Эстәлеккә күсергә

Хуциев Марлен Мартынович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хуциев Марлен Мартынович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Грузия
 Рәсәй
 СССР
Тыуған ваҡыттағы исеме груз. მარლენ ხუციევი
Тыуған көнө 4 октябрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[1][2][3][…]
Тыуған урыны Тбилиси, Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d], СССР[1][2]
Вафат булған көнө 19 март 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[4][5] (93 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Үлем сәбәбе ауырыу
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Балалары Хуциев, Игорь Марленович[d]
Һөнәр төрө актёр, кинорежиссёр, сценарий яҙыусы, театральный педагог, уҡытыусы, киносценарист
Эшмәкәрлек төрө кинорежиссура[d][6], киносценарий[d][6] һәм актёрлыҡ оҫталығы[d][6]
Эш урыны Юғары сценаристар һәм режиссерҙар курсы[d]
Уҡыу йорто С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты
Уҡыусылар Апасян, Игорь Карпович[d]
Әүҙемлек урыны СССР[6]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 2019
Ойошма ағзаһы СССР Кинематографистар союзы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Хуциев Марлен Мартынович Викимилектә

Хуциев Марлен Мартынович (4 октябрь 1925 йыл — 19 март 2019 йыл) — грузин сығышлы СССР һәм Рәсәй кинорежиссеры, сценарист, актер һәм педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1986). Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы лауреаты (1993). Рәсәй художество академияһының Почетлы ағзаһы[7].

Марлен Хуциев 1925 йылдың 4 октябрендә Тифлиста (хәҙерге Тбилиси, Грузия) СССР эске һәм тышҡы сауҙа халыҡ комиссары урынбаҫары Хуциев Мартын Леванович (Хуцишвили) һәм актриса Нина Михайловна (ҡыҙ фамилияһы Утенелишвили) ғаиләһендә тыуған. Исеме Маркс, Ленин исемдәренән алынған акроним.

Тбилисиҙа 43-сө урта мәктәптә уҡый[8]. 1950 йылда ВГИК-та режиссер факультетын тамамлаған (Игорь Савченко оҫтаханаһы)[9].

19531958 йылдарҙа Одесса киностудияһында эшләй. 1959—1964 йылдарҙа — М. Горький исемендәге киностудияла, 1965 йылдан — "Мосфильм"да.

Байтаҡ фильмдарында сценарий авторы йәки авторҙашы булараҡ сығыш яһай[10]. Актер булараҡ, башҡа режиссерҙарҙың фильмдарында төшә. 1967 һәм 1986 йылдарҙа «Современник» театрында «Случай в Виши» исемле спектакль ҡуя (Артур Миллерҙың пьесаһы буйынса)р.

1965 — 1986 йылдарҙа СССР кинематографистар союзы идаралығы секретары була[11].

1966 йылда Иосиф Сталиндың реабилитациялауына ҡаршы мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең хатына ҡултамға ҡуя[12].

19681971 йылдарҙа Үҙәк телевидениеның «Экран» ижади берекмәһенең художество етәксеһе була.

1978 йылдан алып ВГИК-та нәфис фильм режиссураһы оҫтаханаһы менән етәкселек итә. Профессор. 1987—2009 йылдарҙа ВГИК -тың уйын киноһы буйынса режиссура кафедраһы мөдире була.

1989 йыл Рәсәй кинорежиссерҙар гильдияһының Президенты итеп һайлана. 1994—1995 йылдарҙна «Европаға тәҙрә» кинофестивале президенты.

1998 йылдан рәйесе Рәсәй кинематографистар союзының уйын киноһы буйынса комитет рәйесе[11].

2008 йылдың 19 декабрендә Рәсәй кинематографистар союзының рәйесе итеп һайлана. 17 март, 2009 йылдың 17 мартында съезд һөҙөмтәләрен законһыҙ тип таный[13].

2019 йылдың мартында Боткин дауаханаһына эләгә, шунда 94-се йшендә реанимация бүлегенд вафат була[14]. 20 мартта Троекуров зыяратында ерләнә[15][16].

  • Ҡатыны — Соловьева Ирина Семеновна (1927—2019) М. Горький исемендәге киностудия директоры (Хуциев менән берлектә)[17].
  • Улы — Игорь Марленович Хуциев (1952), режиссер һәм сценарист.
  • Ейәнсәре — Нина Игоревна Хуциева Мәскәү дәүләт университетының ҡытай бүлеген тамамлай, хәҙерге ваҡытта АҠШ-та йәшәй.

