Советтар Союзы Маршалы
Советтар Союзы Маршалы | |
Нигеҙләү датаһы | 22 сентябрь 1935 |
---|---|
Атамаһы | Маршал Советского Союза, Маршал Радянського Союзу, Маршал Савецкага Саюза, Marshal of the Soviet Union һәм Marschall der Sowjetunion |
Дәүләт | СССР |
Юғарыраҡ дәрәжә | Генералиссимус Советского Союза[d] |
Түбәнерәк дәрәжә | генерал армии[d] һәм 1-се ранг командармы[d] |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Маршал Российской Федерации[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 28 август 1991 |
Советтар Союзы Маршалы Викимилектә |
Советтар Союзы маршалы — шәхси хәрби звание[1], һуңыраҡ РККА-ла юғары командирҙар составының хәрби дәрәжәһе, Совет армияһында 1946 йылдан команда ранг табелендә иң юғары дәрәжә. СССР Юғары Советы Президиумы указы менән бирелә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1935 йылдың 22 сентябрендә Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм СССР Халыҡ Комиссарҙары советының «РККА-ың етәкселек составында шәхси хәрби званиеларҙы индереү тураһында» ҡарарына ярашлы индерелә. 1945 йылдың 26 июненә тиклем Советтар Союзының Генералиссимусы дәрәжәһенән һуң килгән иң юғары звание (берҙән-бер Генералиссимус И. В. Сталин вафат булғандан һуң 1953 йылда — иң юғары дәрәжә булып ҡала)[2].
Флотта быға тап килгән дәрәжә — Советтар Союзы Флоты Адмиралы, ә ҡайһы бер ғәскәрҙәр төрҙәрендә, көстәрҙә һәм махсус ғәскәрҙәрҙә — Ғәскәр төрөнөң баш маршалы.
1935 йылдың 21 ноябрендә беренсе тапҡыр Советтар Союзы маршалы исеме бирелә; был юғары шәхси хәрби званиеға лайыҡ хәрби етәкселәр түбәндәге вазифаларҙы биләй:
- К. Е, Ворошилов — СССР Оборона халыҡ комиссары;
- М. Н. Тухачевский — СССР Оборона халыҡ комиссары урынбаҫары;
- С. М. Буденный — Ҡыҙыл Армия кавалерияһы инспекторы;
- А. И. Егоров — РККА-ның Генераль штабы начальнигы;
- В. К. Блюхер — Алыҫ Көнсығыш Ҡыҙыл Байраҡлы махсус армия командующийы.
Шулай уҡ һуғышҡа тиклем маршал исемен алалар:
- С. К. Тимошенко — СССР Оборона халыҡ комиссары;
- Г. И. Кулик — СССР Оборона халыҡ комиссары урынбаҫары;
- Б. М. Шапошников — РККА-ның Генштаб начальнигы.
Советтар Союзы маршалы исеменә лайыҡ булған хәрби начальниктар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1935 йылдан Советтар Союзы маршалы исеме 41 тапҡыр бирелә. Уларҙың: 36-һы — профессиональ хәрбиҙәргә, 5-һе — хәрби вазифалы сәйәси эшмәкәрҙәргә (И. В. Сталин, Л. П. Берия[3], Н. А. Булганин, Л. И. Брежнев, Д. Ф. Устинов).
Дүрт Советтар Союзы маршалынан был исем кире алына:
- М. Н. Тухачевский — 1937 йылдың 11 июнендәге Тухачевский эше буйынса хөкөм ҡарарына ярашлы исемдән мәхрүм ителә, шул уҡ ҡарар нигеҙендә атыла.
- Г. И. Кулик — 1942 йылда генерал-майор дәрәжәһенә тиклем төшөрөлә, әммә СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итеүен дауам итә.
- Л. П. Берия — 1953 йылдың июнендә ҡулға алынғандан һуң, хөкөм ҡарары сығарылғанға тиклем айырым указ нигеҙендә «барлыҡ наградалары һәм исемдәренән» мәхрүм ителә, 1953 йылдың декабрендә атыла.
- Н. А. Булганин — 1958 йылдың ноябрендә генерал-полковник дәрәжәһенә тиклем түбәнәйтелә, шул уҡ ваҡытта отставкаға ебәрелә; репрессияларға дусар булмай.
М. Н. Тухачевский һәм Г. И. Кулик аҡлау процесында үлгәндән һуң Советтар Союзы маршалы дәрәжәһе ҡабаттан тергеҙелә. Репрессияланған икенсе ике Советтар Союзы маршалы — тикшереү ваҡытында төрмәлә вафат булған В. К. Блюхер һәм хөкөм ҡарары буйынса атылған А. И. Егоров рәсми рәүештә исемдәренән мәүрүм ителмәй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Словосочетание (термин) того времени
- ↑ Де-юре и де-факто звание Генералиссимуса Советского Союза оставалось высшим до 1993 года, до принятия Федерального Закона «О воинской обязанности и военной службе».
- ↑ Л. П. Берия получил звание маршала вследствие того, что весь аттестованный личный состав НКГБ СССР был приравнен к военнослужащим и специальные звания государственной безопасности были автоматически заменены на воинские.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рубцов Ю. В. Маршалы Сталина. — Ростов-на-Дону: Феникс, 2001. — 352 с. ISBN 5-222-01140-2
- Рубцов Ю. В. Маршалы Сталина. От Буденного до Булганина. — М.: Вече, 2006. ISBN 5-9533-1087-0
- Рубцов Ю. В. Маршалы Советского Союза в истории России. Гербы на погонах — М.: Вече, 2015. ISBN 978-5-4444-2725-5
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Указ Президиума ВС СССР от 6.03.1943 о присвоении Сталину И. В. военного звания Маршала Советского Союза Викикитапханала | |
Советтар Союзы Маршалы Викимилектә | |
Советтар Союзы Маршалы Викияңылыҡтарҙа |