Эстәлеккә күсергә

Конфуций

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Конфуций
ҡыт. 孔夫子
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ Лу[d]
Тыуған ваҡыттағы исеме ҡыт. 孔丘
Хөрмәтле исеме 仲尼
Кана әлифбаһында исеме こうし[3]
Тыуған көнө б. э. т. 551[4]
Тыуған урыны Цюйфу, Лу[d]
Вафат булған көнө б. э. т. 479[5][4]
Вафат булған урыны Си[d], Лу[d][4]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Ерләнгән урыны Конфуций зыяраты[d]
Атаһы Шулян Хэ[d]
Әсәһе Yan Zhengzai[d]
Бер туғандары Meng Pi[d]
Хәләл ефете Qiguan Shi[d]
Балалары Kong Li[d]
Туған тел тарихи ҡытай теле[d]
Сығышы Qufu[d][2]
Һөнәр төрө фәлсәфәсе, уҡытыусы, яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө фәлсәфә, Ижтимағи фәлсәфә һәм этика
Уҡыусылар Zilu[d], Цзэн-цзы[d], Янь Хуэй (конфуцианство)[d], Дуаньму Цзи[d], Zhuansun Shi[d], Zai Yu[d], Ran Qiu[d], Ran Yong[d], Q24835307?, Q24835393?, Q24834907?, Gongbo Liao[d], Gongye Chang[d], Q24835291?, Gongsun Long[d], Gongxi Ai[d], Q16903777?, Q24835331?, Q6853486?, Q24835065?, Công Tây Châm[d], Gongxi Chi[d], Q24835041?, Q24834934?, Ran Geng[d], Nangong Kuo[d], Q24835267?, Yuan Xian[d], Q24835319?, Q12603391?, Q24835981?, Sima Geng[d], Hou Chu[d], Q10923186?, Shang Qu[d], Q24835146?, Q24835327?, Bu Shang[d], Q16159585?, Fu Buqi[d], Q24835280?, Wuma Shi[d], Q24835311?, Q11085100?, Q24834886?, Zeng Dian[d], Ю Жо[d], Q24834895?, Q24835323?, Xu Fan[d], Q24835138?, Qidiao Kai[d], Q24835989?, Q24835985?, Tantai Mieming[d], Q24835261?, Di Hei[d], Q24835365?, Q24835057?, Q24835303?, Q24835295?, Q24835049?, Q24835045?, Q24835077?, Yan Yan[d], Q24835272?, Q16259876?, Q24835129?, Min Sun[d], Yan Wuyou[d], Q24835285?, Q24835276?, Nhan Khoái[d], Q24834921?, Q24835287?, Q24835085? һәм Цзы-гао[d]
Әүҙемлек урыны Лу[d]
Сәнғәт йүнәлеше Конфуцианлыҡ
Телгә алынған хеҙмәттәр Classic of Filial Piety[d]
Эра Яҙҙар Һәм Көҙҙәр дәүере
Изображается на Bust of Confucius[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Confucius
 Конфуций Викимилектә

Конфуций — (ҡыт. 孔子, пиньинь: Kǒngzǐ, палл.: Кун-цзы, Чжэнчжан: [*kʰloːŋʔ ʔslɯʔ]?; һирәгерәк ҡыт. ғәҙәти 孔夫子, ябайл. 孔夫子, пиньин: Kǒngfūzǐ, палл.: Кун Фу-цзы, Чжэнчжан: [*kʰloːŋʔ pa ʔslɯʔ]?; Confucius тип латинлаштырылған [6]; яңғыҙлыҡ исемдәр 孔丘 Кун Цю и 孔仲尼 Кун Чжунни [7], б. э. т. 551(-551) тирәһендә, Цюйфу — б. э. т. 479 тирәһендә, Цюйфу[8]) — боронғо аҡыл эйәһе һәм Ҡытай философы. Уның тәғлимәттәре Ҡытай һәм Көнсығыш Азия тормошонда тәрән эҙ ҡалдыра, конфуцианлыҡ булараҡ билдәле булған философия системаһы нигеҙенә әйләнә. Конфуций тәүге университетҡа нигеҙ һала һәм төрлө кенәзлектәрҙә яҙылған йылъяҙмаларҙы тәртипкә килтерә. Конфуцийҙың кенәз, чиновник, яугир һәм крәҫтиәндәрҙең тәртибе ҡағиҙәләре тураһындағы тәғлимәте, Ҡытай менән Һиндостанда Будданың тәғлимәте нисек киң таралған булһа, шул кимәлдә уҡ таралыу ала. Ысын исеме — Кун Цю (孔丘 Kǒng Qiū), ләкин әҙәбиәттә йыш ҡына Кун-цзы, Кун Фу-Цзы («учитель Кун»[9][6]) йәки ябай ғына итеп Цзы — «Уҡытыусы» тип алына. 20 йәштән саҡ ҡына өлкәнерәк сағында уҡ ул Ҡытайҙың тәүге профессиональ педагогы булараҡ таныла. Ул кешелекте кеше сифаттарына өйрәтә.

