Эстәлеккә күсергә

Сәғитов Мөхтәр Мофазал улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөхтәр Сәғитов
Сәғитов Мөхтәр Мофаззал улы
Тыуған көнө

27 август 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Бөрйән районы, Иҫке Собханғол ауылы

Вафат көнө

20 июнь 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (53 йәш)

Вафат урыны

Төркиә, Измир ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

филология, фольклорсы

Альма-матер

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

филология фәндәре кандидаты

Награда һәм премиялары


Мөхтәр Мофаззал улы Сәғитов 1933 йылдың 27 авгусында Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Иҫке Собханғол (икенсе мәғлүмәттәр буйынса Яңы Монасип) ауылында тыуған.

Иҫке Собханғол ауылында урта мәктәпте тамамлағас, Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итеп ҡайта.

1960 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.

1960—1964 йылдарҙа Мәскәүҙә Донъя әҙәбиәте институтында аспирантурала уҡый.

1964 йылдан алып 1986 йылда Төркиәлә Измир ҡалаһында фажиғәле һәләк булғансы СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр, өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1972, 1984 йылдарҙа Башҡортостан буйынса фольклор-этнографик экспедицияларға етәкселек итә.

Мөхтәр_Сәғитов_музейы
Мөхтәр_Сәғитов_портреты
Мөхтәр_Сәғитов_музейының_залы

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

М. М. Сәғитов 70 тирәһе ғилми хеҙмәт авторы. Ул — башҡорт халыҡ ижадын йыйыу, баҫтырып сығарыу өлкәһендә ҙур хеҙмәт күрһәткән ғалимдарҙың береһе. Ул халҡыбыҙҙың эпик ҡомартҡыларын — ҡобайырҙарҙы өйрәнеүҙә, нәшер итеүҙә айырыуса емешле эшләне. М. М. Сәғитов күп томлы «Башҡорт халыҡ ижады» баҫмаһының эпосҡа арналған ике томын (Ә. И. Харисов менән берлектә), шулай уҡ бәйет (Н. Д. Шоңҡаров менән берлектә), совет фольклоры (М. Ә. Мәмбәтов менән берлектә) томдарын баҫырға әҙерләне. Эпик ҡомартҡыларҙы өйрәнеүҙең ҙур баһаға лайыҡ һөҙөмтәһе итеп уның «Боронғо башҡорт ҡобайырҙары» (1987) исемле монографик хеҙмәтен күрһәтергә кәрәк.

М. М. Сәғитов башҡорт ҡобайырҙарын рус телендә баҫтырып сығарыу өлкәһендә лә уңышлы эшләне: «Урал батыр» (1977), «Аҡбуҙат» (1976), «Былых времен сказанья» (1979), «Алдар и Зухра» (1986). М. М. Сәғитов — шулай уҡ А. С. Мирбадалева һәм Ә. И. Харисов менән берлектә 1977 йылда Мәскәүҙә донъя күргән «Башкирский народный эпос» исемле китапты баҫырға әҙерләүсе ғалимдарҙың береһе. Халыҡ ижады мәсьәләләре, Яҡутстандағы башҡорттарҙың фольклорын йыйыу буйынса уның күп һанлы мәҡәләләре баҫылған.

М. М. Сәғитов, ғилми эшмәкәрлек менән бер рәттән, йәштән үк әҙәби ижад менн дә шөғөлләнде. Үҙе вафат булғандан һуң филология фәндәре кандидаты Берйән Байымов М. Сәғитовтың хикәйәләрен, юлъяҙмаларын «Ғүмерлеккә ҡалған яра» (1993) исемле йыйынтығында туплап, баҫтырып сығарҙы.

Маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исемен мәңгеләштереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Бөрйән районының Иҫке Собханғол, Яңы Монасип ауылдарындағы урамдарға уның исеме ҡушылған.
  • Иҫке Собханғол ауылында Мөхтәр Сәғитовҡа музей асылған.
  • Иҫке Собханғол ауылында ғалим Мөхтәр Сәғитовҡа бюст ҡуйылған.
  • Галин С. Тел асҡысы халыҡта. — Өфө: «Китап», 1999. — 222—223-сө биттәр.
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 49 с. ISBN 5-295-02294-3.