Ҡушан батшалығы
Ҡушан батшалығы | |
бор. грек. Βασιλεία Κοσσανῶν | |
Нигеҙләү датаһы | 30 |
---|---|
Рәсми тел | Грек теле һәм бактрийский язык[d] |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Административ үҙәк | Баграм[d] |
Идара итеү формаһы | монархия |
Валюта | кушанские монеты[d] |
Алмаштырылған | Кидариты[d] һәм Гупта империяһы |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 375 |
Ҡушан батшалығы Викимилектә |
Ҡушан батшалығы[1] (бактр. Κυϸανο, Кушано; санскр. कुषाण राजवंश Кушана раджавамша; БГС: Guṣāṇa-vaṃśa IAST; парф. 𐭊𐭅𐭔𐭍 𐭇𐭔𐭕𐭓, Kušan-xšaθr; ҡыт. 貴霜王朝, Гуйшуан, б.э. I—III быуатындағы боронғо дәүләт.) — хәҙерге Урта Азия, Афғанстан, Пакистан, Төньяҡ Һиндостан территорияһындағы боронғо дәүләт. Уның сәскә атыу осоро б. э. 105—250 йылдарына тура килә.
Ҡайһы бер теориялар буйынса, күсмә Ҡушан батшалығына иран халыҡтары тохар (ҡыт. юэчжи) нигеҙ һалған. Уларҙың территорияларында хәҙер синьцзян-уйғыр автономиялы районы. Был дәүләт Рим, Фарсы һәм Ҡытай менән дипломатик бәйләнештә булған.
Ҡушан батшалығы халыҡтары төрлө этник төркөмдәргә ҡарай һәм көнсығыш-иран (ҡушан, бактрий һәм башҡа) телдәрендә һөйләшә. Ҡушан батшалығында үҫешкән грек-буддизм дине булған. Донъя цивилизацияһы мәҙәниәте тарихында Ҡушан, күп халыҡтарҙың ҡаҙаныштарын берләштереп, ҙур эҙ ҡалдырған.
Ҡушан империяһының булыу факты тарихсылар тарафынан бары тик XIX быуаттың уртаһында танылған. Ҡушан империяһы тураһындағы һаҡланған мәғлүмәттәр эпизодик торошло һәм ҡаршылыҡлы. Уның тарихы һәм хронологияһы тәңкәләр, ҡытай йылъяҙмаһы (мәҫәлән, «Хоу Хань Шу» — һуңғы Хань династияһы тарихы), шулай уҡ һинд һәм грек танытмалары буйынса тергеҙелгән. Батшаларҙың исеме һәм хронологиялары тураһында тарихсылар һаман бәхәсләшә.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡушан дәүләтенең төп биләмәһе булып Бактрия тора[2][3][4][5][6][7][8]. Грек-Бактрия дәүләте ҡолатылғандан һуң бында төрлө сәйәси ваҡ берәмектәр барлыҡҡа килгән, уларҙың башында етәкселәре торған, шул иҫәптән грек бактрия власын юҡҡа сығарған күсмә ҡәбиләләрҙең башлыҡтары был батшалыҡта етәкселек иткән. Күсмә ҡәбиләләр ултыраҡ халыҡтарҙың мәҙәниәте традицияларын бик тиҙ отоп алған. Атап әйткәндә, был турала Виктор Сарианиди етекселегендәге афған һәм совет архелогтары тапҡан кәшәнәләр һөйләй.
Б.э. I быуатында бөтә Бактрия территорияһында каналдар үткәрелә, оазистарҙа игенселек барлыҡҡа килә, ҡалалар төҙөлә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡушан батшалығы Викимилектә |
- Зеймаль Е. В. Кушанская хронология (материалы по проблеме). — М.: «Наука», 1968. — 186 с.
- Шеркова Т. А. Египет и Кушанское царство (торговые и культурные контакты) / Отв. ред. Б. А. Литвинский. — М.: «Наука» (ГРВЛ), 1991. — 192 с. — 1200 экз. — ISBN 5-02-017088-7.
- Боровкова Л. А. Кушанское царство (по древним китайским источникам). — М.: Институт востоковедения РАН, 2005. — 312 с. — 300 экз. — ISBN 5-89282-265-6.
- Берзин А. Исторический очерк о буддизме и исламе в Афганистане.
- Г. Юдина «Дальверзин-тепе — земля кладов» 2012 йыл 16 ноябрь архивланған.
Боронғо Һиндостан дәүләттәре (урта тарихи осор) | ||||||||||||
Период: | Төньяҡ | Ҡөньяҡ | Пятиречье | |||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Б.Э.Т VI быуат |
|
|
|