Әл-Ҡаидә
Әл-Ҡаидә | |
ғәр. القاعدة | |
Байраҡ | |
Нигеҙләү датаһы | 1988 |
---|---|
ХФА-лағы транскрицияһы | əlˈqaːʕɪda |
Террорист тип иғлан ителгән | Америка Ҡушма Штаттары[1], Рәсәй[2], Австралия[3], Әзербайжан[4], Беларусь[5], Бразилия, Канада[6], Европа Берләшмәһе[7], Ҡытай[8][9] һәм Бахрейн[10] |
Һуғыш/алыш | Гражданская война в Афганистане[d] һәм Хронология конфликта в Вазиристане[d] |
Кем хөрмәтенә аталған | Йыһат (ғазауат) |
Нигеҙләүсе | Усама бен Ладен[d] |
Ойошма етәксеһенең вазифаһы | верховный эмир Аль-Каиды[d] |
Етәксе | Сейф аль-Адель[d], Айман аз-Завахири[d][11] һәм Усама бен Ладен[d] |
Сәйәси идеология | Үәһһәбилек, салафитский джихадизм[d], кутбизм[d], Панисламизм, антикоммунизм[d], антисионизм[d], антисемитизм[d] һәм Исламсылыҡ[12] |
Ил | Афғанстан |
Илһам сығанағы | Сейид Кутб[d] |
Категория членов | Категория:Члены Аль-Каиды[d] |
Әл-Ҡаидә Викимилектә |
Әл-Ҡаидә («рус. Аль-Ка́ида») (ғәр. القاعدة, al-qāʿidah, IPA: /ælˈqɑːʕɪdɐ/ — «нигеҙ»[13], «база»[13], «фундамент», «принцип») — иң ҙур халыҡ-ара ультрарадикаль террорсы ойошмаларҙың[13][14] береһе.
1988 йылда[13][15][16] ойошторола. Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарғандан һуң, «Әл-Ҡаидә» иң үткер көрәшен АҠШ-ҡа, йәғни «көнбайыш донъяһы» илдәренә һәм ислам илдәрендә уларҙы яҡлаусыларға төбәй[14]. Режимдың маҡсаты ислам илдәрендә донъяуи ҡоролоштарҙы ҡолатыу, "Бөйөк ислам хәлифәлеге"н булдырыу[17].
1998 йылда Кения һәм Танзания баш ҡалаларында АҠШ илселектәрен шартлатҡандан һуң, «Әл-Ҡаидә» донъяла 1-се террористик ойошмаһы статусын ала. "Әл-Ҡаидә"ның иҫәбендә — бер нисә ҙур террорсы акт планлаштырыу һәм тормошҡа ашырыу, шул иҫәптән АҠШ-та 2001 йылдың 11 сентябре теракттары[14]. 2001 йылдың 11 сентябрендәге һөжүмдән башланған һәм менән бәйле эшмәкәрлеге «Әл-Ҡаидә» эшмәкәрлеге һәм уны баҫтырыу менән бәйле ваҡиғалар сылбыры Терроризмға ҡаршы һуғыш булараҡ билдәле. Лашкаре-Тайба, Лашкар-э-Джангви[16] һәм Имарат Кавказ[18] менән хеҙмәттәшлек итә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көнбайыш тикшеренеүсе ғалимдары «Әл-Ҡаидә» тарихын 5 осорға бүлеп өйрәнәләр: башланыуы (1980 йылдар аҙағы), «ҡырағай» осоро (1990—1996 йй.), сәскә атыуы (1996—2001 йй.), селтәр рәүешендә йәшәгән осоро (2001—2005 йй.) һәм айырымланыуы (2005 йылдан һуң).
