Эстәлеккә күсергә

Серб теле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Серб теле
Телдең үҙатамаһы

српски језик / srpski jezik

Илдәр

Сербия, Черногория, Босния һәм Герцеговина, Хорватия, Косово Республикаһы

Рәсми хәле

Сербия Сербия
Черногория Черногория (черногор теле)
Босния һәм Герцеговина Босния һәм Герцеговина
Косово Республикаһы Косово Республикаһы
(өлөшләтә танылған)
ЦЕАСТ

Был телдә һөйләшеүселәр һаны

12 млн.[1]

Телде белеүселәр

75

Классификация
Категория

Евразия телдәре

Һинд-европа ғаиләһе

Славян тармағы
Көньяҡ славян төркөмө
Көнбайыш төркөмсәһе
Әлифба

кириллица (вуковица)

латиница (гаевица)
Тел коды
ISO 639-1

sr

ISO 639-2

scc (B); srp (T)

ISO 639-3

srp

Был телдә Википедия

Серб теле (сер. српски језик / srpski jezik) — славян телдәренең береһе. болғар, македон, словен, черногор, хорват һәм босний телдәре менән бер рәттән Көньяҡ славян төркөмсәһенә ҡарай. Һуңғы өс телде йыш ҡына серб теле менән берләштерәләр (серб-хорват теле); был осраҡта һәр береһен айырым алғанда серб, хорват, черногор һәм босний телдәре серб-хорват теленең[2][3] региональ  варианты тип һанала. Серб теленең хорват, черногор һәм босний телдәренән айырмаһы теҙмәһе — серб-хорват теле битендә.

Социолингвистик мәғлүмәттәр 

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сербияла һәм Черногорияла (2006 й. саҡлы дөйөм  конфедератив дәүләт булып торғандар),  Хорватияның айырым көнсығыш райондарында, шулай уҡ Серб Республикаһының босний регионында серб телендә һөйләшәләр. Һөйләшеүселәр һаны — 11 млн кешегә яҡын. Һөйләшеүселәрҙең күпселеге — православ динле сербтар.

Серб телендә яҙма сифатында ике алфавит файҙаланыла: кириллицаға нигеҙләнгәне («вуковица») һәм латиницаға нигеҙләнгәне («гаевица»). Сербия һәм Черногорияла СФРЮ булған периодта  кириллица и латиница параллель өйрәнелгән, әммә кириллица Сербияла ҡулланылышта өҫтөнлөк алған һәм  Черногорияның берҙән-бер алфавиты булған. Боснияла, киреһенсә, латиница йышыраҡ ҡулланылған. Хәҙерге Сербияла  кириллица берҙән-бер рәсми яҙма булған  (2006 й. статусы законлы рәүештә нығытылған), шулай ҙа латиница  рәсми осраҡта ғына түгел, көндәлек тормошта ла йыш ҡулланылған. Һәр береһендә 30-ар хәреф бар; бер алфавит хәрефе менән икенсе алфавит хәрефе  мәғәнә буйынса тап килә (ләкин, латин диграфтары бик һирәк кенә кириллица алфавитындағы айырым хәрефтәр парҙарына тура килгәнлектән, тексты тик бер яҡҡа ғына ябай автоматик үҙгәртеү  мөмкин: конјункција, поджупан).

Ҡайһы бер серб курсив һәм ҡулъяҙма хәрефтәре (бәләкәй - г, д, п, т, баш - Б, Д, Н, «Граждан яҙмаһы» мәҡәләһен ҡара),  кириллица нигеҙендә төҙөлгән хәҙерге  алфавиттар менән сағыштырғанда, ғәҙәттә икенсе төрлөрәк яҙыла. Әммә был киң таралған компьютер баҫма  системалары тарафынан кире ҡағыла:  кириллица курсивы тик «урыҫ» яҙылышында бирелә.

Хәрефтәр кирилл алфавиты вариантында тәртипкә һалынған.

