Эстәлеккә күсергә

Башҡортостан хәрби комиссариаты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡортостан хәрби комиссариаты

Башҡортостан хәрби комиссариаты (Башвоенкомат) — 1991 йылға тиклем СССР, унан һуң Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Башҡорт АССР-ындағы һәм Башҡортостан Республикаһындағы территориаль органы.

1917 йылда Өфөлә Эшсе һәм һалдат депутаттары Советы ҡарамағында хәрби секция ойошторола, уның рәйесе итеп А. К. Евлампиев һайлана. 1917 йылдың 12 декабрендә Өфө губернаһы халыҡ хәрби ойошмаларының 1-се съезы була, унда дүрт дружина булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә, беренсе дружинала хәрби комиссариат төҙөлә (хәрби комиссары — А. К. Евлампиев)[1].

1919 йылдың 18 мартында Өфө эшселәр Советы үҙенең ултырышында хәрби эштәр буйынса комиссариат ойоштороу тураһындағы мәсьәләне тикшерә һәм уның составын раҫлай — А. К. Евлампиев хәрби комиссар итеп ҡалдырыла. 1918 йылдың 8 апрелендә РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советы «Хәрби комиссариаттар төҙөү тураһында» Декрет ҡабул итә, шуның нигеҙендә Өфө губерна һәм өйәҙ хәрби комиссариаттары яңы штат буйынса формалаштырыла, олоҫ хәрби комиссариаттары ойошторола. 1918 йылдың 23 авгусында Өфө губерна хәрби комиссариаты Волга буйы Хәрби округы составына инә һәм хәрби эштәр буйынса округ комиссариатына буйһона[1].

Граждандар һуғышы осоронда, 1918 йылдың июль башында, Өфө губерна хәрби комиссариаты хәҙерге Краснокама районы үҙәге Николо-Берёзовка ауылына эвакуациялана. Ғинуар башында губерна хәрби комиссариаты Өфөгә ҡайта. 1919 йылдың 16 ғинуарында Реввоенсоветтың 106-сы бойороғо менән «Өфө губерна хәрби комиссариаты тураһында положение» иғлан ителә һәм уның штаты раҫлана. 1919 йылдың 9 мартында Өфө губерна хәрби комиссариаты Ардатовоға эвакуациялана, был ваҡытта Докман С. Ф. хәрби эштәр буйынса губерна комиссары була. 1919 йылдың 13 июнендә губерна хәрби комиссариаты Өфө ҡалаһына әйләнеп ҡайта. 1919 йылдың 6 авгусында Өфө губерна хәрби комиссариаты Урал яны хәрби округы ҡарамағына бирелә[1].

1919 йылдың 21 февралендә Башҡорт армияһы штабында 1-се Бөтә башҡорт хәрби съезында ойошторолған Башҡорт Республикаһының Ваҡытлы хәрби-революция комитеты булдырыла, 1919 йылдың 23 февралендә уның янында хәрби комиссариат ойошторола, хәрби комиссар итеп Ә. Ә. Вәлидов тәғәйенләнә[1]. 1918 йылдың июнендә ойошторолған Башҡорт хәрби шураһы комиссариат өсөн әҙер аппарат була.

1919 йылдың 5 апрелендә РСФСР Реввоенсоветы бойороғо менән Башҡорт АССР-ы Хәрби комиссариаты (Башвоенкомат) тураһында положение раҫлана, был положение «Үҙәк Совет власының Башҡорт хөкүмәте менән Башҡорт совет автономияһы тураһындағы килешеүгә» ҡушымта булып тора. Положениеға ярашлы республиканың хәрби комиссариаты хәрби-административ идара итеүҙә айырым армияға командалыҡ итеү хоҡуғы менән файҙалана, Башҡорт хәрби комиссариатының хәрби етәксеһенә айырым армия штабы начальнигы хоҡуғы бирелә. Положение «махсус расписание буйынса айырым башҡорт армияһын» формалаштырыу хоҡуғын бирә. Башҡорт АССР-ы Хәрби комиссариаты хәрби-административ идара итеүҙә округ хәрби комиссариаты хоҡуғы менән файҙалана һәм тик Бөтә Рәсәй баш штабына ғына буйһона. РСФСР Реввоенсоветының 1919 йылдың 7 апрелендәге ҡарарына ярашлы Ә. Вәлидов хәрби комиссары итеп тәғәйенләнә, ә башҡорт армияһының генштабының хәрби етәксеһе итеп Шпилько ҡуйыла[2]

Республиканың бөтә запас частары Башҡорт АССР-ының запас ғәскәрҙәре идаралығына берләштерелә (һаны — 15 меңгә яҡын кеше). Шулай уҡ Башҡорт хәрби комиссариаты ҡарамағында башҡорт армияһының Ат запасы һәм Сәйәси-мәғрифәт идаралығы ойошторола. Башҡорт АССР-ының Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты ҡарамағындағы вәкиллеге эргәһендә хәрби бүлек ойошторола, унда Башҡорт хәрби комиссариатының махсус вәкиле (башҡорт армияһы вәкиле) эшләй[3].

