Нарва (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нарва
эст. Narva
Нарва (һулда) һәм Ивангород (уңда) ҡалалары араһында Нарва йылғаһы
Нарва (һулда) һәм Ивангород (уңда)
ҡалалары араһында Нарва йылғаһы
Характеристика
Оҙонлоғо 77 км
Һыу сығымы 399 м³/с
Һыу ағымы
Инеше Чуд күле
 · Бейеклеге 30 м
 · Координаталар 58°59′14″ с. ш. 27°43′49″ в. д.HGЯO
Тамағы Нарва ҡултығы
 · Урынлашыуы Нарва-Йыэсуу ҡалаһы, Эстония
 · Бейеклеге 0 м
 · Координаталар 59°28′12″ с. ш. 28°02′36″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Балтик диңгеҙе

Россия Ленинград өлкәһе
Эстония Ида-Вирумаа
РДҺР 01030000412104100000010
Нарва (йылға) (Ленинград өлкәһе)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Нарва Викимилектә

Нарва (Нарова[1]; эст. Narva jõgi һәм Naroova) — Эстония һәм Рәсәй Федерацияһының Ленинград өлкәһе сигендәге йылға. Әҙәбиәттә шулай уҡ Алуксе (боронғо исеме Нарова[2]) һәм Бәк[3] атамалары осрай, һуңғыһы XVII быуатта шведтар хакимлыҡ иткән дәүерҙә ҡулланылған һәм Олеарийҙың яҙмаларында телгә алына. Йылға буйында Рәсәйҙең Ивангороды һәм эстондарҙың Нарва һәм Нарва-Йыэсуу ҡалалары урынлашҡан. Хәҙерге ваҡытта йылға ярҙарын ике күпер тоташтыра. 1991 йылдан йылға фарватеры буйлап рәсәй- эстон сиге үтә. Йылға яры буйындағы төбәк Принаровье атамаһын йөрөтә.

Дөйөм мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нарва йылғаһы бассейны картаһы
Нарва йылғаһының профиле

Йылға Чуд-Псков күленән башлана һәм Балтиҡ диңгеҙенең Фин ҡултығындағы Нарва ирененә ҡоя.

  • Йылғаның оҙонлоғо 77 км, шуларҙың 40 километры — үрге ағымында, 20 километры — урта ағымында, 17 километры — түбәнге ағымы.
  • Бассейндың майҙаны — 56 200 кв. км.
  • Йылға тамағында һыу сығымы — 399[4] куб. м/сек йәки йылына 12,58 куб.м, 78 йәғни йылға тамаһындағына ҡарағанда йылына 2,46 куб.м-ға күберәк.
  • Йылғаның бейеклектән атылып ағыуы — 30 м, уларҙың 19 проценты (4 — 7,5 м) Нарва шарлауыҡтарына, ә 16 проценты (5 метр) Омут һикәлтәләренә тура килә.
  • Потенциаль гидроэнергетик ресурстар: уртаса йыллыҡ ҡеүәте 141 МВт, уртаса йыллыҡ эшләп сығарыуы 1235 млн кВт⋅сәғәт.
  • Киңлеге уртаса 200—300 м, әммә ағым буйлап ГЭС-тан түбәнерәк 390 метрға тиклем, ә иң йылғаның иң ҙур киңлеге үрге ағымда, Верховский утрауы янында күҙәтелә — яҡынса 900 м.
  • Йылға тәрәнлеге 3-4 м, урыны менән 6 метрға тиклем етә, ГЭС-тан түбәнерәк — 11 метрға тиклем, тамағына етәрәк — 15 метрға тиклем.
  • Йылға ағымының уртаса тиҙлеге — 1 м/с, һикәлтәләрҙә 3 м/с, түбәнге ағымында 0,5 м/с тиклем.
  • Йылғала боҙ 5,5 айға тиклем ята, йәй — һыу һайыға.
  • Йылға Чуд күлендә башлана, ләкин ҡышын яуған ҡалын ҡар ҙа йылғаны туҡландырыуға тос өлөш индерә.

Гидроэлектростанциялар: Нарва ГЭС-ы.

Йылға буйындағы ҡалалар: Нарва, Нарва-Йыэсуу (Эстония) һәм Ивангород (Рәсәй).

Судноларҙың йөрөүе: Нарва ГЭС-ынан түбәнерәк (14,9 км) һәм Нарва һыуһаҡлағысында (15 км) суднолар йөрөй, шулай итеп, йылға майҙанының 40 проценты суднолар йөрөүгә яраҡлы.