Сығанаҡтары. Афған һуғышы (1979—1989)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1979 йылдың 3 июлендә америка президенты Джимми Картер Афғанстанда[19] антикоммунистик көстәрҙе финанслауға рөхсәт биреүсе президент бойороғона ҡул ҡуя. Башлыса, программа афған оппозиция көстәрен финанслау, ҡорал менән тәьмин итеү һәм уҡытыу өсөн аҡса бүлгәндә, пакистан разведкаһын (ISI) файҙаланыуға нигеҙләнгән. Инглиз МИ-6 һәм Һауа Айырым һауа хеҙмәте, Сәғүд Ғәрәбстаны һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһының[20] шуға оҡшаш программаларының финанслауынан тыш, 1978 йылдан алып 1992 йылға тиклем осорҙа ISI законһыҙ ҡораллы формированиеларҙың 100 000 ашыу һуғышсыһын ҡоралландырыу һәм уҡытыу менән шөғөлләнә. Шулай уҡ улар Афғанстанда урынлашҡан совет ғәскәрҙәренә ҡаршы көрәшеүсе афған бандформированиелары сафына ғәрәп илдәренән үҙ теләктәре буйынса хеҙмәт итерлек ғәскәр вербовкалау менән шөғөлләнгән[21].
1980-се йылдарҙан башлап, «Циклон» операцияһы сиктәрендә, афған һуғышмандарына боевик хәрби ярҙамы күләме арта бара: 1984 йылда уның күләме 125 миллион доллар, 1985 йылда — 250 миллион, ә 1986 йылда — 470 миллион, 1987 йылда 630 миллион доллар тәшкил итә. Пакистан разведка үҙәгенең афған бүлеге начальнигы Мөхәммәд Йософ (1983—1987 йй.) мәғлүмәттәре буйынса: 1987 йылға АҠШ-тан ғына афған мөжәһиттәренә ярҙам — көнөнә яҡынса 1 миллион доллар — 1,75 миллион дойч марка була[22]. 1988 йылға АҠШ-тан афған мөжәһиттәренә ярҙамдың дөйөм күләме 2,1 миллиард долларға етә. Сәғүд Ғәрәбстаны ла шундай уҡ күләмдә ярҙам күрһәтә. Шуның менән бергә, Фарсы ҡултығы ғәрәп илдәрендәге шәхси фондтарынан да күп аҡса — йыл һайын яҡынса 400 миллион доллар килгән[23].
Афғанстандағы совет ғәскәрҙәренә ҡаршы йыһат иғлан ителә. Һуғышҡа күп һанлы ғәрәп ялсылары ҡушыла. Халыҡ-ара ислам ойошмалары аша ярҙам индерелә. Улар араһында 1984 йылда Пешаварҙа (Пакистан) Абдулла Аззам һәм Усама бен Ладен тарафынан нигеҙләнгән «Мактаб-аль-Хидамат[en]» айырым урын алып тора.
«Мәктәб-әл-Хидамат» Пешаварҙа «ҡунаҡ йорто» һәм боевиктврҙы әҙерләү лагерҙары ойоштора. Усама бен Ладен был ойошмаға ярҙамға үҙенән шәхси ярҙам йүнәлтә. 1987 йылдан Аззам һәм бен Ладен Афғанстандың үҙендә лагерҙар йоштора башлай. Әммә «Мәктәб-әл-Хидамат» һәм ғәрәп ялланған һуғышыусылары ниндәй ҙә булһа әһәмиәтле роль уйнамай. Адам Дольник, тип яҙа хеҙмәттәшлек тураһында мәғлүмәт бар. Усама бен Ладендың афған мөжәһиттәренә ярҙам программаһы сиктәрендә АҠШ вәкилдәре менән хеҙмәттәшлек итеүе тураһында мәғлүмәт бар, тип яҙа[24]. Төрлө баһалар буйынса, һуғышта күбеһе һуңынан Әл-Ҡаидә террорсылар эшмәкәрлегенә ҡушылған 43 мосолман иленән яҡынса 35 000 сит ил мосолманы ҡатнаша[25].
1989 йылда Аззамды үлтергәндән һуң, «Мәктәб-әл-Хидамат» тарҡала һәм уның ҙур өлөшө "Әл-Ҡаидә"ны тулыландыра.