РСФСР Үҙәк Башҡарма комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының 1920 йылдың 19 майындағы «Автономиялы совет Башҡорт республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһындағы» декретына ярашлы, Башҡорт хәрби комиссариаты Волга Аръяғы округ хәрби комиссариатына буйһондорола[2]. 1920 йылда Башҡорт АССР-ы запас ғәскәрҙәре идаралығы бөтөрөлә. 1921 йылда Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы һәм Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы таратыла. Аҙағыраҡ Башҡорт АССР-ының запас частары юҡҡа сығарыла[3].

1920—1921 йылдарҙа М. Л. Мортазин хәрби эштәр буйынса Башҡорт АССР-ының хәрби комиссары була. 1922 йылда Башҡорт хәрби комиссариаты менән Өфө губерна хәрби комиссариаты ҡушыла. Башҡорт АССР-ының хәрби комиссариаты хәрби эштәр буйынса край хәрби комиссариаты хоҡуғы менән файҙалана. Ә. Х. Тереғолов хәрби комиссар итеп тәғәйенләнә[1].

1925 йылда Башҡорт АССР-ының мобилизация округы идаралығы итеп үҙгәртелә. Идаралыҡ 13-сө уҡсылар корпусы командирына буйһона, ә ул Свердловск ҡалаһынан тороп эшләй. 1935 йылғы хәрби хеҙмәткә саҡырыу йомғаҡтары буйынса Башҡорт АССР-ына Оборона Хәрби Комиссариатының күсмә Ҡыҙыл Байрағы тапшырыла[1]. 1938 йылдан — Башҡорт АССР-ының Хәрби комиссариаты[4].

1941 йылдың 23 июнендә башланған Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡорт АССР-ыныда хәрби мобилизация башлана. Икенсе донъя һуғышының тәүге осоронда республиканың яҡынса 125 мең кешеһе Ҡораллы Көстәр сафтарында хеҙмәт итә. 1941 йылда Башҡорт АССР-ынан 222 489 кеше мобилизациялана һәм хеҙмәткә саҡырыла, ә 1942 йылдың 1 октябренә хәрби комиссариаттар республиканан 410 026 кешене мобилизациялай. 1939 йылдан алып 1944 йылға тиклем Башҡорт АССР-ынан ғәҙәти тәртип менән 700 мең кеше мобилизациялана һәм хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Бынан тыш Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәрби комиссариаттар оборона сәнәғәтендә эшләү өсөн 18 438 кешене мобилизациялай[1].

1941—1945 йылдарҙа республиканың Всевобуч системаһында 194 659 яугир-белгес әҙерләнә, ә Башҡорт АССР-ының Осоавиахимы Совет армияһы өсөн 196 397 белгес әҙерләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡорт АССР-ы территорияһында түбәндәге хәрби формированиелар әҙерләнә: 170-се, 186-сы, 214-се, 361 (21-се), 87-се (300-сө), 219-сы уҡсылар, 74-се, 76-сы, 112-се һәм 113-сө кавалерия дивизиялары, 124-се, 134-се уҡсылар һәм 40-сы миномет бригадаһы; 17-се запас, 4-се уҡыу, 2-се запас кавалерия бригадаһы; 120-се, 121-се, 122-се, 123-сө, 134-се, 144-се, 476-сы миномет, 1292-се истребителдәр-танкка ҡаршы, 587-се гаубица, 1097-се, 1098-се пушка-артиллерия һәм 15-се кавалерия полкы, 9-сы запастағы кавалерия полкы һәм 23-сө айырым элемтә полкы. Шулай уҡ , шулай уҡ «Полководец Суворов», «Александр Невский», «Салауат Юлаев» һәм «Өфөлө» бронемашиналары төҙөлә[1].