Төп ҡушылдыҡтары: Плюсса, Россонь

Йылға тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылға тамағы, Нарва-Йыэсуу
Нарва йылғаһының ике яры буйлап урынлашҡан ике ҡәлғә күренеше
Нарва променады һәм Нарвалағы Дуҫлыҡ күпере

Йылға башында, Чуд күленән сыҡҡан урынында, Эскәмйә (Рәсәй) һәм Васкнарва (Эстония) ауылдары урынлашҡан. Васкнарвала (Сыренце) 1349 йылда төҙөлгән һәм аҙаҡ емерелгән орден һарайы емереклектәре ята. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы — Васкнарва янында уртаса йыллыҡ һыу ағымы — 321 куб.м/сек, йәғни уртаса йыллыҡ һыу ағымы 10,123 куб. км. Ағым буйынса саҡ ҡына түбәнерәк, Омут (Рәсәй) ауылы янында, дөйөм бейеклеге 5 метр самаһы булған Омут һикәлтәләре ҡалҡып сыға, әммә улар ваҡ суднолар йөрөүгә ҡамасауламай. Йылға тамағынан Нарва һыуһаҡлағысына тиклем 40 километрҙа Эстонияның төньяҡ-көнсығышында һәм һәм Рәсәйҙең Ленинград өлкәһенең көньяҡ-көнбайышында йылға һаҙлыҡлы урман аша аға. Йылғаның был өлөшөндә уға Чёрная йылғаһы (Мустайыги) һәм бер нисә бәләкәй йылғасыҡ ҡушыла. Нарва үрге ағымында, эрерәк утрауҙар барлыҡҡа килтереп, тармаҡланып аға. Ҡайһы бер утрауҙарҙың киңлеге хатта йылға киңлеге тиклем була. Атап әйткәндә, Верховский утрауын урап үткән тармаҡтың киңлеге яҡынса 900 метрға етә.

Нарва йылғаһының урта ағымында йылға улағын Нарва һыуһаҡлағысы ҡаплап ята.

Нарва шарлауыҡтарының түбәнге ағымында Дуҫлыҡ күперенә тиклем тәрәнлеге 20 метрға еткән каньонда Нарва үҙәне урынлашҡан. Нарва йылғаһы каньоны — дәүләт тарафынан һаҡланған ландшафт заказнигы. Нарва ГЭС-ынан башланып, плотинанан сирек км түбәнерәк, йылғаның ҡороған улағында Кренгольм утрауы ята, ул Эстонияның иң көнсығыштағы утрауы һәм бер үк ваҡытта был илдең иң көнсығыш нөктәһе. Утрауҙың оҙонлоғо яҡынса 750 м һәм киңлеге яҡынса 200 м. Утрауҙа Кренгольм мануфактура фабрикаһы урынлашҡан. Нарва был урында, утрауҙы үткәреп ебәрергә теләгәндәй, ике тармаҡҡа бүленә. Һул яҡтағы тармаҡ (эстон) киңлеге — 40 метр, уң яҡтағыһы (дөйөм) — 85 м. Кренгольм утрауын һул яр менән бәйләү өсөн һул яҡ тармаҡ аша (көнбайыш) өс күпер һалынған (әммә уң яры менән бәйләнеш юҡ).

Нарваның ҡоро улағында урыҫ шағиры Петр Вяземский тасуирлап яҙған Нарва шарлауыҡтары һәм тупһалары урынлашҡан. Һыуһаҡлағыс булмаһа, һәр секунд һайын 7 метрлыҡ бейеклектән 380 кубометр һыу атылып торор ине, әммә шарлауыҡ аҙнаһына бер тапҡыр ғына «тоҡандырыла». Кренгольм шарлауығының һул яғының бейеклеге — 4 метрҙан 6 метрға тиклем, ә уң яҡтағы Йоальский (һул) шарлауығының бейеклеге — 6 метрҙан 7,5 метрға тиклем. Шарлауыҡтарҙың дөйөм киңлеге — 125 метр, Йоальский (һул) уң шарлауыҡтан бер аҙ ҡыҫҡараҡ. Ҡоро үҙән аша Балтик-Ладога һикәлтәһенең (Төньяҡ-Эстон глинты) бер «киҫәге» үтә. Шарлауыҡтар булғанға күрә, Чуд күленән Нарва йылғаһы буйлап Фин ҡултығына туранан-тура йылға буйлап суднола барыу мөмкин түгел. Йылғаның ҡоро улағының оҙонлоғо 1,6 км, ул Нарва плотинаһынан башлана һәм Нарва ГЭС-ынан 500 метрға юғарыраҡ урында тамамлана. Нарва ГЭС-ынан һуң йылғаның ағымы шәбәйә.

