Эстәлеккә күсергә

Георг Фридрих Гендель

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Георг Фридрих Гендель
Georg Friedrich Händel
Төп мәғлүмәт
Исеме

нем. Georg Friedrich Händel

Тыуған

23 февраль 1685({{padleft:1685|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Тыуған урыны

Һалле, Изге Рим империяһы

Үлгән

14 апрель 1759({{padleft:1759|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (74 йәш)

Үлгән урыны

Лондон, Бөйөк Британия Короллеге

Ил

Изге Рим империяһы Изге Рим империяһы
Бөйөк Британия Короллеге Бөйөк Британия Короллеге

Һөнәрҙәре

композитор, органсы, клавесинсы

Инструменттар

клавесин, орган, гобой

Автограф
Автограф
gfhandel.org
 Аудио, фото, видео Викимилектә
Викикатпхана логотибы Әҫәрҙәр в Викитеке

Геóрг Фри́дрих Ге́ндель (нем. Georg Friedrich Händel, ингл. George Frideric Handel; 23 февраль 1685 йыл, Галле — 14 апрель 1759 йыл, Лондон) — барокко эпохаһы немец композиторы, опералары, ораториялары һәм концерттары менән билдәле. Германияла Иоганн Себастьян Бах һәм Доменико Скарлатти менән бер йылда тыуған. Музыка буйынса белемде һәм тәжрибәне Италияла алған, шунан Лондонға күсенгән, артабан Британия гражданлығына күскән. Иң билдәле әҫәрҙәре иҫәбенә «Мессия», «Һыу өҫтөндә музыка» һәм « Король фейерверкы өсөн музыка» инә.

Ижадының тәүге йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Георг Гендель, композиторҙың атаһы

Генделдәрҙең ғаиләһе Саксонияға XVII быуат башында күсенгәнгә оҡшаған. Композиторҙың атаһы Валентин Һендель Бреслауҙа баҡырсы булған; Галлела ул баҡырсы оҫта Сэмюэль Бейчлингтың ҡыҙына өйләнгән[1]. Улы, Георг[en] Саксонияның Брандербург судында хеҙмәт иткән һарай цирюльнигы—хирург һәм Галленың хөрмәтле гражданы булған. Георгтың икенсе никахынан тәүге улы Георг Фридрих тыуғанда уға 63 тулған була[2].

Георг Фридрихтың әсәһе Доротея рухани ғаиләһендә үҫкән. Атаһы, ике туғаны тағун (чума) менән үлемесле ауырыу булғанда, ул ғаиләһенән бер ҡайҙа ла китмәй, яҡындары янында ҡалған [3]. Георг һәм Доротея 1683 йылда Бранденбург электоратында никахҡа ингән[1]. Генделдең ата-әсәһе бик диндар кешеләр булған һәм XVII быуат буржуазияһына хас тормош рәүеше алып барғандар[3].

Бала сағы һәм уҡыуы (1685—1702)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гендель 1685 йылдың 23 февралендә (5 мартында)  Галлела тыуа. Аатаһы Георг Фридрих өсөн юрист карьераһын билдәләй һәм уның музыкаға ынтылышына ҡаршы була, сөнки Германияла музыка едти һөнәр түгел тигән нығынған фекер буйынса тик күңел асыу өсөн генә тип иҫәпләй[4]. Әммә атаһының ҡаршылығы Георг Фридирихҡа тейешле тәьҫир итмәй: ул дүрт йәшендә үҙаллы клавесинда уйнарға өйрәнә[5]. Был музыка ҡоралы уның сарҙаҡта була, унда Георг Фридрих ғаилә ағзалары йоҡлаған саҡта ғына менә[6].

1692 йылда Георг Фридрих атаһы менән бергә Вайсенфельсҡа, үҙенең ике туған ағаһы Кристиан Георг эргәһенә китә[7]. Бында Саксен-Вейсенфельс герцогы Иоһанн Адольф I органда уйнаусы ете йәшлек Генделдың талантын баһалай, һәм атаһына баланың үҫешенә ҡамасау итмәҫкә кәңәш бирә[4][8].

