Чернушка районы
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Статус |
Муниципаль район | ||
Урынлашҡан урыны | |||
Берләштерә |
15 муниципаль берәмек | ||
Административ үҙәк |
Чернушка ҡалаһы | ||
Барлыҡҡа килеүе |
1924 йыл | ||
Район башлығы |
Шестаков Михаил Владимирович | ||
Рәсми тел |
урыҫ | ||
Халҡы (2016) |
↗50 804[1] | ||
Тығыҙлығы |
30,31 кеше/км² | ||
Милли состав |
урыҫтар – 77,4 %; | ||
Конфессиональ состав |
православиелылар, | ||
Майҙаны |
1676 км² | ||
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге • Иң бейек нөктәһе |
| ||
Ваҡыт бүлкәте | |||
Телефон коды |
+7 34261 | ||
Автомобиль номерҙары коды |
59, 159 | ||
Рәсми сайты | |||
Черну́шка райо́ны — Пермь крайы составындағы территориаль һәм муниципаль берәмек.
Административ үҙәге — Чернушка ҡалаһы, 1930 йылға тиклем — Рябки ауылы.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чернушка районы Беүә убалы тигеҙлегенең көнсығыш өлөшөндә, убалы-тигеҙлекле Урал алдында, Тылва ҡалҡыулығы битләүҙәрендә, киң япраҡлы-ылыҫлы урман зонаһында Пермь крайының көньяғында урынлашҡан. Район Пермь крайының Көйәҙе, Барҙы, Уй һәм Октябрьский райондары, Башҡортостандың Асҡын һәм Тәтешле райондары менән сиктәш.
Майҙаны — 1676 км², был Пермь крайы территорияһының яҡынса 1 % тәшкил итә. Район төньяҡтан көньяҡҡа — 54 км, ә көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай — яҡынса 56 км һуҙылған.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чернушка районы территорияһы борон замандарҙан башҡорттарҙың аҫаба ерҙәре булып торған. Был ерҙәрҙе танып ҡәбиләһенең ҡаҙансы һәм ҡайпан ырыуҙары биләгән. XVIII быуат аҙағынан бында урыҫтар һәм башҡа халыҡ вәкилдәре күпләп күсеп килә башлайҙар[2].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
1926 | 1959 | 1970 | 1979 | 1989 | 1998 | 2000[3] | 2002[4] |
37 189 | ↗49 627 | ↘49 220 | ↘47 911 | ↗50 751 | ↗55 185 | ↘50 816 | ↗53 746 |
2005[3] | 2006[5] | 2007[5] | 2008[3] | 2009[3] | 2010[6] | 2011[3] | 2012[7] |
↘52 937 | ↘52 600 | ↘52 200 | ↗52 231 | ↗52 248 | ↘50 593 | ↗50 617 | ↗50 675 |
2013[8] | 2014[9] | 2015[10] | 2016[1] | ||||
↘50 421 | ↘50 389 | ↘50 384 | ↗50 804 |
Ҡала шарттарында (Чернушка ҡ.) район халҡының 64,92 % йәшәй.
Районда урыҫтар — 77,4 %, татарҙар — 7,6 %, башҡорттар — 6,6 %, удмурттар — 4,3 %, тағы ла сыуаштар, мариҙар һәм башҡа милләт вәкидәре йәшәй[11].
Иҡтисад
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чернушка районы индустриаль-аграр райондарына ҡарай. Уның иҡтисадының төп өлөшөн артабанғы тармаҡтар тәшкил итә (етештереүҙең дөйөм күләмендәге өлөшө):[12]
- нефть һәм газ сығарыу (73,4 %)
- етештереү тармағы (6,7 %)
- төҙөлөш (7,1 %)
- транспорт һәм элемтә (3,8 %)
- ауыл хужалығы (1,2 %)
Райондың сәнәғәт етештереүендә нефть сығарыу 93,2 % тәшкил итә, йылына яҡынса 600 мең тонна нефть сығарыла[13].
Чернушка районы крайҙа иген сәсеү майҙандары һәм иген йыйыу буйынса 3 урынды һәм һөт йыйыу буйынса 5 урынды биләй. 2010 йылға ҡарата районда 7010 баш һыйыр малы, 784 баш дуңғыҙ малы иҫәпләнгән. Хәҙерге ваҡытта Чернушка районында ауыл хужалығында эшләүсе 20 предприятие, 6055 шәхси ярҙамсы хужалыҡ, 12 крәҫтиән-фермер хужалығы теркәлгән[14].
