Эстәлеккә күсергә

Тереғолов Әхмәтйән Хөсәйен улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тереғолов Әхмәтйән Хөсәйен улы
Тыуған ваҡыты

5 июнь 1896({{padleft:1896|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе[1], Ҡарғалы ауылы

Үлгән ваҡыты

9 март 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (80 йәш)

Вафат урыны

РСФСР, Татар АССР-ы, Ҡазан ҡалаһы

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

пехота

Хеҙмәт итеү йылдары

19181919
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР 1919 — ?

Хәрби звание

Полковник ВС СССР

Командалыҡ итеү

1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы, 1-се Башҡорт уҡсылар полкы
Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы

Хәрби алыш/һуғыш

Беренсе донъя һуғышы,
Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы,
Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Ленин ордены

Тереғолов Әхмәтйән Хөсәйен улы (5 июнь 1896 йыл9 март 1977) — хәрби эшмәкәр. 1922—1923 йылдарҙа Башҡортостан АССР-ының хәрби комиссары. Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Полковник. Ленин ордены кавалеры (1967).

Әхмәтйән Хөсәйен улы Тереғолов 1896 йылдың 5 июнендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Ҡарғалы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Үрге Ҡарғалы) ауылында тыуған. Сығышы менән дворян Тереғоловтар нәҫеленән.

1919 йылдан 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһының штаб начальнигы булып хеҙмәт итә. 1919 йылдың июненән 1-се Башҡорт уҡсылар полкы командиры була.

1920—1921 йылдарҙа Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы менән командалыҡ итә.

1922—1923 йылдарҙа Башҡортостан АССР-ының хәрби комиссары вазифаһын үтәй.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

1977 йылдың 9 мартында Татар АССР-ының Ҡазан ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы.