Эстәлеккә күсергә

Леонтьев Алексей Фёдорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алексей Фёдорович Леонтьев
Файл:AFLeontiev.jpg
Тыуған көнө

27 март 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Тыуған урыны

Түбәнге Новгород өлкәһе, Яковцево ауылы, Рәсәй империяһы

Вафат көнө

14 апрель 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (70 йәш)

Вафат урыны

Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР

Ил

СССР

Ғилми даирәһе

математика

Эшләгән урыны

Н. И. Лобачевский исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт университеты, МЭИ, Башҡорт дәүләт университеты

Альма-матер

Горький дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

фән докторы;(1948)

Ғилми исеме

СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1970)

Ғилми етәксеһе

СССР ФА мөхбир ағзаһы А. О. Гельфонд

Уҡыусылары

В. В. Напалков, В. П. Громов, Ю. Н. Фролов

Награда һәм премиялары
Октябрь Революцияһы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
СССР Дәүләт премияһы — 1989

Леонтьев Алексей Фёдорович (27 март 1917 йыл — 14 апрель 1987 йыл) — ғалим-математик. 1971—1987 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Физика һәм математика бүлегенең сектор мөдире, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, функциялар теорияһы һәм функциональ анализ кафедраһы мөдире. СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1970), физика-математика фәндәре докторы (1948), профессор (1949). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1975). СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1989, үлгәндән һуң). Октябрь Революцияһы (1987) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975) ордендары кавалеры.

Алексей Фёдорович Леонтьев[1] 1917 йылдың 27 апрелендә Түбәнге Новгород губернаһының Яковцево ауылында тыуған. Ҙур крәҫтиән ғаиләһендә ун өсөнсө бала була.

Атаһы Федор Харитонович 1927 йылда мәрхүм була. Бер аҙҙан әсәһе Надежда Ивановна ла донъя ҡуя. Балаларҙы ағайҙары һәм апайҙары ҡарап үҫтерә.

1929 йылда Алексей Федорович беренсе баҫҡыс ауыл мәктәбен тамамлай һәм уҡыуын Дзержинск ҡалаһында, унан һуң Горький ҡалаһында дауам итә.

1939 йылда Горький дәүләт университетын тамамлай. Унан һуң аспирантурала уҡый (ғилми етәксеһе — профессор И. Р. Брайцев). 1941 йылда Алексей Фёдорович халыҡ ополчениеһына инә һәм Горький ҡалаһы тирәләй оборона ҡоролмалары төҙөүҙә ҡатнаша, ә 1942 йылда «Дифференциаль-төрлөлөклө тигеҙләмәләр» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Артабан ул Козьмодемьянск ҡалаһында Мари педагогия институтында эшләй, математиканан лекциялар уҡый.

1942—1954 йылдарҙа Горький университетында уҡыта. 1945 йылда А. Ф. Леонтьев СССР ФА В. А. Стеклов исемендәге Математика институтының докторантураһына инә (ғилми етәксеһе — СССР ФА мөхбир ағзаһы А. О. Гельфонд).

1948 йылда Горький университетында «Дирихле полиномдары рәттәре тарафынан билдәләнгән функциялар класы тураһында» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1948—1954 йылдарҙа Горький университетында юғары математика кафедраһы мөдире.

1954—1962 йылдарҙа Мәскәү энергетика институтының математика кафедраһы мөдире, МЭИ-ҙың юғары математика буйынса махсус курсы кафедраһы мөдире.

1962—1971 йылдарҙа СССР ФА В. А. Стеклов исемендәге Математика институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта МЭИ-ҙа уҡыта.

1971 йылдан СССР ФА БФ Физика һәм математика бүлексәһенең функциялар теорияһы секторы мөдире, Башҡорт дәүләт университетының математика факультетында кафедра мөдире.

Уның етәкселеге аҫтында Өфөлә комплекслы үҙгәреүсәндең функциялары теорияһы буйынса математик фәнни мәктәп формалаша.