"Әл-Ҡаидә"ның килеп сығыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лоуренс Райт яҙғанса, «Әл-Ҡаидә» Афғанстандан совет ғәскәрҙәре сығарылғас, «Мысыр ислам йыһаты»ның бер нисә юғары етәксеһенең Абдулла Аззам һәм Усама бен Ладен менән осрашыуында бөтә донъя буйынса йыһат алып барыу өсөн бен Ладендың аҡсаһын «Мысыр ислам йыһаты» тәжрибәһе менән берләштерергә ҡарар ителгәндән һуң, 1988 йылдың 11 авгусында булдырыла. Осрашыу Пешавар (Пакистан) уҙа[13][26]. "Әл-Ҡаидә"ны төҙөүҙә шулай уҡ Хафиз Мохаммад Саид (инг.)баш. Лашкаре-Тайба етәксеһе[16], Айман әз-Завахири[13] һәм Сәйид Имам әл-Шәрифә (Фадль доктор)[13] ҡатнашаЦРУ подверглось критике за финансирование исламистских боевиков в Афганистане, поскольку из их состава впоследствии была создана Аль-Каида.[27] Журналист и писатель, эксперт по исламскому терроризму[28] Джейсон Берк (Jason Burke) бындай тәнҡиткә ҡаршы, аҡсалата ярҙам Хекматияр Гульбеддинға ебәрелгән, ә Әл-Ҡаидәне булдырыусыһы һәм башлығы Усама бен Ладен ул осорҙа әллә ни етди ойошма тип һаналмаған: уның төркөмө ун икенән (дюжина) саҡ ҡына күберәк кешенән торған һәм «Мысыр ислам йыһаты» һымаҡ башҡа исламсы ойошмаларға ныҡ буйһонған була. Берк үҙенең «„Аль-Каида“: радикаль исламдың ысын тарихы» тигән китабында былай тип раҫланы[29][30][31]:
«Әл-Ҡаидә» тип аталыусы нимәлер тураһында 1996 йылда Үҙәк разведка идаралығы (ЦРУ) отчётында яҡынса 1985 йылда ҡайһылыр бен Ладен… Афғанстан мөжәһиттәренә ярҙамға Ҡотҡарыу Ислам Фронтын, йәки «Әл-Ҡаидә» ойошмаһын, булдырған тигән мәғлүмәт барлыҡҡа килә. Ләкин бында автор «Әл-Ҡаидә» булып хәрәкәт иткән төркөмдө, әллә «Әл-Ҡаидә» тигән атаманы күҙ уңында тотҡанмы, аңлашылмай… Һис һүҙһеҙ, Дәүләт департаменты һәм уның Пакистандағы вәкиленең хат яҙышыуында «Әл-Ҡаидә»не телгә алғаны тойолмай.
Фарсы ҡултығындағы һуғыш һәм "Әл-Ҡаидә"ның АҠШ-ҡа ҡаршы әйләнеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СССР Афғанстандан китеп бер аҙ ваҡыт үтеүгә Усама бен Ладен ҡайтты Сәғүд Ғәрәбстанына (1989 й.) ҡайта, һәм 1990 йылдың авгусында күрше Ираҡ ғәскәрҙәре, сәғүд нефть ҡырҙарына етди ҡурҡыныс тыуҙырып, Кувейтты оккупациялай. Усама бен Ладен король Фәхдкә үҙенең ярҙамын — ираҡ армияһы һөжүм яһай ҡалһа, уларҙан обороналау өсөн Афғанстан мөжәһиттәрен ташларға тәҡдим итә. Әммә монарх, АҠШ ярҙамын һайлап, уның тәҡдименән баш тарта. Америка һәм уларға союздаш ғәскәрҙәр ғәрәп еренә килеп төшә. Әммә Усама бен Ладен, сит ил ғәскәрҙәренең килеп тулыуы «ике мәсет ерҙәрен» (Мәккә һәм Мәҙинә) бысрата, тип иҫәпләй. Асыҡтан-асыҡ сығышынан һуң, Сәғүд Ғәрәбстаны властары бен Ладенды (1991 й.) ҡыуа, һәм ул үҙе яҡлылар менән Суданға йүнәлә.
Суданда (1992—1996 йылдар)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бен Ладен һәм уның яҡлылар Суданға исламизм идеологы Хәсән Тураби саҡырыуы буйынса килә. Түңкәрелеш һөҙөмтәһендә, Судан власына тап Ғүмәр әл-Бәшир етәкселегендәге исламистар килә. Яңы судан хөкүмәте менән хеҙмәттәшлек итеп һәм бизнес алып барып, Усама бен Ладен был илдә һуғышмандар (боевиктар) әҙерләүсе лагерь ойоштора.[13]
1992 йылда Сәғүд Ғәрәбстаны фәләстиндәр һәм Израиль араһында тыныслыҡ булдырыусы Осло килешеүен хуплай. Ә 1994 йылда бен Ладенды сәғүд дәүләте подданыйы булыуҙан мәхрүм итә. Бының артынса уҡ кисекмәҫтән уның туғандары айлыҡ пособиенан (йылына 7 миллион доллар) мәхрүм ителә һәм уларҙың аҡса иҫәбе туңдырыла. Туғандары Усама бен Ладендан асыҡтан-асыҡ баш тарта.
