Иштван Сеченьи
Иштван Сеченьи | |
мадьярса Széchenyi István | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Австрия империяһы Австрия Эрцгерцоглығы Венгрия |
Титул | граф[d] |
Тыуған көнө | 21 сентябрь 1791[1] |
Тыуған урыны | Вена, Габсбургтар монархияһы[3] |
Вафат булған көнө | 8 апрель 1860[2][1][4] (68 йәш) |
Вафат булған урыны | Дёблинг[d], Вена, Австрия империяһы[3] |
Үлем төрө | Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу |
Үлем сәбәбе | пуля (снаряд ярсығы) яраһы[d] |
Ерләнгән урыны | Nagycenk[d] |
Атаһы | Ференц Сечени[d] |
Әсәһе | Юлианна Фештетич[d] |
Хәләл ефете | Кресченца Зайлерн[d] |
Балалары | Эдён Сеченьи[d] һәм Бела Сеченьи[d] |
Нәҫеле | Сеченьи[d] |
Әһәмиәтле кеше | Mihály Esterházy[d][5][6] |
Һөнәр төрө | яҙыусы, сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | министр общественных работ и транспорта Венгрии[d], Member of the House of Magnates[d][7] һәм Венгрия дәүләт йыйылышы ағзаһы[d][8] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | беспартийный[d] |
Хәрби звание | Капитан |
Ойошма ағзаһы | Венгрия фәндәр академияһы[d] һәм Бавария фәндәр академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Иштван Сеченьи Викимилектә |
Граф Иштван Сеченьи (мадьярса Gróf Széchenyi István; 21 сентябрь 1791 — 8 апрель 1860) — венгр сәйәсмән-реформаторы һәм яҙыусыһы, 1840 йылдарҙа Венгрияла радикализм нығына барғанда милли тойғо күтәрелешенә ҙур өлөш индереүсе.
Килеп сығышы, йәш сағы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығышы менән Сеченьиларҙың боронғо һәм затлы нәҫелдәрән. Атаһы, граф Ференц Сеченьи , Венгрияла милли музейын һәм Венгрия милли китапхананын нигеҙләгән. Иштвандың Әсәһе — графиня Юлиана Фештетич. Ике өлкән ағаһы һәм ике апаһы бар. Бала сағын Венала һәм ата-әсәһенең Надьценкалағы (Венгрия) поместьела үткәрә.
Шәхси мәктәптә белем алған, унан һуң Австрия армияһында хеҙмәт итә, Наполеон һуғыштарында ҡатнаша. 1826 йылда армиянан 1-се лейтенант дәрәжәһе алып китә һәм сәйәсәт менән мауыға. Европа буйлап күп сәйәхәт итә, бик күп шәхси бәйләнештәрен яйға һала. Уға Британияла модернизация ҙур тәьҫорат ҡалдыра, бигерәк тә консерватив ҡоролошло Венгрия менән сағыштырып. Был уның тормошоноң ахырына тиклем сәйәси ҡараштарын билдәләй. Уға дуҫы граф Миклош Вешшеление ҙур сәйәси ярҙам күрһәтә, ләкин һуңынан уларҙың мөнәсәбәттәре һалҡыная.
Реформатор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1825 йылда Сеченьи киң танылыу ала башлай. Ул үҙенең Венгерия фәндәр академияһының бөтә йыллыҡ килем иғнәләрен һала.
1827 йылда Kaszinó Nemzeti, Венгрия дворянлыҡ патриотик форумы ойоштора. Был клуб сәйәси реформаларҙа мөһим роль уйнаған — унда төрлө сәйәси реформаторҙар араһында диалог алып барыла.
Киң йәмәғәтселек яҡлауы алыу өсөн, Сеченьи ҡайһы бер сәйәси хеҙмәттәрен баҫтыра — Hitel («Кредит», 1830), Világ («Мир», 1831), Stádium («Стадия», 1833), Венгрия дворянлығына бағышланған. Ул дворянлыҡ консерватизмын тәнҡитләй һәм феодаль хоҡуҡтарынан баш тартырға (мәҫәлән, һалым азатлығы) һәм модернизацияны этәргес көскә әйләндереүгә саҡыра..
Сеченьи проекттарында Венгрия Австрия империяһы проект бер өлөшө булараҡ ҡаралған, ә этник дәүләт түгел. Уның фекеренсә, милләтселек ул саҡтағы күп милләтле Венгрия короллеге өсөн хәүефле. Сеченьи бөтә көстө иҡтисади, социаль һәм мәҙәни үҫешкә, шулай уҡ транспорт инфраструктураһын үҫтереүгә тупларға кәрәк, тип иҫәпләй. Сеченьи үҙенең программа сиктәрендә Дунай үҙәненен, Пештан алып Ҡара диңгеҙгә тиклем булған ерҙәрҙе тәртипкә килтерергә кәрәк, тип һанай, сөнки был ерҙәр ташҡын ваҡытында яфа сигә һәм суднолар өсөн хәүефле булып ҡала. Быуа төҙөлгән шарттарҙа ғына, Дунай сауҙа артерияһы булыуы мөмкин. Сеченьи Вена һарайында үҙенең иҡтисади проекттарын уңышлы тормошҡа ашыра, төбәктең иҡтисади үҫеше һәм төҙөлөш эштәре буйынса хөкүмәттең яуаплы вәкиле итеп тәғәйенләнә. Шул ваҡытта ул бер нисә тапҡыр, Истанбулға дипломатик миссия менән бара.
