Нүсәйриҙәр
Нүсәйриҙәр | |
ғәр. علويون | |
Нигеҙләүсе | Мухаммад ибн Нусайр[d] һәм Аль-Хасиби[d] |
---|---|
Нигеҙендә эшләнгән | Шиғыйҙар |
Нүсәйриҙәр Викимилектә |
Нүсәйриҙәр (ойоштороусы исеменән; ғәр. نصيريون — Нүсәйриүн, төр. Nusayriler), шулай уҡ ғәлиүиҙәр (ғәр. العلويون — әл-Ғәләүин; рус. Алави́ты) булараҡ билдәле.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең кейәүе һәм ике туған ҡустыһы Али (Ғәли) ибн Әбү Талипты («Али-Аллаһ») илаһлаштырыусылар — синкретик дин эйәрсендәре, уны исламдың фарсы йүнәлешенең (суфыйлыҡ) һәм хатта шиғыйлыҡтың Али культы эзотерик йүнәлеше итеп тә ҡарарға мөмкин[1].
Нүсәйрилек — шиғый-исмәғилиҙәр тәғлимәтенә һәм гностик христианлыҡҡа яҡын ҡайһы бер ислам дини йүнәлештәре, тармаҡтары йәки секталары өсөн ҡулланылған атама[2].
Ҡайһы бер мосолман теологтар, мәҫәлән, Ибн Тәймиә һәм уның фәтүәһе эйәрсендәре нүсәйриҙәрҙе шиғыйлыҡтан да сығып, ислам йүнәлештәренән шул тиклем алыҫлашып, исламдың бер өлөшө тип һаналыу хоҡуғын юғалтҡан, айырым дингә — ислам , христианлыҡ һәм исламға тиклемге көнсығыш инаныуҙары («яһилиәт») ҡатнашмаһына әүерелгән, тип һанай.
Килеп сығыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нүсәйрилек IX быуатта барлыҡҡа килә. Традицион рәүештә ағым дин белгесе Мөхәммәт Ибн Нүсәйр (Бәсрала яҡынса 883-тә үлгән) тарафынан нигеҙләнгән тип иҫәпләнә, ул ун беренсе шиғый имамы Хәсән әл-Асҡариҙы илаһи тип, үҙен иһә уның илсеһе (Бәб) тип атаған[2].
Әлеге ваҡытта нүсәйриҙәрҙең шиғый-ун икеселәр менән яйлап яҡынайыуы күҙәтелә. Был процесс Хафеҙ әл-Әсәд тарафынан башланған һәм улы Бәшәр хакимлығы осоронда ла Иран шиғый режимы менән Сүриә нүсәйриҙәренең хәрби-сәйәси шарттарҙа яҡынайыуы дауам итә. Нүсәйри ауылдарында мәсет төҙөлә, рамаҙан һәм башҡа мосолман йолаларын үтәлә.
Билдәле нүсәйриҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Хафеҙ әл-Әсәд
-
Әсәдтәр ғаиләһе
- Хафиҙ Әсәд — Сүриә хәрби, дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, Сүриәнең элекке оборона министры, Сүриәнең элекке премьер-министры, Сүриәнең элекке президенты, генерал.
- Бәшәр Әсәд — Сүриә дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, Сүриәнең ғәмәлдәге президенты, Сүриә ҡораллы көстәренең юғары баш командующийы һәм Бәғәс партияһының Сүриә төбәк бүлексәһе секретары. Маршал. Хафиҙ Әсәдтең улы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ К. М. Базили в работе «Сирия и Палестина под турецким правительством в историческом и политическом отношении» использует термин «ансарии». В ряде случаев термин «алавиты» (для Турции и, реже, Албании) используется для обозначения бекташей, хотя бекташи близки алевитам, а не алавитам.
- ↑ 2,0 2,1 Али-заде, 2007
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Давид Эйдельман: Сирийское восстание и алавитский режим . ИА REX (2 май 2011). Дата обращения: 7 сентябрь 2019.
- The 'secretive sect' in charge of Syria . BBC (17 май 2012). Дата обращения: 7 сентябрь 2019.