Атаһы был кәңәшкә ҡолаҡ һала: 1694 йылда Гендель Галлела композитор һәм органсы Фридрих Вильгельм Цахауҙа шөғөлләнә башлай, уның етәкселеге аҫтында композицияны, генерал-басты өйрәнә, органда, клавесинда, скрипка һәм гобойҙа уйнарға өйрәнә[5]. Тап Цахауҙа уҡыған осоронда Гендель композитор һәм башҡарыусы булараҡ формалаша[9]. Цахау Генделды музыкаль идеяларҙы камил формаларҙа һынландырырға, төрлө стилдәргә өйрәтә, төрлө милләттәргә хас яҙыуҙырҙың төрлө алымдарын күпрһәтә[10]. Шулай уҡ Генделға Цахауҙың стиле йоғонто яһай; уҡытыусының йоғонтоһо композиторҙың ҡайһы бер әҫәрҙәрендә (мәҫәлән, «Мессиянан »«Аллилуя») һиҙелә[11].

Цахауҙа уҡыуын тамамлап, Гендель 1696 йылда, Берлинға килә, унда курфюрст һарайында беренсе тапҡыр клавесинсы һәм аккомпаниатор булараҡ сығыш яһай башлай. Ун бер йәшлек клавесинда уйнаусы ғғары даирәләрҙә уңыш менән файҙалана һәм Бранденбург курфюрсты Георг Фридрих үҙендә хеҙмәт итеүен теләй һәм малайҙың атаһына уны уҡыуын тамамлау өсөн Италияға ебәрергә тәҡдим итә, әммә Георг Гендель улын Италияға оҙатыуҙан баш тарта[12]. Гендель Галлеға ҡайта, әммә атаһын күреп өлгөрмәй: атаһы 1697 йылдың 11 февралендә вафат була.

1698—1700 йылдарҙа Георг Фридрих Галлела гимназияла уҡый. 1701 йылда реформат соборында органсыны алмаштыра. Был осорҙа ул композитор Георг Филипп Телеман менән таныша. Ике йәш композиторҙың оҡшашлығы күп була, һәм улар араһындағы дуҫлыҡ нығый[13].

1702 йылда Гендель Галле Университетының юридик факультетына уҡырға инә. Бында ул дини тәғлимәте һәм хоҡуҡ өйрәнә. Дини тәғлимәт факультеты пиетизм үҙәге була, әммә Гендель бик динле булһа ла, пиетист ҡараштарын уртаҡлашмай[14] Хоҡуҡты композитор профессор Христиан Томазия етәкселеге аҫтында өйрәнә, әммә прдемет уның ҡыҙыҡһыныуын тыуҙырмай. Уҡыу менән бер рәттән Гендель протестант гимназияһында теория һәм йыр дәрестәре бирә, соборҙа музыка етәксеһе һәм органсы була[5].

Гамбургопера театры 1726 йылда

1703 йылда йәш Гендель Гамбургҡа күсеп килә, ул мәлдә унда берҙән-бер немец опера театры була[5]. Бында төпләнеп, композитор Иоһанн Маттео һәм Райнхард Кайзер менән таныша. Һуңғыһы опера театрының оркестры менән етәкселек итә, Гендель шунда скрипкасы һәм клавесинсы сифатында эшкә инә[15]. Кайзер Гендель өсөн күп йәһәттән өлгө була: оркестр етәксеһе операла немец телен ҡулланыуға ҡаршы сығыш яһай һәм үҙенең әҫәрҙәрендә немец һүҙҙәрен итальян һүҙҙәре менән аралаштыра, гендель, тәүге опреаларын ижад итеп, шулай уҡ эш итә[15][16].

Гендель, күпмелер ваҡыт Маттезон менән бик яҡын мөнәсәбәттә була. 1703 йылдың йәйендә Гендель уның менән бергә билдәле композитор һәм органсы Дитрих Букстхудены тыңларға Любекҡа бара, ул ике йәш музыкантҡа органсы вазифаһында уны алмаштырырға тәҡдим итә, бының өсөн ҡыҙына өйләнергә кәрәк була[17]. Гендель һәм Маттезон был тәҡдимдән баш тарта.