Шул уҡ ваҡытта «Мысыр ислам йыһаты» һәләкәткә тарый: 1993 йылда уңышһыҙ Мысыр премьер-министры Атеф Седкиҙы үлтерергә маташыу уҡыусы ҡыҙҙың үлеменә килтерә, һәм мысыр йәмәғәт фекере исламсыларҙан йөҙ бора. Мысыр полицияһы 280 әз-Завахири төркөмө ағзаһын ҡулға ала һәм шуларҙың 6-һын язалай. 1995 йылдың июнендә президент Мөбәрәккә уңышһыҙ һөжүм итеү "Мысыр ислам йыһат"ының Мысырҙан тулыһынса ҡыуылыуына килтерә. 1996 йылдың майында судан властары Усама бен Ладенды ла илдән ҡыуырға ҡарар итә[13]. Бынан һуң ул Афғанстанға күсә[13][32].
1996—2001 йылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1996 йылдан алып 2001 йылға тиклем «Әл-Ҡаидә» етәкселеге Афғанстанда урынлашҡан. «Ойошма эшмәкәрлеге Афғанстанда етештерелгән наркотиктар һатыуҙыүҙ эсенә ала», — Бөйөк Британияның премьер-министры Тони Блэрҙың «Бен Ладендың ғәйебен иҫбатлау» досьеһында шулай тип билдәләнә[33].
Был ваҡытта иң ҙуры әл-Фарүҡ лагеры булған күнекмә лагерҙары әүҙем эшләй.
1998 йылдың февралендә Усама бен Ладен американдарҙы үлтерергә саҡырыусы фәтүә баҫтыра. Шул уҡ йылдың 12 мартында ҡырҡ афған руханийы американдарға ҡаршы йыһатҡа саҡырыусы фәтүә сығара. Тағы бер шундай фәтүәне Пакистан лидерҙары төркөмө баҫтыра, һәм уға 1998 йылдың апрель аҙағында шәйех Әхмәт Аззам ҡул ҡуя. 1998 йылда Әл-Ҡаидәла дүрт структура: стратегик һәм тактик идара итеүҙе еңеләйтеү өсөн пирамидаль, глобаль террористик селтәр, Афғанстан эсендә партизан һуғышын дауам итеү структураһы, һәм шулай уҡ халыҡ-ара террористик һәм партизан төркөмдәренең ирекле берекмәһе бүленә[34].
2001 йылдан һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2006 йылда Газа Секторында ХАМАС ойошмаһы власты биләгәндән һуң, «Әл-Ҡаидә» был төбәкәт ячейкалар булдырыу менән ҡыҙыҡһына башлай[35]. 2009 йылдың 15 авгусында был ойошмалар араһындағы фекер айырымлыҡтары Рафиахта ҙур масштаблы бәрелештәргә килтерә, һәм унда кәм тигәндә 24 кеше һәләк була һәм 120-нән ашыу яралана[36].
Ливия властары раҫлауынса, "Әл-Ҡаидә"ның Ливиялағы күмәк сыуалыштарға[37] ла ҡыҫылышы бар.
2011 йылдың июненедә «Әл-Ҡаидә» бөтә донъя мосолмандарына «шәхси йыһат» өндәмәһе менән мөрәжәғәт итә[38].
Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте ФСБ директоры Александр Бортников (2012 йылдың октябре) раҫлауынса: ""Әл-Ҡаидә"ның идеология установкаһы яңы тарафдаштарын үҙ яғына һөҙөмтәле ауҙарыу мөмкинлеген бирә, ә хәҙерге заман мәғлүмәт-коммуникация технологияларын киң файҙаланыуы халыҡты күпләп радикаллаштырыу процесын арттыра"[39].