Легизм еңгәнгә тиклем, Йөҙ мәктәп исеме аҫтында билдәле булған осорҙа, Конфуций мәктәбе Һуғышыусы батшалыҡтарҙың интеллектуаль тормошонда бик күп йүнәлештәрҙең береһе генә була. Цин ҡолатылғас ҡына тергеҙелгән конфуцианлыҡ дәүләт идеологияһы статусына еткерелә һәм, ваҡытлыса ғына буддизм һәм даоцизмға юл ҡуйып, ХХ быуат башына тиклем һаҡлана. Был Конфуций фигураһын ҙурлауға, уны дини пантеонға әйләндереүгә килтерә.

Конфуций затлы Кун нәҫеле вариҫы була. Уның урта быуатта Ҡытай авторҙары тарафынан бик яҡшы итеп өйрәнелгән нәҫел тамыры Вэй-цзы исемен йөрөткән, тоғролоғо һәм ғәййәрлеге өсөн Сун батшалығы һәм шуға ярашлы чжу хоу титулы бирелгән Чжоу Чэнь-ван династияһы императорының тоғро вариҫына барып тоташа. Әммә быуындар алмашыныуы менән Конфуций нәҫеле элекке йоғонтоһон юғалта һәм ярлылана; уның Му Цзинфу исемле ҡарт олатаһына тыуған кенәзлеген ҡалдырырға һәм сит ерҙәрҙә, Лу батшалығында төпләнергә тура килә[10].

Конфуций 63 йәшлек хәрби хеҙмәткәр Шулян Хэ (叔梁纥, Shūliáng Hé) һәм Янь Чжэнцзай (颜征在 Yán Zhēngzài) исемле ун ете йәшлек әсир ҡыҙҙан тыуа. Буласаҡ философтың атаһы уға йәш ярым булғанда вафат була. Конфуцийҙың әсәһе Янь Чжэнцзай һәм атаһының ике өлкән ҡатыны араһындағы мөнәсәбәт бик көсөргәнешле була, сәбәбе — малай таба алмаған өлкән ҡатынының иренә малай табып биргән йәш ҡатынға ҡарата асыуы, ул осорҙа ҡытай ир-егеттәре өсөн ғаиләлә малайҙың булыуы бик мөһим була. Сибек һәм сирләшкә малай (уны Бо Ни тип атайҙар) тапҡан икенсе ҡатыны ла йәш әсәне күрә алмай. Шуға күрә лә Конфуцийҙың әсәһе, улын алып, йорттарынан сығып китә һәм тыуған яғына Цюйфу ҡалаһына ҡайтып урынлаша, әммә ата-әсәһенә ҡайтмайынса үҙаллы йәшәүҙе хуп күрә.[11].

Ғаилә ярлылыҡта йәшәгәнлектән, Конфуцияға кесе йәштән үк бик күп эшләргә тура килә. Әммә әсәһе, Янь Чжэнцзай, улына уның атаһының һәм уның бынан алдағы нәҫеленең бөйөк эштәре тураһында һөйләр була. Шулай итеп, Конфуцийҙа уның нәҫеле лайыҡ булған юғары урынды яуларға тейешлеге тураһындағы фекере нығығандан-нығый бара, шуға ла ул үҙ алдына белем алыу менән шөғөлләнә, иң тәүге сиратта — ул ваҡыттағы һәр Ҡытай аристократына кәрәкле сәнғәтте өйрәнә. Уғата тырышып уҡыуы үҙ емештәрен бирә һәм Конфуцийҙы Лу батшалығының Цзи кланында (Көнсығыш Ҡытай, хәҙерге Шаньдун провинцияһы) келәттәрҙе тикшереүсе (игенде ҡабул итеү һәм үлсәп ебәреп тороу өсөн яуаплы чиновник) итеп ҡуялар[12], шунан һуң малдар өсөн яуаплы чиниовник була ул. Ул мәлдә буласаҡ фәйләсүфҡа — тикшеренеүселәрҙең фаразы буйынса — 20 - 25 йәш тирәһе була. Ул 19 йәшендә өйләнә, Ли исемле улы була[13].

