Лотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улы
Әхмәт Лотфуллин | |||
Исеме: |
Әхмәт Фәтҡулла улы Лотфуллин | ||
---|---|---|---|
Тыуған: | |||
Тыуған урыны: | |||
Үлгән: | |||
Үлгән урыны: |
Өфө ҡалаһы | ||
Гражданлығы: | |||
Жанр: |
пейзаж | ||
Уҡыған урыны: |
Литва ССР-ы Дәүләт художество институты (1954) | ||
Стиль: | |||
Исемдәре: |
| ||
Премиялары: |
Лотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улы (рус. Лутфуллин Ахмат Фаткуллович) — (4 февраль 1928 йыл — 10 июль 2007 йыл) — СССР-ҙың (1989) һәм РСФСР-ҙың халыҡ (1982), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1966). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1982). Үҙенең художество стилен, үҙенең «доминанта»һын — башҡорт неореализмын булдыра[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әхмәт Фәтҡулла улы Лотфуллин 1928 йылдың 4 февралендә Башҡорт АССР-ы Тамъян-Ҡатай кантоны[2] Асҡар ауылында тыуған. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килә.
1943—1945 йылдарҙа Магнитогорск һөнәрселек училищеһында уҡый.
1945—1948 йылдарҙа Ленинград ҡалаһының 9-сы архитектура-художество училищеһында уҡый.
1949—1951 йылдарҙа Өфө театр-художество училищеһында А. Э. Тюлькин, Б. Ф. Лалетин кластарында уҡый.
1951—1954 йылдарҙа Литва ССР-ы Дәүләт художество институты студенты.
1957 йылда Өфөлә тәүге шәхси күргәҙмәһе уҙғарыла. 1957—1998 йылдарҙа — Бөтә Рәсәй һәм республика әһәмиәтендәге күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.
1966 йылда «БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы» исеме бирелә. 1970 йылда РСФСР Юғары Советы һәм Министрҙар Советының Почёт грамотаһы менән тәбрикләнә. 1971 йылда «Ауылда байрам. 1930-сы йылдар» картинаһы өсөн СССР Художество академияһы дипломы менән бүләкләнә.
1976 йылда Францияға ижади сәфәр яһай. Мәскәүҙә шәхси күргәҙмәһе була. 1977 йылда ижади ҡаҙаныштары өсөн РСФСР Юғары Советы һәм Министрҙар Советының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә. 1978 йылда «РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы» исеменә лайыҡ була. Өфө, Магнитогорск, Ҡазан ҡалаларында күргәҙмәләре эшләй.
1982 йылда «РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы» маҡтаулы исеме, шул уҡ йылда Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә.
1987 йылда юғары ижади ҡаҙаныштары өсөн КПСС Үҙәк Комитеты, СССР Министрҙар Советы, ВЦСПС һәм ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә.
1988 йылда СССР Художество академияһы ағза-корреспонденты итеп һайлана. 1989 йылда «СССР халыҡ рәссамы» исеменә лайыҡ була.
1992 йылда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Почётлы ағзаһы итеп һайлана. 1997 йылда Рәсәй Художество академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана. 1998 йылда Өфөнөң М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында шәхси күргәҙмәһе ойошторола.
2007 йылдың 10 июлендә Өфөлә вафат була. Үҙенең васыяты буйынса Белорет районы Абҙаҡ ауылында ерләнгән [3][4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Махмутов, Наиль. Любимые художники Башкирии. — Уфа: Лето, 2018. — С. 21. — 288 с. — ISBN 978-5-87308-038-0.
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы
- ↑ ЛОТФУЛЛИН Әхмәт Фәтҡулла улы
- ↑ Роза йырлаған саҡта...
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 3 февраль 2023)
- История и культура Башкортостана
- Әхмәт Лотфуллин картиналары(недоступная ссылка)
- 450 йыл Рәсәй менән бергә 2012 йыл 20 апрель архивланған.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Әбйәлил районында тыуғандар
- 4 февралдә тыуғандар
- 1928 йылда тыуғандар
- 10 июлдә вафат булғандар
- 2007 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- СССР-ҙың халыҡ рәссамдары
- РСФСР-ҙың халыҡ рәссамдары
- Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары
- Алфавит буйынса рәссамдар
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамдары
- Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамдары
- Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаусылар
- Башҡортостан рәссамдары