Дөгө (үҫемлек)
Дөгө | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Oryza L. | ||||||||||||||||
syn. | ||||||||||||||||
|
Дөгө (лат. Orýza) — бөртөклөләр ғаиләһендәге бер йыллыҡ һәм күп йыллыҡ үләндәр төркөмөндәге ярма культураһы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бер йыллыҡ сәсеү дөгөһө (Oryza sativa) — ауыл хужалығы культураһы булараҡ тропик һәм субтропик климат бүлкәтендә үҫтерелә. Был боронғо ауыл хужалығы культураларының береһе. Бынан 9 мең йыл самаһы элек өйгә эйәләштерелгән.
Африкала асыҡ дөгө (Oryza glaberrima) үҫтерәләр. Урындағы халыҡ аҙыҡ өсөн ҡырағай дөгө (Oryza punctata) ҡуллана.
Ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дөгө орлоғонан дөгө ярмаһы, крахмал эшләйҙәр, дөгө бәбәгенән май алалар. Ҡытайҙа дөгө шарабы таралған. Японияла милли спиртлы эсемлек сакэ һәм сәй церемонияһы өсөн шәрбәтле тәмләткестәр етештерәләр. Дөгө һаламынан ҡағыҙ, картон, үрелгән әйберҙәр етештерәләр. Дөгө көрпәһе малсылыҡта мал аҙығы итеп файҙаланыла. Кореяла дөгө ҡалдыҡтарынан сикхе һәм суннюн тигән милли эсемлектәр әҙерләйҙәр.
Тағы ла попкорнға оҡшаған еңел дөгө эшләйҙәр.
Ислам илдәрендә бер дөгө ярмаһы ауырлығына тиң ауырлыҡ үлсәү берәмеге — арузза ҡулланалар.
Был ботаника буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |