Евлампиев Алексей Константинович
Евлампиев Алексей Константинович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 1875 |
Тыуған урыны | Минзәлә өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1 апрель 1934 |
Һөнәр төрө | революционер |
Эш урыны | Башҡортостан хәрби комиссариаты |
Хәрби звание | поручик[d] |
Һуғыш/алыш | Рус-япон һуғышы, Беренсе донъя һуғышы һәм Рәсәйҙә Граждандар һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Евлампиев Алексей Константинович (1875 — 1 апрель 1934 йыл) — революция хәрәкәте эшмәкәре. 1917 йылдан алып РСДРП(б) ағзаһы. 1904—1905 йылдарҙа рус-япон, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Георгий тәреһе кавалеры (1916)[1].Хәрби эштәр буйынса халыҡ комиссары (1918).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алексей Константинович Евлампиев 1875 йылда Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе Поручик ауылында (хәҙер Татарстандың Зәй районы) донъяға килгән[1]. Ҡазан ауыл хужалығы училищеһын тамамлаған (1890). 1900—1904 йылдарҙа һәм 1905—1914 йылдарҙа Өфө өйәҙендә — агроном, Ляхов башланғыс умартасылыҡ, баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек мәктәбендә уҡытыусыһы булып эшләй. 1904—1905 йылдарҙа һәм 1914—1918 йылдарҙа рус армияһында һуғыштарҙа ҡатнаша. 1917 йылда поручик дәрәженә лайыҡ була. 1916 йылдың декабренән башлап Өфөлә 103-сө запас пехота полкының рота командиры. 1917 йылдың мартынан Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советының хәрби секцияһы рәйесе, октябрҙән алып РСДРП(б)-ның Өфө ҡала комитеты һәм Өфө губерна революцион комитеты ағзаһы. 1917 йылдың декабренән башлап Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмалары штабының начальнигы ярҙамсыһы, 1918 йылдың май — июнендә ошо уҡ штабтың начальнигы. 1919 йылдың ғинуар — март айҙарында һәм 1920 — 22 йылдарҙа РСФСР Игенселек Халыҡ Комиссариатының Өфө губернаһы бүлеге мөдире[1].
1919 йылдан һәм 1923 йылдан алып Мәскәү өлкәһендә эшләй[1].
Евлампиев Алексей Константинович 1934 йылдың 1 апрелендә вафат булған[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Евлампиев Алексей Константинович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]М. А. История военного комиссариата Республики Башкортостан. Уфа, 1998.