Ишбулатов Нәғим Хажғәле улы
Ишбулатов Нәғим Хажғәле улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Вафат урыны |
Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы |
Ил | |
Ғилми даирәһе | |
Альма-матер |
К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты (1952) |
Ғилми дәрәжәһе |
филология фәндәре докторы |
Ғилми исеме |
профессор |
Награда һәм премиялары |
БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980) |
Ишбулатов Нәғим Хажғәле улы (10 август 1928 йыл — 7 февраль 2006 йыл) — башҡорт тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1975), профессор (1981). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нәғим Хажғәле улы Ишбулатов 1928 йылдың 10 авгусында Башҡорт АССР-ы Тамъян-Ҡатай кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы) Ҡаҙмаш ауылында тыуған.
1952 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын[2] тамамлай.
1955—1966 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй.
1966—1968 йылдарҙа РСФСР Педагогия фәндәре академияһының милли мәктәптәр буйынса ғилми-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалы мөдире.
1968—1988 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының башҡорт тел ғилеме кафедраһы уҡытыусыһы. 1988 йылдан — профессор.
Нәғим Хажғәле улы оҫта йырсы булараҡ та киң билдәлелек яуланы. Бигерәк тә башҡорт халҡының боронғо йырҙарын ул оло аһәңлелек менән тыңлаусыға еткерә ине. Уның профессиональ баянсы һәм ҡурайсыларға ҡушылып башҡарған халҡыбыҙҙың тиҫтәнән артыҡ ижад ҡомартҡыһы, Башҡортостан радиоһының «алтын фонды»на инеп, фонотекала һаҡлана һәм киләсәк быуындар өсөн матур һәм тиңдәшһеҙ бүләк буласаҡ.
Профессор Н. Х. Ишбулатов университеттың һәм баш ҡала менән республиканың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнашты. Уҡыу-уҡытыу процессынан һәм ғилми эшмәкәрлегенән тыш республиканың төрлө гәзит-журналдарында тел мәсьәләләренә, яҙыусы һәм шағирҙәр әҫәрҙәренең теленә ҡағылышлы көнүҙәк мәҡәләләр менән даими сығыш яһаны.
2006 йылдың 7 февралендә Өфөлә вафат була.
Ғилми эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нәғим Хажғәле улы Ишбулатов — 60-тан ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән урта мәктәптәр һәм юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр авторы. Ғалимдең башҡорт тел белеме буйынса тикшеренеүҙәренең төп йүнәлештәре булып диалектология, фонетика, морфология, лексикография һәм орфография иҫәпләнә. Профессор Н. Х. Ишбулатов башҡорт теле диалекттарына башҡа төрки һәм фин-уғыр телдәре менән сағыштырып фонетик, морфологик һәм лексик кимәлдә тасуирлама бирҙе.
«Русско-башкирский словарь» (1964), «Башҡорт һөйләштәренең һүҙлеге» (3 томда, 1967—1987) һүҙлектәре авторҙарының береһе. Уның «Хәҙерге башҡорт теле. Һүҙ төркөмдәренең бүленеше», «Хәҙерге башҡорт теле (әҙәби телдең нормалар системаһы)», «Башҡорт теленең фонетикаһы», «Башҡорт теле диалекттарын сағыштырма тикшереү» исемле һәм башҡа китаптары киң билдәлелек яуланы. Нәғим Хажғәле улы башҡорт теленең диалект һүҙлектәрен төҙөшөүҙә һәм «Башҡорт теленең һүҙлеге»н (2 томда, 1993, «Русский язык» нәшриәте) мөхәррирләүҙә ҡатнашты.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы) Ҡаҙмаш ауылы.
- ↑ 1957 йылдан Башҡорт дәүләт университеты.
Төп хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәҙерге башҡорт теле. Һүҙ төркөмдәренең бүленеше. — Өфө, 1962;
- Хәҙерге башҡорт теле (әҙәби телдең нормалар системаһы). — Өфө, 1972.
- Ҡыҙыл һөйләше. // Башҡорт диалектологияһы. — Өфө, 1963;
- Хәҙерге башҡорт әҙәби теле: Фонетика. Морфология. Юғары уҡыу йорттарының филология факультеттары студенттары өсөн уҡыу ҡулланмаһы. — Өфө: БДУ нәшриәте, 1987.
- Башҡорт теле һәм уның диалекттары. — Өфө: Китап, 2000.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре;
- СССР юғары мәктәбе отличнигы;
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһармандарса хеҙмәте өсөн» миҙалы.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишбулатов Нәғим Хажғәле улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Зайнуллин М. В. Ишбулатов Нагим Хажгалиевич.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 1996. (рус.)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Әбйәлил районында тыуғандар
- 10 августа тыуғандар
- 1928 йылда тыуғандар
- 7 февралдә вафат булғандар
- 2006 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡорт дәүләт университеты профессорҙары
- Башҡорт теле белгестәре
- Филология фәндәре докторҙары
- Диалектологтар
- Лексикологтар
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Шәхестәр:ТТӘИ