Рәхимов Әнүәр Мөбәрәкша улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәхимов Әнүәр Мөбәрәкша улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 март 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 17 сентябрь 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө агроном
Ғилми дәрәжә ауыл хужалығы фәндәре кандидаты[d]

Рәхимов Әнүәр Мөбәрәкша улы (5 март 191317 сентябрь 1994) — агроном. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1954). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған агрономы (1977), БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәхимов Әнүәр Мөбәрәкша улы 1913 йылдың 5 мартында Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. 1935 йылда Ташкент ауыл хужалығы институтын, 1941 йылда Мәскәүҙә Маркс—Энгельс— Ленин институтын тамамлаған. 1933 йылдан алып Ташкентта эшләй: Үзбәк юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбендә, 1937 йылдан башлап Ташкент ауыл хужалығы институтында уҡыта[1]. 1942—43 йылдарҙа Һырдаръя район ер бүлегенең агросәнәғәт участкаһы мөдире вазифаһын башҡара. 1945 йылдан алып Әлшәй районының Курорттар идаралығы ярҙамсы хужалығының өлкән агрономы булып эшләй. 1949 йылдан башлап Башҡортостан баҫыусылыҡ ғилми‑тикшеренеү станцияһында эшләй: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1952 йылдан алып бүлек мөдире була. 1954—80 йылдарҙа Башҡорт ауыл хужалығы институтында эшләй. 1966—69 йылдарҙа агрономия факультеты деканы, бер үк ваҡытта 1978 йылға тиклем дөйөм игенселек кафедраһы мөдире вазифаһында[1]. 1953 йылда ауыл хужалығы фәндәре кандидатына дәғүә итеп, Һарытау ауыл хужалығы институты янында «Подбор и агротехника смесей многолетних трав на сено для полевых севооборотов Башкирской АССР» темаһына диссертация яҡлай[2]. Рәхимов Әнүәр Мөбәрәкша улының фәнни тикшеренеүҙәре күп йыллыҡ үләндәр һәм уларҙың ҡатышмаларын һайлап алыуға һәм агротехникаһына, тупраҡтың уңдырышлылығын арттырыуға, ерҙе эрозиянан һаҡлауға, ҡый үләндәре менән көрәш сараларын уйлап табыуға арналған. 1958 йылда Рәхимов тарафынан Миловка уҡытыу‑тәжрибә хужалығында баҫыуҙағы сәсеү әйләнешенең, даими сәсеүҙең продуктлылығын өйрәнеү буйынса стационар баҫыу тәжрибәләре башланған. Рәхимов ҡатнашлығында баҫыуҙағы сәсеү әйләнешенең теоретик нигеҙҙәре һәм ундағы ашлама системалары (Башҡортостандың Урал алды ҡара тупрағы), кукурузды силосҡа үҫтереү технологияһы һ.б. эшләнә. 97 фәнни хеҙмәт авторы.

Рәхимов Әнүәр Мөбәрәкша улы 1994 йылдың 17 сентябрендә Өфөлә вафат була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]