Эстәлеккә күсергә

Витевский Владимир Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Владимир Николаевич Витевский
Тыуған көнө

22 июль 1845({{padleft:1845|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Тыуған урыны

Сембер губернаһы, Сенгилей өйәҙе, Подвалье ауылы

Вафат көнө

3 ғинуар 1906({{padleft:1906|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (60 йәш)

Вафат урыны

Ҡазан губернаһы, Ҡазан ҡалаһы

Ғилми даирәһе

Рәсәй тарихы

Альма-матер

Ҡазан Император университеты

Витевский Владимир Николаевич (22 июль 1845 йыл3 ғинуар 1906 йыл) — Рәсәй тарихсыһы, крайҙы өйрәнеүсе, педагог. Ырымбур губерна ғилми архив комиссияһының почётлы ағзаһы (1898), Уваров премияһы лауреаты.

Владимир Николаевич Витевский 1845 йылдың 22 июлендә Сембер губернаһы Сенгилей өйәҙе (хәҙерге Һамар өлкәһе) Подвалье ауылында священник ғаиләһендә тыуған.

Сембер дини училищеһын тамамлай, семинарияға уҡырға керә, әммә унан китә. Гимназия курстары өсөн имтихан бирә һәм 1866 йылда Ҡазан Император университетының тарихи-филологик факультетына уҡырға керә, уны 1870 йылда тамамлай.

1870—1874 йылдарҙа Уральск ҡалаһының ике уҡыу йортонда — Урал ғәскәри гимназияһында һәм 1-се разрядлы ҡыҙҙар училищеһында урыҫ теле, тарих һәм география фәндәренән уҡыта.

1874—1901 йылдарҙа Ҡазанда урыҫ-сит халыҡ уҡытыусылар семинарияһында һәм шулай уҡ 1897 йылға ҡәҙәр ҡыҙҙар мариин гимназияһында уҡытыусы булып эшләй.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

В. Н. Витевский тарафынан 100-ҙән ашыу мәҡәлә, очерктар һәм китаптар баҫтырылған. Фәнни хеҙмәттәренең бер өлөшө Башҡортостан тарихын өйрәнеүгә арналған.

«И. И. Неплюев һәм 1758 йылға тиклемге үҙенең элекке составындағы Ырымбур крайы» («И. И. Неплюев и Оренбургский край в прежнем его составе до 1758 года») тигән 5 томлы хеҙмәте бигерәк тә ҙур танылыу ала. Бында крайҙы урыҫтар тарафынан колониялаштырыу процессы киң күрһәтелгән; Ырымбур экспедицияһы тарихы, Ырымбур оборона линияһын төҙөү, 1735—1740 йылдарҙағы һәм 1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары тарихы һүрәтләнгән; крайҙың иҡтисади әүҙемлеге һәм уның этник-ҡатлам составы, сәнәғәт һәм сауҙа үҫеше тураһында мәғлүмәт бирелгән. Монографияла шулай уҡ И. И. Неплюев, И. К. Кирилов, В. Н. Татищев, В. А. Урусов, П. И. Рычков, А. И. Тәвкилев, Таймаҫ Шәһимов, Ҡараһаҡал һәм башҡаларҙың эшмәкәрлеге хаҡында мәғлүмәттәр бирелгән.

В. Н. Витевский буйынса Силәбе ҡалаһы 1736 йылда «Силәбе башҡорт ауылы урынында» төҙөлгән, уның буйынса «Силәбе — башҡорт һүҙе, урыҫ теленә тәржемә иткәндә „күнәк“ йәғни „бурак“ тип аңлатыла», ә «Силәбенең урынлашыу урыны ысынлап та күнәк рәүешендәге уйпатты хәтерләтә»[1].

  • Ырымбур губерна ғилми архив комиссияһы тарафынан В. Н. Витевский исемендәге премия булдырылған.
  1. ВИТЕВСКИЙ Владимир Николаевич в энциклопедии «Челябинск»
  • Боже В. С. В. Н. Витевский (1845—1906) как историк Исетской провинции // Тез. докл. регион. науч. конф. «Выдающиеся представители общественно-политической и духовной жизни Урала». — Ч., 1997.
  • Зобов Ю. С. Историки Южного Урала. Вторая половина XIX — начало XX в. Учебное пособие. — Оренбург, 1991.