Сеченьиҙың тағы ла бер мөһим башланғысы булып Буданы һәм Пешты Венгрияның сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни үҙәгенә әйләндереүенән тора. Ул ике ҡала араһында даими рәүештә бәйләнеш күперен булдырып тора, әлеге ваҡытта уның исемен йөрөтә « Цепной мост Сеченьи». Бынан тыш, күпер транспорт бәйләнеше үҫешенә булышлыҡ итә, был аҙым киләсәктә ике ҡаланы берләштергән — Будапешт ҡалаһы була.
1836 йылда Будала Сеченьи графиня Зайлерн Кресченца менән никахлаша.
Венгрияла 1848—1849 йылдарҙағы революция
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сеченьиҙың Кошут Лайош менән мөнөсөбәттәре яҡшы булмай: ул уны сәйәси агитатор булараҡ ҡабул итә. Венгр йәмғиәте икегә бүленә — Кошут яҡлыларға һәм Сеченьи яҡлыларға. 1848 йылдағы революция башланғандан һуң, Сеченьи Венгрия үҫеше өсөн өмөтләнә һәм хөкүмәттә транспорт министры вазифаһын һәм социаль мәсьәләләр буйынса пост ҡабул итә.
Австрия һәм Венгрия хөкүмәте араһындағы конфликт киҫкенләшә. Австрия императорына лояль булған Сеченьи һәм ҡайһы бер башҡа эшмәкәрҙәр хөкүмәттән сығалар. Сеченьи нервы кризисы кисерә һәм дауаланырға Дёблинг курортына китә. 1850 йылдар башында һаулығын тергеҙә, һәм хатта бер нисә әҙәби әҫәрҙәр яҙа: Önismeret («Познание себя»; венгр телендә) балалар һәм педагогика мәсьәләләре тураһында, һәм Blick Ein («Взгляд»; немец телендә) Венгрияның сәйәси проблемалары тураһында.
Ғүмеренең һуңғы йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сеченьиҙың йортон Венала 3 мартта 1860 йылда тентейҙәр. Табылған хаттар уның сәйәси заговорҙа ҡатнашлығын иҫбатлай. 1860 йылдаың 8 апреленә ҡаршы төндә Сеченьи үҙенә ҡул һала. Бөтә Венгрияла траур иғлан ителгән була.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Уға статуя төҙөлә Будапештта 23 майҙа 1880 йылда
- Статуя Шопронда 1897 йылда.
- Сеченьи хөрмәтенә Цепной мост Сеченьи — төп Будапешт күпере.
- Европаның һәм Будапештың иң ҙур мунса комплексы уның хөрмәтенә аталған — Купальня Сеченьи.
- Сеченьи портреты 5 банкнотта 1926 йылғы пенгё номинал менән төшөрөлгән .
- Сеченьиҙың портреты шулай уҡ банкнотта 500 форинт номиналы менән төшөрөлгән.
- 1987 йылда Будапештта Иштван Сеченьи исемендәге (колледж Иштвана Сеченьи[en].)
- 2002 йылда Сеченьи тормош тураһында фильм сыҡҡан «Кеше-күпер» (венг. Hídember A), төп ролде . Карой Эперьеш[en][9] башҡара.
- Уның хөрмәтенә аталған дәүләт премияһы, 1990 йылдан Премия Сеченьи[en] тип атала.
Уның улы Бела Сеченьи Һиндостанды, Һинд-Ҡытайҙы, Японияны, Ҡытайҙы, Индонезияны, көнбайыш Монголияны һәм Тибетты тикшереүсе һәм сәйәхәтсе булараҡ танылыу ала. 1893 йылда ул үҙенең сәйәхәте хаҡындағы отчетты немец телендә баҫтырып сығара.[10].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118758152 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 3,0 3,1 Сеченьи Иштван // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Wurzbach D. C. v. Széchenyi, Stephan (нем.) // Biographisches Lexikon des Kaiserthums Oesterreich: enthaltend die Lebensskizzen der denkwürdigen Personen, welche seit 1750 in den österreichischen Kronländern geboren wurden oder darin gelebt und gewirkt haben — Wien: 1856. — Vol. 41. — S. 251.
- ↑ Béla P. A reformkori magyar országgyűlések történeti almanachja 1825–1848. 1–2. kötet (венг.) — Budapest: Argumentum Kiadó, 2011. — Т. I.. — Б. 329. — 2619 с.
- ↑ Béla P. Az 1848-1849. évi első népképviseleti országgyűlés történeti almanachja (венг.) / под ред. P. Béla — Budapest: Országgyűlés, 2002. — Б. 1085. — 1367 с. — ISBN 963-00-9540-8
- ↑ Béla P. Az 1848-1849. évi első népképviseleti országgyűlés történeti almanachja (венг.) / под ред. P. Béla — Budapest: Országgyűlés, 2002. — Б. 831. — 1367 с. — ISBN 963-00-9540-8
- ↑ Dániel B., József P., Judit P. Képviselők és főrendek a dualizmus kori Magyarországon (венг.) — Eger: Líceum Kiadó, 2020. — Б. 303. — 639 с. — ISBN 978-963-496-144-4
- ↑ A hídember (инг.) Internet Movie Database сайтында
- ↑ Béla Széchenyi. // New International Encyclopedia
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Викимилектә Иштван Сеченьи темаһы буйынса медиафайлдар бар.
- Авербух Р. А. Революция и национально-освободительная война в Венгрии в 1848—49 гг. 2016 йыл 3 апрель архивланған. — М.: Наука, 1965.
- Шпира Д. Четыре судьбы: к истории политической деятельности Сечени, Баттяни, Петефи и Кошута 2016 йыл 6 декабрь архивланған. / Перевод с венг. — М.: Прогресс, 1986.
- Сечени // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)