Дружковка
Дружковка | |
укр. Дружківка | |
Байраҡ[d] | Герб[d] |
Нигеҙләү датаһы | 1781 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Дружківка |
Дәүләт | Украина |
Административ үҙәге | Дружковский городской совет[d] һәм Дружковская городская община[d] |
Административ-территориаль берәмек | Дружковская городская община[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d] |
Халыҡ һаны | 59 400 кеше (1 ғинуар 2015)[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 101 метр |
Майҙан | 46,53 км² |
Почта индексы | 84200–84290 |
Рәсми сайт | dru.city |
Дружковка Викимилектә |
Дружко́вка (укр. Дружківка) — Украинаның Донецк өлкәһендәге өлкә әһәмиәтендәге ҡала. Краматорский агломерацияһына инә.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала Кривой Торец һәм Казённый Торец (Северской Донец йылғаһы бассейны) йылғалары ҡушылған ерҙә урынлашҡан, Донецк ҡалаһына тиклем ара — 80 км. Тимер юл станцияһы. Донецк ҡалаһынан Дружковкаға тиклем ара — яҡынса 66 км (автомобиль юлынан — 75 км, тимер юлдан — 72 км). Киевҡа тиклем ара — яҡынса 543 км (автомобиль юлынан — 739 км, тимер юл буйлап — 656 км).
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Геоморфологик яҡтан ҡарағанда, Дружковка территорияһы диңгеҙ юр һәм аҡбур ултырмалары менән ҡапланған боронғо триас тигеҙлектән ғибәрәт. Төрлө геология периодтарында күтәрелгәндә, өсөнсөл (третичный) тигеҙлек көсөргәнешле йыуылыуға дусар ителгән бейеккә күтәрелгән яйлаға әйләнгән. Шундай йыуылыу һөҙөмтәһендә Донбасста: яллы тигеҙлек рельефы һәм Дружковкаға хас эрозия арҡаһында бүлгеләнгән оҙон үҙәнле (йырынлы) — ике төп рельеф барлыҡҡа килгән.
Дружковкала йәй эҫе булһа, ҡыш уртаса һалҡын, йыл миҙгелдәре талғын алмашына, дымлылыҡ етерлек кимәлдә түгел, йүнәлештәр һәм ел тиҙлеге үҙгәреүсән.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ултыраҡ XVIII быуатта барлыҡҡа килгән, ә 1781 йылда ул беренсе тапҡыр телгә алынған[2].
1870 йылда Курск-Харьков-Азов дружковка тимер юлы һалынғанда, Паршаковка биҫтәһенән 6 км төньяҡҡараҡ Дружковка станцияһы төҙөлә, шунда уҡ эшселәр ҡасабаһы (слобода артабан уның составына инә) барлыҡҡа килә[2].
XX быуат башына Екатеринослав губернаһы Бахмутский өйәҙенең Дружковка ауылында эшләгән суйын һәм ҡорос ҡойоу заводтары (төп продукция төрө — рельстар, француздар тарафынан төҙөлгән), ҡорос ҡойоу һәм механик (тимер юлдары өсөн ҡорамалдар: вагондар, рессорҙар, пружиналар, Бельгия белгестәре төҙөгән), шулай уҡ шәкәр заводы (1873 йылда) төҙөлә. Был ваҡытта ҡасабала 6 меңгә яҡын кеше йәшәгән. 1893 йылда француздар ойошторған Донецк тимер етештереү һәм ҡорос ҡойоу йәмғиәте Торецк металлургия заводын төҙөй башлай. 1896 йылда Куприн хәбәрсе таныҡлығы менән бөтә Донецк бассейнын урап сыға. Май айында ул, урындағы рельс эшләү заводы һәм унда хеҙмәт иткән эшселәрҙең эш шарттары менән танышып, бер нисә көнөн Екатеринослав губернаһына ҡараған Дружковка ҡасабаһында үткәрә[3] Уның Рельс прокатлау заводы" очергы «Киевлянин» гәзитенең 1896 йылғы 30 май һанында баҫыла, шулай уҡ Дружковкала хеҙмәт итеүе һәм хәтерендә ҡалған тәьҫораттары уның Молох" классик повесында сағылыш таба.
