Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге
Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Рәсми сайт | bashpredmsk.bashkortostan.ru |
Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге — Башҡортостандың дәүләт органы, республиканың башҡарма власть системаһына инә һәм үҙ эшмәкәрлеген Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте етәкселегендә башҡара.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1919 йылдың 20 мартындағы «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүҙең» 14-се пунктына ярашлы, Мәскәүҙә РСФСР Хөкүмәте ҡарамағында Башҡорт Вәкиллеге булдырыла.
Тулы хоҡуҡлы вәкилдәр Башҡортостан хәрби-революцион комитеты, артабан БАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты тарафынан тәғәйенләнә. Төрлө йылдарҙа вәкиллектә 11 кешенән 101 хеҙмәткәргә тиклем эшләй. Вәкиллектең иң тәүге етәкселәре — Башҡорт Хөкүмәтенең элекке ағзалары — Абдулла Әҙеһәмов һәм Әбдрәшит Бикбауов. Артабан был вазифаларҙы Ғ. Ғ. Ҡыуатов, Ш. М. Дауытов, Ш. Ә.Манатов, И. Х. Сабитов һәм башҡалар башҡара.
Представительству вменялось в обязанность поддерживать и укреплять условия Соглашения, защищать интересы республики на всех уровнях и во всех центральных органах[1]. В общем положении о представительстве Автономной Башкирской Советской республики указывалось, что его члены могли участвовать во всех заседаниях ВЦИК, СНК и наркоматов с правом совещатального голоса. Также в нём отдельными пунктами указывалось следующее:
«При распределении продуктов промышленности, вырабатываемыми как фабриками, заводами и другими предприятиями РСФСР, так и доставляемыми через товарообмен из-за границы, настаивать на полном наделении БССР причитающейся долей, при распределении же предметов промышленности, вырабатываемыми на территории Башкирии, настаивать, чтобы нужды и запросы БССР, согласно параграфу 5 Соглашения от 23 марта 1919 года, удовлетворялись в первую очередь.Наблюдать, чтобы отдельная Башкирская Армия и отдельные войсковые части, выставляемые БССР в целях укрепления Советской власти и Башкирии и борьбы против Российской и мировой контрреволюции, использовались по своему назначению и чтобы войсковые части не терпели ни в чем нужды и получали необходимое им обмундирование, довольствие и снаряжение, а равно надлежащее воспособление из общероссийского военного фонда.
Настаивать перед РСФСР, чтобы БССР своевременно снабжалось денежными знаками.
По поводу, неправомерных, вопреки соглашениям, действий органов власти РСФСР представители БССР, должны немедленно довести до сведения ВЦИК и Отдела внешних сношений БССР с подробным изложением оснований и мотивов протеста.»
1919—1920 йылдарҙа Мәскәүҙә башҡа автономиялы республикаларҙың һәм өлкәләрҙең вәкиллектәре булдырыла, әммә 1920 йылдың 22 майындағы ВЦИК ҡарары улар бөтөрөлә һәм Милләттәр буйынса Халыҡ Комисариатының бүлектәре булып үҙгәртеләләр. Әммә башҡорт Вәкиллеге элекке режимда һәм «…Килешеүгә» ярашлы эшмәкәрлеген дауам итә . 1921—1922 йылдарҙағы аслыҡ ваҡытында вәкиллек республиканы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү менән шөғөлләнә. Дөйөм алғанда, Башҡорт вәкиллеге республиканың үҫешендә, милли-дәүләт төҙөлөшө, территориаль ҡоролошо, үҙәк властары менән бәйләнеш урынлаштырыу буйынса ҙур роль уйнай.
Вәкиллектең абруйы шул тиклем юғары була, хатта 1924 йылдың 8 авгусында Башсовнарком «бөтә наркоматтарға һәм БАССР-ҙың үҙәк учреждениеларына ҡәтғи рәүештә РСФСР-ҙың үҙәк органдары рөхсәтен талап иткән мәсьәләләрҙе Башҡорт вәкиллеге аша йүнәлтеүҙе тәҡдим итә»[2].
1924 йылдың 18 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарары менән ғәмәлдә булған бөтә сәнәғәт һәм сауҙа ойошмалары Башҡорт остан Вәкиллеге янында «Мәскәүҙә Башҡорт дәүләт комиссион контораһына» берләштерелә («Башторгпредство»). 9 марттағы Башҡорт үҙәк башҡарма комитеты ҡарары менәнәлеге органдар бер вәкиллеккә берләштерелә һәм уны үҙәк властары 1938 йылда бөтөрөүгә тиклем ғәмәлдә була.
Хәҙерге заман
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1991 йылдың 15 ғинуарында Башҡорт ССР-ының Министрҙар Советы ҡарары сығарыу тураһында «Рәсәй Федерацияһы Президенты янында Башҡортостан Республикаһының Даими вәкиллеген булдырыу тураһында» ҡарар сығара.
От 25 февраля 1992 году вышел Указ Президента РФ № 188 «О Постоянном представительстве Республики Башкортостан при Президенте Российской Федерации»:
1. В целях обеспечения взаимодействия высших исполнительных органов власти Российской Федерации и Республики Башкортостан учреждается Постоянное представительство Республики Башкортостан при Президенте Российской Федерации.2. Государственному комитету Российской Федерации по управлению государственным имуществом изыскать возможность предоставления Республике Башкортостан отдельно стоящего здания в г. Москве с последующим выкупом для размещения Постоянного представительства Республики Башкортостан.
3. Поручить Государственному советнику Российской Федерации — Секретарю Комиссии при Президенте Российской Федерации по разработке предложений по статусу, структуре и порядку деятельности Совета безопасности Российской Федерации Ю. В. Скокову обеспечить координацию взаимодействия Правительства Республики Башкортостан с Администрацией Президента Российской Федерации.
Башҡортостан Конституцияһының 87-се статьяһының 23 пунктына ярашлы Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Башҡортостан Республикаһы Президенты тарафынан тәғәйенләнә һәм саҡырып ҡайтарыла.
1994 йылда Башҡортсостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы араһындағы Килешеү буйынса «Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы Вәкиллеге» тип үҙгәртелә.
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһының шулай уҡ башҡа илдәрҙә Вәкиллектәре бар[3]:
- Австрияла (штаб-фатир Вена ҡалаһында урынлашҡан);
- Калининград өлкәһендә (Калининград);
- Ҡаҙағстанда (Астана)[4];
- Краснодар крайында (Сочи);
- Ҡырым Республикаһында (Симферополь)[5];
- Ырымбур өлкәһендә (Ырымбур);
- Һарытау өлкәһендә (Һарытау);
- Свердловск өлкәһендә (Екатеринбург);
- Төркиәлә (Истанбул);
- Силәбе өлкәһендә (Магнитогорск һәм Силәбе);
- Ханты-Мансы автономиялы округта (Лянтор) һәм башҡалар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Статья Башкирское Представительство в Башкортостан: Краткая энциклопедия(недоступная ссылка)
- ↑ История Представительства 2012 йыл 15 ноябрь архивланған.
- ↑ Представительства Республики Башкортостан 2014 йыл 6 март архивланған.
- ↑ Официальный сайт ПП в Астане(недоступная ссылка)
- ↑ В Крыму учреждено Представительство Башкортостана.// ИА «Башинформ».