Был осорҙа Чжоу империяһы бөтөүгә табан бара: император власы һанға һуғылмай, патриархаль йәмғиәт тарҡалыуға дусар ителә, һәм затлы нәҫел урынына ябай чиновниктарҙы үҙ тирәһенә йыйған айырым батшалыҡтар хакимдары килә. Ғаилә-клан бүленешенең боронғо нигеҙҙәренең емерелеүе, үҙ-ара талаш-тартыш, чиновниктарҙың һатылыуы һәм ҡомһоҙлоғо, ябай халыҡтың бөлгөнлөккә төшөүе һәм ыҙа сигеүе — йәмғиәттең боронғолоҡто һаҡларға тырышҡан вәкилдәрендә ҡырҡа тәнҡит тыуҙыра.

Дәүләт сәйәсәтенә йоғонто яһай алмаясағын аңлағандан һуң Конфуций отставкаға китә һәм уҡыусылары менән бергә Ҡытай буйлап сәйәхәт итә башлай. Сәйәхәте барышында ул үҙенең идеяларын төрлө өлкәләр хакимдәрына еткерергә тырыша. Яҡынса 60 йәшендә Конфуций өйөнә ҡайта һәм ғүмеренең һуңғы йылдарында яңы уҡыусыларына белем биреү, шулай уҡ Ши-цзин (Йырҙар Китабы), И цзин (Үҙгәрештәр Китабы) һәм башҡа элек яҙған әҙәби хеҙмәттәрен системаға һалыу менән шөғөлләнә. Конфуцийҙың уҡыусылары остазының әйткән фәһемле һүҙҙәре һәм әңгәмәләре буйынса «Лунь Юй» («Әңгәмәләр һәм фекерҙәр») китабын баҫтырып сығара, ул конфуцианлыҡты хөрмәт иткән китап була (Конфуцийҙың тормош сәхифәләре араһында уның улы Бо Юй 伯魚 иҫкә алына, икенсе төрлө уны Ли 鯉 тип тә йөрөтәләр; биографияһының ҡалған мәлдәре күбеһенсә Сым Цяндың «Тарихи яҙмаларында» урын ала).

Чуньцю («Яҙ һәм Көҙ», Лу еренең беҙҙең эраға тиклем 722 йылдан 481 йылға тиклемге осоро йылъяҙмаһы) китабын ғына Конфуцийҙың классик әҫәре тип атарға мөмкин; артабан бәлки ул Ши-цзинды («Шиғырҙар китабы»н) мөхәррирләгәндер, тигән фекер ҙә йәшәй. Ҡытай ғалимдары Конфуцийҙың 3000 шәкерте булған, шуларҙың 70-е — иң яҡыны тип иҫәпләһә лә, ғәмәлдә 26 шәкертенең генә исемдәре билдәле; Янь-юань иң яратҡан шәкерте булған. [Цзэн-цзы]] һәм Ю Жоны ла ул үҙенә яҡын тартҡан (см. en:Disciples of Confucius).

Конфуцианлыҡты йыш ҡына дин тип атаһалар ҙа, унда ғибәҙәтханалар институты юҡ, уның өсөн теология мәсьәләләре мөһимерәк. Конфуцианлыҡ этикаһы дингә бәйләнмәгән. Конфуцианлыҡтың идеалы — боронғо өлгө буйынса һәр шәхестең билдәле бер тәғәйенләнеше булған гармоник үҫешкән йәмғиәт булдырыу. Гармоник йәмғиәт тоғролоҡ (чжун, 忠) идеяһында ҡорола. Конфуций этиканың алтын ҡағиҙәһен уйлап таба: «Үҙеңә теләмәгәнде, кешегә ҡарата ҡулланма».

