Урыҫ батшалары исемлеге
Уҡыу көйләүҙәре
Исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фон төҫө формаль рәүештә идара иткән хаким
- Фон төҫө регент булыусы хаким
№ | Батша | Портреты | Идара итеүҙең башы | Идара итеүҙең аҙағы | Иҫкәрмә |
---|---|---|---|---|---|
Рюриковичтар | |||||
1 | Иван Грозный Грозный (1530—1584) |
16 ғинуар 1547 | 28 март 1584 | ||
Симеон Бекбулатович (? — 1616) |
1575 | 1576 | Ҡасим ханлығы ханы, суҡындырғанға тиклемге исеме Сайын-Булат. Тәхеткә «бөтә Русь батшаһы бөйөк кенәзе Симеон» титулы аҫтында Иван Грозный тарафынан ултыртыла. Грозный үҙе «Мәскәү кенәзе» тип атала башлай. Тәүге тапҡыр 1575 йылдың 30 октябрендә телгә алына, аҙаҡҡы мәртәбә — 1576 йылдың 18 июлендә (Пискарёвские летописи, стр. 81-82 и 148. Корецкий В. И. Земский собор 1575 г. и поставление Симеона Бекбулатовича «великим князем всеа Руси» // Исторический архив, № 2. 1959). 1576 йылдан һуң титуллы бөйөк кенәз Тверскийға әүерелә. Һуңыраҡ Борис Годуновҡа һәм уның улы Фёдорға биргән анттарында Симеондың һәм уның балаларының батшалыҡҡа «ултыртырға теләмәүен» үҙ эсенә алған айырым пункт булған. | ||
2 | Фёдор I Иванович (1557—1598) |
28 март 1584 | 17 ғинуар 1598 | ||
Годуновы | |||||
3 | Ирина Фёдоровна (1557—1603) |
17 ғинуар 1598 | 21 февраль 1598 | Баярҙар, Фёдор үлгәндән һуң, уның ҡатыны Иринаға ант бирә һәм уның исеменән указдар сығара. Һигеҙ көндән ул монастырға китә, ләкин рәсми документтарҙа ул «батшабикә һәм бөйөк кенәзбикә» тип аталыуын дауам итә. | |
Борис Фёдорович (1552—1605) |
21 февраль 1598 | 23 апрель 1605 | Земство соборы тарафынан һайлана | ||
4 | Фёдор II Борисович (1589—1605) |
23 апрель 1605 | 11 июнь 1605 | ||
Сыуалышлы осор | |||||
5 | Лжедмитрий I (рәсми исеме — Дмитрий Иванович) (? — 1606) |
11 июнь 1605 | 27 май 1606 | Үҙен батша улы Дмитрий Иоаннович итеп күрһәтә. | |
6 | Василий IV Иванович Шуйский
(1552—1612) |
29 май 1606 | 27 июль 1610 | Лжедмитрийға ҡаршы ойошторолған заговорҙа ҡатнашыусы баярҙар тарафынан һайлана. 11 июндә тәхеткә ултыра. Баярҙар тарафынан ҡолатыла (формаль рәүештә Земство соборы тарафынан төшөрөлә) һәм 1610 йылдың 17 июлендә монахлыҡта көсләп ебәрелә. | |
- | Лжедмитрий II (1610 йылдың 11 декабрендә һәләк була) | 22 июнь 1607 | 21 декабрь 1610 | Үҙен батша улы Дмитрий Иоаннович итеп күрһәтә. | |
- | Владислав Жигимонтович (1595—1648) |
27 август 1610 | 3 март 1613 | 1610 йылда Семибоярщина Жокиевскийҙың ғәскәре баҫымы аҫтында батша итеп 15 йәшлек батша улын һайлай (һуңынан король Владислав IV). | |
Романовтар | |||||
7 | Михаил Фёдорович (1596—1645) |
3 март 1613 | 23 июль 1645 | Земство соборы тарафынан һайлана. | |
Патриарх Филарет (улы менән берлектә идара итә) (1554—1633) |
24 июнь 1619 | 11 октябрь 1633 | 1619 йылдың 1 июнендә поляк әсирлегенән азат ителә. Ғүмеренең аҙағына тиклем рәсми рәүештә «бөйөк батша» исемен йөрөтә. | ||
8 | Алексей Михайлович Тишайший (1629—1676) |
23 июль 1645 | 8 февраль 1676 | ||
Царевич Алексей Алексеевич (атаһы менән берлектә идара итә) (1654—1670) |
15 февраль 1654 | 17 ғинуар 1670 | |||
9 | Фёдор III Алексеевич (1661—1682) |
8 февраль 1676 | 7 май 1682 | ||
11-12 | Софья Алексеевна (ағалары янында регент) (1657—1704) |
7 май 1682 | 8 февраль 1689 | ||
Иван V Алексеевич (1666—1696) |
7 мая 1682 | 8 февраль 1696 | Фёдор үлгәндән һуң, баярҙар думаһы Петрҙы Иванды батша итеп иғлан итә. Әммә көрәш һөҙөмтәһендә ҡустыларын берлектә идара итеүсе хакимдар тип иғлан итергә ҡарар сығарыла. 26 майҙа Иван «өлкән батша» итеп иғлан ителә. 1682 йылдың 25 июнендә ҡустылары меннән берлектә батша тәхетенә ултыртыла. 1696 йылдың 29 ғинуарында вафат була. 1682 йылдың 29 майынан 1689 йылдың 7 сентябренә йәш батшалар янында уларҙың апаһы Софья Алексеевна регент булып тора. | ||
Пётр I Алексеевич Бөйөк (1672—1725) |
7 мая 1682 | 2 ноябрь 1721 | 1721 йылда рәсәй императоры итеп иғлан ителә |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Батша һайлау