1705 йылдың ул үҙенең беренсе «Альмира» һәм «Нейрон» операларын яҙа. Улар Гамбург театрында Райнхард Кайзер булышлығында ҡуйыла. «Альмира» премьераһы 8 ғинуарҙа, ә «Нейрон» 25 февралдә үтә[5]. Ике постановкала ла Иоһанн Маттезон икенсе пландағы ролдәрҙе башҡара[18]. Әммә театрҙың матди хәле насар була, немец милли операһын үҫтереү өсөн тәүшарттар булмай[5]. Генделдың ижадында итальян бароккоһына тартылыу күренә[19], һәм ул 1706 йылда 1703—1704 йылдарҙа Гамбургта булып киткән герцог Джан Гастоне Медичи саҡырыуы буйынса Италияға китә[20][комм. 1].

1708 йылда Гамбург театрында Кайзер етәкселеге аҫтында Генделдың 1706 йылда яҙылған ике операһы — «Флориндо» һәм «Дафна» дилогияһы ҡуйыла[5][15].

Гендель Италияға 1706 йылда испан мираҫы өсөн һуғыштың иң ҡыҙған мәлендә килә. Ул Венецияла була, шунан һуң Флоренцияға күсә. Бында музыкант герцог Джан Гастоне Медичи һәм уның ҡустыһы Фердинандо Медичила ҡунаҡта була (Тоскананың бөйөк принцы), ул музыка менән ҡыҙыҡһынған һәм клавирҙа уйнаған. Фердинандо Флоренциялағы күп опера постановкаларының бағыусыһы була, беренсе фортепиано уның ҡурсалауы аҫтында эшләнгән була[21]. Шулай ҙа Генделды итальяндар өсөн ят булған немец стиле өсөн бында ярайһы уҡ ҡоро ҡабул итәләр[22]. Флоренцияла Гендель бер нисә кантата яҙа(HWV 77, 81 б.).

1707 йылда Гендель Рим һәм Венецияға килә, унда Доменико Скарлатти менән таныша, уның менән клавир һәм органда уйнап ярыша[5]. Гендель апрелдән алып октябргә тиклем йәшәгән Римдә, опера папа тыйыуы тыйыу аҫтында була, һәм композитор кантата һәм ике оратория, шул иҫәптән «Ваҡыт Триумфы һәм Дөрөҫлөк» ораторияһы яҙыу менән сикләнә. Гендель итальян операһының стилистикаһын тиҙ арала үҙләштерә[23] һәм Римдән Флоренция ҡайтып, «Родриго» операһының беренсе постановкаһы менән шөғөлләнә (премьераһы ноябрҙә була), ул итальян тамашасылары араһында ҙур уңыш ҡаҙана[24]. 1708 йылда Гендель «Йәкшәмбе» ораторияһын яҙа. Шул уҡ йылда ул ҡабат Римда була, унда Алессандро Скарлатти, Арканджело Корелли, Марчелло Бенедетти һәм Бернардо Паскуини менән таныша[5]. Юғары даирәләрҙә популярлыҡ яулай һәм беренсе класлы композитор даны менән файҙалана. Йыш ҡына концерттарға бара һәм Аркадиан академияһына осрашыуҙарға килә, унда Скарлатти, Корелли һәм башҡа бик күптәр сығыш яһай[25]. Был йылда ул «Ацис, Полифема һәм Галатея» пастораль серенадаһын яҙа. Июнь айында Гендель Неаполгә китә, унда шулай уҡ уны бик йылы ҡабул итәләр.

Композиторҙың икенсе итальян операһы, — «Агриппина», 1709 йылда Венецияла ҡуйыла. «Агриппина» ҙур уңыш яулай[23] һәм Генделдың иң яҡшы итальян операһы тип иҫәпләнә[26].