1942—1943 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының хәрби комиссары — полк комиссары Грицов, 1943—1950 йылдарҙа — полковник И. М. Агапитов булып, 1950—1953 йылдарҙа — полковник И. А. Морозов, 1953—1959 йылдарҙа — полковник п. с. Петров, был 1959—1963 йылдарҙа — полковник П. Л. Рогалев, 1963—1969 йылдарҙа — генерал-майор Т. Т. Кусимов[4]. 1968 йылда Башҡорт хәрби комиссариаты РСФСР буйынса өлкә һәм республика хәрби комиссариаттары араһында 3-сө урын биләй. 1986, 1993, 1994 йылдарҙа Башҡорт хәрби комиссариаты округ буйынса беренсе урынды, ә 1996 йылда ул Рәсәй Федерацияһында иң яҡшы комиссариат тип атала[1].

Башҡортостан Хәрби комиссариаты әлеге ваҡытта Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының эре территориаль берәмеге һәм Ҡораллы Көстәр Генераль штабының һәм Волга буйы-Урал хәрби округы штабының эшсе органдарының береһе[1].

Башҡортостан Хәрби Комиссариатына республикалағы 67 ҡала һәм район хәрби комиссариаты буйһона. Республика Хәрби Комиссариаты мобилизация һәм иҫәп-хәрби хеҙмәткә саҡырыу эше менән шөғөлләнә, транспорттың һәм башҡа матди сараларҙың техник торошон тикшерә; хәрби хеҙмәткәрҙәр, ветерандар һәм уларҙың ғаилә ағзаларын социаль-хоҡуҡи яҡлау менән шөғөлләнә[5].

Башҡортостан республикаһы хәрби комиссариаты түбәндәге бүлектәрҙән тора:

  • мобилизация бүлеге;
  • хәрби хеҙмәткә саҡырыу бүлеге;
  • кадрҙар һәм запастағы офицерҙарҙы иҫәпкә алыу бүлеге;
  • запастағы прапорщиктар, старшинплар, сержанттар һәм рядовойҙарҙы иҫәпкә алыу бүлеге;
  • финанс һәм социаль тәьминәт бүлеге;
  • хәрби-табип комиссияһы;
  • административ-хужалыҡ бүлексәһе;
  • оәхлаҡ-сәйәси һәм мәғлүмәт эше бүлексәһе;
  • йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе;
  • элемтә узелы;
  • башҡа подразделениелар һәм хеҙмәттәр.

Башҡортостандан йыл һайын 14 меңдән ашыу ир-егет Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренә саҡырыла[1].

Өфө губернаһының хәрби эштәр буйынса халыҡ комиссарҙары
Башҡорт АССР-ының хәрби эштәр буйынса халыҡ комиссарҙары
Башҡорт АССР-ының хәрби комиссарҙары
  • Грицов (1942—1943),
  • И. М. Агапитов (1943—1950),
  • И. А. Морозов (1950—1953),
  • С. П. Петров (1953—1959),
  • П. Л. Рогалёв (1959—1963),
  • Т. Т. Кусимов (1963—1969),
  • П. А. Шапошников (1969—1975),
  • А. А. Бойко (1976—1989),
  • В. И. Трофимов (1989—2001),
  • Т. М. Азаров (2001—).
  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 Бикмеев М. А. История создания и развития военного комиссариата Республики Башкортостан // Ватандаш. — ISSN 1683-3554.}}
  2. 2,0 2,1 Кульшарипов М. М. Военное строительство в Башкирской Республике в связи с подписанием «Соглашения» // Соглашение Центральной советской власти с Башкирским правительством о советской автономии Башкирии: материалы Всероссийской научно-практической конференции, посвященной 95-летию официального признания Центральной советской властью Автономного Башкортостана. — Уфа: РИЦ БашГУ, 2014. — С. 135—143. — 256 с. — ISBN 978-5-7477-3508-8.
  3. 3,0 3,1 Ярмуллин А. Ш. Военная организация Автономной Башкирской советской республики в 1919—1920 гг // Проблемы востоковедения. — 2017. — № 2 (76).}}
  4. 4,0 4,1 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы — Хәрби комиссариат 2020 йыл 1 февраль архивланған. (Тикшерелеү көнө: 1 февраль 2020) Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «ЭБЭ» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  5. «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы — Хәрби комиссариат 2020 йыл 1 февраль архивланған. (Тикшерелеү көнө: 1 февраль 2020)
  • Бикмеев М. А. История военного комиссариата Республики Башкортостан. — Уфа, 1998.
  • Бикмеев М. А. Исторический опыт военно-организационной и мобилизационной работы Башкирской АССР периода Второй мировой войны: Монография. — Уфа, 2005.