Режиссерлыҡ эштәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Марлен Хуциев, 2018 йыл
  • 1950 — Төҙөүселәр (диплом эше, ҡыҫҡа метражлы, Ф. Е. Миронер менән берлектә)
  • 1955 — Ляна (режиссер ассистенты)
  • 1956 — Заречный урамына яҙ килде (Ф. Е. Миронер менән берлектә)
  • 1958 — Ике Федор
  • 1964 —Ильич заставаһы
  • 1966 — Июль ямғыры
  • 1970 — Май айы булды (телевизион)
  • 1971 —Ал Париж елкәне (телевидение, документаль)
  • 1974 — Һәм барыбер мин ышанам… (документаль, М. М. Ромм, Э. Г. Климов, Г Н. Лавров менән берлектә)
  • 1983 — Һуңғы һүҙ
  • 1991 — Сикһеҙлек
  • 2001—1941 йылдағы кешеләре (документаль)
  • 2019 — Киске түгел (етештереү процесында)[18]
  • 1958 — Йәшлек урамы (Улица молодости, с Ф. Е. Миронер менән берлектә)
  • 1964 — Миңә егерме йәш (Ильич заставаһы, Г. Ф. Шпаликов менән берлектә)
  • 1966 — Июль ямғыры (Июльский дождь, А. Б. Гребнев менән берлектә)
  • 1983 — Һуңғы һүҙ (Послесловие)
  • 1985 — Джура — охотник из Мин-Архар һунарсыһы (И. М. Хуциев менән берлектә)
  • 1991 — Сикһеҙлек (Бесконечность)
  • 2001 — 1941 йылдағы кешеләр (Люди 1941 года, И. М. Хуциев менән берлектә)
  • 2019 — Киске түгел (Невечерняя, И. М. Хуциев менән берлектә)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Владимир Путин Марлен Хуциевҡа 3-сө дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденын тапшыра. 2001 йыл
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1965)[19]
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1977)[20]
  • СССР-ҙың халыҡ артисы (1986)[21]
  • Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы (1993) — «Сикһеҙлек» нәфис фильмы өсөн[22]
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2006)[23]
  • III дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» (2000)[24]
  • IV дәрәжә "Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн " (1996)[25]
  • Почет ордены (2010)[26]
  • Дуҫлыҡ ордены (2016)[27]
  • «Почет билдәһе» ордены (1975)[28]
  • Венеция кинофестивалендә жюриҙың махсус призы (1965, «Ильич заставаһы»)
  • Римда Европа кино фестивале (1965, «Алтын пластина», «Ильич заставаһы»)
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Махсус призы, 1999[29]
  • Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Мәскәү мэрияһы премияһы (1999[30]
  • Документаль кино һәм телевидение өлкәһендә «Лавровая ветвь» Милли премия — 2002 йыл өсөн
  • «Триумф» премияһы (2004)
  • «Намыҫ һәм абруй» номинацияһында «Ника» кинопремияһы (2005
  • Рәсәй Милли кинематографик сәнғәте һәм фәндәре академияһы академигы[31]
  • «Ника» Рәсәй кинематография сәнғәте академияһы академигы
  • Эстетика һәм сәнғәтирекле академияһы академигы (Мәскәү)[32] һәм башҡалар
  1. 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #133485749 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Хуциев Марлен Мартынович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  4. Marlen Chucijev // (unspecified title)
  5. Bibliothèque nationale de France Marlen Huciev // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Чешская национальная авторитетная база данных
  7. Состав РАХ. Дата обращения: 17 август 2010. Архивировано 28 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 28 ғинуар архивланған.
  8. Клуб 43 — тбилисская школа, в которой учились Окуджава и Таривердиев
  9. Кино. Энциклопедический словарь. М.: Энциклопедия, 1987, с. 474.
  10. Черненко М. М.. Марлен Хуциев. Творческий портрет, М., Всесоюзное объединение «Союзинформкино», 1988
  11. 11,0 11,1 Марлен Хуциев на сайте Одесской киностудии. Дата обращения: 1 июль 2014. Архивировано 14 июль 2014 года. 2014 йыл 14 июль архивланған. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «:0» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  12. Письма деятелей науки и культуры против реабилитации Сталина
  13. Суд признал VII съезд Союза кинематографистов незаконным. Кинорежиссёр Хуциев обжалует решение на сайте Newsru.com
  14. Умер режиссёр Марлен Хуциев
  15. Хуциева похоронят на Троекуровском кладбище / kommersant.ru
  16. Марлена Хуциева похоронят на Троекуровском кладбище, сообщил источник / РИА «Новости»
  17. В реанимации скончалась жена режиссёра Марлена Хуциева. Российская газета.
  18. Долматова Р. Марлен Хуциев завершает картину о Льве Толстом на «Мосфильме». na-zapade-mos.ru (12 ғинуар 2016). Дата обращения: 17 ғинуар 2016.
  19. Указ Президиума Верховного Совета РСФСР от 26 ноября 1965 года «О присвоении почётных званий РСФСР работникам кинематографии»
  20. Указ Президиума Верховного Совета РСФСР от 7 января 1977 года «О присвоении почётного звания народного артиста РСФСР»
  21. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 18 февраля 1986 года № 4173—XI «О присвоении почётного звания „Народный артист СССР“ тов. Хуциеву М. М.»
  22. Указ Президента Российской Федерации от 7 декабря 1993 года № 2120 «О присуждении Государственных премий Российской Федерации в области литературы и искусства 1993 года»
  23. Указ Президента Российской Федерации от 29 мая 2006 года № 514 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ II степени Хуциева М. М.»
  24. Указ Президента Российской Федерации от 25 декабря 2000 года № 2080 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ III степени Хуциева М. М.»
  25. Указ Президента Российской Федерации от 9 апреля 1996 года № 512 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
  26. Указ Президента Российской Федерации от 5 октября 2010 года № 1206 «О награждении орденом Почёта Хуциева М. М.»
  27. Указ Президента Российской Федерации от 26 октября 2016 года № 572 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
  28. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 3 октября 1975 года № 2356—IX «О награждении режиссёра Хуциева М. М. орденом „Знак Почёта“»
  29. Распоряжение Президента Российской Федерации от 12 июня 1999 года № 190-рп «Об учреждении специального приза Президента Российской Федерации „За выдающийся вклад в развитие российского кино“». Дата обращения: 9 октябрь 2010. Архивировано 14 май 2013 года. 2013 йыл 14 май архивланған.
  30. Распоряжение Мэра Москвы от 20 августа 1999 года № 901-РМ «О присуждении премии Мэрии Москвы в области литературы и искусства»
  31. Cписок членов Национальной Академии кинематографических искусств и наук России
  32. Состав академии. Марлен Мартынович Хуциев