Ганновер һәм Лондон (1710—1712)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Гендель 1710 йылдарҙа

1710 йылда Гендель ниндәйҙер барон Килмансек кәңәше буйынса Ганноверға килә, уны ул Италияла осратҡан ине[27]. Бында Георгты уның ижадын яратҡан композитор Агостино Стеффани ҡаршы ала[28]. Стеффани уға закон буйынса 1701 йылда Бөйөк Британияның короле буласаҡ курфюрст Георг I Ганновер һарайында капельмейстер булырға ярҙам итә. Ганноверҙа капельмейстер булып эшләгән ваҡытында Гендель Галлелағы олоғайған һуҡыр әсәһенә килә[29]. Гендель Лондонға барырға рөхсәт һорай һәм уны алып, 1710 йылдың көҙөндә Бөйөк Британияның баш ҡалаһы аша Дюссельдорф һәм Голландияға юллана.

Инглиз музыкаһы ҡаҡшаған була, бында дворян даирәләрендә популяр булған опера жанры ла үҫешмәгән була, ә Лондонда композиторҙарҙың береһе лә ҡалмай[30][комм. 2]. Бында ҡыш килеп, Гендель королева Аннаның илтифатына лайыҡ була[31].

Ғали йәнәптәре театры XVIII быуатта

Лондонда популярлыҡ яулап, Гендель яңы опера ижад итергә тотона. Уның буласаҡ әҫәре өсөн Англияла йәшәүсе итальян яҙыусыһы Хеймаркеттағы Ғали йәнәптәре Театры директоры Джакомо Росси Аарон Хилл сценарийы буйынса либретто яҙа[32]. Композиторҙың инглиз сәхнәһендә беренсе итальян операһы «Ринальдо» 1711 йылдың 24 февралендә Ғали йәнәптәре театрында ҡуйыла һәм ҙур уңыш ҡаҙана, был Генделға беренсе класлы композитор данын килтерә, тик итальян опера дошмандары Ричард Стиль һәм Джозеф Аддисондың кире фекеренә лайыҡ була[32]. 1711 йылдың июнь айында Гендель Ганноверға ҡайта, әммә ҡабаттан Лондонға яңынан ҡайтырға ниәтләй.

Ганноверҙа композитор тиҫтәгә яҡын камера дуэты, гобой өсөн концерт, флейта һәм бас өсөн соната яҙа. Принцесса Каролина (Бөйөк Британияның буласаҡ королеваһы) дуҫлығы башлана. Әммә Ганноверҙа опера театры булмай, был Генделға «Ринальдо» операһын ҡуйыуға ҡамасаулай. 1712 йылдың көҙөндә Гендель күпмелер ваҡыт Лондонда үткәрергә рөхсәт алып икенсе тапҡыр Лондонға бара[33].


Бөйөк Британия (1712—1759)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лондонға килеп, Гендель шунда уҡ үҙенең яңы «Тоғро көтөүсе» операһы постановкаһы менән шөғөлләнә. Ул 1712 йылдың 22 ноябрендә Хеймаркетта ҡуйыла. Либреттоны Баттиста Гуарини трагикомедияһы нигеҙендә Джакомо России яҙа («Ринальдо» либреттоһының авторы)[32]. Опера барлығы алты тапҡыр ҡуйыла, ул һәм «Тезей» операһы ла (1713 йылдың 11 ғинуарҙағы операһы) «Ринальдо». операһы кеүек үк уңышҡа эйә булмай[26].

Гендель Англияла үҙенең позицияларын нығытырға теләй, һәм инглиз ихатаһына лояллеген күрһәтер өсөн, 1713 йылдың ғинуарында испан мираҫы өсөн һуғышҡа нөктә ҡуйған утрехт тыныслыҡ килешеүенә арнап Утрехтский Te Deum яҙа. Te Deum милли тантана ваҡытында башҡарылырға тейеш була, әммә инглиз закондары сит ил кешеһенә рәсми тантаналар өсөн музыка яҙыуҙы тыя. Шул саҡта Гендель королева Аннаның тыуған көнө хөрмәтенәҡотлау одаһын яҙа, ул Сент-джеймсс һарайында 6 февралдә башҡарыла, һәм Ғали йәнәптәренә бик оҡшай. Анна уға ғүмерлек 200 фунт пенсия тәғәйенләй[26]. 7 июлдә Изге Павел соборында Утрехтский Te Deum башҡарыла[32].

Гендель Суррей графлығында бай меценат һәм музыка яратыусы Барн Элмс йортонда бер йыл үткәрә. Һуңынан ике йыл буйы граф Берлингтонда (Лондон янында) ике йылға яҡын йәшәй, уның өсөн «Амадис» операһын яҙа (1715 йылдың 25 майында премьераһы була). Королева ғаиләнең Ганновер тармағы менән, шул иҫәптән Генделдың патроны менән насар мөнәсәбәттә була, ә Гендель шул уҡ ваҡытта инглиз һарайында композитор исеменә эйә була, һәм үҙенең вәғәҙәһенә ҡарамаҫтан, Ганноверға ҡайтыу тураһында уйламай[34].

Гендель һәм Георг I Темзала[комм. 3]

1714 йылдың 1 авгусында королева Анна вафат була, уның урынын тәхетте Лондонға килеп, Георг I Ганноверский биләй. Гендель ҡыйын хәлдә ҡала, сөнки уға ҡайтырға вәғәҙә иткән патроны бында була. Композиторға яңынан королдең мәрхәмәтен яуларға кәрәк була. Әммә Георг миһырбанлы кеше була һәм музыканы ярата, Генделдың яңы «Амадис» операһын ишетеп, ул уны үҙенең һарайына ала[35][комм. 4].

1716 йылдың Гендель король ярандары менән бергә Ганноверға килә. Был мәлдә Германияла Теләктәр жанры популяр була. Гендель был жанрҙа Бартольд Генрих либреттоһы буйынса әҫәр яҙырға ҡарар итә. «Der für die Sünde der Welt gemarterte und sterbende Jesus» нигеҙендә унлаған композитор пассион яҙа[37]. Яңы «Брокс дәрте» пассионы был жанрҙың композитор өсөн ят булыуын күрһәтә[38].

Генделдың Кэннонста йәшәгән осорондағы портреты

1717 йылдың йәйенән 1719 йылдың яҙына тиклем Гендель герцог Чендосский саҡырыуы буйынса Лондондан туғыҙ миль алыҫлыҡта ятҡан Кэннонстағы (ингл.  Cannons) замокта йәшәй, унда антемдар, (146-156 HWV), «Эстер» ораторияһын һәм «Ацис һәм Галатея» кантатаһын ижад итә (беренсе постановкаһы 1720 йылдың 20 августа Кэннонста ҡуйыла)[39]., герцог Чендосский Генделға мең фунт түләй[40]. 1718 йылда композитор герцог йортонда оркестр менән етәкселек итә[5].

1720 йылдан 1728 йылға тиклем Король музыка академияһының директор вазифаһын биләй. Вазифа алып, үҙенең труппаһына йырсылар туплау өсөн Германияға юллана, Ганновер, Галле, Дрезден һәм Дюссельдорфта була. Был ваҡыттан композиторҙың опера өлкәһендә әүҙем эшмәкәрлеге башлана. 1720 йылдың 27 апрелендә Хеймаркетта композиторҙың королгә арналған яңы «Радамист» операһы ҡуйыла, ул ҙур уңышҡа эйә була. Әммә йыл аҙағында Лондонға итальян композиторы Джованни Бонончини килә һәм Генделдың «Радамист» операһынан өҫтөн булған «Астарта» операһын ҡуя[41]. Гендель операларын итальян стилендә яҙғанға күрә, уның менән Бонончини араһында көнәркәшлек башлана. Итальян композиторын Генделға дошман булған һәм королгә ҡарата оппозицияла булған күп кенә аристократтар яҡлай[42][комм. 5]. Генделдың «Юлий Цезарь» операһынан башҡа опералары уңышһыҙ була. Опера йәлеп ителгән. Гендель «Алессандро» операһында (премьера — 1721 йылдың 5 майында), үҙ-ара дошманлашҡан итальян йырсылары Фаустина Бордони һәм Франческа Куццонины файҙалана.

1726 йылдың 13 февралендә композитор Британия гражданлығына күсә. 1727 йылдың июнь айында король Георг I вафат була, уның урынына тәхетте Георг II, принц Уэльский биләй, Георг II-нең таж кейеү тантанаһы осрағы буйынса Георг Гендель «Садок-Рухани» антемын яҙа (ингл.  The Priest Zadok).

