Коммунарка (атыу полигоны)
Коммунарка | |
Нигеҙләү датаһы | 1930 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Сосенское ауылы[d], Сосенск ауыл округы[d], Ленин районы[d], Ленинский укрупнённый сельский район[d], Ленин районы[d] һәм Новомосковский административный округ[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Список памятников культурного наследия Новомосковского административного округа[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1] |
Указания, как добраться | Сосенский сельский округ |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Расстрелянные и похороненные на полигоне Коммунарка[d] |
Коммунарка Викимилектә |
«Коммунарка» махсус объекты — Мәскәү ҡалаһы Яңы Мәскәү административ округының Сосенское ауылында, Калуга шоссеһының егерме дүртенсе километрында ошо уҡ исемле атыу полигоны урынындағы мемориаль зыярат[2][3], ошо уҡ исемле ҡасабанан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай бер километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
1930—1940 йылдарҙа СССР НКВД-һының махсус объекты — атыу полигоны — ғәмәлдә булған[4], полигонда репрессиялар барышында үлем язаһына хөкөм ителгән кешеләрҙе атҡандар һәм ерләгәндәр[5].
Тарих башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XХ быуат башындағы архив мәғлүмәттәре буйынса, атыу полигоны урынында Хорошавка утары -мы́за (эст. mõis, фин. moisio, латыш. muiža) булған. Хәтирәләр буйынса, ул Ордынка йылғаһындағы быуа буйында, ҡайынлыҡта урынлашҡан булған[6].
Октябрь революцияһынан һуң утарҙың хужаларын ҡыуып ебәргәндәр. 1920-се йылдар аҙағында — 1930-се йылдар башында мыза махсус объектҡа әүерелә. Уның исеме — «Коммунарка» — ОГПУ-ның яҡында ятҡан ярҙамсы хужалығы исеменән алынған. Бында ОГПУ рәйесенең, һуңынан СССР НКВД-ның наркомы Г. Ягоданың шәхси дачаһы төҙөлә башлай. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Г. Ягоданың туғаны В. Знаменская дача ял итеү һәм ғаилә өсөн тәғәйенләнмәгән булған тип һөйләгән. Бында нарком НКВД етәкселеге менән кәңәшмәләр үткәргән.
Объектты СССР НКВД-һы ҡарамағына тапшырғанға тиклем уның биналары ОГПУ рәйесенең һәм НКВД наркомы Генрих Ягоданың дачалары булып һанала.
1937 йылдың 28 мартында Генрих Ягоданы ҡулға алалар. Дачанан мөлкәтте алып китәләр. Ул ваҡытта ғәмәлдә булған Бутово атыу полигоны бөтә көсөнә эшләй, әммә эш күбәйә бара. Г. Ягоданың урынына ҡалған Николай Иванович Ежов Ягоданың дачаһын чекистарға бирергә ҡуша.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1937 йылдың 2 сентябренән башлап әлеге СССР НКВД-һының махсус объекты төрлө юғары дәрәжәле эшмәкәрҙәрҙе массауи рәүештә үлтереү урынына әйләнә[4][5]. Үлем язаһы хөкөм сығарылған көндө үк башҡарылған[4][5].
Рәсәй Федерацияһы Именлек министрлығының эксперт комиссияһы 1993 йылда үткәргән баһаһы буйынса «Коммунарка» полигонында 10 меңдән 11,4 мең кешенең кәүҙәһе ерләнгән. 2010 йылға ҡарата улар араһынан 5 мең кеше исемләп билдәлгән һәм «Мемориал» йәмғиәте исемлектәренә индерелгән булған[7].
Хәтер китабында 4527 ҡыҫҡаса биографик белешмә һәм 1937 йылдың 2 сентябренән алып 1941 йылдың 16 октябренә тиклем Мәскәүҙә ялған сәйәси ғәйепләүҙәр буйынса атып үлтерелгән 2187 кешенең фотоһүрәттәре баҫтырылған. …
1937—1941 йылдарҙа Мәскәүҙә барыһы НКВД — НКГБ органдары тикшергән эштәр буйынса 32 меңгә яҡын кеше атып үлтерелә. Шул иҫәптән, 1937—1938 йылдарҙа ла 29 200 акешенән дә кәм түгел. Был һандар Мәскәү ҡалаһы һәм Мәскәү өлкәһе буйынса Рәсәй Федерацияһының Федераль именлек хеҙмәте (ФСБ) Идаралығының архивында (артабан — Мәскәү УФСБ-һы) һәм Рәсәй Федерацияһының Федераль именлек хеҙмәтенең (ФСБ) Үҙәк архивында һаҡланған атыу бойороҡтарынан һәм хөкөмдәрҙе үтәү тураһында акттарҙан билдәләнә[7].
32 мең атылғандарҙан Бутово полигонында — 20 765 кеше, бер нисә йөҙ кеше — Яңы Дон зыяратында, ҡалғандары — "Коммунарка"ла ерләнгән.
