Ғәйзулла (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Ғәйзулла — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәйзулла ғәрәпсәнән үҙләштерелгән — ғәйз (бөйөк, оло, хөрмәт, дан)+улла (алла)[1]
Атаһының исеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сөләймәнова Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы (5 февраль 1940 йыл) — ғалим-педагог, партия хеҙмәткәре, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1985—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф министры. Башҡорт АССР-ының 11‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Педагогия фәндәре кандидаты (1981). Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1980), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1976), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1995).
Миңлеғолов Зиннәт Ғәйзулла улы — (12 февраль 1904 йыл — 1976 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы
Ишморатов Мансур Ғәйзулла улы (1913 йыл — 1 февраль 1945 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры.
Фамилия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәйзуллин Усман Ғәйзулла улы (? — 1915 йыл — 29 сентябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия сержанты, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының эскадрон взводының командир ярҙамсыһы.
Ғәйзуллин Рәмил Мәүлит улы (25 сентябрь 1961 йыл) — музыкант. 1987 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостандың Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрын ойоштороусы, 2001 йылдан — уның художество етәксеһе, артабан директоры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2003) артисы.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәйзулла — Яныбай Хамматовтың «Бөртөкләп йыйыла алтын» романы геройы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |