Тумһаташ: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
27 юл: 27 юл:
== Географияһы ==
== Географияһы ==


Тумһаташ түбәһе Көньяҡ Уралдың [[Белорет районы]]на ингән өлөшөндә урынлашҡан. [[Мөхәмәт (Башҡортостан)|Мөхәмәт]] ауылынан был тауға 10 км, ә [[Абҙаҡ]]тан—12 км. [[Әрүәкрәз]] тауына тапҡырҙан 6-7 саҡрым ғына. Туристар өсөн ылыҡтырғыс урын, әммә киң билдәле түгел. Был тау маткр ҡаялары менән йәлеп итә. Ҡаялары [[Ҡурташ]] тауыныҡына оҡшағандар һәм ҡатҡан лаваны хәтерләтәләр. Тумһаташ түбәһе һүнгән [[вулкан]]ға ла оҡшаған. Был тауҙың башынан [[Мөхәмәт (Башҡортостан)|Мөхәмәт]] ауылы, [[Ҡырҡтытау (һырт)]], [[Көркәк (һырт)]] һырттары күренә. <ref>[https://geocaching.su/?pn=101&cid=25498 Геоэкшн]</ref>
Тумһаташ түбәһе Көньяҡ Уралдың [[Белорет районы]]на ингән өлөшөндә урынлашҡан. [[Мөхәмәт (Башҡортостан)|Мөхәмәт]] ауылынан был тауға 10 км, ә [[Абҙаҡ]]тан—12 км. [[Әрүәкрәз]] тауына тапҡырҙан 6-7 саҡрым ғына. Туристар өсөн ылыҡтырғыс урын, әммә киң билдәле түгел. Был тау матур ҡаялары менән йәлеп итә. Ҡаялары [[Ҡурташ]] тауыныҡына оҡшағандар һәм ҡатҡан лаваны хәтерләтәләр. Тумһаташ түбәһе һүнгән [[вулкан]]ға ла оҡшаған. Был тауҙың башынан [[Мөхәмәт (Башҡортостан)|Мөхәмәт]] ауылы, [[Ҡырҡтытау (һырт)]], [[Көркәк (һырт)]] һырттары күренә. <ref>[https://geocaching.su/?pn=101&cid=25498 Геоэкшн]</ref>


Тумһаташ ҡуйы урмандар менән ҡапланған. Күбеһенсә бында [[ҡарағай]], [[ҡайын]] һәм [[ҡарағас]] ағастары үҫә. Емеш-еләккә лә бай: [[ҡара көртмәле]], [[ҡыҙыл көртмәле]], [[ҡыҙыл бөрлөгән]], [[ҡайын еләге]], [[ҡурай еләге]] һәм башҡалар бар. Тауға яңғыҙ барыу бик хәүефле, сөнки был яҡта йыш ҡына айыуҙар осрай һәм аҙашыу ҙа мөмкин.
Тумһаташ ҡуйы урмандар менән ҡапланған. Күбеһенсә бында [[ҡарағай]], [[ҡайын]] һәм [[ҡарағас]] ағастары үҫә. Емеш-еләккә лә бай: [[ҡара көртмәле]], [[ҡыҙыл көртмәле]], [[ҡыҙыл бөрлөгән]], [[ҡайын еләге]], [[ҡурай еләге]] һәм башҡалар бар. Тауға яңғыҙ барыу бик хәүефле, сөнки был яҡта йыш ҡына айыуҙар осрай һәм аҙашыу ҙа мөмкин.

03:26, 3 март 2021 өлгөһө

Тумһаташ

Тумһаташ тауы алыҫтан
Координаталар: 53°53′01″ с. ш. 58°30′33″ в. д.Башҡортостан_scale:100000 HGЯO
Тау системаһыУрал тауҙары
Тау һыртыУралтау
Тау түбәһе бейеклеге977 м [1]
Тумһаташ (Башҡортостан Республикаһы)
Точка
Тумһаташ

Тумһаташ — (рус. Тумсаташ) - Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Белорет районындағы тау түбәһе.

Географияһы

Тумһаташ түбәһе Көньяҡ Уралдың Белорет районына ингән өлөшөндә урынлашҡан. Мөхәмәт ауылынан был тауға 10 км, ә Абҙаҡтан—12 км. Әрүәкрәз тауына тапҡырҙан 6-7 саҡрым ғына. Туристар өсөн ылыҡтырғыс урын, әммә киң билдәле түгел. Был тау матур ҡаялары менән йәлеп итә. Ҡаялары Ҡурташ тауыныҡына оҡшағандар һәм ҡатҡан лаваны хәтерләтәләр. Тумһаташ түбәһе һүнгән вулканға ла оҡшаған. Был тауҙың башынан Мөхәмәт ауылы, Ҡырҡтытау (һырт), Көркәк (һырт) һырттары күренә. [2]

Тумһаташ ҡуйы урмандар менән ҡапланған. Күбеһенсә бында ҡарағай, ҡайын һәм ҡарағас ағастары үҫә. Емеш-еләккә лә бай: ҡара көртмәле, ҡыҙыл көртмәле, ҡыҙыл бөрлөгән, ҡайын еләге, ҡурай еләге һәм башҡалар бар. Тауға яңғыҙ барыу бик хәүефле, сөнки был яҡта йыш ҡына айыуҙар осрай һәм аҙашыу ҙа мөмкин. Был урындан йыраҡ түгел Тумһа һәм Урҙы (йылға) йылғалары баш ала.

Этимологияһы

Атамаһы Тумһа йылғаһы исеменән һәм таш һүҙенән алынған.

Иҫкәрмәләр