Эстәлеккә күсергә

Гертруда Элайон

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гертруда Элайон
ингл. Gertrude Belle Elion
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Gertrude Elion
Тыуған көнө 23 ғинуар 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1][2][3][…]
Тыуған урыны Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары
Вафат булған көнө 21 февраль 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[1][2][3][…] (81 йәш)
Вафат булған урыны Чапел-Хилл[d], Ориндж[d], Төньяҡ Каролина, Америка Ҡушма Штаттары
Туған тел американский вариант английского языка[d]
Һөнәр төрө биолог, химик, биохимик, фармаколог, аптекарь, профессор, тикшеренеүсе
Эшмәкәрлек төрө Фармакология һәм биохимия
Эш урыны Университет Дьюка[d]
Уҡыу йорто Хантерский колледж[d][4]
Нью-Йоркский университет[d][4]
Политехнический институт Нью-Йоркского университета[d]
Walton High School[d]
Jamaica High School[d]
Ғилми етәксе Джордж Хитчингс[d]
Ойошма ағзаһы АҠШ фәндәр милли академияһы[d][5], Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d], Национальная медицинская академия США[d], Американская ассоциация содействия развитию науки[d][6] һәм Лондон король йәмғиәте[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт nobelprize.org/prizes/me…
Тасуирлау биттәре nasonline.org/publicatio…
Вики-проект Проект:Персоналии[d], Проект:Химия[d], WikiProject Women's History[d], WikiProject Women scientists[d], Проект:Физиология[d], WikiProject New York City[d], WikiProject New York[d] һәм WikiProject Hudson Valley[d]
 Гертруда Элайон Викимилектә

Гертруда Белл Элайон (ингл. Gertrude Belle Elion; 23 ғинуар 1918 йыл, Нью-Йорк, АҠШ — 21 февраль 1999 йыл, Чапел-Хилл, Төньяҡ Каролина, АҠШ) — Америка биохимигы һәм фармакологы. 1988 йылда Элайон «Дарыу терапияһының мөһим принциптарын асҡан өсөн» Джеймс Блэк һәм оҙаҡ йылдар етәксеһе булған Джордж Хитчингс менән бергә физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһы ала. АҠШ-тың Милли фәндәр академияһы (1990) һәм Милли медицина академияһы ағзаһы (1991), Лондон Король йәмғиәтенең сит ил ағзаһы (1995). АҠШ-тың Милли фәнни миҙалына лайыҡ булаған (1991).

Иммигрант йәһүд ғаиләһендә (атаһы 12 йәшлек сағында — Литванан, әсәһе 14 йәшендә Рәсәйҙән киткән) тыуа. 1937 йылда Хантер колледжында бакалавриат тамамлай һәм 1941 йылда Нью-Йорк университетында химия специальносы буйынса уҡып сыға. Шунан лаборант һәм уҡытыусы булып эшләй, Бороу-Веллкам (хәҙер GlaxoSmithKline) фармацевтик компанияһында Джордж Хитчингстың ассистенты була. Ҡатын-ҡыҙ булғанға Элайон аспирантураға инә алмай һәм бер ҡасан да формаль рәүештә философия докторлығы дәрәжәһенә диссертация яҡламай[7], әммә һуңынан Джордж Вашингтон университетынан, Нью-Йорк университетының Политехник институтынан (1989) һәм Гарвард университетынан (1998) почётлы доктор дәрәжәһен ала.

Элайон тапҡан дарыу препараттары араһында меркаптопурин (лейкемияға ҡаршы препарат), азатиоприн иммуносупрессоры, аллопуринол (подагранан), малярияға ҡаршы пириметамин препараты, триметоприм, ацикловир (вирусҡа ҡаршы препарат, герпесты дауалау өсөн ҡулланыла) бар.

Америка сәнғәт һәм фән академияһы (1991) һәм Америка фән үҫешенә булышлыҡ итеү ассоциацияһы ағзаһы. "Ғалимдарҙың кешелекте иҫкәртеүе"нә ҡул ҡуя (1992).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Garvan-Olin Medal (1968)
  • Физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһы (1988)
  • АҠШ-тың Милли фәнни миҙалы (1991)
  • АҠШ Уйлап табыусыларҙың милли дан залы (1991)
  • Лемельсон премияһы (1997)
  1. 1,0 1,1 Gertrude B. Elion (ингл.) — 2010.
  2. 2,0 2,1 Gertrude B. Elion // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  3. 3,0 3,1 Gertrude Belle Elion // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  4. 4,0 4,1 Ogilvie M. B. The Biographical Dictionary of Women in Science (ингл.): Pioneering Lives From Ancient Times to the Mid-20th CenturyRoutledge, 2003. — Vol. 1. — P. 415. — 798 p. — ISBN 978-1-135-96342-2
  5. http://www.nasonline.org/member-directory/deceased-members/1653.html
  6. Notable Names Database (ингл.) — 2002.
  7. Stille Darlene R. Extraordinary Women Scientists (p.65). — Childrens Press.