«Әл-Ҡаидә» террорсыларының социаль-психологик портретын төҙөүсе ғалим Марк Сэйджман ҡыҙыҡлы һығымтаға килгән: уртаса статистик ғәҙәти обывателгә ҡарағанда фанатиктар нормаль булып сыға, сөнки улар, ышанысһыҙ булған психик тотороҡһоҙ кандидаттарҙы алып ташлай[40].
Ойошманың структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Әл-Ҡаидә» етәксеһе тип Усама бен Ладен (2011 йылдың 2 майында үлтерелә.[13][41]), уның уң ҡулы — Айман әз-Завахири[13]иҫәпләнә. Был ойошманың башында шура (совет) тора. Ойошманың түбәнге структураһында 8 комитет (дини, хәрби, йәмәғәтселек менән бәйләнеш, финанс һ. б.) урынлашҡан. ЦРУ-ның мәғлүмәттәре буйынса, "Әл-Ҡаидә"ның Афғанстандағы күнекмә лагерҙары аша 1989—2001 йылдарҙа 25 меңдән алып 100 меңгә тиклем рекрут үткән. Һуғышсылар әҙерләүсе иң ҙур лагерҙар — Әл-Фәруҡ, Хальден һәм Дурунт. Шуларға оҡшаш лагерҙар Суданда, Ҡавказда, Балҡанда, Яҡын һәм Алыҫ Көнсығыштағы күп кенә дәүләттәрҙә эшләй. Һөҙөмтәлә бөтә донъяның мосолман дәүләттәренән һәм төбәктәренән тиерлек сығыусылар «Әл-Ҡаидә» ағзаһы булып тора. Был ойошманың ячейкалары донъяның 34 илендә табыла[13][42].
«Әл-Ҡаидә» Ғәрәбстан ярымутрауында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Әл-Ҡаидә» Ираҡта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Әл-Ҡаидә» ислам Мәғрибе илдәрендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Террористик эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсми фараз буйынса, «Әл-Ҡаидә» ойошторған иң ҙур террористик акт тип[43] 2001 йылдың 11 сентябрендә Америка Ҡушма Штаттарында Бөтә донъя сауҙа үҙәге һәм Пентагон биналарына һөжүм итеүҙе[14] атайҙар. Вест-Пойнт АҠШ хәрби академияһы үткәргән тикшеренеүҙәренә ярашлы, 2004—2008 йылдарҙа «Әл-Ҡаидә» ойошторған теракттар ҡорбандарының күпселеге (88 %) — көнбайыш илдәре граждандары түгел, нигеҙҙә улар ираҡлылар. Тикшеренеү авторҙары ""Әл-Ҡаидә"ның көс ҡулланыу уғы үҙҙәре маҡсат иткән көнбайыш хөкүмәттәренә түгел, ә улар, йәнәһе, яҡлаған мосолмандар [ислам экстремистары]"на йүнәлтелгән тигән һығымтаға килә[44].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ислам фашизмы
- Тәкфирселек
- Дини-сәйәси экстремизм
- Абдулла, Абдулла Әхмәт
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Foreign Terrorist Organizations
- ↑ http://www.fsb.ru/fsb/npd/terror.htm
- ↑ http://www.nationalsecurity.gov.au/agd/www/nationalsecurity.nsf/AllDocs/95FB057CA3DECF30CA256FAB001F7FBD?OpenDocument
- ↑ http://en.trend.az/news/politics/2016022.html
- ↑ https://belarusdigest.com/story/is-radical-islam-a-threat-for-belarus/
- ↑ http://www.psepc.gc.ca/prg/ns/le/cle-en.asp
- ↑ http://eur-lex.europa.eu/LexUriServ/site/en/com/2004/com2004_0700en01.doc
- ↑ http://chinaperspectives.revues.org/648#tocto1n10
- ↑ https://www.fmprc.gov.cn/mfa_eng/xwfw_665399/s2510_665401/2535_665405/t819914.shtml
- ↑ https://www.mofa.gov.bh/Default.aspx?tabid=12342&language=en-US
- ↑ Ayman al-Zawahiri: al-Qaida leader killed in US drone strike in Afghanistan, Joe Biden says (ингл.) — United Kingdom: GMG, 2022. — ed. size: 107899 — ISSN 0261-3077
- ↑ https://www.verfassungsschutz.de/embed/vsbericht-2019.pdf — Б. 208.
