Педро I
Педро I | ||||||
порт. Pedro I | ||||||
| ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
12 октябрь 1822 — 7 апрель 1831 | ||||||
Коронация: | 1 декабрь 1822 | |||||
Алдан килеүсе: | титул барлыҡҡа килгән | |||||
Дауамсы: | Педро II | |||||
Баш тартыу: | 7 апрель 1831 | |||||
| ||||||
10 март 1826 — 3 март 1828 | ||||||
(под именем Педро IV) | ||||||
Алдан килеүсе: | Жуан VI | |||||
Дауамсы: | Мария II | |||||
Баш тартыу: | 3 март 1828 | |||||
Дине: | Католик сиркәүе | |||||
Тыуған: | 12 октябрь 1798 Лиссабон, Португалия | |||||
Үлгән: | 24 сентябрь 1834 (35 йәш) Лиссабон, Португалия | |||||
Ерләнгән: | Монумент независимости Бразилии[d] | |||||
Нәҫел: | Браганса нәҫеле | |||||
Атаһы: | Жуан VI | |||||
Әсәһе: | Карлота Жоакина Испанлы | |||||
Ҡатыны: | 1) Мария Леопольдина Австриялы 2) Амелия Лейхтенберглы[1] | |||||
Балалары: | 4 ҡыҙы һәм улы | |||||
Автограф: | ||||||
Монограмма: | ||||||
Наградалары: |
| |||||
Педро I (порт. Pedro I; 12 октябрь 1798 йыл, Лиссабон — 24 сентябрь 1834 йыл, шунда уҡ) — Бразилия империяһы императоры (12 октябрь 1822—7 апрель 1831) һәм регенты (7 сентябрь 1822—12 октябрь 1822). 1826 йылдың 10 мартынан алып 1828 йылдың 3 мартына тиклем Педро IV (порт. Pedro IV) исеме аҫтында Португалия короле (үҙенең ҡыҙы Мария янында регент — 1828 йылдың 3 мартынан алып 3 июлгә тиклем һәм 1830 йылдың 15 мартынан алып 1834 йылдың 20 сентябренә тиклем), атаһы Жуан VI вафат булғас тәхетте ҡыҙы Мария II тапшыра.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Педро I 1798 йылдың 12 октябрендә Португалияның баш ҡалаһы Лиссабонда тыуған. Атаһы — Португалия короле Жуан VI, әсәһе — Испания инфантаһы Карлота Жоакина булған. Тыуғандағы исеме — Педро ди Алкантара Франсишко Антонио Жуан Карлуш Шавьер де Паула Мигел Рафаэл Жоаким Жозе Гонзага Пашкоал Киприано Серафим де Браганса һәм Бурбон (Pedro de Alcântara Francisco António João Carlos Xavier de Paula Miguel Rafael Joaquim José Gonzaga Pascoal Cipriano Serafim de Bragança e Bourbon).
1808 йылда атаһы король Жуан VI менән бергә француз ғәскәрҙәренән Бразилияға ҡасалар. 1820 йылда Испанияла һәм Португалиялағы революцияларҙан һуң, бөтә Латин Америкаһындағы һымаҡ Бразилияла сыуалыштар башлана. Офицерҙар һәм Рио-де-Жанейро халҡы араһында бойондороҡһоҙлоҡ яҡлылары күп була. Педро уларҙың пландарына булышлыҡ итә, һәм улар уның йөҙөндә үҙенең лидерын күргәндәр. 1821 йылда Жуан VI колониялар менән идара итергә улын ҡалдырып Европаға ҡайта. 1822 йылдың февралендә Педро кәңәшмә йыя һәм уға Бразилия өсөн конституция төҙөргә бойора. Июндә ул Ойоштороусы йыйылышты йыя һәм бразилиялыларға иреккә сығырға өгөтләй. Октябрҙә Рио-де-Жанейро халҡы уны император тип иғлан итәләр.
