Эстәлеккә күсергә

Дуйсбург

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дуйсбург
нем. Duisburg
БайраҡГерб
Рәсем
Рәсми атамаһы Duisburg
Ҡыҫҡаса атамаһы Db[1]
ХФА-лағы транскрицияһы ˈdyːsbʊʁk
Архивы хранятся в Stadtarchiv Duisburg[d]
Дәүләт  Германия[2]
Административ-территориаль берәмек Дюссельдорф[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Рур[d], Рейн, Alte Emscher[d], Kleine Emscher[d] һәм Канал Рейн-Херне[d]
Иң юғары нөктә Haus Hartenfels[d]
Хөкүмәт башлығы Зёрен Линк[d]
Ойошма ағзаһы краевой союз Рейнланд[d], association for pedestrian and bicycle-friendly cities, townships and districts in North Rhine Westphalia[d][3], Emschergenossenschaft[d][4], Мэры за мир[d][5] һәм Städtetag Nordrhein-Westfalen[d][6]
Халыҡ һаны 503 707 кеше (31 декабрь 2023)[7]
Ир-егеттәр 245 244[8]
Ҡатын-ҡыҙҙар 250 641[8]
Административ рәүештә бүленә Вальзум[d], Хамборн[d], Meiderich/Beeck[d], Хомберг-Рурорт-Берль[d], Duisburg-Mitte[d], Рейнхаузен[d] һәм Duisburg-Süd[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 33 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Вильнюс[9][10][11][…]
Бойһонған ойошма (филиал) Niederrheinische Verkehrsbetriebe[d]
Сиктәш Дюссельдорф[d], Везель[d], Оберхаузен[d], Мюльхайм-ан-дер-Рур[d], Рейн-Нойс[d], Крефельд, Мербуш[d], Меттман[d] һәм Ратинген
Туристический центр Q28811070?
Майҙан 232,8 км² (2016)[12]
Почта индексы 47279, 47001 һәм 47051
Рәсми сайт duisburg.de
Һештег Duisburg
Урынлашыу картаһы
Панорамное изображение
Һәйкәлдәр исемлеге Q1188458?
Вид с воздуха
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1065
Урындағы телефон коды 02066, 02841, 02151, 0203 һәм 02065
Номер тамғаһы коды DU
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Duisburg[d]
Карта
 Дуйсбург Викимилектә

Дуйсбург (нем. Duisburg ['dyːsbʊə̯k], т.-нем. Duisborg) — Германия ҡалаһы, Төньяҡ Рейн-Вестфалия федераль ерендә, Дюссельдорф ҡалаһы янында урынлашҡан. 2011 йыл аҙағында Дуйсбург халҡы 487,5 мең кеше тәшкил итә[13] (494 мең — мең 519,8 һәм 2009—2000).

Рейн күренеш менән күпер Neuenkamp

Ҡала Рейн һәм Рур йылғаларының бергә ҡушылған ерендә, Рур өлкәһенең көнбайышында урынлашҡан. Уның территорияһының биштән дүрт өлөшө Рурҙың ике яғында урынлашҡан, бындағы Рейн йылғаһының уң яҡ ярында Дуйсбургтың үҙәге барлыҡҡа килә. Дуйсбург — Европала ҙур йылға порттарының береһе . Төньяҡта Динслакен, көнсығышта — Оберхаузен һәм Мюльхайм, көньяҡта — Ратинген һәм Дюссельдорф, көнбайышта — Крефельд һәм Мерс менән сиктәш. Ҡалала бург-ҡәлғә көслө елдәре иҫә, шунлыҡтан ҡаланы Дуйсбург тип атағандар.

Рим дәүере һәм римдән һуңғы дәүер

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дуйсбург боронғо Хелльвег сауҙа юлында тора, бында Рейнды, ул Рур йылғаһына ҡушылыр алдынан, кисеп сыҡҡандар. Рим дәүерендә үк бында сауҙа һәм хәрби ултыраҡтары торған, улар Рейн йылғаһының ике ярында ла булған. Ул саҡта йылға янынан илдең сиге үткән. Бындағы Асцибургия фортында римлеләрҙең йылға кисеүҙәрен даими һаҡлаусы һәм яҡлаусы пункты торған.

