Португал теле
Португал теле | |
Телдең үҙатамаһы |
Português |
---|---|
Илдәр |
Португалия, Бразилия, Ангола, Мозамбик һәм башҡа Португал телле илдәр берләшмәһе |
Рәсми хәле |
Португалия |
Идара итеүсе ойошма |
Португал теле халыҡ-ара институты, Португал телле илдәр берләшмәһе |
Был телдә һөйләшеүселәр һаны | |
Телде белеүселәр |
7 |
Классификация | |
Әлифба | |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97 |
пор 545 |
ISO 639-1 | |
ISO 639-2 | |
ISO 639-3 | |
Был телдә Википедия | |
Португал теле (порт. língua portuguesa) — һинд-европа телле ғаиләнең роман төркөмө теле, иберо-роман төркөмсәһе. Урта быуат галиция-португал теленән барлыҡҡа килгән. Яҙыу системаһы латин алфавитына нигеҙләнгән. Бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән испан теленән һуң икенсе һәм донъяла киң таралған телдәрҙең береһе (6-8-се урындар). Португал телендә һөйләшеүселәр дөйөм термин менән лузофондар Римдың Лузитания провинцияһы исеме менән берләштерәләр, ул яҡынса хәҙерге Португалия территорияһына тап килә. Португал телле территорияларҙың бөтә йыйылмаһы — лузофония, тип атала.
Таралыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Португалияла, Бразилияла, Анголала, Мозамбикта, Кабо-Вердела, Гвинея-Бисауҙа (испан һәм француз теле менән бергә), Көнсығыш Тиморҙа (тетум теле менән бергә) һәм Макаола (ҡытай теле менән бергә) йәшәүсе халыҡтарҙың рәсми теле. Хәҙерге португал телендә һөйләшеүселәрҙең яҡынса 80 проценты Бразилия Федератив Республикаһында йәшәй.
Тел варианттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Португал теле плюрицентрик тел булып тора: европа португалдары (pt-pt, pt-eu) һәм Бразилия (пт-бр), шулай уҡ Африка һәм Азияла фонетика, лексика, орфография һәм, һирәгерәк грамматика менән айырылып торған төрҙәре бар. Анголала һәм Мозамбикта португалдарҙың европа варианты африка телдәре лексикаһынан бик күп үҙләштерелгән һүҙҙәре менән ҡулланыла. Африканың башҡа илдәрендә (шулай уҡ Бразилияның ҡайһы бер ауыл райондарында) португал теле көндәлек ҡулланыуҙа күбеһенсә ҡатнаш телгә әйләнгән (креолизацияланған), ләкин урындағы халыҡтың белем кимәле һәм грамоталылығы яҡшырған һайын, был процесс тотороҡлоғон юғалта бара йәки декреолизациялана.
Редукцияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миҫалдар:
- está ([он/она/оно] есть) → tá
- você (ты) → cê
- vamos embora (пошли!, начали! и. т. п.) → vambora → bora
- homem (человек) → home
- vou (я буду) → vô
- português (португал теле өсөн дөйөм билдәләү → portuga → tuga
- para (для) → pra → pa
- para + a → pra → pa
- para + o → pro → po
- para + os → pros → pos
- para + as → pras → pas
Ҡайһы бер диалекттарҙа que (то, это) ҡыҫҡартыла «q»:
- que + a → q’a
- que + o → q’o
- que + ela → q’ela (это она)
- que + ele → q’ele (это он)
- que + é → q'é (это есть)
- que + foi → q’foi (это было)
Ҡәрҙәш телдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Португал теленең роман телдәре менән уртаҡлығы күп. Португал теле хәҙерге галиция теле менән тығыҙ бәйләнгән. Хәҙерге испан теле шулай уҡ португал теленә бик яҡын. Испан теленән айырмалы рәүештә, португал теле бер яҡтан, архаик һәм үҙгәреүҙәргә бирешмәй (консервативыраҡ), ә икенсе яҡтан, унда аңлайышһыҙ (кельт телдәре) субстрат сығышлы фонетик яңылыҡтар күберәк.
Һуҙынҡылар составы, танау өндәренең таралыуы, һәр ваҡыт этимологияға тап килмәгән асыҡ-ябыҡ һуҙынҡыларҙы үҙгәртеп ҡороу уны француз һәм каталан телдәренә яҡынайта. Португал теленең лексик составы, шулай уҡ зат менән үҙгәреше испан теленә яҡын. Португал телендә һуҙынҡыларҙың көслө редукцияһы арҡаһында, лузофондар испан һөйләү телен яҡшыраҡ аңлай[3]. Испан теле көслө йоғонто яһаған урындарҙа, мәҫәлән, Бразилияның көньяғында, лузофондар әҙерлекһеҙ испан телен аңлай. Уругвай, Парагвай һәм Боливия сигендә ҡатнаш испан-португал теле нығынған. Стандарт испан телендә һөйләшеүселәр португал һөйләү телен насар аңлай (50 %), ләкин португалдар яҙыуҙы, ғәҙәттә, 94 % аңлай[4].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Барлыҡҡа килеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо заманда Иберия ярымутрауында йәшәгән халыҡтар тураһында бик аҙ билдәле. Фараз ителеүенсә, халыҡтың бер өлөшө Төньяҡ Африканың «копт» ҡәбиләләренә ҡараған. Хәҙерге Португалияның төньяҡ өлөшөндә ибер, лузитан һәм лигур ҡәбиләләре йәшәгән. Уларҙың телдәре хәҙерге топонимикала эҙ ҡалдырған.
