Моллюскылар
Моллюскылар | |||||||||||||||
Йөҙөм ҡусҡары | |||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||
Геохронология
| |||||||||||||||
|
Моллю́скылар, йәки йомшаҡ тәнлеләр (лат. Mollusca) — беренсел ауыҙлы, икенсел тән ҡыуышлы (целом) организмдар. Яралғы үҫешендә бластомерҙары спираль тибындағы ваҡланыу стадияһын үтеүсе (ru:Дробление (эмбриология) хайуандар тибы.
Хайуандарҙың дөйөм төр һаны төрлө сығанаҡтарҙа 100-ҙән [1] алып 200 мең[2] тип күрһәтелә. Рәсәйҙә 2900 төрө булыуы билдәле. Был типты 9 йәки 10 класҡа бүләләр, ике класс юҡҡа сыҡҡан.
Моллюскылар йәшәү мөхиттәренең бөтә төрҙәрендә лә: диңгеҙ һәм сөсө һыу ятҡылыҡтарында, тупраҡта, ҡоро ер-һауа мөхитендә тереклек итәләр.Ҡайһы бер моллюскылар башҡа хайуандарҙың ваҡытлыса йәки даими паразиты булып йәшәйҙәр.
Улар араһында фильтраторҙар, үҫемлек ашаусылар, йыртҡыстар бар. Уларҙың оҙонлоғо 1 мм-ҙан 20 метрға тиклем етергә мөмкин.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Моллюск» һүҙе латин телендәге лат. molluscus «йомшаҡ»[3][4][5] һүҙенән килеп сыҡҡан. Моллюсаларҙы өйрәнеүсе фән малакология[6] тип атала, моллюск ҡабырсаҡтарын өйрәнеүсе фән — конхиология[7] тип атала.
Төҙөлөшө һәм физиология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Моллюскыларҙың йомшаҡ тәне күпселек осраҡта баш, кәүҙә һәм аяҡтан тора. Башында һәрмәүестәр, ауыҙ тишеге, күҙҙәр, тигеҙләнеш ағзалары урынлашҡан. Кәүҙә тире-мускул ҡапсыҡтан тора.
Аҫҡы яғында арҡы тиреһе йыйырсығы — мантия ҡаплап тора. Мантия тәндең арҡа яғынан урынлашҡан. Мантия менән тән араһында мантия ҡыуышлығы бар. Унда һулыш алау, һиҙеү ағзалары урынлашҡан. Арт юл (аналь), енес биҙҙәре, бүлеп сығарыу юлдары шунда асыла.
Моллюскыларҙың күпселек төрҙәренең тәне тулыһынса йәки өлөшләтә ҡабырсаҡ менән ҡапланған. Ҡабырсаҡ өс ҡатламдан тора: мөгөҙ (тышҡы), фарфор һәм перламутр (эске) ҡатламдан тора. Күп ҡабырсаҡтар төҫө һәм төҙөлөшө буйынса бер-береһенән айырылған бик матур формала булалар. Ҡабырсаҡ матдәһен арҡа тиреһе йыйырсығында урынлашҡан мантия күҙәнеҡтәре бүлеп сығара.
Моллюскыларҙың ағзалары: һулыш алыу, ҡан тамырҙары, аш һеңдереү, нервы, бүлеп сығарыу, енес системаларына берләшкән.
Һыуҙа йәшәүсе моллюскылар айғолаҡтар, ә ер өҫтөндә йәшәүселәр тоҡ һымаҡ үпкәләр ярҙамында һулыш ала. Үпкә стенкаларынан ҡан тамырҙары тармаҡланып китә. Ҡайһы бер моллюскыларҙың газ алмашыныуы мантияның өҫкө йөҙө аша башҡарыла.
Моллюскылар кластары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡорһағаяҡлылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡорһағаяҡлылар (брюхоногие) — моллюскыларҙың иң күп һанлы класы. Ҡорһағаяҡлылар океан төпкөлдәрендә, океан һәм диңгеҙ яр буйҙарында, сөсө һыуҙа, тауҙарҙа һәм мәмерйәләрҙә, ташлы сүлдәрҙә йәшәй. Уларҙың ҡабырсаҡтары бер бөтөндө тәшкил итә, йыш ҡына асимметриялы, спираль һымаҡ бөгәрленгән конус формаһында була. Лайлалы ҡусҡарҙарҙың ҡабырсағы булмай. Тәне баш, кәүҙә һәм аяҡтарҙан тора.