Кешелекле кеше сифаттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Кешелеклелек
  2. Ғәҙеллек
  3. Йолаларға тоғролоҡ
  4. Аҡыллылыҡ
  5. Эскерһеҙлек

Көнбайыш Европала конфуцианлыҡтың таралыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Статуя Конфуция у средней школы № 6 в Ухане

XVII быуат уртаһында Көнбайыш Европала Ҡытайҙа сыҡҡан бөтә нәмәгә, ғөмүмән көнсығыш экзотикаһына мода барлыҡҡа килә. Ошо мода менән бергә ҡытай философияһын үҙләштерергә тырышыу ҙа барлыҡҡа килә, хатта был философия менән һоҡланыуға тиклем барып етәләр. Мәҫәлән, инглиз яҙыусыһы Роберт Бойль ҡытайҙарҙы һәм индустарҙы гректар һәм римлеләр менән сағыштыра.

1687 йылда Конфуцийҙың «Лунь юя» китабы латинсаға тәржемә ителә. Тәржемәне иезуит ғалимдары әҙерләй. Был тарихи осорҙа иезуиттар Ҡытайҙа күп тапҡырҙар үҙҙәренең эштәре менән була. Авторҙарҙың береһе, Филипп Купле, Европаға йәш ҡытай егете менән бергә ҡайта, уны Мишель исеме аҫтында суҡындыралар. 1684 йылда был йәш егет Версальдәге сараға саҡырыла, шул ваҡиғанан һуң Европала ҡытай мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу тағы ла арта төшә.

Иң танылған иезуит тикшеренеүселәренең береһе, Маттео Риччи, ҡытай рухи тәғлимәттәре менән харистианлыҡ араһында концептуаль бәйләнеш булыуын табырға тырыша[сығанаҡ 4064  көн күрһәтелмәгән]. Бәлки уның тикшеренеү программаһына европаны үҙәкләштереү[сығанаҡ 4064  көн күрһәтелмәгән] хас булғандыр, ләкин тикшеренеүсе Ҡытай, христианлыҡ ҡиммәттәрен ҡабул итеп алмаһа ла, уңышлы үҫешә алыр, тип башына ла килтермәй. Риччи «Конфуций ҡытай-христиан синтезен булдырыу өсөн асҡыс»[сығанаҡ 4064  көн күрһәтелмәгән] тип билдәләй. Бынан тыш ул, һәр диндең нигеҙ һалған кешеһе булырға тейеш, тип иҫәпләй, шуға ла Конфуцийҙы «конфуциан диненә» нигеҙ һалыусы тип атай.

Француз философы Николя Мальбранш үҙенең «Христиан аҡыл эйәһенең ҡытай аҡыл эйәһе менән әңгәмәһе» китабында (1706 йылда баҫылып сыҡҡан) конфуцианлыҡ тураһындағы фекерҙәрен әйтә. Шулай итеп, Мальбранш, Конфуций — дингә нигеҙ һалыусы түгел, ә саф рационализм вәкиле, тип белдерә.

Готфрид Вильгельм Лейбниц та Конфуций тәғлимәтенә байтаҡ ваҡытын сарыф итә.

Лейбництың метафизикаһын популярлаштырыусы шәкерте, абруйлы философтарҙың береһе Христиан фон Вольф уҡытыусыһынан ҡытай мәҙәниәтенә, атап әйткәндә, конфуцианлыҡҡа ҡарата ихтирамлы ҡарашлы мираҫ итеп ала.

Ә бына танылған немец тарихсыһы Иоганн Готфрид Гердер ҡытай мәҙәниәтенә төнҡит күҙлегенән ҡарай һәм, Конфуций этикаһы тик ҡолдарҙы ғына тыуҙырырға һәләтле, тип билдәләй.

Гегель философия тарихы буйынса лекцияларында XVII—XVIII быуаттарҙа Көнбайыш Европала конфуцианлыҡҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙың артыуына тәнҡит күҙлегенән ҡарай.