1913 йылға Дружковкалағы халыҡ һаны 13,5 меңгә етә. XX быуат башында бында Орёл һәм Курск губерналарынан крәҫтиәндәр күп күсенеп килә. Халыҡты ике дауахана, дүрт башланғыс мәктәп хеҙмәтләндерә. Яковлевский ҡасабаһында ике сиркәү, костёл була. 1917 йылғы Февраль революцияһынан һуң ҡасаба ҡала статусын ала. Ҡала думаһы гласныйҙары һаны 32 кеше итеп билдәләнә.
Тәүге бишйыллыҡтар йылдарында СССР-ҙағы иң ҙур метиз заводы (1929 йыл), электр станцияһы, металлургия заводының яңы цехтары төҙөлә.
1938 йылдың 27 октябрендә Дружковка ҡасабаһы ҡала статусын ала[2]. Унда 1939 йылда 32 мең кеше йәшәй, 1913 йыл менән сағыштырғанда, торлаҡ фонды өс тапҡырға арта. Дауахана һәм 4 фельдшер пункты, 8 дөйөм белем биреү мәктәбе, эшсе факультеты, машиналар төҙөү техникумының киске бүлеге, кинотеатр, ике клуб, стадион эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышы барышында 1941 йылдың 26 октябрендә Дружковка немец ғәскәре тарафынан оккупациялана. Оккупация осоронда бында «Ленин осҡоно» тип аталған йәшерен комсомол ойошмаһы эшләй[4]. Ике йылға һуҙылған нацистар оккупацияһы осоронда бында 1130 кеше һәләк була һәм 1214 кеше Германияға оҙатыла.
1943 йылдың 6 февралендә Ворошиловград операцияһы барышында Көньяҡ-Көнбайыш фронты[5]совет ғәскәрҙәре ҡаланы гитлер герман ғәскәрҙәренән азат итә.
- Составында: 3-сө танк корпусының (танк ғәскәрҙәре генерал-майоры Синенко Максим Денисович) 103-сө танк бригадаһы (полковник Максимов Георгий Максимович) булған оператив төркөм.
1943 йылдың 9 февралендә тағы ла оккупацияла ҡалған.[5]
1943 йылдың 6 сентябрендә Донбасс операцияһы барышында Көньяҡ-Көнбайыш фронты совет ғәскәрҙәре гитлер герман ғәскәрҙәренән азат иткән:[5]
- 3-сө гвардия армияһы: составында 32-се уҡсылар корпусының (генерал-майор Жеребин Дмитрий Сергеевич) 279-сы уҡсылар дивизияһы (генерал-майор Потапенко Владимир Степанович); 1-се гвардия мехкорпусының (генерал-лейтенант Руссиянов Иван Никитич) 1-се гвардия мехбригадаһы (полковник Червяков Фёдор Васильевич)[6]
Дружковка 1943 йылдың 6 сентябрендә полковник Ф. В. Червяков командалығындағы 279-сы уҡсылар дивизияһы частары тарафынан яңынан азат ителә.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң төҙөлөш материалдары комбинаты (1954 йыл), газ аппаратураһы заводы (1958 йыл), фарфор заводы (1971 йыл), руда идаралығы (1958 йыл), Кривой Торец йылғаһы аша автомобиль юлы күпере төҙөлә.
1981 йылда Ленин урамында (хәҙер Собор урамы), башҡарма комитет янында ҡаланың 200 йыллығы айҡанлы иҫтәлекле билдә ҡуйыла.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2017 йылдың 1 июненә Дружковка халҡы — 67 772 кеше[7] тәшкил итә.