Дуйсбург v быуаттың беренсе яртыһында франктар ҡулына күсә һәм уларҙың баш ҡалаһы булып тора. Григорий Турский әйтеүенсә, франк короле Хлодион «Торингтар өлкәһендәге Диспарг тип аталған ҡәлғәлә йәшәгән. Ошо уҡ өлкәнең көньяҡ өлөшөндә римлеләр ҙә йәшәгән»[14]. V быуаттан алып үҙәк баҙар булып Боронғо баҙар торған (нем. Alter Markt).

Дуйсбургты 883 йылда викингтар талай, уларҙың Дуйсбургта ҡыш үткәргән ваҡыты беренсе тапҡыр телгә алына. 740 йылда уҡ бында король резиденцияһы тора.

X быуатта бында Император резиденцияһы төҙөлә. Ул йөҙйыллыҡта Дуйсбург ҡалаһында император 18 тапҡыр булған. 929 йылда Дуйсбургта Империя Синодының ултырышы үтә.

Яҡынса 1000 йылда Рейн үҙәге көнбайышҡа табан йүнәлешен үҙгәртә, был ҡалалағы иҡтисади хәлгә һиҙелерлек йоғонто яһай. Сауҙа үҙәге булып торған Дуйсбург аграр ултыраҡҡа әйләнә.

Ҡотҡарыусы сиркәүе

18 август, 1002 йыл. Дуйсбургта Лотарингия епискобы, шул иҫәптән Кельн архиепискобы ла яңы һайланған император Генрих II Изгегә тоғролоҡта баш эйәләр.

1279 йылда король Лотарь II Дуйсбергҡа ҡала статусы һәм бер үк ваҡытта ирекле ҡала статусын бирә.

1290 йылда король Рудольф фон Габсбург ҡаланы 2000 көмөш маркаға граф Клевеға аманатлыҡҡа бирә.

Артабан Дуйсбург Ганза лигаһы ағзаһы була.

Меркатор Герхард эшмәкәрлеге һәм 1655 йылда университет нигеҙләү ҡаланың Белемле Дуйсбург итеп һаналыуына килтерә (лат. Duisburgum Doctum).

Икенсе донъя һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Инглиздәр Дуйсбургтың торлаҡ райондарына бомба ташлай «Блокбастер» (уңда ланкастер), 14 октябрь, 1944 йыл.

Бында ҡара металлургия, машиналар эшләү, төҙөлөш материалдары етештереү ныҡ үҫешкән. Ҡалала Тиссен-Крупп компанияһының штаб-фатиры урынлашҡан.

Дуйсбург Европала иң ҙур йылға порты. Рур йылғаһында Дуйсбург шлюзы (Рейн-Херне — Майдерих шлюз каналы) бар.

Порт панорамаһы
Порт панорамаһы
Дуйсбург тимер юл вокзалы
Дуйсбург тимер юл вокзалы

2003 йылға тиклем Дуйсбургта «Gerhard-Mercator-Universität» тип аталған университет эшләй. 2003 йылда Дуйсбургтың «Gerhard-Mercator-Universität» университеты Эссен ҡалаһының «Universität-Essen Gesamthochschule» университеты менән ҡушыла. Бынан һуң ул Дуйсбург — Эссен университеты тип йөрөтөлә һәм бында 33 500 самаһы студент иҫәпләнә. Улар ҡушылғандан һуң, был уҡыу йорто Германияла иң ҙур университеттарҙың береһе булып һанала.

Меркатор исемендәге концерт залы. Опера һәм балет театры йыл һайын «Дуйсбургский акцент» фестивален үткәрә. Ҡалала Көнсығыш Пруссиянан сыҡҡан кешеләрҙең инициативаһы менән Кенигсберг музейы ойошторолған[15].

Дуйсбургта Европаның иң ҙур мәсете тора. 2010 йылдың 24 июлендә үткәрелгән Мөхәббәт парады музыка фестивале ваҡытында тоннелдә кешеләр бер-береһен тапай, уның һөҙөмтәһендә 21 кеше һәләк була[16], 511 кеше яралана.

