Эстәлеккә күсергә

Филатов Григорий Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Филатов Григорий Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 17 ноябрь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Ейәнсура районы
Вафат булған көнө 23 март 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Митино зыяраты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Филатов Григорий Иванович (17 ноябрь 1918 йыл — 23 март 2000 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, хәрби осоусы, гвардия капитаны. Советтар Союзы Геройы (1943).

Григорий Иванович Филатов[1] 1918 йылдың 17 ноябрендә Ырымбур губернаһының Орск өйәҙе Яңы Ҡаҫмарт утарында [2] тыуған.

Милләте рус. Белеме — 7 класс, Свердловск өлкәһенең Түбәнге Тагил ҡалаһында Фабрика-завод училищеһын тамамлаған. Вагондар төҙөү заводында эшләгән. 1942 йылдан КПСС ағзаһы.

1937 йылдан Ҡыҙыл Армияла, 1939 йылда Пермь хәрби авиация пилоттар мәктәбен тамамлай. 1941 йылдың июненән хәрәкәт итеүсе армияла. Ленинград, Волхов һәм Көнбайыш фронттарында һуғыша. 1941 йылдың авгусынан 1943 йылдың майына тиклем 283-сө истребитель авиация полкында хеҙмәт итә, И-16 һәм Як-7 самолеттарында оса; 1943 йылдың май айынан алып июлгә тиклем — 146-сы ИАП-та (һуңыраҡ — 115-се гвардия истребитель-авиация полкы (ИАП), Як-7 самолетында оса; 1944 йылдың июненән 1945 йылдың майына тиклем — 7-се ГвИАД идаралығында, Як-9 һәм Як-3 самолеттарында осош башҡара.

1943 йылдың 23 июлгә ҡарата 46-сы гвардия истребитель авиация полкының (Көнбайыш фронтының 1-се һауа армияһы, 2 истребителдәр авиация корпусы,7-се гвардия истребителдәр авиация дивизияһы) командиры ярҙамсыһы, өлкән лейтенант Г. И. Филатов 128 хәрби осош яһай, һауа һуғыштарында шәхсән үҙе 11 һәм төркөмдә 3 дошман самолетын бәреп төшөрә.

1943 йылдың 31 июлендә һауа һуғышында ҡаты яралана һәм 1943 йылдың сентябренә тиклем Смоленск районындағы партизан отрядында була.

1943 йылдың 2 сентябрендә дошман менән алышта күрһәткән ҡыйыулығы һәм хәрби батырлығы өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.

1944 йылда Юғары офицерҙар составын камиллаштырыу курстарын тамамлай һәм фронтҡа кире китә. Барлығы 136 хәрби осош яһай, 21дошман самолетын бәреп төшөрә.

1946 йылда гвардия капитаны Г. И . Филатов ауырыуы арҡаһында запасҡа сыға. Мәскәүҙә йәшәй, Ғилми-тикшеренеү институттарының береһендә эшләй.

2000 йылдың 23 мартында вафат була. Мәскәүҙә Митино зыяратында ерләнгән.

Г. И. Филатовтың бүләкләү ҡағыҙынан: «..Калинин һәм Волхов фронттарындағы операцияларҙа 1942 йылдың 9 сентябренә тиклем 116 хәрби осош башҡара, һауа һуғыштарында шәхсән үҙе 9 дошман самолетын (5 бомбардировщик һәм 4 истребитель) һәм төркөмдә 2 бомбардировщикты бәреп төшөрә……

1943 йылдың 12 июлендә…, ер өҫтө ғәскәрҙәренең ышыҡлау буйынса хәрби заданиены үтәгән саҡта дүрт ЯК-7б составында алты 6 МЕ-110 һәм дүрт ME-109 дошман самолеттары менән һауа һуғышында ҡатнаша. Әлеге һуғышта Филатов шәхсән үҙе бер МЕ-110 самолетын бәреп төшөрөүе ер өҫтө частары тарафынан раҫлана».

  • Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы (02.09.1943)[3];
  • Ленин ордены (02.09.1943);
  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены (20.04.1942)[4];
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (11.03.1985)[5];
  • 2--се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (08.12.1942)[6];
  • миҙалдар.
  1. Герой Советского Союза Филатов Григорий Иванович. Герои страны. Дата обращения: 28 февраль 2013. Архивировано 23 март 2013 года.
  2. хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Яңы Ҡаҫмарт ауылы
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 50, л. 282—284)ф. 33, оп. 793756, д. 50, л. 282—284).
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682524, д. 595, л. 18, 286—288)ф. 33, оп. 682524, д. 595, л. 18, 286—288).
  5. Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.
  6. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525, д. 424, л. 1, 9, 10)ф. 33, оп. 682525, д. 424, л. 1, 9, 10).
  • Несокрушимые. — Уфа, 1985. / стр. 174—204.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979, кн. 4. / стр. 31—34.