Ҡаҙан (ҡала)
Ҡала
|
Ҡазан (шулай уҡ Ҡаҙан, татар. Казан, урыҫ. Казань) – Татарстан Республикаһының башҡалаһы. Рәсәйҙең Иҙел буйында ҙур иҡтисади, мәҙәни һәм сәйәси үҙәк.
Йөкмәткеһе |
[үҙгәртергә] Халыҡ һаны
Ҡазанда торған халыҡ һаны – 1,130 млн кеше, майҙаны – 425,3 км². Ҡала халҡының үҫеше түбәндәге теҙемдә күрһәтелгән.
| Йыл | Халыҡ һаны |
|---|---|
| 1800 | 40 000 |
| 1858 | 61 000 |
| 1897 | 130 000 |
| 1907 | 161 000 |
| 1917 | 207 000 |
| 1920 | 146 000 |
| 1923 | 158 000 |
| 1959 | 667 000 |
| 1962 | 711 000 |
| 1964 | 742 000 |
| 1966 | 804 000 |
| 1970 | 868 000 |
| 1979 | 993 000 |
| 1989 | 1 094 000 |
| 1995 | 1 078 000 |
| 2002 | 1 105 000 |
| 2008 | 1 120 000 |
| 2009 | 1 131 000 |
[үҙгәртергә] Милли состав
Ҡазан – күпмилләтле ҡала. Унда татарҙар, урыҫтар, сыуаштар һәм башҡа милләттәр йәшәй.
[үҙгәртергә] Дин
Казанда төрлө дин вәкилдәре йәшәй. Мосолмандар һәм православ христиандар күпселеген тәшкил итә. Шулай уҡ католиклар, йәһүҙиләр һ. б. дин вәкилдәре бар.
[үҙгәртергә] Ҡала исеме
Ҡазандың исеме барлыҡҡа килеүе тураһында бер нисә версиялар бар:
- "Ҡаҙан" (татарса "Казан") һүҙенән. Риүәйәт буйынса, хан үҙ хеҙмәтсеһен һыу килтерергә ебәргән. Хеҙмәтсе һыу ҡойоп алып торғанда алтын ҡаҙанын йылғаға төшөрөп ебәргән. Шунан һуң йылғаға ла, ҡалаға ла Ҡазан тип исем ҡушҡандар.
- Ҡайһы бер кешеләр йылғаның исеме "ҡаҙ" һүҙенән килеп сыҡҡан тип ышана. Был версия буйынса, бороңғо заманда йылғаның ярҙарында ҡказлараҙҙар йәшәгән. Шунан йылғаға "Ҡазан һыуы" тип исем ҡушылған, һуңыраҡ ҡалаға ла был исем күскән.
- Башҡорт тел белгесе Жәлил Кейекбаевтың фекеренсә, "Ҡазан" исеме "ҡайын" һүҙенән килеп сыҡҡан. Мәҫәлән, Башкортостанда ла Ҡаҙанлы исемле ауыл бар. Был фекер буйынса, был ауыл элегерәк Ҡайынлы тип аталған — ҡайын урманында һалынған булған.
[үҙгәртергә] Тарих
- Ҡазан ҡалаһы өс йөҙ йыл дауамында Иҙел буйында урынлашҡан Болғар дәүләтенең форпосы булып торған, уның исеменән Боронғо Русь дәүләте менән иҡтисади, сауҙа һәм мәҙәни бәйләнешкә ҡатышҡан.
- Һуңыраҡ Ҡазан Алтын Урҙа дәүләтенең өйәҙҙәренең береһендә ҙур административ үҙәк булып китә. Бында һөнәрселек һәм халыҡ-ара сауҙа үҫешкән.
- 1438 йылдан 1552 йылғаса ҡала Ҡазан ханлығының башҡалаһы булып торған.
- 1552 Иван Грозный ҡаланы баҫып ала.
- Пётр I осоронда (1708, ҡала Ҡазан губернаһының башҡалаһы була. Был сифатта ул 200 йыл буйына ҡала.
- 1756 йылдың 7 августындағы батша указы буйынса, Ҡазан һәм Ҡазан өйәҙендәге 536 мәсеттең 418е емерелә.
- Һуңғы 90 йылда Ҡазан Татарстандың башҡалаһы булып тора.
[үҙгәртергә] Административ бүленеше
| № | Район исеме | Халыҡ һаны (мең кеше) |
Майҙаны (гектар) |
Мәғлүмәт |
|---|---|---|---|---|
| 1 | Авиатөҙөлөш районы | 110,1 | 3 891 | |
| 2 | Вәхит районы | 83,3 | 2 582 | |
| 6 | Иҙел буйы районы | 218,8 | 11 577 | |
| 3 | Киров районы | 107,2 | 10 879 | |
| 4 | Мәскәү районы | 130,5 | 3 881 | |
| 7 | Совет районы | 266,1 | 7 687 | |
| 5 | Яңы Савин районы | 204,2 | 2 066 |
[үҙгәртергә] Мэр
Ҡала менән мэр идара итә. 2005 йылдың 17 ноябренән был вазифаны Илсур Метшин башҡара.
[үҙгәртергә] Транспорт
[үҙгәртергә] Тимер юлы вокзалы
Вокзал комплексы ҡала үҙәгендә урынлашҡан.Йылына вокзал аша 8 миллион кеше үтеп тора.
[үҙгәртергә] Мәғәриф
[үҙгәртергә] Юғары уҡыу йорттары
Ҡазанда 55 юғары уҡыу йорто эшләй.
[үҙгәртергә] Ҡазан дәүләт университеты
1804 йылдың 17 ноябрендә нигеҙләнгән. Тамамлаған студенттары араһында — С. Т. Аксаков, М. А. Балакирев, П. И. Мельников-Печерский, Лев Толстой, В. И. Ульянов-Ленин, В. Хлебников.
Хәҙерге ваҡытта университетҡа 14 факультет, А. М. Бутлеров исемендәге Химик институты, көнсығыш телдәр институты, тел институты, Яр Саллы һәм Зеленодольск ҡалаларындағы ике филиалын инә.
[үҙгәртергә] Ҡазан Авиация Университеты
9 факультет, 58 кафедра, 57 лаборатория, 10 фәнни-техник үҙәк, 3 НИИ инә. Университетта 15 мең студент уҡый.
[үҙгәртергә] Башка юғары уҡыу йорттары
- Ҡазан дәүләт технологик университет.
- Ҡазан дәүләт финанс-иҡтисади институт
- Ҡазан дәүләт медицина университеты
- Ҡазан дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты
- Ҡазан дәүләт аграр университеты
- Ҡазан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университеты
- Ҡазан дәүләт энергетик университеты
- Татар дәүләт гуманитар-педагогик университеты
- Н. Э. Бауман исемендәге Казан дәүләт ветеринар медицинаһы академияһы
- Ҡазан дәүләт консерваторияһы, һәм башҡалар.
[үҙгәртергә] Театрҙар
[үҙгәртергә] Ғәлиәсғәр Камал исемендәге Татар дәүләт академик театры
Театр 1906-сы йылдың 22 декабрендә асылган.Хәҙерге бинаһында 1987 йылдан урынлашҡан.
[үҙгәртергә] Фотогалерея
[үҙгәртергә] Һылтанмалар