- ↑ 13,00 13,01 13,02 13,03 13,04 13,05 13,06 13,07 13,08 13,09 13,10 13,11 13,12 Аль-Каеда — Лентапедияла мәҡәлә. 2012 йыл.
- ↑ 14,0 14,1 14,2 14,3 Полянский, 2006
- ↑ Хохлов, 2005
- ↑ 16,0 16,1 16,2 Как «Аль-Каида» распространилась по миру // BBC, 07.08.2013
- ↑ Тимофей Борисов Кому на Руси не жить // Российская газета. — 08.08.2006.
- ↑ Кавказский Узел приняло присягу боевиков Северного Кавказа
- ↑ Bergen, Peter, Holy War Inc., Free Press, (2001), p.68 (инг.)
- ↑ Interview with Dr. Zbigniew Brzezinski-(13/6/97). Part 2. Episode 17. Good Guys, Bad Guys. 13 June 1997. (инг.)
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;pildat
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Мохаммад Юсуф, начальник афганского отдела центра разведки Пакистана в 1983—1987
- ↑ В. Г. Коргун «История Афганистана» УДК [32+941(581)" 19" ББК 63.3(5Афг)+66.3(5Афг) К66 История Афганистана. XX век/В. Г. Коргун. — М.: ИВ РАН: Крафт+, акад. наук. Ин-т востоковедения). — ISBN 5-9367-5079-5 (Крафт+) — ISBN 5-8928-2227-3 (ИВ РАН). Агентство CIP РГБ
- ↑ Дольник А. Террорист номер один // Независимая газета, 21 сентября 2001.
- ↑ Charlotte Weaver, Connie Delaney, Patrick Weber, Robyn Carr. Afghanistan - A New History. — Routledge, 2002-11-14. — 280 с. — ISBN 9781136803390.
- ↑ Lawrence Wright. The Looming Tower: Al-Qaeda and the Road to 9/11. — New York: Knopf (инг.)баш., 2006. — ISBN 037541486X. (инг.)
- ↑ Jason Burke (инг.)баш.. Frankenstein the CIA created . Guardian (17 ғинуар 1999). Архивировано 26 август 2011 года.
- ↑ Politics, media and war: 9/11 and its aftermaths 2016 йыл 10 апрель архивланған. The Open University
- ↑ Ричард Сеймур (инг.)баш. «Аль-Каида» как бренд // Отечественные записки. — 2013. — № 2 (53).
- ↑ Ричард Сеймур (инг.)баш.. The Uses of al-Qaida // London Review of Books. 13 September 2012. — P. 26—27.
- ↑ Burke, 2004
- ↑ Burke, 2004, p. 5
- ↑ Досье премьер-министра Великобритании Тони Блэра на Усаму бен Ладена // Agentura.ru.
- ↑ Внутри «Аль-Каиды». Часть вторая
- ↑ Исламистские боевики распространяют своё влияние по всему Ближнему Востоку (рус.) // Независимая газета : газета. — 01.04.2009.
- ↑ Битва в Газе: взгляд с палестинской стороны // Mignews. — 15.08.2009.
- ↑ Ливия обвиняет «Аль-Каиду» в беспорядках // Голос России. — 22.02.2011.
- ↑ СМИ: «Аль-Каида» создает химическое оружие, которое будет использовано против США // Новости@Mail.ru/ Росбалт. — 13.08.2011. Архивировано из первоисточника 11 ғинуар 2012.
- ↑ Боевики с Северного Кавказа проходят «обкатку» в афгано-пакистанской зоне и в Сирии // ИТАР-ТАСС. — 13.10.2012.
- ↑ Дерлугьян, Георгий Индустриализация власти // Эксперт. — 2008. — № 30 (619).
- ↑ Барак Обама: мир без бин Ладена стал безопасней // BBC. — 03.05.2011.
- ↑ Аль-Каида // Агентура.ру.
- ↑ Bin Laden claims responsibility for 9/11, CBC News (29 октябрь 2004). 14 март 2010 тикшерелгән.
- ↑ Världens största krig är osynligt i medierna // Svenska Dagbladet. — 22 januari 2013. перевод на русский язык 2013 йыл 11 февраль архивланған.