1728 йылда Джон Гейҙың һәм Иоһанн Пепуштың аристократ итальян операһына, шул иҫәптән Гендель ижадына сатираға ҡоролған «Ярлылар операһы» премьераһы ҡуйыла[42]. Бындай опера Академия өсөн ауыр була, һәм ойошма ауыр хәлдә ҡала. Гендель Джон Джеймс Хейдеггер йөҙөндә яҡлау таба һәм яңы башҡарыусылар эҙләп Италияға юллана, сөнки, элеккеләре ойошма юҡҡа сығыу менән Англиянан китә[42]. Италияла булып, Гендель итальян опералары стилен яңыртыу өсөн Леонардо да Винчи опера мәктәбенә бара, бында операла башҡарыуҙа драматик характер өсөн сығыш яһайҙар һәм операла концерт стиле өсөн ҡаршы сығалар[43]. Был стилдәге үҙгәрештәрҙе композиторҙың һуңғы операларында («Лотарь» (1729 йылдың 2 декабре), «Партенопа» (1730 йылдың 24 феврале) һиҙергә мөмкин. Иң уңышлы операһы Никола Хайм либреттоһына яҙылған «Орландо» (1733 йылдың 27 ғинуары), ул уны ғүмеренең һуңғы айында ижад итә[44]. Италия буйлап сәйәхәт ваҡытында Гендель әсәһенең һаулығының насарайыуы тураһында белә һәм кисекмәҫтән Галлеға ҡайта, унда әсәһе эргәһендә ике аҙна була[42].

Гендель шулай уҡ ике ораторий («Девора» һәм «Гофолий») ижад итә, улар ҙа уңыш килтермәй, шунан һуң итальян операһына ҡабат мөрәжәғәт итә. Был ваҡытта атаһы менән бәхәсләшкән принц Уэльский «Дворянлыҡ операһын» ойоштора һәм Генделға ҡаршы итальян композиторы Никола Порпорҙы ҡоторта, уның менән Генделдың көнәркәшлеге башлана. Порпороға шулай уҡ Иоһанн Хассе ҡушыла, әммә улар көнәркәшлекте күтәрә алмай[45]. Генделдың эштәре алға бармай, ул труппаһына яңы итальян йырсыларын йыйып ала[42]. Ул Джон Рич менән Ковент-Гарденда постановкалар тураһында килешә, унда миҙгел башланыу менән француз балеринаһы Салле өсөн махсус яҙылған яңы француз «Терпсихора» опера-балетын, шулай уҡ ике яңы «Ариодант» (1735 йылдың 8 ғинуары) һәм «Альчина» (16 апрель) операһын ҡуя; бында ул шулай уҡ уның иҫке әҫәрҙәре ҡуйыла. 1720—1730 йылдарҙа Гендель күп опера яҙа, ә 1740 йылдан башлап уның ижадында төп урынды ораториялар яҙа (уларҙың араһында иң билдәлеһе — «Мессия» — Дублинда ҡуйыла).

1740 йыл аҙағында Генделдың күреү һәләте насарая. 1752 йылдың 3 майында уға алдаҡсы табип уңышһыҙ операция яһай (Быға тиклем шул уҡ катаракта менән яфаланған Бахҡа операция яһаусы). Генделдың ауырыуы көсәйә. 1753 йылда ул тулыһынса һуҡырая. Үлерҙән бер нисә көн алда, Гендель 1759 йылдың 6 апрелендә, «Мессия» ораторияһы менән дирижерлыҡ итә. Башҡарыу ваҡытында һәм күпмелер ваҡыт үткәс, Пасха алдынан, 1759 йылдың 14 апрелендә ул вафат була. Вестминстер аббатлығында ерләнә.

Үҙ ғүмерендә Гендель яҡынса 40 опера («Юлий Цезарь», «Ринальдо» һ. б.), 32 оратория, күп сиркәү хоралдары, орган концерттары, камера вокаль һәм инструменталь музыка, шулай уҡ ҡайһы бер «популяр» характерлы әҫәрҙәр («Һыу өҫтөндә музыка», «Король фейерверкы өсөн музыка», due cori a Concerti) яҙа.