Артабан йылға тағы ла 2,2 км самаһы Нарва һәм Ивангород ҡалалары сигенән аға, ә ҡалған 12 километрҙа ылыҫлы урман менән ҡапланған яр буйлап бара һәм юлында бер нисә утрау (Петроский һәм Канну утрауҙары) эргәһенән үтә. Нарва тамағынан 700 метрҙа уға Россонь (Россона) йылғаһы ҡушыла. Россонь көнсығышҡа табан 15 километрҙа ағып ятҡан Луга һәм Нарва йылғаларын тоташтыра. Россонь йылғаһы ҡыҙыҡ бифуркация күренешенә эйә. Нарва һәм Луга йылғаларындағы һыу миҡдарына ҡарап, Россонь йә бер яҡҡа, йәғни Нарва яғына, йәки Луга яғына ағып ята.

Нарва йылғаһы Балтиҡ диңгеҙенең Фин ҡултығындағы Нарва ирененә ҡойған урында Нарва-Йыэсуу (Эстония) ҡала-курорты урынлашҡан .

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

М. Фасмер тәҡдим иткән этимология иң популяр булып иҫәпләнелә, ул йылға атамаһын вепс телендәге narvaine «тупһа» һүҙе менән сағыштыра. Һуҙынҡыларҙың алмашынып килеүен (боронғо урыҫ телендәге Нарова, Норова, Нерова) иҫәпкә алһаҡ, атаманың балтиҡ диңгеҙе буйында киң таралған гидроним тамырынан булыуы ла ихтимал: *Nar-/*Ner- (сағ. урыҫ. нырять)[5]. Ниһайәт, бороңғо герман теленән үҙләштерелгән *narwa «тар» (сағ. ингл. narrow) булыуы ла мөмкин, йыш ҡына был һүҙ тарбоғаҙҙы аңлата.

1681[6], 1684[7], 1900[8], 1905[9], 1933 й.[10] йылдарҙа йылға картала Нарова булараҡ билдәләнә.

Йылға исеме 1927 йылда эстон яғы инициативаһы менән алмаштырыла. 1927 йылда нәшер ителгән «Старый Нарвский Листок» гәзите был ваҡиғаны түбәндәгесә һүрәтләй: «Академик Туған тел йәмғиәте тәҡдименә ярашлы һәм Вирский округы идаралығы ҡарары буйынса („Riigi Teataja“ 1927 йыл № 5) „Нарова“ һүҙе урынына хәҙер „Нарва“ һүҙе ҡулланыласаҡ. Шуға күрә атамалар түбәндәгесә буласаҡ: Усть-Нарва, Нарва олоҫо һәм Нарова йылғаһы .»

1976 йылғы картала йылға Нарва (Нарова) йылғаһы тип билдәләнә[11].

Фаунаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Нарва Һөмбашы 2014» балыҡ ҡармаҡлау конкурсы

Нарва балыҡҡа бик бай. Бында плотва, алабуға, ҡорман, суртан, ҡыҙылғанат һәм башҡа ошондай уҡ төрҙәге балыҡтар бар, Чуд күлендә һәм Нарва һыуһаҡлағысында ла ошо балыҡтар үрсей. Түбәнге ағымында һөмбаштар, шулай уҡ гурмандар яратҡан Нарва миногаһы ла осрай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «Чудское озеро и верховье реки Наровы», академик Г. П. Гельмерсен., Приложение к VII-му тому записок Императорской Академии Наук. № 2, СПб, 1865
  2. А.Тынурист «Нарвские замки и сказки», 1924 г.
  3. Петров А. В. Город Нарва, его прошлое и достопримечательности. СПб, 1901, стр. 156
  4. Narva at Narva-Ges. 2009 йыл 24 ноябрь архивланған., UNESCO: Water resources
  5. Агеева Р. А. Гидронимия Русского Северо-Запада как источник культурно-исторической информации. М.: УРСС, 2004. С. 204.
  6. карта 1681 г.
  7. карта 1684 г.
  8. карта 1900 г.
  9. карта 1905 г.
  10. карта РККА 1933 г.
  11. карта 1976 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]