Эстәлеккә күсергә

Сарапул

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сарапул
удм. Сарапул
Байраҡ[d]
Рәсем
Рәсми атамаһы Сарапул
Рәсми тел удмурт теле һәм урыҫ теле
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Сарапул өйәҙе, Сарапульский район[d], Сарапул округы[d] һәм Городской округ город Сарапул[d]
Административ-территориаль берәмек Удмурт Республикаһы
Сәғәт бүлкәте UTC+4:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Кама
Халыҡ һаны 91 115 кеше (2021)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 80 метр
Майҙан 88 км²
Почта индексы 427960–427980
Рәсми сайт adm-sarapul.ru
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1579
Урындағы телефон коды 34147
Категория для почётных граждан субъекта Категория:Почётные граждане Сарапула[d]
Карта
 Сарапул Викимилектә

Сарапул (удм. Сарапул) — Рәсәйҙәге Удмурт Республикаһының ҡалаһы. Халыҡ һаны буйынса Удмурт Республикаһының[2] өсөнсө ҡалаһы Воткинскиҙән һуң. Сарапул ҡала округы үҙәге.

Ҡала Кама йылғаһының бейек ярында, Удмуртияның көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Ижевскиҙән 62 км алыҫлыҡта һәм Мәскәүҙән 1143 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Республиканың баш ҡалаһы менән Р322 трассаһы менән тоташҡан.

Сәғәт бүлкәте

Сарапул ҡалаһы, бөтә Удмурт Республикаһы кеүек, халыҡ-ара стандарттар буйынса Samara Time Zone (SAMT) — Һамар ваҡыты сәғәт бүлкәтенә ҡарай (UTC +4:00).

Сарапул исеме 1579 йылда беренсе тапҡыр телгә алына. Тәржемә менән сыуаш теленән сарапул — «стерлядь» («һары, матур балыҡ») тигәнде аңлата[3].

Вятка Губернаһы Картаһы (1822).
Сарапул пейзажы
Кавалерист Н. А. Дурова һәйкәле.

1596 йылда Сарапулка йылғаһы беренсе тапҡыр телгә алына. Риүәйәттәргә ярашлы, Березовка ауылынан Святитель Николай 1657 йылда чума эпидемияһында ауылды изге тәре килтереп ҡотҡара. Бының һөҙөмтәһе булып Рәсәҙәй тәре йөрөтөү тора, ул йыл һайын 1918 йылға тиклем үткәрелеп тора. 1707 йылда ул исем аҫтында Сарапул ауылы булған. 1780 йылда ауыл ҡала статусы ала һәм Сарапул өйәҙенең үҙәгенә әйләнә. Ошо ваҡыттан алып Сарапул билдәле архитекторҙарҙың генераль планы буйынса төҙөлә. Ҡалала 21 ҡорам һәм ике монастырь бар. Старцево-Горский Иоанно-Предтеченскийирҙәр монастыры 1900 йылда Сарапул епискобы Никодим (Боковой) тарафынан ойошторолған. Был монастырҙа Сарапул епискобының резиденцияһы урынлашҡан[4]. Ҡатын-ҡыҙҙар Благовнщен монастыры 1853 йылда барлыҡҡа килгән һәм 1881 йылға тиклем йәшәгән.[4]. Уның эргәһендә сиркәү-мәхәллә мәктәбе эшләгән. Һаҡланған сиркәүҙәре: Покровская (1791), Воскресенская (1821) һәм Петербург Ксенияһы сиркәүҙәре (1912). Биналарҙы төҙөгәндә 1812 йылғы Ватан һуғышындағы француз әсирҙәре ҡатнашҡан. Сарапул — Кутузов армияһында хеҙмәт иткән кавалерист Надежда Дурованың тыуған ҡалаһы.

Янғын һүндереү манараһы, Удмуртияла һаҡланып ҡалған Урал архитектураһы ҡомартҡыһы (1887).

XIX быуат аҙағында Сарапул — Рәсәй сәнәғәтендә мөһим урын биләгән ҡала — унда итек теккәндәр, караптар төҙөгәндәр һәм йөрөткәндәр. Карап төҙөүселәр араһында иң билдәле ҡала башлығы — Павел Андреевич Башенин, уның тырышлығы менән ҡалаға тимер юлы һуҙылған. Ҡала сауҙагәрҙәре тырышлығы менән ҡалала Алексеев реаль училищеһы асыла.

Сарапул 1923 йылдан алып 1934 йылға тиклем Урал өлкәһе составына ингән. 1937 — 1934 йылдарҙа Киров крайына, ә һуңынан — Киров өлкәһенә инә. 1937 йылда ҡала Удмурт АССР-ына ҡушыла, төбәктең иҡтисади һәм сәйәси тормош үҙәге Сарапул ҡалаһынан Ижевскиға күсә.

Сарапул округы

2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала 173 Рәсәй Федерацияһының 1112[5] ҡалаһы араһында [6] 375-се урында була

Административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала биҫтәләргә бүленә: ПМК, Гудок, Гудок-2, Учхоз, Старцевый тауы, Үҙәк, УППВОС, Дачка, Песьянка, Баҙар, Боролош, Аяҡ кейеме фабрикаһы, Тимер юл вокзалы, Көньяҡ ҡасабаһы, Көнбайыш ҡасабаһы, Дубровка, Дубровка-2, Элеконд, Элеконд-2, Новосельский,Янтарный, КХП, Радужный, Ҡош фабрикаһы, Крупозавод, Котово.