Киң мәғлүмәт саралары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район гәзиттәре: «Маяк Приуралья» (1930 йылдан); «Уральская версия»; «Чернушка Плюс». 2008 йылдан Чернушка ҡалаһында квартал һайын башҡорт һәм урыҫ телдәрендә «Пермь башҡорттары» сыға[15].
Районда «Радио Чернушки» радиостанцияһы һәм «ВеЧер» телеканалы (1995 йылдан) эшләй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Численность постоянного населения Пермского края по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года и в среднем за 2015 год . Дата обращения: 30 март 2016. Архивировано 30 март 2016 года.
- ↑ Н. А. Козлова. История Чернушинского района: Материалы к урокам по историческому краеведению / под общ. ред. к.и.н. Н. Д. Волошина. — Пермь: Пермское книжное издательство, 2006. — 1000 экз.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Статистический ежегодник Пермского края.2013
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ 5,0 5,1 Оценка численности постоянного населения Пермского края в разрезе муниципальных образований на 1 января 2006 (погрешность 150 человек) и 2007 (погрешность 50 человек) годов . Дата обращения: 25 ғинуар 2015. Архивировано 25 ғинуар 2015 года.
- ↑ ВПН-2010. Численность и размещение населения Пермского края . Дата обращения: 10 сентябрь 2014. Архивировано 10 сентябрь 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Березовик В. Е., Скачкова Н. В., Бабич Т. А. География Чернушинского района (Пособие для учителей и учащихся) / под общ. ред. к.и.н. Н. Д. Волошина. — Чернушка, 2005. — 500 экз.
- ↑ Официальный сайт Администрации Чернушинского муниципального района . — Экономика района. Архивировано 14 август 2011 года.
- ↑ Чернушинский муниципальный район . Администрация губернатора Пермского края. Дата обращения: 13 июнь 2010. 2008 йыл 22 декабрь архивланған.
- ↑ Сельское хозяйство . Администрация Чернушинского муниципального района. Дата обращения: 13 июнь 2010. Архивировано 14 август 2011 года.
- ↑ «Пермь башҡорттары» // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Березовик В. Е., Скачкова Н. В., Бабич Т. А. География Чернушинского района (Пособие для учителей и учащихся) / под общ. ред. к.и.н. Н. Д. Волошина. — Чернушка, 2005. — 500 экз.
- Иван Гурин. Чернушка: Серия «Пермский край». — Пермь: Пермское книжное издательство, 2000. — 160 с. — 2500 экз.
- Н. А. Козлова. История Чернушинского района: Материалы к урокам по историческому краеведению / под общ. ред. к.и.н. Н. Д. Волошина. — Пермь: Пермское книжное издательство, 2006. — 1000 экз.
- Хлопин В. Г. История Чернушинского района (конец XIX в. — 1945 г.). — Пермь: Пермское книжное издательство, 2000. — 280 с. — 1000 экз. — ISBN 5-93683-006-3.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йосопов Р. М., Черных А. В., Шитова С. Н. Пермь башҡорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Хөсәйенова Г. Т. Пермь крайы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Официальный сайт Администрации Чернушинского муниципального района . Архивировано 14 август 2011 года. 2014 йыл 19 февраль архивланған.
- Сайт Чернушинского района и города . Архивировано 14 август 2011 года.
- Портал Правительства Пермского края . — Чернушинский район. Архивировано 14 август 2011 года. 2011 йыл 15 октябрь архивланған.
- Чернушинский район на сайте Пермского регионального сервера . 2008 йыл 22 декабрь архивланған.
- Энциклопедия «Пермский край» . — Чернушинский муниципальный район. Архивировано 14 август 2011 года. 2015 йыл 6 апрель архивланған.
- Районная газета «Маяк Приуралья» . Архивировано 14 август 2011 года.
- Гидрометцентр России . — Фактические данные — Чернушка. Архивировано 23 август 2011 года.
Ҡалып:Населённые пункты Чернушинского района Ҡалып:Пермь крайы