Эстәлеккә күсергә

Бәхилләшеү хажы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бәхилләшеү хажы
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Бәхилләшеү хажы (ғәр. حجة الوداع‎‎) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ғүмеренең һуңғы йылында Мәккәгә берҙән-бер хаж ҡылыуы. Хаж һижри 10-сы йылда зөлхизә айында ҡылына. Шул айҙың туғыҙынсы көнөндә Мөхәммәт Пәйғәмбәр өммәтенә атаҡлы хөтбәһе менән сығыш яһай. Ошо хаж ваҡытында был ғибәҙәттең барлыҡ йолалары тамамланған рәүешкә һалына[1].

Миләди 632 йылдың 25 ғинуарында Мөхәммәт Пәйғәмбәр Мәҙинәнән хаж ҡылыр өсөн сәфәргә сыға. Үҙе менән ҡатындарын һәм ҡорбан салырға 100 дөйә ала. 3 февралдә ул Мәккәгә килеп етә. Мәккәлә уға Али ибн Әбү Талип килеп ҡушыла. Кесаҙна Мөхәммәт Пәйғәмбәр сәхәбәләре менән Ҡәғбәтулла тирәләй 7 тапҡыр тауаф ҡыла (әйләнеп сыға), Мина үҙәненә китә һәм унда ҡояш байығансы була. Минанан Мөхәммәт Пәйғәмбәр Ғәрәфәт тауына йүнәлә һәм унда эңергә тиклем була[2].

Ғәрәфәттәге Мөхәммәт Пәйғәмбәр вәғәз һөйләгән Рәхмәт тауы түбәһе — Жәбәл әр-Рәхмәләге иҫтәлекле таш

Ғәрәфә көнөндә Мина үҙәнендә Рәсүл үҙ ҡулы менән 36 дөйә сала, ә өйлә намаҙынан һуң Мөхәммәт Пәйғәмбәр халыҡ алдына дөйәһендә һыбай ултырған килеш сыға һәм данлыҡлы хөтбәһе менән мөрәжәғәт итә.

Аллаһ Рәсүле был телмәре менән Ислам ҡанундарын раҫлап, ширк һәм яһиллекте ташларға ҡуша, кеше ғүмеренең, намыҫының һәм милкенең ҡағылғыһыҙлығы хаҡында иҫкәртә. Яһилиәттең барлыҡ ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын оноторға бойора. Бурысы булғандарҙы риба түләүҙән азат итә. Ҡатын-ҡыҙға ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булырға әмер бирә, уларҙың хоҡуҡтарын һәм уларға ҡарата хоҡуҡтарҙы һанап үтә. Ир-аттың ҡатын-ҡыҙҙы аҫрарға — кейендерергә һәм туйындырырға тейешлеген әйтә. Шулай уҡ халыҡҡа Аллаһы тәғәләнең Китабына — Ҡөрьәнгә ныҡлы таянып йәшәргә ҡуша. Шул осраҡта юлдан тайпылмаясаҡтары хаҡында хәбәр итә. Аҙаҡ халыҡтан: «Әгәр ҙә минең хаҡта һораһалар, ни тип яуап бирерһегеҙ?» — тип һорай. «Беҙгә изге нәсихәттәр биреүеңде, үҙеңдең дә уларҙы үтәүеңде раҫлаясаҡбыҙ», — тип яуаплайҙар. Ошонан һуң Пәйғәмбәр һуҡ бармағын өҫкә күтәреп, өс тапҡыр: «Йә Аллаһ! Барыһын да раҫла!» — ти. Аҙаҡ янында торғандарға бында булмағандарға хәбәр итергә бойора.

Аллаһ Рәсүле бынан башҡа мәсьәләләргә лә ҡағыла, шунан яңы иңгән аятты хәбәр итә:

« « Бөгөн Мин һеҙҙең өсөн динегеҙҙе теүәлләнем һәм Үҙемдең ниғмәтемде тамамланым. Ислам динен һеҙгә дин итеп ҡәнәғәтләндем»[3] »

.

Тарихсылар Пәйғәмбәр тиҙҙән вафат буласағын һиҙгән тип фекер йөрөтәләр, әммә хаж ҡылғанда ул һау-сәләмәт булған[2]. Был хөтбәне шулай уҡ хаж әл-биләғ тип тә атайҙар, сөнки Аллаһ Рәсүле кешеләрҙән үҙе бурысын тулы үтәүе тураһында һорай (бәләғәт ҡыла)[4].

Хаж ғибәҙәттәрен ҡылыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡәғбәтулла тирәләй тауаф үткәс һәм әс-Сафа менән әл-Мәрүә араһында сәғи ҡылғас, Аллаһ Рәсүле Ҡәғбәтулланы кисүә менән ҡаплай. Өйҙә йәшәргә теләмәй, ул ҡаланың үр яғында сатырҙа урынлаша. Кесе йома көнө ул Ҡәғбәтулланы ете тапҡыр урап тауаф ҡыла һәм сәхәбәләре менән Мина үҙәненә йүнәлә, унда ҡояш батҡанса була. Бынан ул Ғәрәфәткә юл тота һәм унда ла ҡояш байығанса була. Шуға тиклем ҡорайыштар Ғәрәфәткә барыуҙы дәрәжә төшөрөү тип һанағандар, йәнәһе лә, даими Мәккәлә йәшәүселәр өсөн бының кәрәге юҡ. Пәйғәмбәрҙең Ғәрәфәттә тороуы һәммә ҡәбиләләрҙең йолаларын яҡынайта һәм мөшриктәрҙең мәжүси йолаларынан тулыһынса өҙә[2].

Хаж ғибәҙәттәрен ҡылып бөтөү менән Пәйғәмбәр с.ғ.с. Мәҙинәгә ҡайтып китә, Мәккәлә тотҡарланмай[2].

  • Большаков О. Г. Прощальное паломничество // История Халифата. — М., 1989. — Т. 1.
  • Али-заде, А. А. Вада (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
  • Г. Ситдиҡова. Йәннәт баҡсаһы — (хаж юлъяҙмалары) — Өфө: Уфимский полифграфкомбинат ДУП. 2014. — 232 бит (баш.)