60 мең этник төрөк Дуйсбург халҡының интеграль өлөшөн тәшкил итә, улар ХХ быуаттың 60-сы йылдарында ҡалаға сит ил эшселәре сифатында килгән була. Уларҙың күпселеге физик яҡтан ауыр һәм түбән хаҡлы эш башҡара. Улар немец телен бик түбән дәрәжәлә белә, шунлыҡтан түбән белемле. Төрөк диаспораһы өсөн Европа союзы Төньяҡ Рейн-Вестфалия федераль еренә 3,2 миллион евролыҡ донъялағын иң ҙур мосолман мәсете төҙөй. Әлдән-әле Дуйсбург ҡалаһында ҙур масштаблы, радикаль йүнәлешле ислам донъяһына теләктәшлек акциялары үтә.

Дуйсбург күперҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Панорама. Беекверт күпере
Панорама. Беекверт күпере
Рура йылғаһының Рейнға ҡойған ере (панорама). Фридрих Эберт исемендәге күпер
Рура йылғаһының Рейнға ҡойған ере (панорама). Фридрих Эберт исемендәге күпер
Панорама. Нойнкамп күпере
Панорама. Нойнкамп күпере
Панорама. Хауc-Книпп тимер юл күпере
Панорама. Хауc-Книпп тимер юл күпере
Панорама Дуйсбург-Хохфельдер тимер юл күпере
Панорама Дуйсбург-Хохфельдер тимер юл күпере
Панорама. Теләктәшлек күпере
Панорама. Теләктәшлек күпере
Панорама. Крефельд–Юрдинген күпере
Панорама. Крефельд–Юрдинген күпере

2005 йылдың июлендә Дуйсбургта VII бөтә донъя спорт уйындары үтә. 2007 йылдың авгусында ҡала байдарка һәм каноэла ишеү буйынса донъя чемпионаты була.

Туғанлашҡан ҡалалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ханс-Вернер Гессманн — немец психологы, психотерапевт, психология һәм психотерапия клиникаһы профессоры, Гуманистик психодрамаға нигеҙ һалыусы
  • Петр из Дуйсбурга — Тевтон орденының беренсе йылъяҙмасыһы, 1326 йылда «Хроника земли Прусской» китабын төҙөүсе.
  • Герхард Меркатор — картограф.
  • Михаэль Цезарц — Metro Cash&Carry селтәре идаралығының рәйесе
  • Стефан Леко — профессиональ ауыр тәнле -кикбоксер һәм ҡатнаш стиль көрәшсеһе (MMA).
  1. ISIL- und Sigeladressen mit Koordinaten ausgestattetБерлинская государственная библиотека, 2016.
  2. archINFORM (нем.) — 1994.
  3. http://www.agfs-nrw.de/mitglieder/duisburg.html
  4. https://www.eglv.de/emscher-lippe/emschergenossenschaft/
  5. http://www.mayorsforpeace.org/english/membercity/map/europe.html
  6. http://www.staedtetag-nrw.de/mitglieder/
  7. Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2023 (нем.)DESTATIS, 2024.
  8. 8,0 8,1 https://www.statistikportal.de/de/produkte/gemeindeverzeichnisFederal Statistical Office.
  9. https://www.duisburg.de/rathaus/rathausundpolitik/intbeziehungen/partnerschaften/vilnius.php
  10. http://www.ivilnius.lt/pazink/apie-vilniu/miestai-partneriai
  11. https://www.duisburg.de/rathaus/rathausundpolitik/intbeziehungen/staedtepartnerschaften.php
  12. https://www.destatis.de/DE/ZahlenFakten/LaenderRegionen/Regionales/Gemeindeverzeichnis/Administrativ/Aktuell/05Staedte.html
  13. Григорий Турский. Франктар тарихына. (Historia francorum); д. в пер Савуковой. — М.: Наука, 1987. — С. 40.
  14. Сайт Музея Кёнигсберга 2017 йыл 15 май архивланған.