Баҫмалары һәм ойошмалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1856 йылда Лейпцигта Фридрих Кризандер һәм Георг Готфрид Гервинус инициативаһы менән Гендель йәмғиәте (ингл.  Händel-Gesellschaft) ойошторола[5]. 1858 йылдан алып 1903 йылға тиклем йәмғиәт Генделдың әҫәрҙәрен баҫтырып сығара (Хертель һәм Брейткопф нәшриәте). Башта Гризандер композиторҙың әҫәрҙәрен өйөндә үҙ аллы сығара, ә аҡса етмәй башлаһа, баҡсаһында үҫтергән йәшелсә һәм емеш-еләген һата[46] 45 йыл эсендә Гендель йәмғиәте композиторҙың йөҙҙән ашыу томлыҡ әҫәрен баҫтырып сығара. Был тулы булмаған баҫма.

18821939 йылдарҙа Лондонда икенсе Гендель йәмғиәте була, уның маҡсаты булып Генделдың аҙ билдәле булған, нигеҙҙә хор әҫәрҙәрен башҡарыу тора[5].

1955 йылдан булған Генделдың Галле нәшриәте йәмғиәте (ингл.  Hallische Händel-Ausgabe), ижадының тәнҡитле баһаһына төп акцент яһап, әҫәрҙәренең тулы йыйынтығын сығара: бөтә томдарының инешендә әйтелеүенсә, баҫма фәнни һәм ғәмәли ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү өсөн тәғәйенләнгән[47].

Генделдың иң билдәле әҫәрҙәре каталогы (Händel-Werke-Verzeichnis, ҡыҫҡаса HWV) немец белгесе Бернд Базельт тарафынан 1978—1986 йылдарҙа өс томда баҫылып сыға. Документтарға таянып, Базельт Генделдың бөтә авторлыҡ әҫәрҙәрен, шулай уҡ авторлығы шикле булғандарын да һүрәтләй[46].