Был кластағы моллюскыларҙыә эҫ һиҙеү ағзалары ныҡ үҫешкән. Был моллюскылар тирә-яҡ мөхит температураһына бик һиҙгер. Улар организмында процесстар ошо температураға бәйле. Улар араһында фильтрлаусылар һәм үләт ашаусылар, шулай уҡ паразиттар һәм йыртҡыстар бар. Әммә күпселек моллюскылар үҫемлек йәки тарҡалыусан һыу төбө ултырмаларын ашаусылар.
Ҡорһағаяҡлылар яҫы паразит селәүсендәрҙең аралаш хужалары була ала. Был моллюскылар балыҡтар һәм ҡоштар, ер-һыу хайуандары, һуҡыр сысҡандар, терпеләр өсөн аҙыҡ. Моллюскылар араһында баҡса һәм йәшелсә баҡсаһы ҡоротҡостары ла бар, мәҫәлән, лайлалы ҡусҡар, йөҙөм ҡусҡары һ.б.
Ҡуш ҡапҡаслылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡуш ҡапҡаслылар, йәғни ике ҡапҡаслылар (Двустворчатые) — биофильтраторҙар [8], фәҡәт һыуҙа ғына йәшәйҙәр. Ҡайһы бер төрҙәре оҙаҡ ваҡыт һыуһыҙ ҙа йәшәй ала. Барлыҡ ҡуш ҡапҡаслы моллюскыларҙың ҡабырсаҡтары һығылмалы тарамыш менән үҙ-ара ныҡ тоташҡан ике ҡабырсаҡтан тора. Ҡапҡастар ныҡ итеп ябыла. Ҡуш ҡапҡаслылар әҙ хәрәкәтсән йәки ултыраҡ тормош алып барыусылар. Ултыраҡ тормошта йәшәүселәр һыу төбөндәге таштарғы йәки башҡа моллюскыларға йәбешеп йәшәйҙәр.
Һыу фильтрлаусы, кеше өсөн һәм ҡайһы бер хайуандарға аҙыҡ булараҡ ҡуш ҡапҡаслыларҙың әһәмиәте бик ҙур. Был кластағы моллюскылар һыуҙағы тоҙға һәм башҡа экологик факторҙарға бик һиҙгер. Ҡуш ҡапҡаслылар тәбиғи ынйы етештереүсе булып хеҙмәт итәләр.
Башаяҡлылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башаяҡлылар (Головоногие) — барыһы ла һыуҙа ирекле йөҙөүсе йыртҡыстар [9]. Ҡабырсаҡтары юҡҡа сыҡҡан (редукция). Каракатицаларҙың ғына тиреһе аҫтында ҡабырсаҡтан пластинка һаҡланып ҡалған.
Аяҡтары, йәғни һәрмәүестәре башты уратып алған. Кластың исеме шунан килә.
Башаяҡлылар мантия ҡыуышлығындағы һыуҙы аттырып, реактив ысул менән хәрәкәт итәләр.
Каракатицалар, осьминогтар ҡурҡыныс хәл килеп тыуғанда төҫөн үҙгәртергә һәләтлеләр йәки ҡара буяу атып сығаралар.
Балыҡтар, һөтимәрҙәр һәм кешеләр — башаяҡлыларҙың дошмандары. Башаяҡлылар үҙҙәре башҡа моллюскылар,ҡыҫала һымаҡтар, балыҡтар менән туклана.
Моллюскылар, йәки йомшаҡ тәнлеләргә дөйөм ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Өс ҡатлаулы (ағзаларының яһалыуында өс яралғы япраҡтары, йәғни толҡат ҡатламдары: эктодерма, эндодерма, мезодерма ҡатнаша), беренсел ауыҙлы, ике яҡлы симметриялы хайуандар. Ҡабырсаҡтары спираль булған ҡайһы бер моллюскыларҙың тән симметрияһы юҡ
- Тәндәре сегментлы түгел. Тигеҙлек һаҡлау, химик һиҙеү ағзалары үҫешкән. Күптәренең күҙҙәре бар.
