Ғалина Рима Барый ҡыҙы
Ғалина Рима Барый ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 9 март 1952 (72 йәш) |
Тыуған урыны | Түбә, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | музыка уҡытыусыһы, композитор, шағир |
Эш урыны |
Йылайыр районы детская музыкальная школа[d] Сибай педагогия училищеһе[d] |
Уҡыу йорто |
Учалы музыкальное училище[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ғалина Рима Барый ҡыҙы (9 март 1952 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны, үҙешмәкәр композитор. 1977—1984 йылдарҙа Баймаҡ районы Ленин орденлы «Йылайыр» совхоз-техникумының балалар музыка мәктәбе директоры; 1984—1995 йылдарҙа — Урғаҙа урта мәктәбе, 1995—2008 йылдарҙа хәҙерге Сибай педагогия колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994), Бөйөк Октябрь социалистик революцияһының 70 йыллығына арналған Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (Мәскәү, 1978).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рима Барый ҡыҙы Ғалина 1952 йылдың 9 мартында Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы Түбә ауылында тыуған. Икенсе һанлы Түбә урта мәктәбен тамамлағас, пионервожатый булып эш башлай. 1973 йылда Учалы музыка училищеһына уҡырға инә һәм 1977 йылда уны уңышлы тамамлап, «Йылайыр» совхозына эшкә килә. Бында балалар музыка мәктәбен асыуҙа ярҙамлаша. 1977—1984 йылдарҙа был мәктәптең директоры булып эшләй. «Йылайыр» совхозында ҙур халыҡ инструменттары ансамблен ойоштора. Ансамбль Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә, Башҡортостандың бик күп ҡала, райондарында, телевидениела сығыш яһай, 1978 йылда Мәскәү ҡалаһында уҙған Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты исеменә лайыҡ була[1].
1984—1995 йылдарҙа — Урғаҙа урта мәктәбе, 1995—2008 йылдарҙа хәҙерге Сибай педагогия колледжы уҡытыусыһы. 2009 йылдан хаҡлы ялда, дин юлында, шиғырҙар, йырҙар ижад итә.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]50-ләп йыр авторы. Иң билдәле йырҙары:
- «Юҡһыныу» (Шәриф Биҡҡол һүҙҙәре):
- «Күк үләндәр», «Шәл бәйләнең, әсәй» (Ғалим Дәүләтов һүҙҙәре);
- «Йәшлек бит ул»-«Дәүерҙәр» (Мәүлит Ямалетдинов һүҙҙәре);
- «Яратам мин йәшәргә» (һүҙҙәрен үҙе яҙған).
Йырҙарын билдәле йырсылар : Гөлсөм Бикбулатова, Ғәзим Ильясов, Алһыу Бәхтиева, Фәрүәз Урманшин һәм композиторҙың үҙенең уҡыусылары Руслан Ғәзизов, Йәғәфәр Нәҙершиндар башҡара[1].
Балалар өсөн «Бесәй», «Күркәм Сибай — йәшлек ҡалаһы» исемле йырҙар китабы авторы[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994).