Фильмдарҙа персонажы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1942 — «Великий г-н Гендель» (ингл. The Great Mr. Handel; режиссёр Норман Уолкер (ингл. Norman Walker); G.H.W. Productions Ltd., Independent Producers); в главной роли Уилфрид Лоусон (ингл. Wilfrid Lawson)
  2. 1985 — God Rot Tunbridge Wells![en], в роли юного Генделя — Крис Брэмвелл (ингл. Christopher Bramwell), Гендель в среднем возрасте — Дэйв Гриффитс (Dave Griffiths и Тревор Ховард (Trevor Howard)
  3. 1985 — «Честь, выгода и удовольствие» (Honour, Profit & Pleasure; режиссёр Анна Амброуз, Anna Ambrose; Spectre Films), в роли Генделя — Саймон Кэллоу
  4. 1991 — «Ужин в четыре руки» (кат. Sopar a quatre mans; TV3[ca]), в роли Генделя — Хоаким Кардона (кат. Joaquim Cardona i Solsona)
  5. 1992 — «Возможная встреча»; режиссёры — Вячеслав Долгачёв и Сергей Сатыренко, в роли Генделя — Олег Ефремов
  6. 1994 — «Фаринелли», в роли Генделя Йерун Краббе
  7. 1996 — «Последний шанс Генделя» (ингл. Handel’s Last Chance), в главной роли Леон Паунолл (ингл. Leon Pownall)
  8. 1999 — «Ужин в четыре руки», в роли Генделя — Михаил Козаков
  9. 2009 — «Гендель» (нем. Händel — Der Film; реж. Ральф Плегер; NDR, Seelmannfilm; телевизионный), в заглавной роли — Маттиас Вибальк (нем. Matthias Wiebalck)
  1. 1,0 1,1 Halle — A Cradle of a European Composer (ингл.). Дата обращения: 2012-3-25. Архивировано 30 май 2012 года. 2012 йыл 29 март архивланған.
  2. Georg Händel (1622-97): the barber-surgeon father of George Frideric Handel (1685-1759). (ингл.). British Society for the History of Medicine, Cambridge. Дата обращения: 2012-3-11.
  3. 3,0 3,1 Rolland, 1916, p. 2
  4. 4,0 4,1 Rolland, 1916, p. 4
  5. 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 5,10 5,11 5,12 В. Д. Конен. Гендель Г. Ф. // Музыкальная энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия (гл. ред. Ю. В. Келдыш), 1973. — Т. 1. — С. 951—957. — 1070 с.
  6. Mainwaring, 1760, p. 5
  7. Chrysander, Friedrich. G. F. Händel // Kindheit (нем.). Дата обращения: 2012-3-11. Архивировано 30 май 2012 года.
  8. On the traces of Bach, Händel and Krieger (ингл.). Дата обращения: 2012-3-12. Архивировано 30 май 2012 года. 2012 йыл 2 март архивланған.
  9. Г. В. Крауклис. Гендель Георг Фридрих. Большая советская энциклопедия. Дата обращения: 2012-3-11. Архивировано 30 май 2012 года.
  10. Rolland, 1916, p. 6
  11. Rolland, 1916, p. 9
  12. Rolland, 1916, p. 12
  13. Mrs. Bray, 1857, pp. 11—12
  14. Rolland, 1916, p. 14
  15. 15,0 15,1 15,2 The rough guide to opera, 2002, p. 55
  16. Rolland, 1916, p. 22
  17. Rolland, 1916, p. 29
  18. Harris, 2004, p. 38
  19. The rough guide to opera, 2002, pp. 55—56
  20. Harris, 2004, pp. 37—38
  21. Harris, 2004, p. 37
  22. Rolland, 1916, p. 39
  23. 23,0 23,1 Ю. Евдокимова, Г. Маркези, Е. Цодоков. Георг Фридрих Гендель (George Frideric Handel). Дата обращения: 2012-3-17. Архивировано 30 май 2012 года.
  24. Rodrigo (ингл.). handelhouse.org. Дата обращения: 17 март 2012. Архивировано 30 май 2012 года.
  25. Rolland, 1916, p. 44—45
  26. 26,0 26,1 26,2 The rough guide to opera, 2002, p. 56
  27. Mainwaring, 1760, p. 71
  28. Mainwaring, 1760, p. 69
  29. Mainwaring, 1760, p. 73
  30. Rolland, 1916, p. 63
  31. Mainwaring, 1760, p. 78
  32. 32,0 32,1 32,2 32,3 Interlude in Hanover (ингл.). Дата обращения: 2012-3-22. Архивировано 30 май 2012 года. 2012 йыл 15 март архивланған.
  33. Mainwaring, 1760, pp. 85—86
  34. Rolland, 1916, p. 67
  35. Rolland, 1916, p. 69
  36. Mainwaring, 1760
  37. Brockes Contributions to the Musical Scene in Hamburg (ингл.). Дата обращения: 2012-4-4. Архивировано 30 май 2012 года.
  38. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Burrows3 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  39. Handel in London (ингл.). Дата обращения: 2012-4-7. Архивировано 30 май 2012 года. 2012 йыл 29 март архивланған.
  40. Chrysander, Friedrich. Musikdirektor zu Cannons (нем.). Дата обращения: 2012-4-7. Архивировано 30 май 2012 года.
  41. Rolland, 1916, p. 78
  42. 42,0 42,1 42,2 42,3 42,4 Composer of Italian Operas (ингл.). Дата обращения: 14 апрель 2012. Архивировано 30 май 2012 года. 2012 йыл 29 март архивланған.
  43. Rolland, 1916, p. 84
  44. Dean, 2006, p. 239
  45. Rolland, 1916, p. 88
  46. 46,0 46,1 Handel Editions/Catalogs (ингл.). Дата обращения: 2012-4-7. Архивировано 30 май 2012 года. 2007 йыл 10 март архивланған.
  47. The Handel Halle Edition (ингл.). Дата обращения: 2012-4-7. Архивировано 30 май 2012 года.



Ҡалып:Оперы Генделя
Өҙөмтә хатаһы: "комм." төркөмөнөң ғәмәлдәге <ref> тамғалары өсөн кәрәкле <references group="комм."/> тамғаһы табылманы