Сарапул ҡалаһында 11 урта белем биреү мәктәбе, 2 лицей, 2 башланғыс мәктәп, 2 махсус (коррекция) мәктәп, лингвистика гимназияһы, 32 балалар баҡсаһы һәм шулай уҡ бер нисә юғары уҡыу йорттары һәм ижад үҙәге эшләй. Етемдәр өсөн балалар йорто бар.

Ҡалала махсус урта белем биреүсе Сарапул аҙыҡ-түлек сәнәғәте техникумы, Сарапул машиналар төҙөү һәм мәғлүмәт технологиялары техникумы, педагогия һәм медицина колледждары бар. Шулай уҡ Ижевск дәүләт техник университетының филиалында юғары белем бирәләр.

Коммуналь хужалыҡ предприятиелары, ҡала сәнәғәт предприятиеларының күп булыуына ҡарамаҫтан, Сарапулда Ижевск һәм Глазов ҡалаларына ҡарағанда атмосфера һауаһыбайтаҡҡа таҙа. Электромагнит, радиация торошо норма сиктәрендә. Кама йылғаһы һәм Оло Сарапулка йылғаларының һыуы бик үк таҙа түгел, бигерәк тә Кама һыуы бысраныуы III дәрәжәлә тора (7 баллы шкала буйынса). Һыу бысраныуының төп сығанағы — ит комбинаты, ҡошсолоҡ фабрикалары, күн комбинаты һәм радиозавод, шулай уҡ ҡала сүплеге лә был күренешкә үҙ өлөшөн индерә.

Иҫтәлекле урындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Граждандар һәм ғибәҙәт ҡоролмалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Янғын һүндереү манараһы (1887 йыл).Архитекторы — И. А. Чарушин.
  • Воскресенский сиркәүе (1817 йыл), сауҙагәр Ижболдин аҡсаһына классицизм стилендә төҙөлгән. Федераль әһәмиәттәге тарихи һәм мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә 1995 йылда индерелә[7].
  • Сауҙагәр Смагин йорто (1910 йыл) — ҙур таш ҡоролма И. А. Чарушин проекты буйынса модерн стилендә төҙөлгән[7].
  • Башенин дачаһы (1909 йыл) — манаралы бина Ярославль архитекторы П. А. Трубников проекты буйынса төҙөлгән. Әлеге ваҡытта Сарапул музей-ҡурсаулығының филиалы булып тора[7].
  • Надежда Дурова һәйкәле (уның атаһы Сарапул городничийының өйө урынында тора) — 2013 йылдың июнендә асыла. Скульптура композицияһының авторы — РФ халыҡ рәссамы Владимир Суровцев[8]. Н. Дуроваға арналған һәйкәлдең авторы — Ринат Вәлиуллин[9].
  • «ОВ-3705» паровозы, ул 1919 йылд аслыҡтан ыҙаланған Петроград һәм Мәскәү эшселәренә 80 мең боттан ашыу ашлыҡ килтергән, паровоз ҡала вокзал алды майҙанында урынлаштырылған (1974 йылдан алып Сарапулда тора)[10].
  • Сарапул электрогенераторҙар заводына нигеҙ һалыусыларға һәм завод ветерандарына арналған МиГ-21 самолеты, урынлаштырылған ваҡыты — 2012 йыл[11].

Туғанлашҡан ҡалалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
  2. Агеенко Ф. Л. Словарь собственных имён русского языка. — ООО «Издательство "Мир и Образование"», 2010., 2010.
  3. http://historykeeper.ru/city/59-sarapul 2015 йыл 18 февраль архивланған.
  4. 4,0 4,1 Православные русские обители : Полное иллюстрированное описание всех православных русских монастырей в Российской империи и на Афоне  : Кн. 1, 2, 3, 4 / Поповицкий Е.А.. — СПб: издатель Сойкин П.П., 1909. — 712 с.
  5. с учётом городов Крыма
  6. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года. Таблица «31. Численность населения городов и пгт по федеральным округам и субъектам Российской Федерации на 1 января 2016 года». RAR-архив (1,0 Mб)
  7. 7,0 7,1 7,2 Объекты культурного наследия федерального и регионального значения. Официальный сайт администрации Сарапула.
  8. Памятник Надежде Дуровой. Национальный туристический портал.(недоступная ссылка)
  9. В Сарапуле открыт памятник героине Отечественной войны 1812 года Надежде Дуровой. Информационно-аналитическая служба «Русская народная линия» (23.05.2013).
  10. Памятник «Паровоз Ов−3705». Информационный городской портал. 2019 йыл 7 апрель архивланған.
  11. Стелла-самолет МИГ-21. Информационный портал Удмуртии. 2019 йыл 10 март архивланған.
  12. Елабуга и Сарапул стали городами-побратимами (27 сентябрь 2018). Дата обращения: 27 сентябрь 2018.(недоступная ссылка)
  • Регионы России. Основные характеристики субъектов Российской Федерации: статистический сборник. Госкомстат России. — М., 2003.
  • Регионы России. Том 1. Статистический сборник. Госкомстат России. — М., 2001. C. 330.
  • Регионы России. Основные социально-экономические показатели городов. Статистический сборник. Росстат. — М:, 2005. стр. 219
  • Поспелов Е. М. Географические названия мира: Топонимический словарь: Около 5000 единиц. М.: Русские словари, ООО «Изд-во Астрель», ООО «Изд-во АСТ», 2001. С. 368.
  • Гл. ред. Горкин А. П. География России: энциклопедический словарь. М.: Большая Российская энциклопедия, 1998. С. 511.
  • Гл. ред. Лаппо Г. М. Города России: энциклопедия. М.: Большая Российская энциклопедия, 1994. С. 409