Лигурий сығышлы суффикстар -asco (Velasco, Nabasco); -antia, -entia: (Argança (Ârgantia), Palença (Pallentia)); -ас(е), -ic(e), -ос(е) (Queiraz, Queiriz, Queiroz, Moniz, Sabariz, Louriz, Candoz). Топоним Ambrões (район Порту) барлыҡҡа килгән Ambrones — лигургылар үҙҙәрен шулай атағандар. Лузитандарҙан айырым һүҙҙәр бар, уларҙың килеп сығышын һәр ваҡыт аңлатып булмай, мәҫәлән: veiga — луг, barro — грязь, barranco — овраг, gordo — толстый, cachorro — щенок. Ибер сығышлы һүҙҙәр һуңыраҡ испан теленән үҙләштерелгән: zorra — лиса, bezerro — телёнок, cincerro — погремушка, gorra — шапка, esquerdo — левый, sapo — жаба, piçarra — сланец.
Беҙҙең эраға тиклем VIII быуат башында, пиренейҙар арҡаһында кельттар Португалияға үтеп инәләр. Быны кельт форманты - брига (бейеклек, замок) менән күп һанлы топонимдар дәлилләй: Конимбрига (хәҙерге Коимбра (Коимбра)), Нертобрига, Туробрига, Лакобрига, Миробрига, Аркобрига.
Б. э. т. 218 йылда Пиреней ярымутрауына римлеләр килә һәм үҙҙәре менән латин телен алып килә, был роман телдәренең башланғысы булып тора. Телде килгән рим һалдаттары, күскенселәре, элекке цивилизациялар тораҡ пункттары менән бер рәттән рим ҡалаларын төҙөгән сауҙагәрҙәр тарата. Римлеләр урындағы ҡатын-ҡыҙҙарға өйләнгән, ә латин теле әкренләп көндәлек аралашыу теленә әйләнә бара. Рим йоғонтоһо көньяҡта төньяҡҡа ҡарағанда ҡеүәтлерәк булған. Төньяҡ ҡәбиләләр изоляцияланған һәм шуның менән үҙ мәҙәниәтен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен оҙағыраҡ һаҡлай алған.
Антилыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беҙҙең эраның тәүге быуаттарында латин теленә фән, мәҙәниәт һәм христианлыҡ менән бәйле күп һанлы грек һүҙҙәре инә.
409 йылға Көнбайыш Рим империяһы бөлгөнлөккә төшә һәм уның көнбайыш өлөшө (Иберия) сәйәси яҡтан йәшәүҙән туҡтай, ләкин бөтә ярымутрауҙа римлеләр йәшәүен дауам итә. Артабанғы осорҙа Пиреней ярымутрауын сиратлап бер нисә ҡәбилә баҫып ала: аландар, вандалдар, свевалар, һуңыраҡ уларҙы вестготтар ҡыҫырыҡлап сығара. Оҙаҡ ваҡыт яулап алыусылар һәм урындағы халыҡ изоляцияла йәшәй — «Lex romara Visigothorum» закондар кодексы ҡатнаш никахтарҙы тыя. Вестготтар айырым йәшәй, был күп һанлы топонимдарҙа ла сағыла: Годос, Ревильягодос, Годонес, Гудин. Сауҙа өсөн ҡала нығытмалары янында айырым урындар булған. Нәҡ сауҙа аша вестготтар менән рим ҡәбиләләре араһында бәйләнештәр яҡыная бара. Был вестготтарҙы романлаштырылыуға килтерә.
Улар шулай уҡ роман ҡәбиләләренең инаныуҙарын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен ҡабул иткән. Герман телдәренең урындағы латин теленә йоғонтоһо көсһөҙ булған. Вестготтарҙың яҙма мәҙәниәтенең теле латин теленә әүерелә. Шуға ҡарамаҫтан, немец сығышлы бер нисә герман һүҙе испан һәм португал телдәрендә (бранко «аҡ», гансо «ҡаҙ» һәм башҡалар) осрай, ләкин уларҙың һаны әһәмиәтһеҙ (тамырҙарыны яҡынса 1-2 %).
Пиреней ярымутрауында герман ҡәбиләләренең баҫып инеүе ваҡытында "халыҡ латины"ның интенсив үҫеш башлана һәм уның нигеҙендә яңы телдәр — роман телдәре барлыҡҡа килә. Яйға һалынған диалекттар төркөмдәре билдәле бер һыҙаттарға эйә була: төньяҡ-көнбайыш зона диалекттары галиция-португал теленең нигеҙен тәшкил итә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һөйләшеүселәр һаны буйынса телдәр исемлеге
- Телдәрҙең Интернетта ҡулланылышы
- Киң таралған телдәр исемлеге
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ "Portuguese Language", Portuguese Language, Microsoft Corporation, 2009, <http://uk.encarta.msn.com/dictionary_1861758655/Portuguese.html>. Проверено 5 декабрь 2010. 2011 йыл 4 июнь архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 Lewis, M. Paul. Portuguese . Ethnologue: Languages of the World, Sixteenth edition. SIL International (2009). — «Population total all countries: 177,981,570.» Дата обращения: 5 декабрь 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ 国产区在线视频就爱_国产黄频免费高清视频_一区二区三区A片视频国产 2016 йыл 7 апрель архивланған.
- ↑ Архивированная копия . Дата обращения: 25 март 2016. Архивировано из оригинала 9 март 2016 года. 2016 йыл 9 март архивланған.