Йыл | Халыҡ һаны[8] |
---|---|
1885 | 941 |
1897[9] | 1179 |
1908 | 1646 |
1923[10] | 3432 |
1927[11] | 5747 |
1939[12] | 31781 |
1956 | 39300 |
1959[13] | 43124 |
1964 | 50000 |
1970[14] | 53338 |
1979[15] | 64310 |
1987 | 70000 |
1989[16] | 73723 |
1992 | 74200 |
1994 | 73700 |
1998 | 69600 |
2002[17] | 64557 |
2003 | 64036 |
2004 | 63481 |
2005 | 63226 |
2006 | 62766 |
2007 | 62348 |
2008 | 61893 |
2009 | 61530 |
2010 | 61002 |
2011 | 60581 |
2012 | 60255 |
2013 | 59863 |
2014 | 59596 |
2015 | 59400 |
2017 | 67772 |
Йәниҫәп мәғлүмәтенә ярашлы, украин телен туған тел тип һанаусылар халыҡтың 35,5%-н тәшкил итә.
2001 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре[18]:
N | Милләте | Һаны | сағыштырма ауырлығы (%) |
---|---|---|---|
1 | Украиндар | 48302 | 64,40 |
2 | Урыҫтар | 24122 | 32,16 |
3 | Әрмәндәр | 612 | 0,82 |
4 | Белорустар | 490 | 0,65 |
5 | Татарҙар | 216 | 0,29 |
Барлығы | 75006 | 100,00 |
Тыуым — 1000 кешегә 7,2, үлем — 17,9, тәбиғи кәмеү — −10,7, миграция сальдоһы ыңғай (1000 кешегә +1,9).
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡтың 60%-ы сәнәғәттә хеҙмәт итә.
Ҡаланың төп предприятиелары:
- Дружковка машиналар эшләү заводы
- Дружковка метиз заводы (металл изделиелар) Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе яҫылығыында машиналар эшләү һәм тимер юл беркетеү (крепёж) изделиелары -болттар, штативтар — етештереүсе иң ҙур заводтарҙың береһе. Юғары ныҡлығы сифаты менән айырылып торған төҙөлөш конструкциялары (шул иҫәптән күпер төҙөлөшө өсөн), ауыр машиналар төҙөүҙә ҡулланылған металл конструкциялар етештереү үҙләштерелгән.
- Дружковка газ аппаратураһы заводы (ПАО «ГРЕТА») төрлө модификациялы газ плиталары, көнкүреш электроплиталары сығара.
- Дружковка фарфор заводы
- Дружковка руда (мәғдән) идаралығы
- Дружковка хисаплау техникаһын ремонтлау заводы
- Дружковка аҙыҡ-түлек тәмләткестәре фабрикаһы
- Дружковка икмәк заводы
2010 йылға тормошҡа ашырылған сәнәғәт продукцияһы күләме 2 миллиард 640 миллион грн тәшкил итә.
Һатылған продукцияның дөйөм күләмдә сағыштырма ауырлығы (54 %) буйынса машиналар эшләү заводы биләй. 14 % тиерлек — метиз заводы, 14 % — «ВЕСКО», 11 % — «Грета», 6-шар процент — мәғдән идаралығы һәм Кондратьевский утҡа сыҙамлы эшләнмәләр заводы.
Финанслау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2008 йылда — 48 млн грн, шул иҫәптән: мәғарифҡа — 32 млн грн, һаулыҡ һаҡлауға 26,4 млн грн, социаль яҡлауға 35,7 млн грн, мәҙәниәткә — 3,07 млн грн, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа — 2,37 млн грн, идаралыҡҡа — 8,56 млн грн. Бюджет керемдәренең төп сығанағы — физик шәхестәр килеменә һалым. Ул бюджеттың 80%-ынан артығын тәшкил итә.
2020 йылда — 402,7 млн грн, бюджеттың 58,7%-ын тәшкил иткән һалым килеме — төп килем сығанағы (шуның 76,48%-ы физик шәхестәр килеме һалымы)[19].
Транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тимер юл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дружковка станцияһы аша 18 пар электропоезд һәм 10 поезд үтә. Бынан, бер урында ла күсеп ултырмайса, Киевҡа, Полтаваға, Харьковҡа, Днепрға, Одессаға, Кривой Рогҡа, Ивано-Франковскиға барып етеп була. Дружковка ҡалаһы территорияһында ике тимер юл станцияһы бар: Дружковка һәм 1057 км
Автобустары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дружковка аша милли автомобиль юлы H20 үтә, һәм ошо юлда автовокзал да урынлашҡан.
Ҡала транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дружковкала 21 ҡала[20], 14 ҡала яны һәм 3 халыҡ-ара (ҡала аша, уға инмәй, трасса буйлап үтеүсе маршруттарҙы индермәйсә) автобус маршруттары бар. Ҡала буйлап 4 трамвай маршруты (1-се, 2-се, 4-се, Төнгө) йөрөй. Йәмәғәт ҡулланылышлы ҡала автобус маршруттарында юл хаҡы 2021 йылдың 9 июненән бер осҡа йөрөү — 6 гривна.[21]
Социаль өлкәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәғарифы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 14 мәктәп: 12 дөйөм белем биреү мәктәбе, «Интеллект» гимназияһы һәм 36-сы Дружковка һөнәри лицейы (1940 йылдан, Соборный урамы, 8)
- Дружковка техникумы — ДГМА, Соборный урамы, 32. Әлеге мәлдә — Донбасс дәүләт машиналар эшләү академияһының структур подразделениеһына инә
- Донбасс төҙөлөш һәм архитектура милли академияһының торлаҡ-коммуналь колледжы, Ломоносов урамы, 1
- Балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҙәге
- Метиз заводыны йәш техниктар станцияһы
Киң мәғлүмәт саралары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Дружковский рабочий», «Дружковка на ладонях+», «Дружковский машиностроитель», «Наша Дружковка», «Дружковка сити» гәзиттәре[22].
1994—2004 йылдарҙа ҡалала тәүге бойондороҡһоҙ — «ОКНО» гәзите сыға. 1997 йылда Киевта уҙған Бөтә Украина журналистика фестивалендә гәзит Украинаның иң яҡшы төбәк баҫмаһы тип табыла.
Мәҙәниәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Этюд» ҡала Мәҙәниәт һарайы, Ленин урамы, 6
- Китапханалар
- Леся Украинка исемендәге Үҙәк ҡала балалар китапханаһы, Энгельс урамы, 112
- Үҙәк балалар китапханаһы, Соборный урамы, 13
- Чехов исемендәге 1-се китапхана-филиал, Соборный, 33
- Балалар өөсөн 2-се китапхана-филиал, Космонавттар урамы, 51
- Сурово ҡасабаһындағы 3-сө китапхана-филиал, Розовый урамы, 72
- Алексеево-Дружковка ҡасабаһындағы 4-се китапхана-филиал, Ильич урамы, 85
- Ново-Григорьевка ҡасабаһындағы 5-се китапхана-филиал, Раздольный урамы, 9
- Райский ҡасабаһындағы 6-сы китапхана-филиал, Дорошенко урамы, 6
- 7-се китапхана-филиал, Изюмский урамы, 91
- «Космос» кинотеатры (хәҙерге дәүерҙә эшләмәй), Соборный урамы, 23
- Сәнғәт мәктәбе, Рыбин урамы, 1
Спорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Балалар һәм үҫмерҙәр ижады Үҙәге
- Спорт һарайы
- «Машиностроитель» стадионы
- «Альтаир» Боҙ аренаһы
- Балалар һәм үҫмерҙәр ижады Үҙәге бинаһындағы бассейн[23]
Һаулыҡ һаҡлау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 3 ҡала дауаханаһы
- Стоматология поликлиникаһы
- Тиҙ ярҙам станцияһы
- Алексеево — Дружковка һәм Райский ҡасабалары амбулаториялары
- Наркология диспансеры
- Балалар йорт-интернаты
Дине
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫтәлекле урындар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡаланың төп майҙанында козак Дружко һәйкәле.