Сит ил граждандарын язалау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Коммунарка» полигонында шулай уҡ сит ил граждандарына яза башҡарылған. Бында билдәләнмәгән соҡорҙарҙа 11 илдең 60-тан ашыу милләт кешеләренең һөйәктәре ята. Ҡорбандар исемлегендә — Литва, Латвия, Эстонияның сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Германия, Румыния, Франция, Төркиә, Болгария, Финляндия, Венгрияның коммунистик хәрәкәттәрен кәүҙәләндергән Коминтерн лидерҙары.
1941 йылдың июлендә Монголияның юғары етәкселегенең күпселек өлөшө бында юҡ ителә. 1936 йылда Монголия хөкүмәте башлығы булып киткән А. Аман 1939 йылда үҙенең 28 яҡын хеҙмәткәрҙәре менән бергә ҡулға алына[8]. 1941 йылдың 27 июлендә СССР-ҙың Юғары Суды Хәрби Коллегияһының хөкөм ҡарары буйынса улар атып ултерелә. 2002 йылда бында үлтерелгән монгол министрҙарына һәйкәл асыла[9].
1941 йылдың 16 октябре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1937-1938 йылдан һуң иң күп һанлы атыуҙар 1941 йылдың 16 октябрендә башҡарыла. Мәскәүҙең немецтарға ҡалдырылыуы ҡурҡынысы тыуғас, был фажиғәле көндә, Хәрби коллегияһы һәм хәрби трибуналдар хөкөмдәре буйынса 220 кеше атып үлтерелә[10].
1941 йылдың 16 октябрендә бында Латвия республикаһының күп кенә хәрби һәм сәйәси эшмәкәрҙәре юҡ ителә[11]:
Земгаль дивизияһы командиры генерал Жанис Бахс, Латгаль дивизияһы командирының ярҙамсыһы генерал Клинсонс Рудолфс, авиация главкомы генерал Янис Инданс, СССР-ҙа Латвия илсеһе Фрицис Коциньш, Мәскәүҙәге Латвия илселегенең хәрби атташеһы Янис Залитис, генералдар Артур Даннебергс, Артурс Далбергс, Андрей Крустиньш, Роберт Клявиньш, Вилис Спандегс, полковниктар Карлис Лейиньш, Александрс Кристовскис, Рудолфс Цеплитис, Янис Пуксис, Юлийс Розенталс, полковник, журналист һәм яҙыусы ОТО Зелтиньш -Голдфелдс, дипломат Хуго Целминьш, рәссам һәм карикатурист Сергейс Цивинскисать-Цивис һәм башҡалар
Бында ла шул уҡ көндә комкор Максим Магер[12], бригада комиссары Василий Давыдов[13], генералдар Степан Оборин, Сергей Черных һәм башҡалар юҡ ителә.
Был көндәге полигон ваҡиғалары тураһында бер ниндәй ҙә рәсми мәғлүмәт юҡ[14]. «Мемориал» ойошмаһының сайтында дүрт ҡорбан тураһында телгә алынған[15].
«Коммунарка» махсус объектында язаланған билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1999 йылдан алып полигон территорияһы ФСБ ҡарамағынан Урыҫ православие сиркәүе ҡарамағына тапшырылған[16]. 2007 йылдың 22 сентябрендә полигон территорияһында Изге Новомучениктар һәм Коммунаркала Рәсәй Тәүбәгә килеүселәр ғибәҙәтханаһы изгеләндерелгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Постановление Правительства Московской области № 84/9 от 15.03.2002
- ↑ Сайт жителей Коммунарки
- ↑ Приход Преображенской церкви в п. Коммунарка Московской области
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Лукина Мария Вотчина НКВД — спецобъект «Коммунарка»(недоступная ссылка) 09.07.2008
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Николай Фигуровский Спецобъект «Монастырь» // Газета Известия, 11.10.2007
- ↑ Новак Л. Дача особого назначения 2013 йыл 26 ғинуар архивланған. // Итоги (журн.). — 2000, 31 окт. — № 44 (230).
- ↑ 7,0 7,1 Мемориал: расстрельные списки Коммунарки . Общество «Мемориал». Дата обращения: 2010-2-17. Архивировано 12 апрель 2012 года.
- ↑ Такая спокойная Монголия (Неизвестные кошмары 20 века)
- ↑ На полигоне «Коммунарка» должен быть установлен ещё один памятник 2011 йыл 3 ноябрь архивланған.
- ↑ Храм Новомучеников и исповедников российских в пос. Коммунарка. Подворье монастыря 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ В Подмосковье может появиться памятник расстрелянным латвийским дипломатам 2010 йыл 11 июнь архивланған..
- ↑ 39. Магер Максим Петрович (1897-16.10.1941).
- ↑ Давыдов Василий Васильевич.
- ↑ 16 октября 1941 года в Москве была паника из-за приближения немецких войск и слухов о том, что Иосиф Сталин уехал из города.
- ↑ 1941. Октябрь. — Киселев Прокофий Семенович, Алейкин Василий Васильевич, Чистяков Николай Михайлович, Папков (Попков) Василий Алексеевич.
- ↑ Волошина В. Спецобъект «Монастырь». // Известия : газета. — 28.7.2002.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Головкова Л. А. Спецобъект НКВД «Коммунарка» (1937—1941): Альбом-монография. — М.: Изд. агентство «BE-ART Group», 2009. — 120 с. — ISBN 978-5-9901754-1-9.