Конфуций белемдең нигеҙе — яҡшылыҡ принцибы тип иҫәпләй. Идара иткән кешеләр идеаль булырға тейеш. Уларҙын йәшәйеше йолаларға буйһонорға тейеш. Улар гуманист, бурысын үтәргә, белемгә ынтылырға тейеш. Дәүләт — ҙур ғаилә. Ил башлығының маҡсаты халыҡты ашатыу һәм өйрәтеү. Байҙарға һәм ярлылыларға бүленеү насар түгел.

Конфуций буйынса енәйәт өсөн язаны ҙурайтыу йәмғиәттә енәйәтселекте кәметмәй.

«Конфуций и дети» — иллюстрация из книги для детского чтения (1680 г)

Конфуций шәхесе классик ҡытай мәғарифының титул фигураһына әкренләп, эҙмә-эҙлекле рәүештә әүерелә. Тәүҙә уның исеме Мо-цзы (Кун-мо 孔墨) менән йәнәш йәки империя булғанға тиклемге башҡа интеллектуалдар исемлегендә атала. Ваҡыты менән ул жу 儒 термины менән яраштырыла — әммә шуныһы аҙаҡҡа тиклем аңлайышлы түгел: ул конфуцианлыҡтан башҡа интеллектуаль йолаларҙы күҙҙә тотҡанмы, әллә юҡмы (артабан был төшөнсәне конфуцианлыҡ менән тигеҙләү тураһында, см.).

Конфуцийҙың популярлығы Хань династияһы осоронда күтәрелә: был дәүер әҙәбиәтендә ул уҡытыусы һәм сәйәсмән генә булып түгел, ә закон сығарыусы, пәйғәмбәр һәм ярымалла кимәленә еткерелә. «Чуньцю»ға аңлатмалар яҙыусылар, Конфуций «күк мандаты» алыуға өлгәшкән, тигән һығымтаға килә, шуға ла уны «тәхеткә ултыртылмаған ван» тип атай. Беҙҙең эраның I быуатында Кофуций дәүләт табыныуы объектына әйләнә (титул 褒成宣尼公); беҙҙең эраның 59-сы йылынан даими рәүештә урындағы кимәлдә уға баш эйеү, табыныу раҫлана; 241 йылда (өс батша осоро) аристократик пантеонға күтәреү тамамлана, ә 739 йылда (Таң династияһы) ван титулы ла Конфиций исеме янына теркәлә. 1530 йылда (Мин династияһы) Конфуций 至聖先師 атамаһына лайыҡ була, йәғни «үткән замандар уҡытыусылары араһында иң юғары аҡыл эйәһе» тип таныла.

Конфуцийҙың шулай ныҡ популярлашып китеүен шул замандағы тарихи процестар менән бәйләргә кәрәк. Мәҫәлән, «тәхеткә ултыртылмаған ван», йәғни Конфуций, Ван Ман тәхетте законһыҙ рәүештә биләүенә бәйле илдә тыуған көрсәктән һуң, тәхеткә ултырған Хань династияһын лигитимлаштырыу өсөн бик кәрәк була (шул осорҙа яңы баш ҡалала тәүге будда ғибәҙәтханаһы) ҡалҡып сыға.

Имтихандар системаһы үҫешә барыу менән, Ҡытайҙа Конфуцийға (en:Temple of Confucius) арналған ғибәҙәтханалар төҙөү киң ҡолас ала. Уның тыуған яғындағы Конфуций ғибәҙәтханаһы, Цюйфулағы, Шанхайҙағы, Пекиндағы, Тайчжундағы ғибәҙәтханаларҙы шулар иҫәбенә индерергә була.

Ҡытай тарихында Конфуций образының төрлө ҡиәфәттә һүрәтләнеүенә ҡарата Гу Цзеган ирониялы комментарий ҙа яҙа.

Кинематографтағы образы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2010 — Конфуций / Confucius / Kong Zi (реж. Ху Мэй / Hu Mei) — нәфис фильм, Конфуций ролендә — Чоу Юнь-Фат / Yun-Fat Chow
  • 2015 — Конфуций / Confucius (реж. Хьюго Макгрегор / Hugo Macgregor) — документаль-уйын фильмы, Конфуций ролендә — Минлинь Цяо / Minglin Qiao
Онлайн-публикациялар
  • Конфуций // Большая советская энциклопедия: В 66 томах (65 т. и 1 доп.) / Гл. ред. О. Ю. Шмидт. — 1-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1926—1947.



Конфуций