А. Ф. Леонтьевтың фәнни эшмәкәрлек даирәһе: комплекслы үҙгәреүсәндең функциялары, экспоненталар полиномдарының эҙмә-эҙлелеге, күсәрҙә свёртка тигеҙләмәләрен сисеү һәм комплекслы өлкәлә элементар сиселештәр ярҙамындағы аппроксимация мәсьәләләре, сикһеҙ тәртиптәге тигеҙләмәләр теорияһы. Уның тарафынан математиканың экспоненталар полиномдары эҙмә-эҙлелектәренең үҙенсәлектәрен тикшереү йүнәлеше барлыҡҡа килтерелә, ирекле аналитик функцияларҙың экспоненталар рәттәре менән вәкәләтле булыуы теорияһы эшләнә.

Алексей Фёдорович квазианалитик дауамлылыҡ теорияларын иҫбатлай, дифференциациялауға ҡарата вариантһыҙ ярҙамсы арауыҡтарҙың спектраль синтезы мәсьәләләрен өйрәнә.

Горькийҙа, Мәскәүҙә һәм Өфөлә бик күп уҡыусылар әҙерләй, уларҙың утыҙ бише — фән кандидаты, һигеҙе фән докторы булып китә.

Алексей Федорович Леонтьев Мәскәүҙә Кунцево зыяратында ерләнә.

А. Ф. Леонтьев — 120-нән ашыу фәнни хеҙмәт[2], шул иҫәптән 3 монография авторы.

  • Леонтьев А. Ф. Ряды полиномов Дирихле и их обобщения. М., 1951 г. 39 томов.
  • Леонтьев А. Ф. Ряды экспонент. — М., Наука, 1976;
  • Леонтьев А. Ф. Последовательности из экспонент. — М., Наука, 1980;
  • Леонтьев А. Ф. Обобщения рядов экспонент. — М., Наука, 1981.
  • Леонтьев А. Ф. «Представление функций рядами обобщённых экспонент» // Матем. сб., 134(176):4(12) (1987).
  • Леонтьев А. Ф. «Решение обобщённого уравнения свёртки» // Изв. АН СССР. Сер. матем., 43:2 (1979), 342—366
  • Леонтьев А. Ф. Ряды Дирихле, последовательности полиномов Дирихле и связанные с ними функциональные уравнения // Итоги науки и техн. Сер. Мат. анал., 13 (1975), 5-55
  • Леонтьев А. Ф. Дифференциально-разностные уравнения. // Матем. сб., 24(66):3 (1949), 347—374

А. Ф. Леонтьев 1962 йылда В. А. Стеклов исемендәге Математика институты тарафынан «Русско-английский словарь математических терминов» һәм «Англо-русский словарь математических терминов» баҫмаларын нәшер итеүгә әҙерләүҙә ҡатнаша.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1975)
  • Октябрь Революцияһы ордены (1987).
  • СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1989, вафатынан һуң) «Ряды экспонент» һәм «Последовательности полиномов из экспонент» тигән монографиялары өсөн.

Башҡорт дәүләт университетында математика факультеты студенттары өсөн — А. Ф. Леонтьев исемендәге стипендия, ә Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы тарафынан математика өлкәһендәге күренекле хеҙмәттәр өсөн СССР ФА мөхбир ағзаһы А. Ф. Леонтьев исемендәге премия булдырылған. Ул дүрт йылға бер тапшырыла.

  1. http://fmf-bspu.narod.ru/Leontiev.doc
  2. Персоналии: Леонтьев Алексей Фёдорович. Дата обращения: 1 февраль 2013.
  • Члены Российской академии наук в Математическом институте им. В. А. Стеклова РАН. К 75-летнему юбилею МИАН. Биографический словарь-справочник. Под общей редакцией академика В. В. Козлова. / Авторы-составители: Э. П. Зимин, С. В. Кисляков, Г. С. Монахтина, В. П. Павлов. — М.: Янус-К, 2009.