- Тәндәре баштан, кәүҙәнән, аяҡтан тора (ҡорһағаяҡлылар, башаяҡлы моллюскылар). Әҙ хәрәкәтсән моллюскыларҙың тәндәре кәүҙәнән һәм аяҡтан ғына тора (ҡуш, йәки ике ҡапҡаслылар).
- Аяҡ — тәндәренең хәрәкәт өсөн яраҡлашҡан мускуллы үҫентеһе. Әүҙем хәрәкәтсән башаяҡлы моллюскыларҙың аяғы 8, 10 һәрмәүескә бүленгән.
- Тәндәренең ян-яғынан тире бөрмәһе — мантия һәм мантия барлыҡҡа килтергән ҡыуышлыҡ типты айырып тороусы төп билдәләрҙең береһе. Эске ағзалар барыһы ла мантия ҡыуышлығына асылалар.
- Тәндәренең арҡа яғынан мантия тышҡы һөлдә—ҡабырсаҡ барлыҡҡа килтерә. Башаяҡлы моллюскыларҙың ҡабырсаҡтары юҡҡа сыҡҡан (редуцирована)йәки тире аҫтында рудимент формаһында пластинка булып ҡына һаҡланып ҡалған.
- Ҡабырсаҡтары өс ҡатлаулы: тышҡыһы —мөгөҙ ҡатлау; уртаһы —фарфорлы эзбиз ҡатлау; эскеһе —перламутрлы эзбиз ҡатлау.
- Тән ҡыуышлығы ҡатнаш, паренхима менән тулған.
- Ҡан тамырҙары системаһы йомоҡ түгел. Йөрәктәре бар.
- Бүлеп сығарыу системаһы — метанефридиялар (моҡсай формаһындағы парлы «бөйөрҙәр»).
- Һулыш — ағзалары үпкәләр (ҡорһағаяҡлылар) һәм айғолаҡтар (ике ҡапҡаслылар, башаяҡлылар, ҡайһы бер ҡорһағаяҡлылар).
- Нервы системаһы төйөн тибында (йотҡолоҡ яны нервы ҡулсаһы, 3 йәки 4 пар нервы төйөндәре һәм нервылар (башаяҡлыларҙың нервы системаһы нығыраҡ үҫешкән).
- Моллюскылар араһында айырым енеслеләре лә, гермафродиттар ҙа бар. Үҫеш личинка стадияһы аша әүерелеш менән бара.
- Аш һеңдереү системаһы — алғы, урта һәм артҡы эсәктәрҙән тора. Телдәрендә аҙыҡты иҙә торған ҡырғыстары бар. Аш һеңдереү биҙе—бауырҙары бар.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шарова И. Х. Зоология беспозвоночных. — М.: Владос, 2002. — 592 с. — ISBN 5-691-00332-1.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Шарова, 2002, с. 276
- ↑ Ponder, Lindberg, 2008, p. 1
- ↑ Walde A., Hofmann J. B. Lateinisches etymologisches Wörterbuch. — Heidelberg: Carl Winter’s Universitätsbuchhandlung, 1938. — S. 103.
- ↑ de Vaan M. Etymological dictionary of Latin and the other Italic languages. — Leiden — Boston: Brill, 2008. — P. 386.
- ↑ Shorter Oxford English Dictionary / L. Little, H. W. Fowler, J. Coulson, C. T. Onions. — Oxford University press, 1964.
- ↑ Shorter Oxford English Dictionary / L. Little, H. W. Fowler, J. Coulson, C. T. Onions. — Oxford University press, 1964.
- ↑ Конхиология // Большая Советская Энциклопедия. — 3-е изд. — М.: Советская Энциклопедия. — Т. 13. — С. 88. — 608 с. — 629 000 экз.
- ↑ Шарова, 2002, с. 304
- ↑ Шарова, 2002, с. 322