1823 йылдың аҙағына ҡарай яңы император хакимлығын Бразилияның барлыҡ провинциялары таный. 1825 йылда король Жуан Бразилияның бойондороҡһоҙлығын таный. Бынан алып Педроның холҡо үҙгәрә, император депутат палатаһын иҫәпләшмәй үҙ ҡарашы менән министрҙарҙы тәғәйенләй һәм алмаштыра, абсолют монарх һымаҡ идара итә. Республикасылар хәрәкәтен баҫтыра, инглиз капиталы индереүенә булышлыҡ күрһәтә.
1826 йылда Португалия короле Жуан вафат булғас, Педро һәм уның ҡустыһы Мигел тәхет өсөн көрәш башлайҙар. Тик 1834 йылда власть тулыһынса Педроға күсә һәм ул ҡыҙы Марияны Португалия королеваһы, ә үҙен регент тип иғлан итә.
1830 йылдың 24 сентябрендә Изге апостол Андрей Первозванный ордены менән бүләкләнә[2].
Бразилияның бойондороҡһоҙлоҡ яҡлылары Педроның Португалия тәхете өсөн көрәштәренә шик менән ҡарағандар һәм ике ил яңынан берләшеүенән ҡурҡандар. 1830 йылда Минас-Жераис провинцияһында ихтилал тоҡана, ул артабан баш ҡалаға барып етә. 1831 йылдың 7 апрелендә Педро үҙенең тәхетен кесе йәштәге улы Педро II тапшырырға мәжбүр була. Ул Европаға китә, һуғыштар уның һаулығын ҡаҡшата һәм Педро 1834 йылдың 24 сентябрендә туберкулёздан вафат була[3].
Композиторҙар Маркуш Португал, Жозе Маурисио Нуньес Гарсия һәм Сигизмунд фон Нейком йоғонтоһонда Педро буш ваҡытында музыка яҙа. Әҫәрҙәре араһында солистар, хор һәм оркестр өсөн «Credo», «Te Deum» увертюраһы, күп кенә марштар, һәм тағы ла Педро хакимлығы осоронда дәүләт статусын алған «Бразилия бойондороҡһоҙлоҡ гимны» бар.
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1817 йылда Педро Австрия императоры Франц II ҡыҙы Мария Леопольдинаға (1797—1826) өйләнә. Уларҙың ете балалары донъяға килә, шуларҙан иҫән ҡалғандары:
- Мария (1819—1853), Мария II исеме аҫтында Португалия королеваһы,
- Жануария (1822—1901), 1844 йылда Сицилия принцы Людовикка кейәүгә сыға,
- Паула (1823—1833),
- Франсишка (1824—1898), 1843 йылда де Жуанвиль принцы Франсуа Орлеанлыға кейәүгә сыға,
- Педро (1825—1891), Педро II исеме аҫтында Бразилия императоры.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Лейхтенбергский герцогский дом // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Карабанов П. Ф. Списки замечательных лиц русских / [Доп.: П. В. Долгоруков]. — М.: Унив. тип., 1860. — 112 с. — (Из 1-й кн. «Чтений в О-ве истории и древностей рос. при Моск. ун-те. 1860»)
- ↑ Sousa, Otávio Tarquínio de. A vida de D. Pedro I (билдәһеҙ). — Rio de Janeiro: José Olímpio, 1972.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Педро I, император бразильский // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Алдан килеүсе: Бойондороҡһоҙлоҡты иғлан итеү |
Бразилия императоры 1822—1831 |
Һуңынан килеүсе: Педро II |
Алдан килеүсе: Жуан VI |
Португалия короле 1826—1828 |
Һуңынан килеүсе: Мария II |
- Википедия:Статьи с некорректным использованием шаблонов:Книга (указан неверный код языка)
- 12 октябрҙә тыуғандар
- 1798 йылда тыуғандар
- 24 сентябрҙә вафат булғандар
- 1834 йылда вафат булғандар
- Көньяҡ Тәре ордены Ҙур тәре кавалеры
- Алтын йөн ордены кавалерҙары
- Карлос III ордены кавалерҙары
- Изге Губерт ордены кавалерҙары
- Изге апостол Андрей Первозванный ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Португалия королдәре
- Бразилия императорҙары
- Масондар