз) 8 400 000 000 245 000 000

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төбәк көньяҡтан Сәғүд Ғәрәбстанының Сүриә һәм Ғәрәбстан ярымутрауы сүлдәре, көньяҡ-көнбайыштан — Синай ярымутрауы, көнбайыштан — Урта диңгеҙ, төньяҡтан — Тавр һырты һәм Әрмәнстан таулыҡтары, көнсығыштан — Загрос тауҙары менән сикләшә, борондан уларҙы, Нил дельтаһы кеүек үк, Бәрәкәтле ярымға индерәләр. Сүриәнән тыш уға Төркиә Ҡордостаны, Ирандағы ҡорд провинциялары һәм ҡордтар йәшәгән төньяҡ Ирак та ҡарай. Уларға яҡын урынлашҡан һуғарылыусы ерҙәр ҙә тарихи- иҡтисади төбәккә ҡарай (Нил дельтаһы, Тигр һәм Евфрат йылғаларының һаҙлыҡлы үҙәндәре, Ирандағы Карун).

Бәрәкәтле ярым айҙа цивилизацияның барлыҡҡа килеүендә, һис шикһеҙ, йылғалар һәм һаҙлыҡтар ҙур роль уйнай, әммә улар ғына юғары уңдырышлыҡты тәьмин иткән, тип әйтеү хата булыр ине. Был өлкә Область явилась между другими районами Африка һәм Евразияның башҡа райондары өсөн үҙенсәлекле «күпер» булып тора. Тап ошо арҡала Бәрәкәтле ярым ай Европа йәки Төньяҡ Америкаға ҡарағанда киң биотөрлөлөктө һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген ала. Сөнки Европала һәм Төньяҡ Америкала боҙлок дәүерендә климаттың үҙгәреше, экосистемаларҙың дәүмәле кәмегәнлектән, бөтә нәмәнең ҡырылып бөтөүенә килтерә. Ә бына Бәрәкәтле ярым ай урынлашҡан Урта диңгеҙ буйына боҙлоҡ дәүере әллә ни зыян килтермәй. Мысыр аша Сахара халҡының миграцияһына бәйле булған был Урта Кәнсығыш «күпере» Иҫке Донъянан флора һәм фаунаны интенсив рәүештә таратыу өсөн мөһим әһәмиткә эйә була.

Африка һәм ғәрәп тектоник плитәләренең айырылыуы һәм ғәрәп һәм евразия тектоник плитәләре осрашыуы ла был өлкәгә ҙур ауырлыҡ һала. Әммә тап ошо факт был төбәкте яланғас яҫы таулыҡ, ҡар менән ҡапланған бейек тауҙар, бәрәкәтле, уңдырышлы йылға үҙәндәре булған зонаға әүерелдерә, был хәл дә биотөрлөлөктө арттырыуға һәм бик боронғо замандарҙа башҡа урындарҙа булмаған төрҙөрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Климаты һәм үҫемлектәр донъяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бәрәкәтле ярым айҙа климаттың төрлөлөгө, шулай уҡ төп климатик үҙгәрештәр «K»-тибындағы күп йыллыҡ үҫемлектәргә ҡарағанда туҡлыҡлы орлоҡтар биреүсе «r»-тибындағы бер йыллыҡ үҫемлектәрҙе эволюцияһын көсәйтә. Тау яҫылыҡтарының төрлөлөгө ашарға яраҡлы төрлө үҫемлектәрҙе барлыҡҡа килтерә, бында йәшәүселәр уларҙы тиҙ арала үҙ баҡсаларында, эшкәртелгән ерҙәрендә үҫтерә башлай. Бәрәкәтле ярым айҙа игенселек барлыҡҡа килгән осорҙа төп һигеҙ неолитик культураның (йәғни ике бөртөклө бойҙай, бер бөртөклө бойҙай, арпа, етен, нут, борсаҡ, яҫмыҡ һәм әсе кәрешкәләрҙең ҡырағай төрҙәренең) үҫеүе һәм кәзә, һарыҡ һәм сусҡаларҙың ҡырағай төрҙәренең булыуы, өҫтәүенә дала күсмәндәренең Иран таулығы аша һыйыр менән йылҡы малдарын килтереүҙәре мөһим фактор булып тора[4].