Кирил-

лица

Лати-

ница

Яҡынса

уҡыу

А а A a [a]
Б б B b [б]
В в V v [в]
Г г G g [г]
Д д D d [д]
Ђ ђ Đ đ йомшаҡ [дж]*
Е е E e [э]
Ж ж Ž ž [ж]
З з Z z [з]
И и I i [и]
Кирил-

лица

Лати-

ница

Яҡынса

уҡыу

Ј ј J j [й]
К к K k [к]
Л л L l [л]
Љ љ Lj lj [ль]
М м M m [м]
Н н N n [н]
Њ њ Nj nj [нь]
О о O o [о]
П п P p [п]
Р р R r [р]
Кирил-

лица

Лати-

ница

Яҡынса

уҡыу

С с S s [с]
Т т T t [т]
Ћ ћ Ć ć йомшаҡ [ч]**
У у U u [у]
Ф ф F f [ф]
Х х H h [х]
Ц ц C c [ц]
Ч ч Č č ҡаты [ч]**
Џ џ Dž dž ҡаты [дж]*
Ш ш Š š [ш]
  • Серб телендәге  йомшаҡ ђ иҫке славян /дь/ һәм /дзь/-ларынан баш алған, һәм дзеканьеның үҙенсәлекле формаһы булып тора. Үҙ сиратында ҡаты џ урыҫ телендә сит телдәрҙән алынған һүҙҙәрҙә осраған (мәҫәлән, джем) пост-алвеоляр аффрикатаны [ʤ] хәтерләтә. Һуңғы хәреф ғәмәлдә серб телендә шундай уҡ тәғәйенләнештә ҡулланыла.

** Серб телендә ч хәрефе урыҫ теле әйтелешендәге ҡыҫҡартылған "т" /тш/ (лучше һүҙенең әйтелешенә оҡшаған) һаңғырау постальвеоляр аффрикатаны аңлата. Урыҫ телендәге  "ч" әйтелешенә оҡшаған йомшаҡ аффрикатаны билдәләү өсөн ћ хәрефе ҡулланыла. Шуға ҡарамаҫтан, бик күп диалекттарҙа йомшаҡ өн ҡулланыштан сығып бөтөп бара, һәм, хәрефенә ҡарамай, ҡаты менән алмаштырыла.

Хәреф тип һаналмаған орфографик билдәләр 

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Һары төҫ менән Серб теле (2006) күрһәтелгән
  • дефис;
  • апостроф: уның урыҫ телендәге функцияларына өҫтәп әйтһәк, йыш ҡына, бигерәк тә шиғриәттә һәм диалект әйтелеше үҙенсәлектәрен биргәндә, серб апострофы әйтелештә төшөп ҡалған өндәр һәм тотош ижектәрҙе билдәләй (међ’ њима = међу њима «между ними», св’јетли = свијетли, ’љеб = хљеб, не мо’ш = не можешь);
  • сиркәү славян яҙмаһына барып тоташҡан юл өҫтөндәге [диакритик билдәләр] (береһе ике мәғәнәғә эйә биш билдә), һүҙлектәрҙә регуляр файҙаланыла, ғәҙәти текста һирәк осрай, күпселек осраҡта омографтарҙы айырыу өсөн (пу́ра «нос корабля» — пу̀ра «мамалыга» — пу̏ра «индюшка» һүҙҙәре кеүек):
    • баҫым билдәһенең дүрт төрө бар:
      • оҙон аҫҡы (нисходящее) баҫым (серб.сер. дугосилазни акценатдугосилазни акценат) өҫтән баштүбән әйләндерелгән ҡыҫҡа (краткой) менән билдәләнә: лу̂к «лук (ҡорал); дуга; свод, арка» — лу̏к «лук (йәшелсә)»; пр̂ст «прах, персть, земля» — пр̏ст «палец, перст»;
      • оҙон күтәрелеүсе (восходящее) баҫым (серб.сер. дугоузлазни акценатдугоузлазни акценат) акут менән билдәләнә: ме́сни «мясной» — ме̏сни «местный»;
      • ҡыҫҡа аҫҡы (нисходящее) баҫым (серб.сер. краткосилазни акценаткраткосилазни акценат) ике штрих менән билдәләнә (миҫалдарҙы өҫтән һәм аҫтан ҡарағыҙ); хәҙер бының өсөн башлыса икеләтә (двойной) гравис ҡулланыла, ә элек икеләтә акут осрай торған булған, һәм өҫтән умлаут;
      • ҡыҫҡа күтәрелеүсе (восходящее) баҫым (серб.сер. краткоузлазни акценаткраткоузлазни акценат) гравис менән билдәләнә: му̀ла «мулла» — му̏ла «мул»;
    • баҫымһыҙ ижектәрҙә оҙонлоҡ (долгота) билдәләнеүе мөмкин: ро̀ман «ромашка» — ро̀ма̄н «роман»; йәғни, мәҫәлән, ҡыҫҡа [и] менән до̏бри һүҙе урыҫ ҡыҫҡа сифатына тап килә - («добры молодцы»), ә оҙон [и:] менән яҙылған до̏брӣ һүҙе — тулы сифатҡа тап килә - («добрые»);
    • берлек ялғауҙарына тап килгән күплектәге эйәлек килеш формалары шулай уҡ һуңғы баҫымһыҙ һуҙынҡы өҫтөндә "ҡыйыҡ" йә "башлыҡ" менән билдәләрнә (серб.сер. генитивни знакгенитивни знак): дана и ноћи «дня и ночи» (берлек, эй. килеш) — дана̂ и ноћи̂ «дней и ночей» (күплек, эй. килеш); был осраҡта әйтелештәге билдә тура килә торған (соответствующий) баҫымһыҙ ижектең оҙонлоғон күрһәтә.

Серб исемдәре род, һан һәм килеш грамматик категорияларына эйә. Өс род категорияһы (мужской, женский, средний), ике һаны (берлек һәм күплек) һәм ете килеше (именительный (төп), родительный (эйәлек), дательный (төбәү), винительный (төшөм), творительный, местный (урын-ваҡыт) һәм звательный) бар.

Һәр исем, урыҫ телендә булған кеүек, өс склонениеның ҡайһына булһа ла ҡарай:

  • Беренсе склонениеға ҡараған исемдәр төп килеш, берлектә , хәрефтәренә тамамлана йәки нулле ялғауға эйә, ә эйәлек килеш, берлектә хәрефенә тамамлана. Беренсе склонениеға мужской родтағы исемдәрҙең күпселеге һәм средний родтағы исемдәр ҡарай.
  • Икенсе склонениеға ҡараған исемдәр төп килеш, берлектә хәрефтәренә, ә эйәлек килеш, берлектә — хәрефтәренә тамамлана. Икенсе склонениеға женский родтағы исемдәрҙең күпселеге һәм мужской родтағы исемдәрҙең ҡайһы бере ҡарай.
  • Өсөнсө склонениеға ҡараған исемдәр төп килеш, берлектә нулле ялғау, ә эйәлек килеш, берлектә хәрефенә тамамлана. Өсөнсө склонениеға женский родтағы бик күп исемдәр ҡарай.

Түбәндә исемдәр склонениеһы парадигмаһы килтерелгән.

Беренсе склонение

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мужской род, нулле ялғау

прозор — окно

Килеш Берлек Күплек
именительный прозор прозори
родительный прозора прозора
дательный прозору прозорима
винительный прозор прозоре
творительный прозором прозорима
местный прозору прозорима
звательный прозоре прозори

Средний род, йәки . ялғауҙары

срце — сердце

Килеш Берлек Күплек
именительный срце срца
родительный срца срца
дательный срцу срцима
винительный срце срца
творительный срцем срцима
местный срцу срцима
звательный срце срца

Женский йәки мужской род, . ялғауы

жена — женщина, жена

Килеш Берлек Күплек
именительный жена жене
родительный жене жена
дательный жени женама
винительный жену жене
творительный женом женама
местный жени женама
звательный жено жене

Женский род, нулле ялғау.

кост — кость

Килеш Берлек Күплек
именительный кост кости
родительный кости кости, костију
дательный кости костима
винительный кост кости
творительный кости,

кошћу

костима
местный кости костима
звательный кости кости
  • Славян-сербский теле
  • Серб-хорват теле
  1. Srpski jezik govori 12 miliona ljudi
  2. [Сербскохорватский язык // БСЭ
  3. Сербохорватский язык // Большой Энциклопедический словарь, 2000