- Юрий Артёмов ҡатнашлығында булдырылған «Святогор» таш скульптуралар паркы.
- Дружковка мәҙәниәт һәм ял паркы[24]
- Козацкий урамы буйындағы Батша-пушка моделе.
- Дан ҡурғаны.
- Дружковка Үҙәк Ҡала Дауаханаһы (ЦГБ). Дружковка металлургия заводы хужаһы һәм уның эшселәре йәшәгән XIX быуат биналарында урынлашҡан була.
- Француз зыяраты. Бында революцияға тиклем Дружковка машиналар эшләү заводына революцияға тиклем нигеҙ һалған кешеләрҙең ҡәберҙәре һәм ҡәбер өҫтө таштары һаҡланған.
- Алексеево-Дружковка ҡасабалары янында (иң яҡын йорттарға тиклем 0,5 км) Дружковка таш булып ҡатҡан ағастар ҡурсаулығы бар. Ошо карьер төбөндө 200 миллион йәшлек таш булып ҡатҡан ағастарҙың — араукарийҙың фрагменттары ята, а стены карьер стеналары ҡая яланғаслығынан, йәғни мөғжизәле һәм бик матур формалы ҡомлоҡтарҙың сығымдарынан ғибәрәт. Карьер тәрәнлеге — яҡынса 10—20 метр. Ундай ҡурсаулыҡтар донъяла икәү генә, икенсеһе АҠШ-та.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://www.ukrstat.gov.ua/druk/publicat/kat_u/2015/zb/06/zb_nas_14.zip
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Дружковка // Большая Российская Энциклопедия / редколл., гл. ред. Ю. С. Осипов. том 9. М., научное издательство «Большая Российская Энциклопедия», 2007. стр.371
- ↑ Ф. И. Кулешов «Творческий путь А. И. Куприна 1883—1907».
- ↑ Народная война в тылу фашистских оккупантов на Украине 1941—1944. / В. Н. Немятый и др. Том 1. Киев, «Наукова думка», 1985. стр.69
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Справочник «Освобождение городов: Справочник по освобождению городов в период Великой Отечественной войны 1941—1945». М. Л. Дударенко, Ю. Г. Перечнев, В. Т. Елисеев и др. М.: Воениздат, 1985. 598 с.
- ↑ Сайт РККА. http://rkka.ru 2018 йыл 30 сентябрь архивланған..
- ↑ «Население Дружковки составляет 67722 человека» Дружковка на ладонях, 14 августа, 2017
- ↑ Население городов и сел Украины
- ↑ 28.01.1897
- ↑ 15.03.1923
- ↑ 17.12.1926
- ↑ 17.01.1939
- ↑ 15.01.1959
- ↑ 15.01.1970
- ↑ 17.01.1979
- ↑ 12.01.1989
- ↑ 05.12.2001
- ↑ Перепись населения . dru.city (1 января, 2001).
- ↑ Бюджет Дружковки 2020 - 2021 . dru.city (18 декабрь 2020). Дата обращения: 25 декабрь 2020.
- ↑ Расписание движения городских автобусов . dru.city (18 февраль 2020). Дата обращения: 12 сентябрь 2020.
- ↑ Тариф на городские автобусные перевозки возрос - Дружковка сити (рус.). dru.city (9 июнь 2021). Дата обращения: 9 июнь 2021.
- ↑ Новости Дружковки . dru.city (17 ғинуар 2020). Дата обращения: 25 декабрь 2020. 2020 йыл 9 декабрь архивланған.
- ↑ «В Дружковке открыли бассейн после реконструкции» Дружковка на ладонях, 24 января 2018
- ↑ День защиты детей в Дружковском парке культуры и отдыха и не только - Дружковка сити (рус.). dru.city (1 июнь 2021). Дата обращения: 4 июнь 2021.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гусева Н. А. Дружковка.: Путеводитель. — Донецк: Донбасс, 1980.
- Дружковка-2000. Редактор-составитель С. А. Базанов. — Дружковка. ПримаПресс, 2000. ISBN 966-556-019-0