Был өлкә бөтә донъяға билдәле булған археологик ҡаҙылмалар арҡаһында ауыл хужалығы барлыҡҡа килгән урын тип иҫәпләнелә[5]. Иордандан көнбайышҡа табан һәм Евфраттың үрге ағымындағы территорияларҙа тәүге неолитик игенселәр торағы (керамикаға тиклемге неолит (PPN)), беҙҙең эраға тиклем 9000 йыл менән билдәләнелә, Иерихон кеүек боронғо торлаҡты ла индерелә. Был төбәк Месопотамия менән бергә (ул Бәрәкәтле ярым айҙан көнсығышҡа табан, Тигр һәм Евфрат йылғалары араһында ята)), шулай уҡ бронза быуаты барышында кешеләрҙең ойошоп йәшәй башлаған осороноң шаһиты. Тәүге яҙма документтар, тәүге дәүләттәр ҙә тап ошо төбәктә барлыҡҡа килгән. Шуға күрә лә Бәрәкәтле ярым айҙы «цивилизация бишеге» тип атайҙар..

Тигр һәм Евфрат йылғалары хәҙерге Төркиәгә ҡараған Тавр тауҙарында башлана. Ежегодно земледельцам юга Месопотамияның көньяғында йәшәгән ингенселәргә йылдың-йылында баҫыуҙарын һыу баҫыуҙан һаҡларға тура килә, был афәттән ҡотолоу өсөн улар дамбалар ҡора башлай[6], ә бына төньяҡ Месопатомияла ауыл хужалығы ямғыр һыуҙары ярҙамында ғына үҫешә.

Бронза быуатында уҡ төбәктең уңдырышлылығы һуғарыуҙы ҡулланыу иҫәбенә әҫтәлмә рәүештә күтәрелә, әлеге заманда ла ауыл хужалығының уңышы күбеһенсә һуғарыу эштәренә бәйле. Әммә һуғарыу үҙе үк ҙур ғына проблема ла тыуҙыра — әллә нисә мең йыллыҡтар буйына һуғарылған ерҙәрҙә тоҙ һәм башҡа минералдар концентрацияһы күбәйгәндән күбәйә.

(Хәҙерге заманда эсәр һыу был төбәктә төп низағ сәбәбе булып тора. Иордан йылғаһы Израиль һәм Иордания сигенән үтә, ә Еврат йылғаһының дүрттән бер өлөшөнә Төркиә менән Сүриә контроллек итә).

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Машрик
  • Левант
  • Великая Сирия
  • Древняя Месопотамия
  • Неолитическая революция
  • История сельского хозяйства
  • Центры происхождения культурных растений
  • Шиитский полумесяц

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. "Fertile Crescent", 2008, <http://education.yahoo.com/reference/encyclopedia/entry/FertileC>. Проверено 23 сентябрь 2008.  2007 йыл 15 май архивланған.
  2. 2,0 2,1 Ученые из США провели параллель между климатом и переселением человечества. 2018 йыл 21 май архивланған. Русская планета Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «autogenerated1» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  3. "Fertile Crescent", 2008, <http://education.yahoo.com/reference/encyclopedia/entry/FertileC>. Проверено 23 сентябрь 2008.  2007 йыл 15 май архивланған.
  4. Даймонд, 2010
  5. Долина Гешер Бенот Яаков в Израиле (Gesher Benot Ya’aqov) — знаменитая стоянка времен раннего палеолита
  6. Beck, Roger B. World History: Patterns of Interaction. — Evanston, IL : McDougal Littell, 1999.